613
Підписники
+124 години
-47 днів
-730 день
Архів дописів
📌 "Атайсал" фильмын төшөрөү эштәре тамамланып килә, тип хәбәр итә ижади төркөм.
Күрһәтеүгә әҙер булғанын түҙемһеҙлек менән көтөргә ҡала ❤️🔥
📌 Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, билдәле скульптор Салауат Щербаков атаһы һөйләгәндәр буйынса башҡорт халҡы һәм Урал тауҙары хаҡында "улар бер" ти.
Скульпторҙың атаһы Дәүләтхажи Ишкилдинде балалар йортонда тәрбиәләнгәндә Александр тип йөрөтә башлайҙар. Ул сығышы менән Ырымбур өлкәһенең Ҡолсом ауылынан. Бөйөк Ватан һуғышын үткән ҡаһарман.
📌Башҡортостандан 5 проект Президенттың тәбиғәт фондының беренсе конкурсында еңгән. Был проекттарға дөйөм 30,8 млн һум бүленә.
🔹"Башҡортостан" милли паркына "Ҡурсаулыҡ резервы" профессиональ йүнәлеш биреү үҙәген булдырыу өсөн 23,8 млн һум бүленә. Был аҡса һаҡлаулы тәбиғәт территорияларында эшләү өсөн белгестәр әҙерләү, балалар һәм йәштәргә профессиональ йүнәлеш биреүгә йүнәлтелә.
🔹АКБО "Мөһабәт Ирәмәл" ("Могучий Иремель") - "Ирәмәлде һаҡларға ваҡыт" проекты.
🔹Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе - төньяҡ-башҡорт реликт бал ҡорттары генофондын һаҡлау стратегияһын төҙөү өсөн.
🔹Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы - эре һәм уртаса һөтимәрҙәрҙең фото мониторингы өсөн.
🔹Сергей Ермоленко - "Фототоҙаҡ: кеше ҡулы теймәгән тәбиғәтте һаҡлау өсөн практик курс" проекты.
Проекттар 1 сентябрҙән алып бойомға ашырыла башлаясаҡ.
🏡Бураларҙа уйнай торғайнығыҙмы?
Күмәк йыйылғанда баҫтырыш уйнаһаң, етеҙерәк малайҙар аша төшөп ҡаса торғайны. Бураны урап йөрөп һәр береһен "тотоп" бөтәһең бит инде.
Ҡыҙҙар айырым ғына "өлкән өй" уйнарға ла бура тирәһенә йыйыла. Унда өй, магазин да була ине әле.
❓Һеҙҙең бала саҡ илендә ниндәй урындар бар?
📌 Һөйөнсө!
15 һәм 29 августа М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының оркестры Өфөләге Совет майҙанында сығыш яһай.
Асыҡ һауала үтәсәк концертта танылған спектаклдәрҙән көй-моңдар, классик әҫәрҙәр, донъя кимәлендә билдәле мюзиклдарҙан саундтректар яңғыраясаҡ.
Тамаша 19:00 сәғәттә башлана.
📌 Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов Махсус хәрби операция биләмәһендә ҡыҫҡа ғына ял минуттарында яугирҙарҙың күңелен яҙып, мәғәнәле һәм матур йырҙар башҡара. Йырсы башҡорт шағиры Ирек Кинйәбулатовтың шиғырын яттан һөйләп, "Күрше хаҡы"н йырлай.
Күрше хәлен белешергә
Көн дә бына ваҡыт етмәй:
Күрешкәндә һөйләшергә
Ярты сәғәт ваҡыт етмәй.
Хат яҙырға туғандарға
Кисә етмәй, бөгөн етмәй;
Саҡырмаһа, дуҫ өйөнә
Барыу өсөн күптән етмәй.
Эш итергә төп эшеңде
Ваҡыт саҡ-саҡ етмәй ҡала.
Һөйгәнеңә әйтер һүҙ ҙә
Ваҡытында етмәй ҡала.
Йөрөгәнеңдә булмай ваҡыт
Үҙ-үҙеңде дауаларға.
Ауғас ҡына һағындыра
Сығып йөрөү һауаларға.
Һаман шулай йәшәйбеҙ бит
Аҡланыуҙан ары китмәй:
Ваҡыт етмәй!..
Көндәр етмәй, йылдар етмәй,
Ғүмер етмәй...
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ.
1978 йыл.
Хәйерле көн! 🌦️
📍 Мораҙым тарлауығы, Күгәрсен районы.
Парк 1998 йылда Оло Эйек йылғаһы үҙәнендә булдырыла һәм 23 мең гектарҙан ашыу майҙанды биләй.Фото: Сергей Максимов.
📌45 йыл элек Өфөбөҙ миллионлы ҡала статусын алған.
1980 йылдың 12 авгусында Өфөлә халыҡ иҫәбе миллиондан аша – яңы тыуған өс сабый бер юлы теркәлә һәм ҡала символына әүерелә.⚡Шуныһы ҡыҙыҡ: Илдең күп кенә башҡа ҡалаларында миллионлы кеше тип тик 1-әр сабый ғына иҫәпләнһә, Башҡорт АССР-нда бындай балалар 3-әү булырға тейеш, тигән ҡарар ҡабул ителә: республикалығы төп милләттәр вәкилдәре – урыҫ, башҡорт, татар. 💥12 августа тыуған балаларҙан инженерҙар Евгения һәм Григорий Сошниковтарҙың улы Петр, ӨМЭБ (УМПО) хеҙмәткәрҙәре Шаһиҙә һәм Хәмит Зариповтарҙың ҡыҙы Лилиә, ашнаҡсы һәм техник хеҙмәткәр Мәнзүрә һәм Ринат Баҙаровтарҙың улы Салауат “миллионлы” тип табыла. ✅Өфө ҡалаһы ҡала бик тиҙ үҫешә: 1913 йылда бында 100 мең кеше йәшәһә, 1980 йылда 1 миллионға етә. Әлеге көндә баш ҡалабыҙҙа 1 166 098 кеше йәшәй.
📌"Аҫылташ" йәштәр форумы менән "Башбир" һыраһы - үткән айҙың иң шаулы яңылыҡтары тураһында Вәлитов-TV сюжетында.
https://vkvideo.ru/video-229671171_456239026
📌"Аҫылташ" йәштәр форумы менән "Башбир" һыраһы - үткән айҙың иң шаулы яңылыҡтары тураһында Вәлитов-TV сюжетында.
https://vkvideo.ru/video-229671171_456239026
Бөгөн бына шундай матур байрам билдәләнә икән. Йәштәребеҙгә иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
🔥"Ут алырға ҡайтам, әсәй!" - Рәмил Урманшин башҡарыуында тыңлап ҡарағыҙ.
Ирек Кинйәбулатов һүҙҙәре, Флүрә Үҙәнбаева көйө.
Үткән ялдарҙа "Башбармаҡ" оркестры Әбйәлил районында ла ритайым уҙғарған.
Район халҡы Сабаҡты күле буйына йыйылған, дәртле башҡорт көйҙәренә өҙҙөрә баҫып бейеп, йырлап, күңел асып ҡайтҡан, ти.
📌Шишмә районындағы Турахан кәшәнәһе янында Мең ырыуы йыйыны уҙған.
«Мең ерлеге - мең берлеге» тип аталған сара тураһында тулыраҡ мәғлүмәт БСТ каналының сюжетында.
Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...Рәми ҒАРИПОВ шиғырын Стәрлетамаҡ театры актеры Фәнил Ҡарасурин һөйләй.
Вже доступно! Дослідження Telegram за 2025 — головні інсайти року 
