uk
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Відкрити в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Показати більше
1 980
Підписники
Немає даних24 години
-27 днів
-1330 днів
Архів дописів
Шишмә районында хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләре өсөн консультация көнө үтте Шишмә районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре өсөн берҙәм консультация көнө ойошторолдо. Һорауҙарға төрлө ведомстволар, шул иҫәптән адвокат палатаһы, нотариаль, хәрби комиссариат, медицина учреждениелары вәкилдәре яуап бирҙе.

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң, бер төркөм яугирҙар йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды Улар ике аҙна ялын яҡындары менән уҙғарған. Көнкүреш мәсьәләләрен хәл иткән, мәктәптәрҙә асыҡ дәрестәрҙә сығыш яһаған. Ир-егеттәрҙе оҙатыу тантанаһында яугирҙарҙың ғаилә ағзалары, туғандары, дуҫтары ҡатнашты. Ил именлеге өсөн көрәшкән яҡташтарыбыҙҙы тәғәйен урынға алып барыу өсөн республика етәкселеге уңайлы автобустар бүлгән.

Иглин районы Һарт-Лабау ауылында яңы фельдшер- акушерлыҡ пункты асылды Медицина учреждениеһын асыу ауыл халҡы өсөн оло байрам. Сөнки бар уңайлыҡтары булған пунктты улар күптән көткән. Тантанала ауылдың «Шәйхулла» мәсете имам-хатибы ла ҡатнашып диндарҙар исеменән фельдшер- акушерлыҡ пунктына аҡсалата бүләк тапшырҙы.

Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендә яңы стела барлыҡҡа килде Был турала социаль селтәрҙә Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев хәбәр итте. Хәҙер объектта төҙөлөштөң әүҙем тамамлау фазаһы бара. Яңы стела ҡәтғи дизайнда-Башҡортостан флагы төҫтәрен һәм гербын файҙаланып эшләнгән, ул ышаныслы металл каркасҡа ҡуйылған. Стелала ҡурай сәскәһе һүрәтләнгән.

Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙе полиция майоры Айрат Ямаловҡа теләктәшлек белдерергә саҡырҙы Яҡташыбыҙ Рәсәй Эске эштәр министрлығы үткәргән «Халыҡ участковыйы -2025» конкурсында ҡатнаша. Айрат Ямалов Нефтекама ҡалаһында участка уполномоченныйы булып хеҙмәт итә.

Башҡортостанда "Беренселәр ғаиләләре" уйындарының финалы тамамланды Максим Серафимов исемендәге "Патриот" паркында "Беренселәр ғаиләләре" уйындарының финалы тамамланды. Конкурста республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәренән һәм ҡала округтарынан 3 мең ғаилә ҡатнашҡан. Шишмә районында 3 көн дауам иткән сарала финалға сыҡҡан 69 ғаилә көс һынашты.

“Салауат Юлаев” һөжүмсеһе Шелдон Ремпал Өфөгә әйләнеп ҡайтты Канада хоккейсыһы Шелдон Ремпал Өфөгә килде. Аэропортта төнгө рейсты йөҙҙәрсә көйәрмән, шулай уҡ һөжүмсенең яҡын дуҫы Девин Броссо ҡаршы алды. Көйәрмәндәр яратҡан кумирынан автограф алды һәм фотоға төштө. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Шелдон Ремпал күптән түгел Өфө клубы менән миҙгел аҙағына тиклем килешеү төҙөнө.

Башҡортостан милли музейында "Төркиҙәрҙең серле иле" күргәҙмәһе асылды Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Башҡортостан милли музейында "Төркиҙәрҙең серле иле" күргәҙмәһе асылды. Үҙенсәлекле проектта музейҙың 1920 йылда Төркөстанға экспедиция һөҙөмтәһендә формалашҡан "көнсығыш" коллекцияһы тәҡдим ителә. Күргәҙмәгә Урта Азиянан килтерелгән 100-ҙән ашыу экспонат ҡуйылған.

Башҡортостан милли китапханаһында "Берҙәмлек: Еңеү йөҙҙәрҙә" интерактив проекты эшләй башланы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡортостан милли китапханаһында "Берҙәмлек: Еңеү йөҙҙәрҙә" тип исемләнгән интерактив проект эшләй башланы. "Стартум" мәғарифты үҫтереү үҙәге һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә тормошҡа ашырылған сара үҫеп килеүсе быуынға йүнәлтелгән.

Кушнаренко районы Иҫке Ғүмәр ауылында йәшәүселәр ауылға нигеҙ һалыусыға һәйкәл асырға ниәтләй Скульптура урындағы эшҡыуар башланғысында тормошҡа ашырылған. Әлеге ваҡытта һәйкәл урынлаштыраласаҡ майҙан тәртипкә килтерелә.

Шаран районы Дүртөйлө ауыл мәҙәниәт йортонда хәйриә концерты ойошторолдо Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан Шаран районы Дүртөйлө ауыл мәҙәниәт йортонда хәйриә концерты ойошторолдо. Унда райондың һәм күрше Туймазы ҡалаһы һәм районының үҙешмәкәр сәнғәт оҫтапары сығыш яһаны. Концертҡа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары һәм ялға ҡайтҡан яугир ҙа саҡырылғайны.

“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугирҙары Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләне "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының хәрби-сәйәси эш пунктында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған сара уҙҙы. Был байрам фронт шарттарында айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә тип билдәләне яугирҙарҙы сәләмләп, "Борус" ҡушматлы полк командиры урынбаҫары. Ул айырым офицерҙарға сираттан тыш хәрби дәрәжәләрен күтәреү тураһында бойороҡто еткерҙе һәм йондоҙло пагондарҙы тапшырҙы.

Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә бер мең FPV-дрон килде Бөгөн Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә бер мең FPV-дрон килде. Пилотһыҙ осоу аппараттары Башҡортостан хәрбиҙәре өсөн тәғәйенләнгән. Мобилизацияланғандар һәм контрактсылар уларҙы хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн файҙаланасаҡ. Дрондарҙы "Башҡортостан" полкы һәм Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Салауат Юлаев батальоны хәрбиҙәре лә алды.

Мәләүездә ат спорты һәм футбол үҫешенә республика етәкселеге ярҙам күрһәтә Ат спорты һәм футбол менән шөғөлләнеүселәргә ярҙам. Мәләүез ҡалаһының "Толпар" ат-спорт комплексы хеҙмәткәрҙәре һәм "Мәләүез" балалар футбол клубы тренер-уҡытыусыһы төбәк етәксеһе Радий Хәбировҡа тура эфирға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Мәсьәләнең хәл ителеше тураһында киләһе яҙмала.

Радий Хәбиров Рафаил Диваев менән осрашты һәм уны дәүләт наградаһы менән бүләкләне Радий Хәбиров республика буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы йәмәғәт советы рәйесе Рафаил Диваев менән осрашты. Башҡортостандың элекке Эске эштәр министры ошо көндәрҙә 75 йәшлек юбилейын билдәләне. Төбәк етәксеһе Рафаил Үзбәк улына күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе. Рафаил

Стәрлетамаҡ сәнәғәт комплексына ике пилотһыҙ осоу ҡоролмаһы менән террористик һөжүм ителде Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте. "Оборона министрлығы һәм предпритиеның хәүефһеҙлек идаралығы көстәре ике пилотһыҙ осоу ҡоролмаһын да бәреп төшөрҙө. Уның ҡалдыҡтары цех эргәһендәге майҙанға төштө. Вафат булыусылар һәм зыян күреүселәр булманы. Предпритие штатлы режимда эшләй" тип яҙып сыҡты Радий Хәбиров.

Башҡортостанда Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы сара үтте Байрам айҡанлы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Дәүләт Думаһы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, Республика Хөкүмәте, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, махсус хәрби операция ветерандары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды. Ағиҙел ярында Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуының 400 йыл тулыуы айҡанлы төҙөлгән һәйкәл республикала берҙәмлектең, татыулыҡтың бер сағылышы булып тора.

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән республика халҡын ҡотланы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та күп милләтле республикабыҙ халҡын илебеҙҙең төп дәүләт байрамдарының береһе - Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы.

Владимир Путин Радий Хәбировты Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы Бөгөн илебеҙ Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләй. Рәсәй пррезиденты Владимир Путин Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа байрам уңайынан ҡотлау юлланы. "Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайым! "Рәсәй һәр ваҡыт гражданлыҡ теләктәшлеге традициялары, Ватандың азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо хаҡына көслө булды. Һәм бөгөн дә халыҡтар берҙәмлеген һаҡлау - беҙҙең ҡаҡшамаҫ йүнәлешебеҙ, илдең ышаныслы үҫешенә, уның именлеген нығытыуға, күләмле дөйөм милли мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итеүгә ышаныслы нигеҙ".

Өфөлә «Елкән» башҡорт классик музыкаһын йәш башҡарыусыларҙың асыҡ телевизион конкурсы финалы үтте Республиканың иң һәләтле 12 йәш йондоҙсоғо Дмитрий Крюков етәкселегендәге Дәүләт академия симфоник оркестры менән бер сәхнәгә сыҡты. Йәш пианистар, скрипкасылар, баянсылар һәм ҡурайсылар оҫталыҡта ярышып, тамашасыларға онотолмаҫлыҡ тамаша бүләк итте.