fa
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
2 020
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-27 روز
-830 روز
آرشیو پست ها
Башҡортостан халҡы ике айҙа 700 миллион һумға алданған Был турала Эске Эштәр министрлығынан хәбәр итәләр. Быйыл мең ярымдан а
Башҡортостан халҡы ике айҙа 700 миллион һумға алданған Был турала Эске Эштәр министрлығынан хәбәр итәләр. Быйыл мең ярымдан ашыу мутлашыу осрағы теркәлгән. Интернет аша алдау осраҡтары арта бара. 2022 йылда зыян күләме миллиард һум булһа, 2024 йылда халыҡты 4 миллиард ярым һумға алдағандар.

Асҡын районы Ҡуяштыр ауылында фельдшер-акушер пункты асыла Ул “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты ярҙамында барлыҡҡа килә
Асҡын районы Ҡуяштыр ауылында фельдшер-акушер пункты асыла Ул “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты ярҙамында барлыҡҡа килә. Әле медицина учреждениеһында эске биҙәү эштәре бара. Яңы ФАП 160 кешене хеҙмәтләндерәсәк. Быйыл республикала 135 модулле медицина пункты асыу ҡарала.

Өфөнөң «Салауат Юлаев» клубы Гагарин кубогы өсөн көрәш башлай Серияның тәүге ике матчы «Өфө-Арена» боҙ һарайында уҙа. Бөгөн яҡташтарыбыҙ Новосибирскиҙың «Себер» командаһын ҡабул итә. Быға тиклем дәғүәселәр 2011 һәм 2022 йылдарҙағы матчтарҙа осрашып, төп кубок өсөн көрәштән төшөп ҡалғайны. Ул саҡта юлаевсылар «Себер» командаһынан көслөрәк булып, тәүгек раундты 4-0 һәм 4-1 иҫәптәре менән тамамлағайны. Быйылғы миҙгелдә еңеүгә Көнсығышта - Ҡазандың «Аҡ Барсы» менән Омскиҙың «Авангард»ы, Көнбайышта - Мәскәүҙең «Спартагы» менән Минсктҙың «Динамо»һы дәғүә итә. «Салауат Юлаев» клубы өсөн плей-офф шәлкемендәге тәүге уйынды бөгөн киске сәғәт ете тула 15 минутта БСТ каналында ҡарағыҙ.

Шаран районында Бөйөк Еңеүгә тос өлөш индергән ветерандар бүләкләнде Бөйөк Еңеүҙе фиҙәҡәр хеҙмәте менән яҡынайтыусылар хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡ. Шаран районы Салмалы ауылында ете хеҙмәт ветеранына Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан юбилей миҙалдары тапшырылды.

Яҙҙың иртә килеүенә бәйле, республикала талпандар ғәҙәттәгенән иртәрәк уянды Роспотребнадзор мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостан - талпан боррелиозы һәм вируслы энцефалит менән сирләү хәүефе юғары булған төбәктәр иҫәбендә. Бигерәк тә, был биләмәгә Ҡыйғы, Учалы, Бөрйән һәм Ҡариҙел райондары инә.

Фронттан тыныс тормошҡа: Роберт Ғилманшиндың юлы Һәр ир-егет Еңеүгә үҙ өлөшөн индерергә тейеш. Был турала махсус хәрби операция ветераны Роберт Ғилманшин белдерҙе. Замандашыбыҙ махсус хәрби операция башланғанда Себер тарафтарында була. Вахтаһын тамамлап ҡайтҡас, ситтә ҡалмаҫҡа, ил һағына баҫырға тигән ҡарарға килә. Контракт төҙөп хәрби формированиеларҙың береһендә фронтҡа юллана.

Ғафури районында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы өсөнсө йыл уңышлы эшләй Урындағы халыҡ, эшҡыуарҙар көсө менән алғы һыҙыҡҡа гуманитар ярҙам туплана. Район хакимиәте тарафынан теген цехы ойоштороуға айырым бина ла бүленгән. Быға тиклем дронға ҡаршы юрғандар өй шарттарында тегелгән булған. Әлегә яугирҙарҙың һорауы буйынса махсус хәрби операция биләмәһенә ҡырҡтан ашыу япма оҙатылған, сираттағы партияла алтмышҡа яҡын юрған әҙерләнгән

Башҡортостан Хөкүмәте 2024 йылғы эшмәкәрлек буйынса отчет бирҙе Дәүләт Йылылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышында республика Хөкүмәтенең 2024 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында отчет ҡаралды. Махсус хәрби операция бурыстарын үтәү, яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү - өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Былтыр ошо маҡсатта 13 миллиард 400 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.

Өфөлә йылытыу миҙгелен тамамлау һауа торошона бәйле була Баш ҡала хакимиәтенән шулай тип белдерәләр. Ғәмәлдәге закон буйынса,
Өфөлә йылытыу миҙгелен тамамлау һауа торошона бәйле була Баш ҡала хакимиәтенән шулай тип белдерәләр. Ғәмәлдәге закон буйынса, тәүлектәге уртаса һауа температураһы 5 көн дауамында 8 градус йылынан түбәнәймәһә, йылы биреү туҡтатыла. Был аҙнала Өфөлә көндөҙ 8-12 градус йылы булыуы фаразлана. Төндә 0, 3 градус йылы. Бер аҙнанан көндәр 17 градусҡа тиклем йылына. Әммә 9 апрелгә һауа температураһының 0-гә тиклем төшөүе күҙаллана.

30 мартта мосолмандар Рамаҙан айы тамамланыуын билдәләй Өфөлә байрам 23 мәсеттә иртәнге сәғәт 8-ҙә башлана. Баш ҡала хаҡимиәт
30 мартта мосолмандар Рамаҙан айы тамамланыуын билдәләй Өфөлә байрам 23 мәсеттә иртәнге сәғәт 8-ҙә башлана. Баш ҡала хаҡимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, иртәнге сәғәт 6-нан көндөҙгө 3-кә тиклем Туҡай урамында – Цюрупанан Зәйнулла Рәсүлевҡа тиклем һәм Комаров урамында – “Ләлә” мәсете янында ситке уң һыҙатта хәрәкәт сикләнә, маршруттарҙы алдан билдәләргә кәңәш ителә.

Ҡырҡ биш йәшлектәр ҙә йәш хәҙер Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы йәш төркөмдәрен яңыртты. Демография институтынан белдереүҙә
Ҡырҡ биш йәшлектәр ҙә йәш хәҙер Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы йәш төркөмдәрен яңыртты. Демография институтынан белдереүҙәренсә, хәҙер 45 йәшкә тиклемге кешеләр йәш тип иҫәпләнә. Яңы талаптар буйынса, 60 йәшкә тиклемгеләр - урта, 75 йәшкәсә кешеләр - өлкән йәштәгеләр. Белгестәр 90 йәште үткәндәрҙе оҙон ғүмерлеләр тип атарға тәҡдим итә.

Башҡортостанда баҫыу эштәре башланды Стәрлетамаҡ һәм Илеш районында бер нисә хужалыҡ ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләндә
Башҡортостанда баҫыу эштәре башланды Стәрлетамаҡ һәм Илеш районында бер нисә хужалыҡ ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе минераль ашлама менән туҡландыра. Республикала 1 миллион 580 мең гектарҙа иген культуралары сәсеү планлаштырыла.600 мең гектарҙа техник культуралар сәселә. ужым 248 мең гектар ер биләй. уның 90 проценттан ашыуы яҡшы ҡышлаған.

МХО яугирҙарына арналған «Әсәй» хәйриә концертына рәхим итегеҙ! 2 апрелдә БСТ телеканалы Өфөнөң Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә донъялағы иң ғәзиз кешеләргә арналған хәйриә концерты ойоштора. Сарала «Әсәй» телевизион тапшырыуы геройҙары һәм билдәле сәхнә оҫталары ҡатнаша.

Шишмә районының Арыҫлан ауылында ете кәзә бәрәсе хаҡындағы әкиәт тормошҡа ашҡан Бер юлы ете бәрәс. Шишмә районының Арыҫлан ауылында ете кәзә бәрәсе хаҡындағы әкиәт тормошҡа ашҡан. Анастасия менән Олег Борисяктарҙың хужалығында заанин тоҡомло кәзә хужаларын бер юлы ете бәрәс тыуҙырып ҡыуандырған. Ваҡ мал тәрбиәләүҙә 15 йыллыҡ тәжрибәһе булған фермер белдереүенсә, шәхси хужалыҡта бындай осраҡ тәүгә теркәлгән. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.

Өфөлә аутизм спектры боҙолған балалар өсөн 9 ресурс класы эшләй Уларҙың береһе 41-се дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡыу йылы башында асылған. Махсус кластарҙа һәр бала тьютор менән шөғөлләнә. Үҙенсәлекле уҡытыу алымдары тураһында киләһе яҙмала.

Өфөлә үткән эксперт советының 19-сы ултырышында күпләп башҡорт халыҡ уйындары ҡаралды Фольклорсылар, сәнғәт белгестәре, этнографтар, тарихсылар һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре төбәк һәм федераль реестрға инеүгә дәғүә иткән 30 объект буйынса фекер алышты.

Яҙҙы оҙатыу байрамында йыйылған аҡсаға яугирҙарға техника Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте ойошторған хәйриә фестивалендә йыйылған аҡсаға Башҡортостан яугирҙарына квадроциклдар һәм мотоциклдар һатып алынған. Был техника яу яланында хәрбиҙәргә мобиль булырға, яралыларҙы сығарырға ярҙам итә.

Архангел районынында ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре дауам итә Әле зыян күргән Аҙау ауылында ихаталар, урамдар боҙҙан таҙартыла. Был эшкә ҡеүәтле техника йәлеп ителгән. Бер рәттән эпидемиологик хәлде көйләү буйынса ла саралар күрелә. Ҡойоҡтарҙан бысраҡ һыу һурҙыртыла, һәләк булған малдар юҡ ителә, ҡуралар зарарһыҙландырыла.

Быйыл Салауатта яңы мәктәп төҙөлә башлаясаҡ Шулай уҡ йәмәғәт киңлектәрен, ихата биләмәләрен һәм күп фатирлы йорт подъездарын төҙөкләндереү планлаштырыла. Был турала Радий Хәбиров Салауат ҡалаһы активы менән осрашыуҙа белдерҙе. Асыҡ диалог форматында уҙған фекер алышыуҙа ҡала округын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

Радий Хәбиров Евразия Күсмә цивилизациялар музейы мәсьәләләренә арналған эш кәңәшмәһе уҙғарҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Шишмә районында Евразия Күсмә цивилизациялар музейы төҙөлөшө мәсьәләләренә арналған эш кәңәшмәһе уҙғарҙы. Билдәләнгән план буйынса, биләмәлә өс ҙур объект - музей, башҡорт аты һәм һунар ҡоштар үҙәге, спа-шифахана буласаҡ. Күләмле төҙөлөшкә тиклем инженер коммуникацияларҙы әҙерләү талап ителә.