uk
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Відкрити в Telegram
612
Підписники
-124 години
-57 днів
-830 день
Архів дописів
Йәшлек бит ул - йүгәнһеҙ ат, Алдын бирмәй ҙә ҡуя. Шул дәүер була бер ҡабат, Китһә, килмәй ҙә ҡуя. Ҡартлыҡ - ҡарт ат, туйҙа елмәй, Елһә - үтмәй ҙә ҡуя. Ҡартлыҡ һинән һорап килмәй, Килһә - китмәй ҙә ҡуя. Мәүлит ЯМАЛЕТДИН. Видео: ishkinina.

📌Башҡортостандан егете - ММА буйынса Рәсәй чемпионы! Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районынан 17 йәшлек Илнар Садиҡов ҡатнаш алы
📌Башҡортостандан егете - ММА буйынса Рәсәй чемпионы! Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районынан 17 йәшлек Илнар Садиҡов ҡатнаш алыштар буйынса Рәсәй чемпионатында Чечня көрәшсеһен еңеп, алтын миҙал яулаған. Афарин!🌹

"Бер аҙым алға баҫам да, Әйләнәм мин артыма. Ҡайҙа баҫҡандар икән тип, Күҙ һаламын халҡыма" Мәжит ҒАФУРИ. Видео: Илгиз Сәғәҙиев улы Ибраһим менән. Өфө ҡалаһы.

Изге йома мөбәрәк булһын! ☀️ 📍 Бөрйән районы, Инсебикә ташынан асылған күренеш. Фото: Андрей Татарченков.
Изге йома мөбәрәк булһын! ☀️
📍 Бөрйән районы, Инсебикә ташынан асылған күренеш. Фото: Андрей Татарченков.

Илебеҙ бай, шөкөр! 🥰 Видео: Ильяс Батыргәрәев.

📌 Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар дәүләт ансамбле гастролдәрен дауам итә. ✅ 19 май - Күмертау, ✅20 май - Салауат, ✅21 май - Стәрлебаш, ✅22 май - Мәләүез ҡалаһында.

📌 Өфөлә "Айыҡ ауыл" республика конкурсы еңеүселәрен тәбрикләнеләр. 💯Бына ул, иң айыҡ ауылдар: 🔥«Эре тораҡ пункттар» номинацияһында: I урын – Балаҡатай районы, Билән ауылы; II урын – Ауырғазы районы, Исмәғил ауылы; III урын – Ҡариҙел районы, Абыҙ ауылы. 🔥«Ҙур тораҡ пункттар» номинацияһында: I урын – Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш ауылы; II урын – Күгәрсен районы, Тәүәкән ауылы; III урын – Бөрйән районы, Ырғыҙлы ауылы. 🔥«Урта тораҡ пункттар» номинацияһында: I урын – Асҡын районы, Әмир ауылы; II урын – Благовар районы, Яныш ауылы; III урын – Стәрлетамаҡ районы, Айыусы ауылы. 🔥«Бәләкәй тораҡ пункттар» номинацияһында: I урын – Ейәнсура районы, Кинйәбулат ауылы; II урын – Борай районы, Алтайыу ауылы; III урын – Туймазы районы, Бәйрәкәтүбә ауылы.
Барыһын да ҡотлайбыҙ! 🌹
🎬Видео: "Йәшлек" гәзитенән. 📍 Конкурста I урын алған Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылы вәкилдәре йыр-бейеү менән килгән.

📌 "Башҡортостан геройҙары" программаһының төп этабына 150 кеше үткән. ✅ Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар
📌 "Башҡортостан геройҙары" программаһының төп этабына 150 кеше үткән. ✅ Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар араһындағы республика кадрҙар программаһының онлайн танышыуҙар өлөшө тамамланған. 21 майҙа Евразия ФББҮ-ның Вуз-ара кампусында үтәсәк киләһе һайлап алыу этабына 150-гә яҡын кеше саҡырылған. 💯Уның һөҙөмтәләре буйынса 70 финалсы билдәләнә һәм квалификацияларын алмаштырып, остаздары менән эш башлай аласаҡ. 📍Шундай ҡыҙыҡлы факттар килтерелә: 🔹Ҡатнашыусыларҙың 95% - Башҡортостандан 🔹Уртаса йәштәре - 41 🔹Араларында - 3 ҡатын-ҡыҙ "Башҡортостан геройҙары" проекты республикала Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән бойомға ашырыла, "Геройҙар ваҡыты" федераль программаһы үрнәгендә.

Йәш саҡ - дәртле саҡ.🔥 Кисәге ямғыр, йәшенгә ҡарамай Өфө йәштәре "Самауырлы ритайым" миҙгелен асып ҡайтҡан. Видео: @bishbarmak_music

Күҙ - күңел көҙгөһө 😍 Хәйерле көн, кесе йома уңышлы үтһен! Фото: Алһыу Сөләймәнова.
Күҙ - күңел көҙгөһө 😍
Хәйерле көн, кесе йома уңышлы үтһен!
Фото: Алһыу Сөләймәнова.

Ете ҡыҙ 💔 Видео: Зөлфиә Байбулатова.

РУВИКИ башҡорт телендә мәҡәләләр конкурсы ru.ruwiki.ru/wiki/Проек... иғлан итә. Маҡсат - РУВИКИның башҡорт бүлеген киңәйтеү,
РУВИКИ башҡорт телендә мәҡәләләр конкурсы ru.ruwiki.ru/wiki/Проек... иғлан итә. Маҡсат - РУВИКИның башҡорт бүлеген киңәйтеү, телде һаҡлау һәм үҫтереүгә мөһим өлөш индереү. Фән, тарих, әҙәбиәт, технологиялар - төрлө темаларға мәҡәләләр яҙығыҙ, белемегеҙ менән уртаҡлашығыҙ, бүләктәр отоғоҙ. Конкурс 16 июнгә тиклем уҙа. Һәр яҙылған мәҡәлә өсөн ҡатнашыусы бер балл ала. Иң күп баллдар йыйған өс ҡатнашыусыны ноутбук, телефон, смарт-сәғәт кеүек бүләктәр көтә. Приздар алыу өсөн минимум 10 балл йыйырға кәрәк. Конкурста ҡатнашыу өсөн нимә эшләргә? ▫️Конкурста теркәлеү формаһын тултырығыҙ: ru.ruwiki.ru/wiki/Проек... ▫️Башҡорт телендә 2000 символлы текст яҙығыҙ. ▫️Мәҡәлә РУВИКИ стандарттарына тап килергә тейеш: ru.ruwiki.ru/wiki/Рувик... ▫️Мәҡәләне конкурс таблицаһына индерегеҙ: ru.ruwiki.ru/wiki/Проек... ▫️Күберәк балл йыйыу өсөн тағы ла мәҡәләләр яҙығыҙ, уларҙың һаны сикләнмәгән. ▫️Һөҙөмтәләрҙе көтөгөҙ. Һөҙөмтәләр 23 июндә иғлан ителәсәк. Конкурс ҡағиҙәләренең тулы йыйылмаһы: ru.ruwiki.ru/wiki/Проек... Сығанаҡ: Башфонд.

📌 Башҡортостанда "Урал батыр" эпосы көнө буласаҡ! Уны июнь айында билдәләү ҡарар ителеүен Башҡортостан Республикаһы Башлығы
📌 Башҡортостанда "Урал батыр" эпосы көнө буласаҡ! Уны июнь айында билдәләү ҡарар ителеүен Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров кисәге Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй съезында белдергән.

"Самауырлы ритайым"дың миҙгелен асышығыҙ, мотлаҡ барығыҙ бөгөн! 😉
"Самауырлы ритайым"дың миҙгелен асышығыҙ, мотлаҡ барығыҙ бөгөн! 😉

Гүзәллек 😍 Видео: Зәлифә Шаһисолтанова.

Сирень сәскәһе дүрт сатлы, Бишлеһе - һирәгерәк. Кемгә дүртлеһе етәлер, Миңә бишлеһе кәрәк. Биш сатлыһын бәхет, тиҙәр... Бәхет
Сирень сәскәһе дүрт сатлы, Бишлеһе - һирәгерәк. Кемгә дүртлеһе етәлер, Миңә бишлеһе кәрәк. Биш сатлыһын бәхет, тиҙәр... Бәхетем булмаҫ микән? Бәхет эҙләп сыҡтым әле... Юлдарым уңмаҫ микән? Күңел эҙләй бишлеләрҙе... Булырға тейеш бит ул! Табалмайса йә һәләк бул, Йә табып өҙөп ҡотол! Өҙөп ал да сәйнә лә йот, Бәхетем шул, тип уйла. Бәхетте ниҙән юраһаң, Бәхет ул шунан була. Әнғәм АТНАБАЕВ. 💝Өфөлә сирендәр сәскә ата. Бәхетте әллә ҡайҙан эҙләмәгеҙ, һәр тыуған көнгә ҡыуанығыҙ һәм аяҙ күк йөҙөнөң, миҙгелендә сирень еҫенең ҡәҙерен белегеҙ!

📌МӘРЙӘМ БУРАҠАЕВА - ХАЛЫҠ УҠЫТЫУСЫҺЫ Өфөлә үткән Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезына йомғаҡ яһал
+3
📌МӘРЙӘМ БУРАҠАЕВА - ХАЛЫҠ УҠЫТЫУСЫҺЫ Өфөлә үткән Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезына йомғаҡ яһалды. Унда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. ✅Быйыл йыйынға Башҡортостан, Татарстан республикаларынан, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Свердловск өлкәләренән, Ханты-Манси автономиялы округынан, Ҡаҙағстандан килгәндәр. 💥Йыйындың йомғаҡтарына килгәндә, республика етәксеһе Радий Хәбиров июнь айында "Урал батыр" эпосы көнөн билдәләй башларға ҡарар итеүе тураһында әйтте.
"Туған телебеҙҙе үҫтереү буйынса хеҙмәтегеҙ өсөн тғы бер тапҡыр рәхмәт белдерәм",
- тине Радий Фәрит улы педагогтарға мөрәжәғәт итеп. 💯Быйыл съезда "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын өйрәнеүгә, йәш быуынға шуға нигеҙләнеп тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар бүленде. Республика етәксеһе быға ҡағылышлы барлҡ башланғыстарҙы ла хуплауын белдерҙе. Шулай уҡ йәш педагогтар һәм буласаҡ уҡытыусыларҙы берләштергән йәйге педагогик кәңәшмә ойошторорға тәҡдим ителде. 💥Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Айбулат Хажин йәш әҙиптәрҙе әҙерләү маҡсатында мәктәп уҡыусылары араһында конкурс ойоштороп, еңеүселәрен илдең төп вузы - М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына йүнәлтмә буйынса уҡырға ебәрергә кәрәк, тигән фекер еткерҙе. Радий Хәбиров был ниәтте хупланы, эште конкурс ойоштороуҙан башлайыҡ, артабан юғары уҡыу йорттары менән дә килешеү төҙөлөр, республика иҫәбенә лә уҡытып булыр, иң мөһиме йәш белгестәр кире үҙебеҙгә ҡайтһын, тип билдәләне. Съезд барышында тағы бик күп мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Шулай ҙа иң тантаналы һәм ҡыуандырған өлөшө - йәш быуынға аң-белем таратыуға бар ғүмерен арнаған фиҙаҡәр педагогтарҙы бүләкләү булғандыр. 💯Ил инәһе, педагог һәм яҙыусы Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева "Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Награданы уҡың ҡыҙы Зөһрә Бураҡаева сығып алды.

📌5 – 6 июндә «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә башҡорт халыҡ уйындары буйынса «Алтын ашыҡ» икенсе республика ярышы үтәсәк. Әле ҡат
📌5 – 6 июндә «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә башҡорт халыҡ уйындары буйынса «Алтын ашыҡ» икенсе республика ярышы үтәсәк. Әле ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә. ✅Ярыштар ике йәш төркөмөндә үтәсәк: 1-се төркөм – балалар (7 – 15 йәш); 2-се төркөм – 16 йәштән өлкәндәр. ✍Бәйгелә ҡатнашыу өсөн өсөн заявкалар 3 июнгә тиклем kcataysal@mail.ru электрон адресына ҡабул ителә. ☎Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефон: 8 (937) 168 64 34, Зилә Мазһар ҡыҙы Лира. «Алтын ашыҡ» төркөмөнә һылтанма: vk.com/altynashyk

📌 Бөгөн Өфөлә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй съезы үтә. Йыйын икенсе тапҡыр уҙғарыла. Төшкә тиклем пед
+2
📌 Бөгөн Өфөлә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй съезы үтә. Йыйын икенсе тапҡыр уҙғарыла. Төшкә тиклем педагогтар 9 майҙансыҡта төрлө мөһим темаларға фекер алыша. 🔹"Аҡбуҙат" майҙансығында туған телде балалар баҡсаһында өйрәнеүгә ҡағылышлы, 🔹"Гөлөстан" майҙансығында башҡорт телен уҡытыуҙың методикаһы, 🔹"Һомай" майҙансығында башҡорт телен цифрлаштырыу, 🔹"Иҙел" майҙансығында йәш педагогтарға ярҙам итеү, 🔹"Самрау" майҙансығында йәш балаларҙа китап уҡыуға һәм башҡорт әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, 🔹"Урал батыр" майҙансығында башҡорт теле һәм төбәк төбәк тарихы дәрестәрендә илһөйәрлек тәрбиәләү, 🔹"Шүлгән" майҙансығында республикалағы музей һәм мемориаль комплекстар, геопарктар һ.б. тураһында һөйләшеү, 🔹"Аҫылташ" майҙансығында полилингваль белем биреү, 🔹"Йәншишмә" майҙансығында дәүләттең тел сәйәсәте тураһында эшлекле һөйләшеү ойошторола. ✅ Төштән һуң "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашлығында йыйындың пленар өлөшө үтә. Фото: Юлай Кәримов һәм Римма Баймырҙина.

Рухиәт, доғалар төркөмөнән алынды.
Рухиәт, доғалар төркөмөнән алынды.