612
Підписники
-124 години
-57 днів
-830 день
Архів дописів
📌 "Ватан көсө - сила Отечества" республика форумынан тағы ла бер маиур видео менән бүлешмәй булдыра алмайбыҙ.
Ысынлап та, туплаусы һәм күмәк эштең нәтижәле булыуын сағылдырыусы, кешеләрҙе изгелеккә этәреүсе, ярҙам итеү теләге күптән булып та, эште нимәнән башларға белмәйерәк торғандарға сәбәп биреүсе ул - "Атайсал" проекты.
🔥Салауат ҡалаһында Батыр аллеяһында беренсе тапҡыр "Күстәнәсле ритайым" ойошторолған. Сара йыр-бейеү һәм күтәренке кәйеф менән үткән, тип хәбәр итә салауаттар.
📌Был ялдарҙа Өфө районында бик күркәм байрам үткән - "Ҡарға бутҡаһы". Ҡайһы бер күренештәр менән бүлешәбеҙ 🥰
Күк йөҙөн болот ҡаплап алһа ла, йәйғор сығыр һәм артынан мотлаҡ аяҙытыр!☀
Уңышлы эш аҙнаһы теләйбеҙ.🥰
📍Нәрәле һырты, Учалы районы, Башҡортостан.
Фото: Ромашова Ольга
📌Башҡортостандан сираттағы гуманитар ылау менән яугирҙарыбыҙ эргәһенә журналистар Наил Юнысов, Зөһрә Арсаева, йырсы һәм актриса Гөлсөм Бикбулатова һәм башҡа радио-телевидение хеҙмәткәрҙәре юлланған. Уларҙың сәфәренән бер күҙәтеү.
Тура һүҙ әйтерлек ир-егеттәребеҙ бар әле.🔥
Амангилде ауыл биләмәһе башлығы Вадим Абдуллин районда баҡыр тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөү ихтималлығы тураһында.
📌 16 майҙа Өфөләге "Йәшлек" йәштәр йортонда Никита Михалковтың Кинематография һәм театр сәнғәте академияһына 2025-2026 уҡыу йылына һайлап алыу сараһы үтте.
Был Михалков академияһында бер йыл бушлай уҡыу мөмкинлеге. Рәсәй буйлап йәштәрҙе режиссер, продюсер һәм актер оҫталығына өйрәтеү өсөн һайлап алалар.
Һайлап алынған йәштәр Мәскәүҙә һынауҙарҙың икенсе этабын үтә.
"Мин генә һайлаһам, бөтәһен дә Мәскәүгә уҡырға ебәрер инем. Йәштәребеҙ шундай талантлы. Әммә унда продюсер һәмлыҡ режиссерлыҡ йүнәлешенә 5-әр,актерлыҡ буйынса 10 тирәһе генә кешене алалар",- ти билдәле башҡорт режиссеры Айнур Асҡаров.
🌸🌸🌸
Хәлдәр нисек, тип һорайҙар,
Хәлдәр ул гөлдәр кеүек.
Гөлдәр баҡсала, туғайҙа
Үҫәләр балҡып, көлөп.
Йәйге селләлә таждарын
Ҡояш өтөп барһа ла,
Улар, тирә-яҡты йәмләп
Йылмаялар барһына.
Көҙгө һалҡын елдәр иҫеп,
Йәндәрен өшөткәндә,
Ҡарлы ямғырҙар аҫтында
Ҡалтырап күшеккәндә,
Барыбер нур сәсә гөлдәр,
Һиҙҙермәй бирешкәнен.
Күктәр белмәйҙер бит уның
Үҙенә көс биреп торған
Ер мнән йәрәшкәнен.
Хәлдәр нисек, тип һорайҙар,
Хәлдәр ул гөлдәр кеүек.
Ерҙәге һәр миҙгелендә
Гөлдәр бит йәшәй көлөп.
...Гөлдәр хәлен кем белә?
Белә үҙҙәре генә...
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.
Хәйерле иртә! ☀️
Видео авторы Олег Чегодаев. Ул Ағиҙел йылғаһының үрге ағымынан алып Боҙло океанға тиклем илде һыу юлы буйынса үтеп сығырға теләй.
Уның был проекты "Уральская одиссея" тип атала.Спортсы, сәйәхәтсе, Урал тауҙары амбассадоры Олег Чегодаев көньяҡтан төньяҡҡа ҡарай 5 ай эсендә 5000 км үтергә ниәтләй. Юлға 16 апрель сыҡҡан. #уральская_одиссея_чегодаева
Башҡорттарҙы һәм нуғайҙарҙы нимә берләштерә?Бик ҡыҙыҡ һорау, шулай бит? Киләһе видеонан белерһегеҙ 😉 Видео: Ильяс Батыргәрәев.
+4
📌 "Музейҙар төнө" - бөгөн була!
Барлыҡ музейҙарҙың ишектәре асыҡ бөгөн. Бөтә ғаилә менән барып ҡарағыҙ.
📍 Посттың беренсе өлөшө ⬇️
+6
📌 "Музейҙар төнө" - бөгөн!
Бөгөн Башҡортостан музейҙары ошо акцияға ҡушыла һәм теләгән һәр кемде ҡунаҡҡа көтөп ҡала.
Музейҙар төнөндә ҡыҙыҡлы күргәҙмәләр, төрлө саралар ойошторола.
Бөтә ғаилә менән барып ҡарағыҙ!
Әйткәндәй, мәғлүмәттең дауамы бар ⬇️
📍 Рәсәй бөгөн Совет осоронда булдырылған предприятиелар иҫәбенә көслө, тормошобоҙ шул ваҡытта тупланған ҡеүәт инерцияһы буйынса алға тәгәрәй. Яңынан элекке мөмкинлектәргә ҡайтып, сәнәғәт, технология суверинитетын нығытыу, донъя өсөн сыймал сығанағы ғына булыуҙан туҡтап, етештереү тармағын үҫтереү кәрәклеге тураһында һүҙ барғанда – уйланаһы урын бар.
"Халыҡ арбаһы" ТГ-каналынан.
📌 Әбйәлил республикабыҙҙың иң матур райондарының береһе. Халҡы уңған, шуға тормоштары етеш һәм мул, тип уларҙы маҡтарға ла яратабыҙ.
Салауат ятҡылығында геология разведка эштәре башланыуға бәйле ваҡиғаларҙы ситтән бер аҙ күҙәткәндән һуң, әбйәлилдәрҙең егәрлелегенә, етеш тормошона һәм әлеге ваҡиғаларға ҡарата анализ эшләп ҡарарға нийәт иттек.
«Беҙ шул Магнит иҫәбенә йәшәйбеҙ инде». Әбйәлилдәр йыш ҡына шулай ти. Сөнки район ир-егеттәренең күбеһе Әбйәлилдән 30-40 саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан ГОРОДта, атап әйткәндә, Рәсәйҙәге һәм БДБ илдәре араһындағы иң ҡеүәтле предприятие - Магнитогорск металлургия комбинатында эшләй. Хеҙмәт шарттары ябай түгел - ҡатмарлы, предприятиенан экологик зарар ҙа юҡ түгел – бар. Әммә Магнит халҡы кеүек әбйәлилдәр ҙә был һорауҙарға күҙ йома, сөнки – эш урындары бар - хеҙмәт хаҡы юғары! Ир-егеттәр сәләмәтлек өсөн зарарлы тип һис кенә лә ошо эштәренән баш тартырға ашыҡмай – уның ҡарауы донъялары бөтөн, төҙөк, ғаиләләре ҡәнәғәт. Әбйәлил ҡатын-ҡыҙҙарының да күбеһе тап ошо комбинат иҫәбенә табыш-килем ала – улар ҡаланың төрлө ойошма, үҙәктәрендә эшләйҙәр.
▶️Ә бит бөгөн ярты миллион халҡы булған ҡала буш урында барлыҡҡа килмәгән. Тап 1930 йылда Магнит тауы итәгендә комбинат төҙөлөү арҡаһында ғына Әбйәлилдәрҙең үҙ ГОРОДы бар һәм был ҡала тап ошо комбинат иҫәбенә генә Көньяҡ Уралдағы иң ҙур мәҙәни-эшлекле үҙәктәрҙең береһе булып иҫәпләнә. (Ошо урында БСК, Шахтау, Стәрлетамаҡ ҡалаһы кеүек үк тип сағыштырғы килә). Баймаҡ, Бөрйән халҡынан айырмалы Әбйәлил ауылдарында йәшәүселәрҙең ит, һөт, май, йомортҡаһын алып барып һатыр урын да булып тора ГОРОД. Шулай итеп, йәшәйеш үҙе дәлилләй – хеҙмәт урындары, кешеләргә эшләр өсөн предприятиелар булған урындарҙа тормош йәнле.
▶️ Әммә иғтибарҙы тағы бер мөһим әйбергә йүнәлтәйек - Әбйәлилдәрҙең күбеһе төп налог - килем һалымын күрше төбәктә түләй. Булған аҡсаларын да ана шул ГОРОДҡа барып бөтөрөп ҡайта. Ә бына социаль мәсьәләләрҙең сиселешен – урындағы власть вәкилдәренән һәм Башҡортостан етәкселегенән таптыра. Балаларға йәсле- баҡсалар, йәштәргә бөтә инфраструктураһы булған ерҙәр кәрәк. Бөгөн ауыл клубтарын йүнәтеү проблемаһын, юлдар һәм күперҙәр ремонтлау, күп ҡатлы йорттарҙың инженер селтәрҙәрен алыштырыу, урындағы ҡаҙанлыҡтарҙы яңыртыу һәм башҡа бик күп һорауҙар күтәрә.
▶️Тап халыҡты хеҙмәт урындары менән тәьмин итеү, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн урындағы ҡаҙнаны тулыландырыу маҡсатында республикала инвестиция проекттарына һуңғы йылдарҙа ҙур иғтибар бүленә. Республика буйынса төрлө йүнәлештәге предприятиелар күпләп асыла.
Проекттар, мәғлүм, заман талаптарына ярашлы әҙерләнә. Шул уҡ 20-се быуат башындағынан айырмалы бөгөн экологик талаптар беренсе урында тора.
📍Салауат ятҡылығында геологоразведка эштәре алып барыу өсөн бирелгән лицензия – айырым кешеләр өсөн сираттағы сәйәси уйын икәнен инҡар итмәйек. (Ошо урында республика етәкселегенә йәнә ташланмаҫ элек, разведка эштәренә лицензияның республика тарафынан түгел, ә федераль үҙәктән бирелеүен айырым һыҙыҡ аҫтына алам).
💯Әбйәлил халҡына, ығы-зығыны туҡтатып, яңы предприятие етәкселегенә мөһим социаль бурыстар йөкмәтеү урынлы булмаҫмы икән? Мәҫәлән, урындағы халыҡты барыбер эшкә алмаясаҡтар тигән имеш-мимешкә ышанғансы, шул ойошма иҫәбенә сығарылыш уҡыусыларына илдең алдынғы вуздарында, махсус колледждарҙа йүнәлтмәле уҡытыу ойоштороу темаһын күтәреү, әле белем алып йөрөгән Әбйәлил студенттарынан кадрҙар резервын раҫлатыу. Бик тә бик булмаһа, Магнит менән Әбйәлил районы араһына иҫкергәндән һүтеп алынған стеланы булһа ла ҡуйҙыртыр инегеҙ. Уйлап ҡараһаң, әле райондың шул стеланы яңыртырлыҡ та аҡсаһы юҡ түгелме?
▶️Себер нимәһе менән ымһындыра – оло сәнәғәт предприятиелары һәм унда юғрары хеҙмәт хаҡы тәҡдим ителгән эш урындары булыуы менән. Тап шуға ла Урал аръяғы ир-егеттәренең күбеһе ғаиләләрен ташлап ситтә ғүмер уҙҙыра, балалар атай тәрбиәһе күрмәй үҫә. Ә һөрән һалырға яратыусылар – республикала эш урындары юҡ – шуға ирҙәр вахтаға китергә мәжбүр тип тип яр һала. Һәр яңылыҡты кире күренеш итеп ҡабул итеүселәр иһә үҙебеҙҙә яңы предприятиелар асылылыу темаһын бысраҡ сәйәсәткә әйләндерә һала.
Тыуған ауылына изге эш эшләгән, яҡташтарына ярҙам иткән һәм барлыҡ башланғыстарҙы күтәрмәләп торған, әүҙем гражданлыҡ позицияһы булған Башҡортостан халҡы был видеола."Атайсал - кесе Ватан" проекты сиктәрендә Өфөлә үткән "Ватан көсө - сила Отечества" республика форумынан күренештәр.
+4
📌Бөгөн “Атайсал – кесе Ватан” проекты сиктәрендә “Торатау” конгрес-холында “Ватан көсө – сила Отечества” республика форумы уҙҙы. Ул дүртенсе тапҡыр ойошторолдо.
✅7,5 меңдән ашыу ҡатнашыусы, 1,75 миллиард һумдан ашыу аҡсаға тормошҡа ашырылған 31 мең проект.
✅ 950 төҙөкләндерелгән балалар һәм спорт майҙансығы, 500-ҙән ашыу төҙөлгән һәм ремонтланған Хоҙай йорттары, меңләгән шишмә, зыярат, һәйкәл, обелиск тәртипкә килтерелгән.
“Былар барыһы ла беҙҙең “Атайсал” проекты тураһында әйтелгән, ул Башҡортостандың вайымлы халҡын һәм ситтә йәшәгән яҡташтарҙы берләштерҙе. “Атайсал” милли һәм дини сығышлы түгел. Ул - тыуған республикаңа, бында йәшәгән кешеләргә ҡарата эскерһеҙ һөйөү. Ә һуңғы йылдарҙа тағы ла ҡулдарына ҡорал алып Ватаныбыҙҙы махсус хәрби операцияла яҡлаған ир-егеттәребеҙгә ярҙам күрһәтеүҙең бер көслө ысулы”,- тип яҙған Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Вже доступно! Дослідження Telegram за 2025 — головні інсайти року 
