es
Feedback

¡No caigas en manos de tramposos! Telemetrio encuentra y marca estos canales 👉 Si quieres ver la etiqueta, suscríbete

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Ir al canal en Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Mostrar más
1 969
Suscriptores
-124 horas
-47 días
-1730 días
Archivo de publicaciones
«Еңеү Яҙы» телемарафоны: иртәнге эфир БСТ телеканалында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған телемарафон старт ала: тамашасыларҙы һуғыш хәтирәләре, ветерандар менән осрашыуҙар һ.б. көтә. Эфир 9 май 7:00 сәғәттә башлана. https://vkvideo.ru/video-27097047_456289982

Бөйөк Ватан һуғышында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Баймаҡ-Өфө велоуҙышы» тамамланды Баймаҡ районынан ете ир-уҙаман бөгөн иртәнге сәғәт 12-лә Өфөгә килеп етте.Дуҫлыҡ монументында велосипедсыларҙы Баймаҡ районы районы хакимиәте, Башҡортостан йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы вәкилдәре, баш ҡалала йәшәүсе яҡташтары ҡаршы алды.

Өфөлә Еңеү вальсы республика акцияһы үтте Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған Еңеү вальсы республика акцияһы үтте. Өфөнөң Совет майҙанында колледж һәм вуз студенттары вальс бейеп оло быуын вәкилдәренә рәхмәт һәи ихтирам хистәрен еткерҙе. Байрамса кейенгән биш йөҙ пар билдәле йырҙар көйөнә вальс әйләнде. Майҙанда «Катюша», «Өфө йүкәләре», «Шайморатов генерал» һәм башҡа йырҙар яңғыраны. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Өфө районы Волков ауылында «Быуындар ҡыңғырауы» мемориалы асылды Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған илһөйәрлек комплексы оло быуын вәкилдәренең ҡаһарманлығы, туған илгә һөйөү, батырлыҡ тураһында һөйләй. Быуындар ҡыңғырауы мемориалында 1945-2025 һандары яҙылған, ә уртаһында СССР-ҙың юғары хәрби наградаһы «Еңеү» ордены урын алған. Бронза мемориал Вадим Гәрәев тәҡдиме менән төҙөлгән.

Ғафури районында батырҙар иҫтәлегенә арналған яңы обелиск барлыҡҡа килде Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм яуҙан ҡайтып мәрхүм булған яугирҙарға Хәтер мемориалы асылды. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡаранйылға ауылынан 118 ир-егет фронтҡа киткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың 64-е яу яланында батырҙарса һәләк булған.

Өфөнән Шайморатов ауылына тиклем автоуҙыш Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналды Бөгөн Өфөнән Ҡырмыҫҡалы районы Шайморатов ауылына тиклем Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған автоуҙыш ойошторолдо. Өфөнөң йәмәғәт палатаһы уҙғарған акцияға йөҙҙәрсә кеше ҡушылды. Автоколонна Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендәге майҙандан ҡуҙғалды. «Беҙ бергә» тип аталған патриотик акция тураһында репортаж.

Мәләүез районы Һарыш ауылында «Үлемһеҙ полк» акцияһы ойошторолдо Унда ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ата - бабаларының портреттарын күтәреп урамдар буйлап үтте. Был төбәк бер юлы ике геройҙың - Миңлетдин Әминев менән Андрей Мигуновтың тыуған яғы.

Ишембай районы Әхмәр ауылы «Үлемһеҙ полк» акцияһына ҡушылды Башҡортостан ауылдары «Үлемһеҙ полк» акцияһына ҡушылды ла инде. Ишембай районы Әхмәр ауылында йәшәүселәр ата-олатайҙарының фотоһүрәттәрен тотоп мәктәптән алып ауыл үҙәгенә тиклем үтте. Махсус хәрби операцияла һәләк булғандар ҙа уҙған быуат геройҙары менән бер сафта барҙы.

«Үлемһеҙ полк» акцияһы Өфөлә 200 меңдән ашыу кешене йыясаҡ Өфөлә Еңеү парады иртәгә сәғәт 10-да башлана. Артабан «Үлемһеҙ полк» хәрәкәте дауам итә. Колонна иртәнге сәғәт 10-дан 11-гә тиклем теҙелә, шунан һуң - бер минутлыҡ тынлыҡ. Сара 11-се 12 минутта башлана һәм сәғәт 1-ҙәр тирәһендә тамамлана. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, унда 200 мең кешенең ҡатнашыуы көтөлә.

Радий Хәбиров Шишмә районында инженер бригадаһы яугирҙарына наградалар тапшырҙы Рәсәй Ҡораллы көстәренең ғорурлығы. Еңеү көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Шишмә районында 12-се айырым Гвардия инженер бригадаһы урынлашҡан биләмәлә булды. Радий Хәбиров 9 майға арналған тантаналы митингта ҡатнашты, шулай уҡ батырлыҡ күрһәткән яугирҙарға дәүләт наградалары тапшырҙы.

9 майҙа Өфөлә ҡайһы бер урамдар ябыла Бындай сикләү Бөйөк Еңеү көнө уңайынан саралар уҙғарыу менән бәйле. Иртәгә иртәнге сәғә
9 майҙа Өфөлә ҡайһы бер урамдар ябыла Бындай сикләү Бөйөк Еңеү көнө уңайынан саралар уҙғарыу менән бәйле. Иртәгә иртәнге сәғәттәрҙә Пушкин һәм Совет урамдарының айырым өлөштәренән машина менән үтеп булмай. Миңләғәли Шайморатов һәйкәлен ә сәскә һалыу сараһы ҡаралған. Шулай уҡ 15 сәғәткә тиклем Октябрь проспектының бер өлөшө ябыла. Бында парад һәм "Үлемһеҙ полк" акцияһы уҙғарыла.

Башҡортостанда Бөйөк Еңеү байрамында хәүефһеҙлек саралары көсәйтелә Республика террорға ҡаршы комиссия ултырышында тейешле кү
Башҡортостанда Бөйөк Еңеү байрамында хәүефһеҙлек саралары көсәйтелә Республика террорға ҡаршы комиссия ултырышында тейешле күрһәтмә бирелде. Радий Хәбиров белдереүенсә, Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығы илебеҙ өсөн иң мөһим байрам. -Тантаналы сараларҙа һәм акцияларҙа халыҡ күпләп ҡатнашасаҡ. Беҙ төрлө хәлдәргә әҙер булырға тейешбеҙ, - тине Радий Хәбиров.

Шаран-Яңы Балтас-Андреевка юлын төҙөкләндереү дауам итә Асфальтты яңыртыу «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектына ярашлы башҡарыла. Әле подрядсы ойошма юлдың өҫкө ҡатламын түшәй, яҡын арала барьер ҡоймалар уратыу, юл ситен нығытыу башлана. Юл төҙөлөшө материалы менән Серафимовский ауылындағы асфальт-бетон заводы тәьмин итә. Әлеге ваҡытта бер мең 400 тонна асфальт түшәлгән. Объектты киләһе йыл файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған. Әммә төҙөүселәр эште быйыл тамамларға иҫәп тота

Красноусол ауылында балалар парады уҙҙы Мәктәпкәсә йәштәге балалар Бөйөк Еңеүҙе тәбрикләй! Красноусол ауылында балалар парады уҙҙы. Унда биләмәләге 4 балалар баҡсаһынан 123 тәрбиәләнеүсе ҡатнашты. Шулай уҡ Красноусол башҡорт гимназияһы кадеттары, «Юнармеецтар» клубы тәрбиәләнеүселәре, «Десант» эҙәрмәндәр клубы ағзалары һәм хәрби бәрелештәр һәм сик ғәскәрҙәре ветерандары ла тигеҙ сафтарға теҙелде. Парадты 2-се ранг капитаны, Ғафури районы хакимиәте башлығының мобилизация мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Владимир Герасимов ҡабул итте.

Әбйәлил районында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына 80 шыршынан торған аллея барлыҡҡа килде Тәүҙә зарядкаға, артабан етди эшкә. Әбйәлил районында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына 80 шыршынан торған аллея барлыҡҡа килде. Ағас ултыртыу башланғансы район халҡы билдәле ММА һуғышсыһы, панкратион буйынса донъя чемпионы Венер Ғәлиев менән зарядка яһаны. «Башҡорт» ҡушаматлы спортсы күптәрҙең, бигерәк тә балаларҙың кумиры. Шуға күрә унан кәңәш, физик сынығыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре алыу өсөн акцияға ҙур теләк менән ҡушылдылар.

Өфөлә «Нацизмһыҙ донъя өсөн» тип исемләнгән халыҡ-ара йәштәр форумы уҙҙы Сарала «Георгий Димитровтың 1933-1941 йылдарҙағы көндәлеге» китабының исем туйы уҙҙы. Көндәлектең быға тиклем Рәсәйҙә баҫылмаған өлөшө Коминтерндың һәм Советтар Союзының фашизмға ҡаршы көрәше тураһында яңы мәғлүмәттәр асыуы менән әһәмиәтле. Китап йәмәғәтселеккә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы һәм Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге тырышлығы менән тәҡдим ителде. Республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто менән Милли китапхана берлектә сығарған «Еңеү альманахы» ла Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнала.

Радий Хәбиров Республика террорға ҡаршы көрәш комиссияһының сираттағы ултырышын үткәрҙе Күләмле акциялар, байрам саралары алдынан барлыҡ хеҙмәттәрҙең дә әҙерлеген тикшереү мөһим. Төбәк башлығы әйтеүенсә, халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙа, парад, «Үлемһеҙ полк» сафтары үткән майҙандарҙа хәүефһеҙлек талаптарын етди үтәү мөһим. Барлыҡ хеҙмәттәр ҙә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеүгә әҙер булыуы шарт, тине Радий Хәбиров.

Республика йәмәғәтселеге Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙатты Республика йәмәғәтселеге Дәүләт думаһы депутаты, дәүләт эшмәкәре, Өфө ҡала хакимиәтенең элекке етәксеһе Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙатты. Баш ҡала үҫешенә күп көс һалған шәхес менән бәхилләшергә уның яҡындары, төрлө ведомство етәкселәре, хеҙмәттәштәре йыйылды. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай майҙанында ойошторолған матәм митингында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сығыш яһап, арабаҙҙын ғәҙел,талапсан, тәжрибәле етәксе һәм коллега китте тип билдәләне.

Шишмә районындағы «Турахан» музейы майҙанында яңы арт-объекттар барлыҡҡа киләсәк Шишмә районындағы «Турахан» Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейы майҙанында яңы арт-объекттар барлыҡҡа киләсәк. Уларҙы бәләкәй кәшәнә эргәһендә төҙөү планлаштырыла.

Баймаҡ районында «Орленок» балалар ял лагеры инфраструктураһы яңыртыла Талҡаҫ күле эргәһендә һаулыҡ һәм ял өсөн шарттар. Баймаҡ районында «Орленок» балалар ял лагеры инфраструктураһы яңыртыла. Капиталь ремонттан һуң учреждение йыл әйләнәһенә эшләр тип күҙаллана. Әлеге ваҡытта лагерь биләмәһендә төҙөүселәр йөҙ урынлыҡ тиҙ төҙөлә торған ике корпус ҡорай. Ошо маҡсатта ил, республика һәм район бюджетынан 86 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.