uk
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Відкрити в Telegram
612
Підписники
Немає даних24 години
-57 днів
-830 день
Архів дописів
Ирәндек башында мышы фотоҡоралға эләккән. Сабып ҡасып барған хайуанды Фәрит Нәбиуллин төшөрөп алған.
+2
Ирәндек башында мышы фотоҡоралға эләккән. Сабып ҡасып барған хайуанды Фәрит Нәбиуллин төшөрөп алған.

Ишембайҙан башҡорт аҡһаҡалы таҡмаҡ әйтә.❤️‍🔥 Видео: интернеттан.

📌 Кисәге Учалы районында ҡоро үлән янып китеп, 6 йортҡа ут ҡапҡан. Шулай уҡ ошо арала Әбйәлил, Хәйбулла, Белорет райондарында янғын сыҡҡан. Һаҡ булығыҙ!

Тыуған ауылығыҙға ҡайтып тораһығыҙмы? 💛

Хәйерле көн! ☀️
Хәйерле көн! ☀️

✅РБ Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры ҡурайсылары ялда, тип хәбәр итә "Ҡурай" төркөмө. ❓Әйткәндәй, улар ҡайҙа барған, кем дөрөҫ белә?

"Ғилем" олимпиадаһынан күренештәр менән бүлешәләр. Бөгөн 315 уҡыусы дүрт предмет: физика, химия, математика һәм башҡорт теле буйынса ярышты. Олимпиада Әбйәлил мәктәптәре өсөн ойошторолған һәм туған телен яҡшы белгән техник һөнәрлеләрҙе әҙерләүҙе маҡсат иткән.

📌 Бөгөн Әбйәлил районының Т. Күсимов исемендәге гимназияһында «Ғилем» олимпиадаһының икенсе туры үткән. ✅ Унда 315 уҡыусы ма
+2
📌 Бөгөн Әбйәлил районының Т. Күсимов исемендәге гимназияһында «Ғилем» олимпиадаһының икенсе туры үткән. ✅ Унда 315 уҡыусы математика, физика, химия һәм башҡорт теле буйынса үҙ көсөн һынаған. ✅ Ойоштороусылары "Нефтеполис" инженер мәҡтәптәрен үҫтереү фонды, Әбйәлил районының мәғариф ойошмаһы, "Салауат" ЯСЙ-һы.
- «Ғилем» олимпиадаһы балаларҙың иғтибарын инженер һөнәрҙәренә йәлеп итеү маҡсатында ойошторолдо. Уларҙың туған телдәрен дә белеүе мөһим, -
ти ойоштороусылар.

1 апрель Өфөләге "Атайсал" мәҙәни үҙәгендә Марс Сәйетғәлиндың "Йылмайырға 25 сәбәп" тип аталған ижад кисәһе үткән. Зилә Лира сығышынан.

Хәйерле көн☀️

🌐БЕҘҘЕҢ ҒОРУРЛЫҠ 🔴Фәдис Фәрит улы Теләүембәтов – Йылайыр районынан, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы. 🔴«Башҡортостан» полкының Ғәзи Заһитов исемендәге айырым штурм отрядында уҡсы-гранатомётсы ярҙамсыһы. 🔻Күп тапҡыр алғы һыҙыҡҡа аҙыҡ-түлек һәм хәрби припастар алып бара. 🔻Яралыларҙы эҙләп табыуҙа һәм ҡотҡарыуҙа ҡатнаша, дошман тураһында йәшерен мәғлүмәттәр йыйып беҙҙең ғәскәрҙәргә тапшыра.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указы менән 2025 йылдың февралендә Фәдис Теләүембәтов Миңлеғәли Шайморатов ордены менән бүләкләнде.
💯Фәдис Теләүембәтов – беҙҙең ғорурлыҡ!

#ЗаманТеле акцияһына ҡушылырға саҡыра Силәбе өлкәһендә йәшәгән милләттәштәр. Ҡушылабыҙмы? Видеоларығыҙҙы беҙгә лә ебәрергә онотмағыҙ! 😉

📌 Ҡыҙҙарчик, шәп яңылыҡ! 😎Марсельчик яңы йыр сығара, ти. "Хмао" тип аталасаҡ, 32-се апрелдә бөтә майҙансыҡтарҙа тыңларға буласаҡ. 1 апрель менән!

ЗАВРОНО ӨСӨН ОЯЛДЫМ... Элек район һабантуйында бик күп йырсыларҙы тау битенә теҙеп, ҙур хор ойошторалар ине. Бер мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләгән ғәләмәт матур тауышлы апайҙы ла йырсылар исемлегенә индергәндәр. Тауышы матур, әммә ҡолаҡҡа ҡатыраҡ булған апайыбыҙ. Репетиция ваҡытында хорға өйрәтеүсе "Сопрано!" ти ҙә ҡысҡыра икән. Ҡысҡырыуы була, теге апай йән-яғына ҡаранып, кемделер эҙләй икән. Ҡабат бармаған ул хорға. Аҙаҡ сәбәбен һорағандар икән, "Ҡалайтып унда оялмай барайым. Унда завроно тиклем завроно йырлай алманы, хорҙы боҙоп тик торҙо. Өйрәтеүсе уға әллә нисә тапҡыр зәмичәние яһаны. Уның урынына үҙем ер булып оялып торҙом", - тип яуаплаған. Фәнүзә БИКТИМЕРОВА, Әбйәлил районы. 📍 Һеҙҙә ниндәй лаҡаптар, көлкөлө хәлдәр бар? Яҙығыҙ! Көлкө көнөндә ғүмеребеҙҙе оҙайтайыҡ.

Рәми Ғарипов һүҙҙәре ❤️ Видео: Наҙгөл Ҡасимова.

Был донъяның матурлығын күрә беләйек!
Хәйерле көн! ☀️

ТЕЛКӘЙЕМ Кисә Ҡәҙер кисәләре булды - Теләктәрем сыҡты йән ярып: Ғәзиз генә тыуған еркәйемдә, Мең ғәйрәтле ошо халҡым, Милләтемдең ғәзиз балалары Гел йәшәһен телен яратып!!! Ҡәҙер кисәһендә генә түгел, Гел ҡәҙерле булһын телкәйем! Мин телемә Мәңгелектә яңғырар, Яҡты, нурлы таңдар теләйем! Йәннәт сафлыҡтары теләйем! Лариса АБДУЛЛИНА.

Аҡҡоштар ҡайтҡан.
Хәйбулла районы. Видео: "Атайсал" төбәк гәзите.

Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын! 🥰

📌 Ҡуҡрауыҡ шарлауығы кисәге. Маҡар ауылы төркөмөнән алдыҡ был видеоны. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Ҡуҡрауыҡ шарлауығы янына барғандар айыу эҙҙәренә тап булған, тип тә яҙғандар ине. Тәбиғәткә сыҡһағыҙ, һаҡ йөрөгөҙ.