ar
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

الذهاب إلى القناة على Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

إظهار المزيد
2 026
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-27 أيام
-430 أيام
أرشيف المشاركات
Кушнаренко районы Иҫке Ғүмәр ауылында йәшәүселәр ауылға нигеҙ һалыусыға һәйкәл асырға ниәтләй Скульптура урындағы эшҡыуар башланғысында тормошҡа ашырылған. Әлеге ваҡытта һәйкәл урынлаштыраласаҡ майҙан тәртипкә килтерелә.

Шаран районы Дүртөйлө ауыл мәҙәниәт йортонда хәйриә концерты ойошторолдо Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан Шаран районы Дүртөйлө ауыл мәҙәниәт йортонда хәйриә концерты ойошторолдо. Унда райондың һәм күрше Туймазы ҡалаһы һәм районының үҙешмәкәр сәнғәт оҫтапары сығыш яһаны. Концертҡа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары һәм ялға ҡайтҡан яугир ҙа саҡырылғайны.

“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугирҙары Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләне "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының хәрби-сәйәси эш пунктында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған сара уҙҙы. Был байрам фронт шарттарында айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә тип билдәләне яугирҙарҙы сәләмләп, "Борус" ҡушматлы полк командиры урынбаҫары. Ул айырым офицерҙарға сираттан тыш хәрби дәрәжәләрен күтәреү тураһында бойороҡто еткерҙе һәм йондоҙло пагондарҙы тапшырҙы.

Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә бер мең FPV-дрон килде Бөгөн Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә бер мең FPV-дрон килде. Пилотһыҙ осоу аппараттары Башҡортостан хәрбиҙәре өсөн тәғәйенләнгән. Мобилизацияланғандар һәм контрактсылар уларҙы хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн файҙаланасаҡ. Дрондарҙы "Башҡортостан" полкы һәм Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Салауат Юлаев батальоны хәрбиҙәре лә алды.

Мәләүездә ат спорты һәм футбол үҫешенә республика етәкселеге ярҙам күрһәтә Ат спорты һәм футбол менән шөғөлләнеүселәргә ярҙам. Мәләүез ҡалаһының "Толпар" ат-спорт комплексы хеҙмәткәрҙәре һәм "Мәләүез" балалар футбол клубы тренер-уҡытыусыһы төбәк етәксеһе Радий Хәбировҡа тура эфирға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Мәсьәләнең хәл ителеше тураһында киләһе яҙмала.

Радий Хәбиров Рафаил Диваев менән осрашты һәм уны дәүләт наградаһы менән бүләкләне Радий Хәбиров республика буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы йәмәғәт советы рәйесе Рафаил Диваев менән осрашты. Башҡортостандың элекке Эске эштәр министры ошо көндәрҙә 75 йәшлек юбилейын билдәләне. Төбәк етәксеһе Рафаил Үзбәк улына күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе. Рафаил

Стәрлетамаҡ сәнәғәт комплексына ике пилотһыҙ осоу ҡоролмаһы менән террористик һөжүм ителде Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте. "Оборона министрлығы һәм предпритиеның хәүефһеҙлек идаралығы көстәре ике пилотһыҙ осоу ҡоролмаһын да бәреп төшөрҙө. Уның ҡалдыҡтары цех эргәһендәге майҙанға төштө. Вафат булыусылар һәм зыян күреүселәр булманы. Предпритие штатлы режимда эшләй" тип яҙып сыҡты Радий Хәбиров.

Башҡортостанда Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы сара үтте Байрам айҡанлы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Дәүләт Думаһы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, Республика Хөкүмәте, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, махсус хәрби операция ветерандары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды. Ағиҙел ярында Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуының 400 йыл тулыуы айҡанлы төҙөлгән һәйкәл республикала берҙәмлектең, татыулыҡтың бер сағылышы булып тора.

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән республика халҡын ҡотланы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та күп милләтле республикабыҙ халҡын илебеҙҙең төп дәүләт байрамдарының береһе - Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы.

Владимир Путин Радий Хәбировты Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы Бөгөн илебеҙ Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләй. Рәсәй пррезиденты Владимир Путин Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа байрам уңайынан ҡотлау юлланы. "Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайым! "Рәсәй һәр ваҡыт гражданлыҡ теләктәшлеге традициялары, Ватандың азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо хаҡына көслө булды. Һәм бөгөн дә халыҡтар берҙәмлеген һаҡлау - беҙҙең ҡаҡшамаҫ йүнәлешебеҙ, илдең ышаныслы үҫешенә, уның именлеген нығытыуға, күләмле дөйөм милли мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итеүгә ышаныслы нигеҙ".

Өфөлә «Елкән» башҡорт классик музыкаһын йәш башҡарыусыларҙың асыҡ телевизион конкурсы финалы үтте Республиканың иң һәләтле 12 йәш йондоҙсоғо Дмитрий Крюков етәкселегендәге Дәүләт академия симфоник оркестры менән бер сәхнәгә сыҡты. Йәш пианистар, скрипкасылар, баянсылар һәм ҡурайсылар оҫталыҡта ярышып, тамашасыларға онотолмаҫлыҡ тамаша бүләк итте.

Пилоттар ҡанат һелтәп түгел, сәхнәлә илһамланып оса Ноябрь - «Первушин» кесе авиация аэродром комплексы осоусылары өсөн ял ваҡыты. Ҡыш етеп ҡар ятҡансы самолеттарҙа күккә күтәрелеүҙәр туҡтатылып тора. Тик бындай ваҡытта ла комплекс хеҙмәткәрҙәре файҙалы итеп үткәрә.

Әлшәй районынан Әлфиә Солтанова МХО-ла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам әҙерләй Оҫта ҡуллы һәм изге күңелле. Әлшәй районы Иҫке Аҡҡолай ауылында йәшәүсе Әлфиә Солтанова балалары һәм ауылдаштары менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам әҙерләй. Улар алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ҙур күләмдә сәк-сәк, туҡмас, ҡорот, сәйҙәр оҙата. Буш ваҡытында Әлфиә Солтанова туҡыманан юрған, бетеүҙәр тегә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Салауат Юлаев исемендәге батальоны яугирҙарын махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальоны яугирҙарын махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте. Яҡташтарыбыҙ Донецк һәм Белгород йүнәлешендә ил адындағы бурысын үтәй. Башҡорт халҡының милли геройы исемен йөрөткән батальон өс йыл элек хәрби хәрәкәттәр һәм көс структуралары ветерандары башланғысы менән Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәре составында ойошторолдо.

Балтас районында модулле турбазалар төҙөлә Әлеге ваҡытта төбәктә заманса глэмпингтарҙы үҙ эсенә алған ике инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Был эшмәкәрлек «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты буйынса, субсидия иҫәбенә алып барыла. Балтастың ике эшҡыуары 17 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы алған. Киләһе репортаж туризмды үҫтереү буйынса эшмкәрлек барышы тураһында.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан Иглин районында байрам саралары үтте Урындағы халыҡ Билдәһеҙ һалдат һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалды, һәүәҫкәр артистар әҙерләгән концерт ойошторолдо. Күп милләтле Иглин районы ансамлдәре тәҡдим иткән мәҙәни программаны тамашасылар йылы ҡабул итте. Урындағы мәҙәниәт һарайы алдында ауыл хужалығы йәрмикәһе ойошторолдо.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Өфөлә төрлө милләт вәкилдәре бергә бейене Башҡортостандың йәш депутаттары советы уҙғарған сара Дуҫлыҡ Монументы алдындағы майҙанда үтте. Ҡунаҡтар һәм республика халҡы өсөн милли музыкаль әҫәрҙәр яңғыраны, бейеүселәр донъя халыҡтары бейеүҙәрен башҡарҙы. Билдәле артистар патриотик йырҙар йырланы. Сара сиктәрендә викторина ойошторолдо һәм бер батман бал уйнатылды.

Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә тиклем бер аҙна ваҡыт ҡалды Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә тиклем бер аҙна ваҡыт ҡалды. Башҡортостан башлығына килгән һорауҙарҙың бер өлөшө мәғариф системаһына ҡағыла. Былтыр Тура бәйләнешкә 9 мең ярымдан ашыу мөрәжәғәт килгәйне, эфир барышында Радий Фәрит улы 65 һорауға яуап биреп өлгөрҙө. Әммә бер һорау ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ, уларҙың һәр береһен эшкә аласаҡбыҙ, тигәйне республика етәксеһе. Мәғариф өлкәһендә хәл ителгән проблемалар тураһында киләһе яҙмала.

Абсатаровтар быйыл «Ғаилә - традицияларҙы һаҡлаусы» номинацияһында еңеү яуланы Өфө районында йәшәүсе Абсатаровтар быйыл «Йыл ғаиләһе» бөтә Рәсәй конкурсының «Ғаилә - традицияларҙы һаҡлаусы» номинацияһында еңеү яуланы. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләр тормошо» рубрикаһының сираттағы сығырылышын иҫ киткес ғаиләгә бағышланы.

Пилотһыҙ осоусы аппараттар хәүефенән һаҡлау системаһы көсәйтелә Пилотһыҙ осоусы аппараттар хәүефенә бәйле мотлаҡ сара. Республикала йәшәүселәр бындай осраҡтар теркәлгәндә, «112-ашығыс ярҙам» һәм «Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы» мобиль ҡушымталары аша смс һәм пуш-хәбәрҙәр аша иҫкәртелә башланы. Әлегә был программалар менән ун биш меңгә яҡын кеше ҡуллана. Аҙна башында уҙғарылған оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров системаны яҡшыртыу буйынса юл картаһын булдырыу бурысын ҡуйғайны. Был турала ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова ойошторған әңгәмәлә.