БСТ | Яңылыҡтар
Відкрити в Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Показати більше1 969
Підписники
-124 години
-17 днів
-1430 днів
Архів дописів
1 969
112 системаһына шылтыратыуҙарҙың 1 проценты "балалар шуҡлығы" тип аталды
Быйыл ошондай 9 мең шылтыратыу булған, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан. Мәктәп каникулдары ваҡытында был осраҡтарҙың артыуы мөмкин. Ата-әсәләргә балаларҙы иҫкәртергә, ялған шылтыратыуҙарҙың операторҙар эшенә ҡамасаулауы тураһында аңлатырға кәңәш ителә. Балаларҙың яҙғы каникулы был аҙнала башлана.
1 969
Әй йылғаһында боҙ шартлатылды
Дыуан районы Мәсәғүт ауылы янында ошондай эш башҡарылған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡалын боҙ арҡаһында сүп-сар йыйылыу, йылғаның быуылыу хәүефе булған. Башҡортостан йылғаларында боҙ шартлатыу эштәре йыл һайын алып барыла. Бындай сара ташҡын хәүефен кәметеүҙә һөҙөмтәле тип табылған.
1 969
Фёдоровка районының «Ашҡаҙар таңдары» гәзитенең тәүге һаны сығыуға 90 йыл тулды
Иҫтәлекле датаны район гәзите рус, башҡорт һәм татар телдәрендә нәшер ителгән абруйлы баҫма булып ҡаршылай. Гәзит журналистары уҡыусыларҙы район тормошона арналған бай йөкмәткеле мәҡәләләр менән ҡыуандыра. Баҫманың үҙенең интернет сайты һәм социаль селтәрҙәрҙә сәхифәләре бар.
1 969
Өфөлә Миҙхәт Ғәйнуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы
Өфө фән һәм технологиялар университетында яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре Миҙхәт Ғәйнуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы.
1-се дәрәжә Ватан һуғышы ,»Почёт Билдәһе», 3-сө дәрәжә Дан ордендары кавалеры, Бөйөк Ватан һуғышын разведчик булып үткән ил уҙаманы Миҙхәт Ғәйнуллиндың тыуыуына - 100 йыл. Ул- башҡорт әҙәбиәте ғилемен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән ғалим.
1 969
Башҡортостан театрҙары «Кесе Ватан» мәҙәниәте проекты һөҙөмтәләрен барланы
Халыҡ-ара театр көнөндә республика театрҙары вәкилдәре «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың Башҡортостандағы төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә йыйылды. Төбәктә тормошҡа ашырылған «Кесе Ватан» мәҙәниәте проектының «Урындағы мәҙәниәт йорто», «Театр- балаларға», «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» программаларының тормошҡа ашырылыуы һөҙөмтәләре барланды.
1 969
Өфөлә республикала лаборатор диагностиканы камиллаштырыу мөмкинлектәре ҡаралды
Бөгөн Евразия ғилми-мәғариф үҙәгендә республикала лаборатор диагностиканы камиллаштырыу мөмкинлектәре ҡаралды. Унда инновациялар һәм лаборатория хеҙмәтенең киләсәге тураһында фекер алышыу өсөн 80 медицина ойошмаһы вәкилдәре йыйылды.
1 969
Өфөнөң 5-се дауаханаһы поликлиникаһында өҫтәмә дарыухана пункты асылды
Республикала дарыуҙар тәьминәте системаһын камиллаштырыу буйынса эш дауам итә. Ошо көндәрҙә Өфөнөң 5-се дауаханаһы поликлиникаһында өҫтәмә дарыухана пункты асылды. Был Цюрупа урамындағы 6-сы дәүләт дарыуханаһындағы сираттарҙы кәметәсәк. Бынан тыш, льготалы пациенттарҙы хеҙмәтләндереү өсөн медицина ярҙамсылары ла барлыҡҡа килде.
1 969
Радий Хәбиров Рәсәй гвардия хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы
27 март - Рәсәй милли гвардия ғәскәрҙәре көнө. Ватанды һаҡлаусыларҙың айырым категорияһы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. Хәрбиҙәр һәм ведомство хеҙмәткәрҙәре үҙ эшендә көн һайын тиерлек ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Улар ҙур яуаплылыҡ менән граждандарҙың тыныслығын һаҡлай, йәмғиәт хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
1 969
Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың 21-се ултырышында ҡатнашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың 21-се ултырышында ҡатнашты. Депутаттарға республика Хөкүмәтенең 2024 йылдағы эш һөҙөмтәләре буйынса отчет тәҡдим ителде. Ҡатмарлы осор булыуға ҡарамаҫтан, төбәк иҡтисади һәм социаль тотороҡлоҡто һаҡлаған, күп тармаҡтар буйынса үҫеш күҙәтелә. Башҡортостан етәкселеге тарафынан амбициоз маҡсаттар ҙа ҡуйылған. Әйтәйек, быйыл 800 миллиард һумдан ашыу инвестиция йәлеп итеү планлаштырылған.
1 969
Башҡортостан халҡы ике айҙа 700 миллион һумға алданған
Был турала Эске Эштәр министрлығынан хәбәр итәләр. Быйыл мең ярымдан ашыу мутлашыу осрағы теркәлгән. Интернет аша алдау осраҡтары арта бара. 2022 йылда зыян күләме миллиард һум булһа, 2024 йылда халыҡты 4 миллиард ярым һумға алдағандар.
1 969
Асҡын районы Ҡуяштыр ауылында фельдшер-акушер пункты асыла
Ул “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты ярҙамында барлыҡҡа килә. Әле медицина учреждениеһында эске биҙәү эштәре бара. Яңы ФАП 160 кешене хеҙмәтләндерәсәк. Быйыл республикала 135 модулле медицина пункты асыу ҡарала.
1 969
Өфөнөң «Салауат Юлаев» клубы Гагарин кубогы өсөн көрәш башлай
Серияның тәүге ике матчы «Өфө-Арена» боҙ һарайында уҙа. Бөгөн яҡташтарыбыҙ Новосибирскиҙың «Себер» командаһын ҡабул итә. Быға тиклем дәғүәселәр 2011 һәм 2022 йылдарҙағы матчтарҙа осрашып, төп кубок өсөн көрәштән төшөп ҡалғайны. Ул саҡта юлаевсылар «Себер» командаһынан көслөрәк булып, тәүгек раундты 4-0 һәм 4-1 иҫәптәре менән тамамлағайны. Быйылғы миҙгелдә еңеүгә Көнсығышта - Ҡазандың «Аҡ Барсы» менән Омскиҙың «Авангард»ы, Көнбайышта - Мәскәүҙең «Спартагы» менән Минсктҙың «Динамо»һы дәғүә итә. «Салауат Юлаев» клубы өсөн плей-офф шәлкемендәге тәүге уйынды бөгөн киске сәғәт ете тула 15 минутта БСТ каналында ҡарағыҙ.
1 969
Шаран районында Бөйөк Еңеүгә тос өлөш индергән ветерандар бүләкләнде
Бөйөк Еңеүҙе фиҙәҡәр хеҙмәте менән яҡынайтыусылар хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡ. Шаран районы Салмалы ауылында ете хеҙмәт ветеранына Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан юбилей миҙалдары тапшырылды.
1 969
Яҙҙың иртә килеүенә бәйле, республикала талпандар ғәҙәттәгенән иртәрәк уянды
Роспотребнадзор мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостан - талпан боррелиозы һәм вируслы энцефалит менән сирләү хәүефе юғары булған төбәктәр иҫәбендә. Бигерәк тә, был биләмәгә Ҡыйғы, Учалы, Бөрйән һәм Ҡариҙел райондары инә.
1 969
Фронттан тыныс тормошҡа: Роберт Ғилманшиндың юлы
Һәр ир-егет Еңеүгә үҙ өлөшөн индерергә тейеш. Был турала махсус хәрби операция ветераны Роберт Ғилманшин белдерҙе. Замандашыбыҙ махсус хәрби операция башланғанда Себер тарафтарында була. Вахтаһын тамамлап ҡайтҡас, ситтә ҡалмаҫҡа, ил һағына баҫырға тигән ҡарарға килә. Контракт төҙөп хәрби формированиеларҙың береһендә фронтҡа юллана.
1 969
Ғафури районында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы өсөнсө йыл уңышлы эшләй
Урындағы халыҡ, эшҡыуарҙар көсө менән алғы һыҙыҡҡа гуманитар ярҙам туплана. Район хакимиәте тарафынан теген цехы ойоштороуға айырым бина ла бүленгән. Быға тиклем дронға ҡаршы юрғандар өй шарттарында тегелгән булған. Әлегә яугирҙарҙың һорауы буйынса махсус хәрби операция биләмәһенә ҡырҡтан ашыу япма оҙатылған, сираттағы партияла алтмышҡа яҡын юрған әҙерләнгән
1 969
Башҡортостан Хөкүмәте 2024 йылғы эшмәкәрлек буйынса отчет бирҙе
Дәүләт Йылылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышында республика Хөкүмәтенең 2024 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында отчет ҡаралды. Махсус хәрби операция бурыстарын үтәү, яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү - өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Былтыр ошо маҡсатта 13 миллиард 400 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.
1 969
Өфөлә йылытыу миҙгелен тамамлау һауа торошона бәйле була
Баш ҡала хакимиәтенән шулай тип белдерәләр. Ғәмәлдәге закон буйынса, тәүлектәге уртаса һауа температураһы 5 көн дауамында 8 градус йылынан түбәнәймәһә, йылы биреү туҡтатыла. Был аҙнала Өфөлә көндөҙ 8-12 градус йылы булыуы фаразлана. Төндә 0, 3 градус йылы. Бер аҙнанан көндәр 17 градусҡа тиклем йылына. Әммә 9 апрелгә һауа температураһының 0-гә тиклем төшөүе күҙаллана.
1 969
30 мартта мосолмандар Рамаҙан айы тамамланыуын билдәләй
Өфөлә байрам 23 мәсеттә иртәнге сәғәт 8-ҙә башлана. Баш ҡала хаҡимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, иртәнге сәғәт 6-нан көндөҙгө 3-кә тиклем Туҡай урамында – Цюрупанан Зәйнулла Рәсүлевҡа тиклем һәм Комаров урамында – “Ләлә” мәсете янында ситке уң һыҙатта хәрәкәт сикләнә, маршруттарҙы алдан билдәләргә кәңәш ителә.
1 969
Ҡырҡ биш йәшлектәр ҙә йәш хәҙер
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы йәш төркөмдәрен яңыртты. Демография институтынан белдереүҙәренсә, хәҙер 45 йәшкә тиклемге кешеләр йәш тип иҫәпләнә. Яңы талаптар буйынса, 60 йәшкә тиклемгеләр - урта, 75 йәшкәсә кешеләр - өлкән йәштәгеләр. Белгестәр 90 йәште үткәндәрҙе оҙон ғүмерлеләр тип атарға тәҡдим итә.
