ar
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

الذهاب إلى القناة على Telegram
612
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-57 أيام
-830 أيام
أرشيف المشاركات
📌 "Шүлгәнташ" музей комплексы өсөн эҫе эмалдән яһалған эштәрҙе Өфөгә алып килделәр. ✅ Күргәҙмә БР Милли музейында асылды.
"Күргәҙмәлә бөтә 25 эш тә ҡуйыла. Улар былтыр музейҙа ойошторолған беренсе ижади симпозиум сиктәрендә яһалған. Бында бөтә илдән билдәле рәссам-эмаль оҫталары йыйылғайны",
- ти ойоштороусылар. ✅ Күргәҙмәлә Санкт-Петербургтан Әнүәр Баһауетдинов һәм Анастасия Александрова, Чечен Республикаһынан Элита Дадакаева, Дон эмаленә нигеҙ һалыусы, Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Георгий Лиховид уҡыусыларының ижад емештәре бар.

Сөкөрҙәшеп сәй эсеп алығыҙ 🥰 Һүрәт: Зифа Толомбаева.
Сөкөрҙәшеп сәй эсеп алығыҙ 🥰 Һүрәт: Зифа Толомбаева.

📌 Өфөлә Геном үҙәге асылды. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо турала хәбәр итте.
"Башҡортостанда бик көслө генетика мәктәбе, уны арҙаҡлы ғалим Эльза Камил ҡыҙы Хөснөтдинова етәкләй. Һәм хәҙер беҙ был мөһим йүнәлештең үҫешенә яңы, көслө этәргес бирәбеҙ",
- тип яҙа республика етәксеһе. Геном үҙәге Вуз-ара студенттар кампусының икенсе объекты. Бында буласаҡ генетика буйынса һәм IТ-белгестәр бергә эшләйәсәк, ғилми эшмәкәрлек өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. 📍 Геном үҙәгенең етәксеһе Эльза Хөснөтдинова менән "Киске Өфө" гәзитендә баҫылған бик ҡыҙыҡлы әңгәмәне уҡырға тәҡдим итәбеҙ. Һылтанма: https://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=6991

Матур ялдар теләйбеҙ! 🫶

📌 Был ялдарҙа Өфөләге "Планета" сауҙа үҙәгендә "Мөхит" - балаларҙың һәләттәрен үҫтереүсе мобиль тирмә ҡуйыла. Төшкө сәғәт 1-
📌 Был ялдарҙа Өфөләге "Планета" сауҙа үҙәгендә "Мөхит" - балаларҙың һәләттәрен үҫтереүсе мобиль тирмә ҡуйыла. Төшкө сәғәт 1-ҙән киске 8-гә тиклем эшләйәсәк.

Әбйәлил районында "Ғилем" олимпиадаһының еңеүселәре билдәләнгән. Уҡыусылар математика, физика, химия һәм башҡорт теле буйынса белемдәрен һынаған. Ойоштороусылар киләсәк өсөн туған телен белгән техник һөнәрле йәш белгестәр тәрбиәләүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алған. Сара тураһында БСТ-Яңылыҡтар сюжеты.

"Борон ошо ағас һауыт/ ҡулайлама нисек ҡулланылған? Төбө юҡ). Таяҡ урынына тар ғына таҡта тығып ҡуйылыр булған. Балаҡатай муз
+1
"Борон ошо ағас һауыт/ ҡулайлама нисек ҡулланылған? Төбө юҡ). Таяҡ урынына тар ғына таҡта тығып ҡуйылыр булған. Балаҡатай музейынан",
- тип сәхифәһендә һорау биргән билдәле яҙыусы, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова. 🛑Яуабы ла табылған: баҡтиһәң, бәләкәй баланы ошо төпһөҙ һауыт эсенә төшөрөп ҡуйғандар икән. Арып китһә, аҫтан арҡыры ҡуйылған таҡтаһына ултырып торған. 🛑"Баланы ҡамауға ҡуйыу" тип аталған был ысул. 🛑Әсәһе эш менән булғанда ошо ҡулайлама эсендә ултырып торған. Хәҙерге теге уйынсыҡлы кәрзиндәрҙең башы бына ҡайҙа ул 😉 Бындай ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткергән Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙына рәхмәт! 🌹

"Боронғо халыҡтың йыры",
- бына шулай ти Көньяҡ Корея блогерҙары AY YOLA төркөмөнөң "Һомай" йыры тураһында. 🛑Көньяҡ Корея блогеры, русса яҡшы белгән Ким Кенха үҙенең тормош иптәше Юн һәм әхирәте Джуун менән "Һомай" йырын тыңлап, үҙ фекерҙәрен еткерә. 🛑Улар башта йырҙы тәржемәһеҙ тыңлап ҡарай, аҙаҡ һүҙҙәрен уҡып аңлайҙар.
"Боронғо халыҡтың йыры кеүек",
- ти Юн.
"Йырҙың көсө - тамырҙарында",
- тип баһалай Джуун. Бына шулай, башҡорт халҡын бар донъяға танытҡан AY YOLA төркөмөнә тағы берҙе "Афарин!" ❤️‍🔥

Йома мөбәрәк булһын! 🌸 📍Фото: "Хәйбулла хәбәрҙәре" төркөмөндә "Тыуған яҡтың сағыу төҫтәре" тигән фотоконкурста ҡатнашыусы,
+4
Йома мөбәрәк булһын! 🌸
📍Фото: "Хәйбулла хәбәрҙәре" төркөмөндә "Тыуған яҡтың сағыу төҫтәре" тигән фотоконкурста ҡатнашыусы, сығышы менән Иҫәнгилде ауылы кешеһе Хәбир Иҫәнгилдин төшөргән фотолар.

Көндәр йылына, һеҙ әҙерме? 💃🕺

Ҡоштар ҡайта тыуған яҡтарға 🥰

Ирәндек башында мышы фотоҡоралға эләккән. Сабып ҡасып барған хайуанды Фәрит Нәбиуллин төшөрөп алған.
+2
Ирәндек башында мышы фотоҡоралға эләккән. Сабып ҡасып барған хайуанды Фәрит Нәбиуллин төшөрөп алған.

Ишембайҙан башҡорт аҡһаҡалы таҡмаҡ әйтә.❤️‍🔥 Видео: интернеттан.

📌 Кисәге Учалы районында ҡоро үлән янып китеп, 6 йортҡа ут ҡапҡан. Шулай уҡ ошо арала Әбйәлил, Хәйбулла, Белорет райондарында янғын сыҡҡан. Һаҡ булығыҙ!

Тыуған ауылығыҙға ҡайтып тораһығыҙмы? 💛

Хәйерле көн! ☀️
Хәйерле көн! ☀️

✅РБ Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры ҡурайсылары ялда, тип хәбәр итә "Ҡурай" төркөмө. ❓Әйткәндәй, улар ҡайҙа барған, кем дөрөҫ белә?

"Ғилем" олимпиадаһынан күренештәр менән бүлешәләр. Бөгөн 315 уҡыусы дүрт предмет: физика, химия, математика һәм башҡорт теле буйынса ярышты. Олимпиада Әбйәлил мәктәптәре өсөн ойошторолған һәм туған телен яҡшы белгән техник һөнәрлеләрҙе әҙерләүҙе маҡсат иткән.

📌 Бөгөн Әбйәлил районының Т. Күсимов исемендәге гимназияһында «Ғилем» олимпиадаһының икенсе туры үткән. ✅ Унда 315 уҡыусы ма
+2
📌 Бөгөн Әбйәлил районының Т. Күсимов исемендәге гимназияһында «Ғилем» олимпиадаһының икенсе туры үткән. ✅ Унда 315 уҡыусы математика, физика, химия һәм башҡорт теле буйынса үҙ көсөн һынаған. ✅ Ойоштороусылары "Нефтеполис" инженер мәҡтәптәрен үҫтереү фонды, Әбйәлил районының мәғариф ойошмаһы, "Салауат" ЯСЙ-һы.
- «Ғилем» олимпиадаһы балаларҙың иғтибарын инженер һөнәрҙәренә йәлеп итеү маҡсатында ойошторолдо. Уларҙың туған телдәрен дә белеүе мөһим, -
ти ойоштороусылар.

1 апрель Өфөләге "Атайсал" мәҙәни үҙәгендә Марс Сәйетғәлиндың "Йылмайырға 25 сәбәп" тип аталған ижад кисәһе үткән. Зилә Лира сығышынан.