ar
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

الذهاب إلى القناة على Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

إظهار المزيد
2 020
المشتركون
-124 ساعات
-37 أيام
-930 أيام
أرشيف المشاركات
Өфөлә Зарина Бағышаеваның сираттағы йыйынтығы донъя күрҙе Әсәй ҡабыҙған йондоҙ. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә йәш шағирә Зарина Бағышаеваның сираттағы йыйынтығы донъя күрҙе. Ошо уңайҙан фирма магазинында баҫманың исем туйы үтте. Кисә әҙибәнең яҡындарын, уҡытыусылары һәм нәфис әҙәбиәт һөйөнселәрҙе бергә йыйҙы.

Республикала 6 мәктәп карантинға ябылды Шулай уҡ 57 мәктәптә 120 класс һәм 14 балалар баҡсаһында 20 төркөмдөң эше өлөшләтә ту
Республикала 6 мәктәп карантинға ябылды Шулай уҡ 57 мәктәптә 120 класс һәм 14 балалар баҡсаһында 20 төркөмдөң эше өлөшләтә туҡтатылды. Роспотребнадзорҙың республика буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, бындай ҡарар грипп һәм һалҡын тейҙереп ауырыусылар артыуы менән бәйле.

Өфөлә тәүге яҙғы өмә 29 мартта ойошторола Санитар көндә предприятие-ойошмаларға биләмәләрҙе йыйыштырырға кәңәш ителә. Әүҙем ҡ
Өфөлә тәүге яҙғы өмә 29 мартта ойошторола Санитар көндә предприятие-ойошмаларға биләмәләрҙе йыйыштырырға кәңәш ителә. Әүҙем ҡатнашыусыларға бағыусыларҙан 600-ҙән ашыу приз тапшырыла. Ҡала халҡы үҙҙәренең ихатаһын һәм йорт янындағы майҙанды тәртипкә килтерә ала.

Быйыл яҙ Башҡортостанда 2 миллион 200 мең гектарҙан ашыу ер сәселә Был турала премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Баҫыуҙ
Быйыл яҙ Башҡортостанда 2 миллион 200 мең гектарҙан ашыу ер сәселә Был турала премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Баҫыуҙарҙың ҙур өлөшөндә иген культуралары була. Быйылғы уңыш өсөн көҙҙән 248 мең гектар ужым сәсеп ҡалдылырған. Ул яҡшы ҡышлаған. Әле яҙғы сәсеү өсөн орлоҡ, ашлама, яғыулыҡ-майлау материалдары әҙерләнә, техника көйләнә. Башҡортостанда уҙған йылда 11 миллиард һумға 2 мең 400 берәмек техника һатып алынған.

"Салауат Юлаев" Гагарин Кубогы өсөн көрәш башлай Континенталь хоккей лиһаһында плей-офта уйнаясаҡ командалар асыҡланды. Юлаев
"Салауат Юлаев" Гагарин Кубогы өсөн көрәш башлай Континенталь хоккей лиһаһында плей-офта уйнаясаҡ командалар асыҡланды. Юлаевсылар Көнсығыш конференцияла икенсе урын алды һәм плей-офтың тәүге этабында 7-се урын алған Новосибирск командаһы менән көс һынаша. Серия Өфөлә башлана. Тәүге уйындар 27 һәм 29 мартта була.

Өфө урамдарында транспорт йөрөшөн заманса система көйләй 2027 йылға тиклем 76 детектор урынлаштырыу планлаштырыла. Улар юл са
Өфө урамдарында транспорт йөрөшөн заманса система көйләй 2027 йылға тиклем 76 детектор урынлаштырыу планлаштырыла. Улар юл сатында машиналар күләмен теркәй, хәрәкәт тығыҙлығын анализлай. Был иһә светофорҙар эшен көйләү мөмкинлеген бирә, тығындар кәмергә тейеш. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә заманса система 2022 йылдан ҡулланыла. Светофорҙар яңыртылды, Ситуация үҙәге булдырылды.

Сибай ҡалаһының Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсете Һәм «Әссәләм» гәзите ифтар уҙғарҙы Дөйөм ҡала ифтары Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында ойошторолдо. Ауыҙ асырға Сибайҙан ғына түгел, Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән диндарҙар килде. Берҙәмлек һәм теләктәшлек сараһында доғалар уҡылды, көнө буйы ризыҡтан тыйылып торған мосолмандар һыйланды. Ҡунаҡтарға мауыҡтырғыс викториналар үткәрелде. Ифтарҙа ҡатанашыусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн доға ҡылды.

Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында яҙыусының кабинет-музейы асылды Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында яҙыусының кабинет-музейы асылды. Әҙиптең 100 йыллығы уңайынан шулай уҡ «V Хамматов уҡыуҙары» республика ғилми-ғәмәли конференцияһы ла үтте. Уҡыусылар яҙыусының ижади мираҫын өйрәнеп, тәҡдим ителгән темалар буйынса эҙләнеү эштәрен яҡланы. Секциялар башҡорт, рус, инглиз телдәрендә алып барылды.

Республикала айыуҙарҙың кешеләргә һөжүм итеү осраҡтары йышайҙы Тәүге бәхетһеҙ осраҡ Баймаҡ районында һунарсылыҡ биләмәһендә теркәлгән. Зыян күреүсе үҙәк район дауаханаһына реанимацияға һалынған, хәле ауыр тип баһалана. Бөрйән районы Яңы Усман ауылында ла ирурманда тайыштабанға тап була. Айыу һөжүменән һуң, ул бер нисә тән йәрәхәте алып, дауаханаға мөрәжәғәт итә.

Өфө районында тәүге тапҡыр 5 йыл элек ҡаралған инвестиция проекты тормошҡа ашырылды Зубов ауылы янында ауыл хужалығы техникаһы өсөн агрегаттар һәм запас частар етештереү буйынса производство цехы менән бер рәттән дилерлыҡ үҙәге эшләй башлай. Бында илдең иң эре етештереүселәренең береһе махсуслаштырылған машиналар һата һәм хеҙмәтләндерә. Былар барыһы ла яңы эш урындары, төбәккә инвестиция йәлеп итеү һәм, әлбиттә, аграрийҙар өсөн уңайлы шарттар булдыра. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Архангел районы Аҙау ауылы халҡына компенсация аҙна аҙағына тиклем түләп бөтөләсәк Яҙғы ташҡындан зыян күргән Архангел районы Аҙау ауылы халҡына компенсация аҙна аҙағына тиклем түләп бөтөләсәк. Был турала Радий Хәбиров бөгөн оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Хөкүмәт кәңәшмәһендә шулай уҡ экологик өмәләр, юл соҡорҙарын ремонтлау, поликлиникаларҙы төҙөкләндереү тураһында ла һүҙ барҙы.

Баймаҡта мәғариф хеҙмәткәрҙәренең «Сәләмәтлек» спартакиадаһы үтте Хәрәкәттә - бәрәкәт. «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында мәғариф хеҙмәткәрҙәренең «Сәләмәтлек» спартакиадаһы үтте. Унда 120-ға яҡын педагог ял көндәрен әүҙем һәм файҙалы үткәрҙе. Ярыш барышы хаҡында киләһе сюжетта.

Джошуа Ливо Континенталь хоккей лигаһының яңы тарихын яҙҙы «Салауат Юлаев» клубы даими чемпионаттың һуңғы уйынын Астанала үткәрҙе. «Барыҫ» менән осрашыу яҡташтарыбыҙ файҙаһына 4-1 иҫәбе менән тамамланды. Шайбаларҙың береһен Джошуа Ливо индерҙе һәм ул Сергей Мозякиндың 2017 йылдағы ҡаҙанышын яҡшыртты.

Баш ҡалала Fashion ифтар уҙғарылды Өфөлә Көнсығыш мәҙәниәте модаһы. Изге Рамаҙан айында баш ҡалала беренсе тапҡыр Fashion ифтар уҙғарылды. Унда республика рассам-дизайнерҙары, эшҡыуарҙар үҙ коллекцияларын тәҡдим итте. Эксклюзив тегеү сәнғәтенең кейем өлгөләре дефилеға ла сығарылды.

Стәрлетамаҡ районы хакимиәте һәм халҡы яугир яҡташтарына ярҙам күрһәтеүен дауам итә Стәрлетамаҡ районы хакимиәте һәм халҡы махсус хәрби операциялағы яҡташтарына ярҙам күрһәтеүен дауам итә.Былтыр 23 гуманитар ылау составында 60 тоннанан ашыу аҙыҡ-түлек, медикаменттар, ҡорамалдар, төҙөлөш материалдары, 25 берәмек техника оҙатылған.

Өфөнән Санья ҡалаһына тиклем тура рейс асылды Ҡытай Башҡортостанға яҡынайҙы. Кисә Аэрофлот авиакомпанияһы Өфөнән билдәле диңгеҙ курорттарының береһе - Санья ҡалаһына тиклем тәүге тура рейсҡа сыҡты. Уны оҙатыу сараһы баш ҡала аэропортында тантаналы рәүештә үтте.

Башҡортостанда яҙғы ташҡынға бәйле 514 мөрәжәғәт теркәлгән Ташҡын хәүефе осоро башланғандан алып Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығына халыҡтан яҙғы ташҡынға бәйле 514 мөрәжәғәт килгән. Ведомствонан белдереүҙәренсә, 7 муниципаль районда һәм 1 ҡала округында 16 йорт алды ихатаһы, 11 юл участкаһы һәм 2 күперҙе һыу баҫыу менән бәйле 16 хәл контролдә тотола.

Башҡортостан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ҡаршы алырға әҙер булырға тейеш Был хаҡта Радий Хәбиров Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Төбәк башлығы билдәләүенсә, хәрбиҙәр араһында төрлө сәбәп менән ҡайтыусылар арта. Ҡасандыр демобилизация ла буласаҡ. Шуға ла яугирҙарыбыҙға реабилитация ғына түгел, консультация оҙатыуы өсөн дә бөтә шарттар әҙерләргә кәрәк тине, республика етәксеһе.

Каринэ Хәбирова ҡурайҙа уйнай Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә тормош иптәшенә арналған тулҡынландырғыс яҙма менән уртаҡлашты. Шулай уҡ уның ҡурайҙа уйнаған видеояҙмаһын ҡуйҙы. «Ҡатыныма башҡорт мәҙәниәтенә һәм йолаларына булған һөйөүе өсөн рәхмәтлемен. Был минең өсөн иң ҙур бүләк», - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек тикшерелде Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәренең тактикаһы һәм стратегияһы тикшерелде. «АгроКомплекс» күргәҙмәһенең тәүге көнөндә республиканың Ауыл хужалығы министрлығында Агрономия конференцияһы үтте. Унда федераль һәм төбәк ведомстволары, ауыл хужалығы йүнәлешендә эшләүсе ойошма вәкилдәре, төрлө предприятие хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Башҡорт аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәренә әҙерме һәм ниндәй ҡатмарлыҡтар бар? Был турала ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов менән әңгәмәләште.