uk
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Відкрити в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Показати більше
2 021
Підписники
-124 години
-27 днів
-930 день
Архів дописів
Радий Хәбиров Шишмә районында инженер бригадаһы яугирҙарына наградалар тапшырҙы Рәсәй Ҡораллы көстәренең ғорурлығы. Еңеү көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Шишмә районында 12-се айырым Гвардия инженер бригадаһы урынлашҡан биләмәлә булды. Радий Хәбиров 9 майға арналған тантаналы митингта ҡатнашты, шулай уҡ батырлыҡ күрһәткән яугирҙарға дәүләт наградалары тапшырҙы.

9 майҙа Өфөлә ҡайһы бер урамдар ябыла Бындай сикләү Бөйөк Еңеү көнө уңайынан саралар уҙғарыу менән бәйле. Иртәгә иртәнге сәғә
9 майҙа Өфөлә ҡайһы бер урамдар ябыла Бындай сикләү Бөйөк Еңеү көнө уңайынан саралар уҙғарыу менән бәйле. Иртәгә иртәнге сәғәттәрҙә Пушкин һәм Совет урамдарының айырым өлөштәренән машина менән үтеп булмай. Миңләғәли Шайморатов һәйкәлен ә сәскә һалыу сараһы ҡаралған. Шулай уҡ 15 сәғәткә тиклем Октябрь проспектының бер өлөшө ябыла. Бында парад һәм "Үлемһеҙ полк" акцияһы уҙғарыла.

Башҡортостанда Бөйөк Еңеү байрамында хәүефһеҙлек саралары көсәйтелә Республика террорға ҡаршы комиссия ултырышында тейешле кү
Башҡортостанда Бөйөк Еңеү байрамында хәүефһеҙлек саралары көсәйтелә Республика террорға ҡаршы комиссия ултырышында тейешле күрһәтмә бирелде. Радий Хәбиров белдереүенсә, Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығы илебеҙ өсөн иң мөһим байрам. -Тантаналы сараларҙа һәм акцияларҙа халыҡ күпләп ҡатнашасаҡ. Беҙ төрлө хәлдәргә әҙер булырға тейешбеҙ, - тине Радий Хәбиров.

Шаран-Яңы Балтас-Андреевка юлын төҙөкләндереү дауам итә Асфальтты яңыртыу «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектына ярашлы башҡарыла. Әле подрядсы ойошма юлдың өҫкө ҡатламын түшәй, яҡын арала барьер ҡоймалар уратыу, юл ситен нығытыу башлана. Юл төҙөлөшө материалы менән Серафимовский ауылындағы асфальт-бетон заводы тәьмин итә. Әлеге ваҡытта бер мең 400 тонна асфальт түшәлгән. Объектты киләһе йыл файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған. Әммә төҙөүселәр эште быйыл тамамларға иҫәп тота

Красноусол ауылында балалар парады уҙҙы Мәктәпкәсә йәштәге балалар Бөйөк Еңеүҙе тәбрикләй! Красноусол ауылында балалар парады уҙҙы. Унда биләмәләге 4 балалар баҡсаһынан 123 тәрбиәләнеүсе ҡатнашты. Шулай уҡ Красноусол башҡорт гимназияһы кадеттары, «Юнармеецтар» клубы тәрбиәләнеүселәре, «Десант» эҙәрмәндәр клубы ағзалары һәм хәрби бәрелештәр һәм сик ғәскәрҙәре ветерандары ла тигеҙ сафтарға теҙелде. Парадты 2-се ранг капитаны, Ғафури районы хакимиәте башлығының мобилизация мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Владимир Герасимов ҡабул итте.

Әбйәлил районында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына 80 шыршынан торған аллея барлыҡҡа килде Тәүҙә зарядкаға, артабан етди эшкә. Әбйәлил районында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына 80 шыршынан торған аллея барлыҡҡа килде. Ағас ултыртыу башланғансы район халҡы билдәле ММА һуғышсыһы, панкратион буйынса донъя чемпионы Венер Ғәлиев менән зарядка яһаны. «Башҡорт» ҡушаматлы спортсы күптәрҙең, бигерәк тә балаларҙың кумиры. Шуға күрә унан кәңәш, физик сынығыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре алыу өсөн акцияға ҙур теләк менән ҡушылдылар.

Өфөлә «Нацизмһыҙ донъя өсөн» тип исемләнгән халыҡ-ара йәштәр форумы уҙҙы Сарала «Георгий Димитровтың 1933-1941 йылдарҙағы көндәлеге» китабының исем туйы уҙҙы. Көндәлектең быға тиклем Рәсәйҙә баҫылмаған өлөшө Коминтерндың һәм Советтар Союзының фашизмға ҡаршы көрәше тураһында яңы мәғлүмәттәр асыуы менән әһәмиәтле. Китап йәмәғәтселеккә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы һәм Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге тырышлығы менән тәҡдим ителде. Республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто менән Милли китапхана берлектә сығарған «Еңеү альманахы» ла Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнала.

Радий Хәбиров Республика террорға ҡаршы көрәш комиссияһының сираттағы ултырышын үткәрҙе Күләмле акциялар, байрам саралары алдынан барлыҡ хеҙмәттәрҙең дә әҙерлеген тикшереү мөһим. Төбәк башлығы әйтеүенсә, халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙа, парад, «Үлемһеҙ полк» сафтары үткән майҙандарҙа хәүефһеҙлек талаптарын етди үтәү мөһим. Барлыҡ хеҙмәттәр ҙә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеүгә әҙер булыуы шарт, тине Радий Хәбиров.

Республика йәмәғәтселеге Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙатты Республика йәмәғәтселеге Дәүләт думаһы депутаты, дәүләт эшмәкәре, Өфө ҡала хакимиәтенең элекке етәксеһе Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙатты. Баш ҡала үҫешенә күп көс һалған шәхес менән бәхилләшергә уның яҡындары, төрлө ведомство етәкселәре, хеҙмәттәштәре йыйылды. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай майҙанында ойошторолған матәм митингында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сығыш яһап, арабаҙҙын ғәҙел,талапсан, тәжрибәле етәксе һәм коллега китте тип билдәләне.

Шишмә районындағы «Турахан» музейы майҙанында яңы арт-объекттар барлыҡҡа киләсәк Шишмә районындағы «Турахан» Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейы майҙанында яңы арт-объекттар барлыҡҡа киләсәк. Уларҙы бәләкәй кәшәнә эргәһендә төҙөү планлаштырыла.

Баймаҡ районында «Орленок» балалар ял лагеры инфраструктураһы яңыртыла Талҡаҫ күле эргәһендә һаулыҡ һәм ял өсөн шарттар. Баймаҡ районында «Орленок» балалар ял лагеры инфраструктураһы яңыртыла. Капиталь ремонттан һуң учреждение йыл әйләнәһенә эшләр тип күҙаллана. Әлеге ваҡытта лагерь биләмәһендә төҙөүселәр йөҙ урынлыҡ тиҙ төҙөлә торған ике корпус ҡорай. Ошо маҡсатта ил, республика һәм район бюджетынан 86 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Республиканың балаларҙы һауыҡтырыу лагерҙары йәйге ялға балаларҙы ҡабул итеүгә әҙәерләнә Өфөләге «Аҡсарлаҡ» лагерында дүрт профилле смена ҡаралған. Уҡыусылар өсөн дүрт корпус эшләй, уларҙың икеһе модулле. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге белгестәре биналарҙағы микроклиматты үлсәй. Дымлылыҡ, яҡтылыҡ тикшерелә. Янғын хәүефһеҙлеге буйынса талаптарҙың үтәлеүе ҡарала. Лагерь Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып былтыр илдең иң яҡшы лагеры исеменә лайыҡ булған. Сираттағы миҙгелдә лә уҡыусыларҙы күңелле һәм файҙалы ял көтә.

Еңеү көнөнә арналды: Өфө студенттары йыр, бейеү, хәрби уйындар менән байрам итте Студент яҙынан Еңеү яҙына. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының ижади коллективтары юғары уҡыу йорттары араһында уҙғарылған иң күләмле конкурс һөҙөмтәләрен Еңеү көнөнә бағышланы. Белем усағы алдындағы майҙанда «Студент яҙы» фестиваленең иң сағыу бейеү һәм йырҙарынан торған концерт уҙҙы.

Ун биш йыллыҡ эҙәрмәнлек эше изге сәфәр менән тамамланды Бөйөк Ватан һуғышына Баймаҡ районынан алынған һалдаттың туғандары, уның һәләк булған ерен табып, тыуған төйәге тупрағын һалды. Смоленск ерендә ҡалған яугир яҡташыбыҙ хаҡында киләһе яҙмала.

Өфө йәмәғәтселәре тыл ветерандарын яҡынлашып килгән Еңеү көнө менән ҡотланы Баш ҡалала Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең урындағы ойошмаһы ағзалары араһында дүрт тыл ветераны бар. Уларҙың береһе - Ғәли Моратшин. 12 йәшендә генә ғаилә тураһындағы хәстәрлек уның иңенә төшә. Ауырыған әсәһенә ҡусты-һеңлеләрен тәрбиәләшергә ярҙам итә, үҫмер сағынан колхозда эшләй. Һуғыш тамамланғандан һуң Көйөргәҙе ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Әрме сафында хеҙмәт итә, Ригалағы хәрби училище һәм Мәскәү ветеринария академияһын тамамлай. Ғәли Моратшин -доцент, ветеринария фәндәре кандидаты. 25 йыл Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡытҡан.

Баш ҡалала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әсхәт Фәхретдинов өсөн шәхси парад ойошторолдо Фронтовик йәшәгән ихатала парад. Баш ҡаланың Киров районында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әсхәт Фәхретдинов өсөн шәхси парад ойошторолдо. Сафтан баш кадет һәм Шайморатовсылар кластары уҡыусылары, хәрби-патриотик клубтар тәрбиәләнеүселәре һәм курсанттар үтте.

Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтендә махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ярҙам тапшырылды Хәрби ялан шарттарында юғары үтеүсәнле уазик, генераторҙар, бензин менән эшләүсе бысҡылар, иретеп-йәбештереү аппараттары бөтәһе лә һалдаттар үтенесе буйынса йыйылған. Махсус хәрби операцияла илебеҙҙе нацистарҙан һаҡлаған яугирҙарға кәрәкле төҙөлөш материалдарын һәм техниканы «Стратег» төҙөлөш компанияһы етәксеһе һәм хеҙмәткәрҙәре үҙ иҫәбенә һатып алған.

Республика йәмәғәтселеге Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙатты Республика йәмәғәтселеге Дәүләт думаһы депутаты, сәйәсмән, Өфө ҡала хакимиәтенең элекке етәксеһе Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙатты. Баш ҡала үҫешенә күп көс һалған шәхес менән бәхилләшергә уның яҡындары, төрлө ведомство етәкселәре, хеҙмәттәштәре йыйылды. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай майҙанында ойошторолған матәм митингында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сығыш яһап, арабаҙҙын ғәҙел,талапсан, тәжрибәле етәксе һәм коллега китте тип билдәләне.

Григорий Панин карьераһын Өфөлә дауам итергә теләй “Салауат Юлаев” капитаны Григорий Панин тағы бер йыл командала уйнарға тел
Григорий Панин карьераһын Өфөлә дауам итергә теләй “Салауат Юлаев” капитаны Григорий Панин тағы бер йыл командала уйнарға теләк белдерә. Өфө клубында 8 йыл сығыш яһаным. Карьерамды ла Өфөлә тамамларға хыялланам”,-тигән хоккейсы. Һаҡсы быйыл чемпионатта 59 уйында ҡатнашҡан- 2 шайба индергән, 5 һөҙөмтәле пас биргән. Григорий Панинға ноябрҙә 40 йәш тула.

Өфөлә илдең бөтә төбәктәрен берләштергән «Тормош уты» Бөтә Рәсәй факел эстафетаһы этабы үтте Эстафетаны «Импакт» хәйриә фонды һәм «Тормош уты» социаль башланғыстарға ярҙам фонды менән берлектә Рәсәй федераль медицина академияһы башлап ебәргән. Акцияның маҡсаты-лейкемия һәм башҡа ауыр сирле пациенттарҙы ҡотҡарыу мөмкинлеген арттырыу өсөн федераль һөйәк мейеһе донорҙары регистрына яңы донорҙар йәлеп итеү. Генетик яҡтан яраҡлы донор табыу ихтималлығы 10 меңгә 1 осраҡ ҡына тәшкил итә. Ярыштар башланған мәлдә 120 мең потенциаль донор булған, бөгөн был һан биш йөҙ меңгә еткән. Һөйәк мейеһе донорҙары федераль регистрына инеү өсөн 256 кеше килде.