613
Підписники
+124 години
-47 днів
-730 день
Архів дописів
Үткән ялдарҙа "Башбармаҡ" оркестры Әбйәлил районында ла ритайым уҙғарған.
Район халҡы Сабаҡты күле буйына йыйылған, дәртле башҡорт көйҙәренә өҙҙөрә баҫып бейеп, йырлап, күңел асып ҡайтҡан, ти.
📌Шишмә районындағы Турахан кәшәнәһе янында Мең ырыуы йыйыны уҙған.
«Мең ерлеге - мең берлеге» тип аталған сара тураһында тулыраҡ мәғлүмәт БСТ каналының сюжетында.
Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...Рәми ҒАРИПОВ шиғырын Стәрлетамаҡ театры актеры Фәнил Ҡарасурин һөйләй.
+9
📌 Өфө сәйәхәтсеһе, Урал тауҙарының амбассадоры Олег Чегодаев Төньяҡ Боҙло океанға (Кара диңгеҙенә) тиклем барып еткән!
Сәйәхәтсе "Чагодаевтың Урал одиссеяһы" тип аталған проекты сиктәрендә Ағиҙелдең үрге ағымынан алып Төньяҡ Боҙло океанға кәмәлә (каяк) йөҙөп барып етергә маҡсат ҡуйып, 16 апрелдә Белорет районы Тирлән ауылы тирәһенән ҡуҙғалып киткәйне.
📍 Бына 11 августа, 118 көн эсендә Олег Чегодаев кәмәлә 4853 км ара үтеп, ниһайәт, Кара диңгеҙенә еткән.
"Артта Кара диңгеҙе, тимәк, #уральская_одиссея_чегодаева проектының бер өлөшө тамам. Әммә планеталағы иң матур ил, Уралдың көньяғынан төньяғына тиклем йылғалар буйлап үткән юл тураһында меңәрләгән фото, фильмдар һәм китап алда әле!"- тип яҙған Олег Чагодаев сәхифәһендә. Ҡотлайбыҙ һәм яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!🔥 📸Иғтибарығыҙға Олег Чагодаевтың юлда төшөргән фотоларын тәҡдим итәбеҙ.
📌 Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында һыбай уҡ атыу һәм ҡара ҡаплан - боронғо төрки һуғыш сәнғәте буйынса ярыштар үткән.
🎬Был үҙенсәлекле сара тураһында милләттәшебеҙ Альберт Исмаил видеорепортаж төшөргән.
📍 Ярыштар Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм 1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә арналған.
🔹Сараны республика спорт федерациялары ярҙамында Ҡырмыҫҡалы районы һәм ауыл биләмәһе хакимиәте ойошторған.
🔹Унда Башҡортостандан тыш Мәскәү, Свердловск һәм Силәбе өлкәләренән, Сыуаш, Татарстан, Бүрәт республикалары, Ярославлдән ҡатнашыусылар йыйылған. Улар өсөн 4 көнлөк белем биреү семинары, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған.
🔹Ҡатнашыусылар һыбай уҡ атыу һәм ҡара ҡаплан буйынса ярышҡан.
Ҡара ҡаплан бер нисә төр оҫталыҡты һынарға ярҙам иткән: атака барышында һыбай уҡ атыу, һөңгө, балта, бысаҡ һәм суҡмар сойорғотоп ҡаршылыҡтарҙы үтеү, ҡылыс менән сабыу, сыбыртҡы шартлатыу, хәрәкәт иткәндә традицион йәйәнән уҡ атыу.🏆Ҡара ҡаплан буйынса абсолют еңеүсе - Баймаҡ районынан Рәсих Йортбәков. 🥇1 урын - Ҡырмыҫҡалы районынан Асҡар Ишбирҙин, 🥈2 урын - Белорет районынан Илназ Үҙәнбаев һәм Әбйәлил районынан Нуриман Хәйруллин, 🥉3 урын - Силәбе өлкәһенән Ибраһим Хәбибуллин яулаған. 🏹Үҫмерҙәр араһында: 🥇1 урын - Ҡырмыҫҡалы районынан Нурислам Шәймәрҙәнов, 🥈2 урын - Ғафури районынан Ишморат Шәймәрҙәнов, 🥉3 урын - Өфө ҡалаһынан Рауил Фәйзуллин. 🏹"Иң яҡшы яугир экипировкаһы" номинацияһында Камил Шәрәфетдинов еңгән, уның кейеме һәм әйберҙәре башҡорт яугирының тарихи һынланышын иң теүәл сағылдырған.
Ауылда ямғыр, тигән Алита һылыу.
Ямғырлы көндәрҙең дә үҙ матурлығы бар, шулай бит?
БАШҠОРТ АТЫ
Дала күрке ҡылғандарҙы ярып,
Йылға ярҙарынан уң яҡлап.
Батырҙарҙың тоғро пар ҡанаты,
Башҡорт аты саба уйнаҡлап.
Сысҡан һыртлы, һиҙгер ҡолаҡ,
Саҡма тояҡ, ҡыҫҡа тороҡло
Ебәк ялын елгә елберләтеп,
Текә сәсеп килә ҡойроҡто.
Нисә быуат ошо аттар менән,
Кеше яҙмыштары бәйләнгән?
Оло яуҙар, утлы юлдар үтеп,
Бер бөтөнгә улар әйләгән.
Ажғыр бурандар ҙа өркөтмәгән,
Кәртә була алмаған уларға.
Ҡырыҫ тәбиғәткә яраҡлашып,
Тоғро ҡалған ғорур Уралға.
Йәшәйештең ерҙә үҙ ҡануны,
Һынауҙары ғәҙел, ҡаты ла.
Ер йөҙөндә башҡорт бөтмәниһә,
Мәңге йәшәр башҡорт аты ла...
Мөхәмәтйәр МӘҒӘСҮМОВ.
Копатыч башҡорт балы тураһында бына нисек йырлаған! 🔥
AY YOLA төркөмөнөң киң билдәлелек яулаған "Һомай" йыры "Смешарики" йәнһүрәте өсөн бына шулай үҙгәртелеберәк алынған.
"ИЗИ төркөмөнән һуғыш темаһына попурри",тип яҙған авторҙар һәм был клипты Бөйөк Ватан һуғышы менән Махсус хәрби операция яугирҙарына арнағандар. Sound producer: баян, вокал: Илшат Абдрахманов Ҡурай, вокал: Илшат Мәҡсүтов Вокал: Зинера Әхмәтова Клипмейкер: @rustemkhan.shaidullin
🐞Ҡамҡаның атамалары шул тиклем төрлө һәм ҡыҙыҡлы икән, шуға һеҙҙең яуаптарҙы бер урынға йыйырға булдыҡ. Бәлки, тағы ла берәй ҡыҙыҡлы ғына атаманы иҫкә төшөрөп яҙыусылар булыр.
🔸Күсмә-күс - Миәкә районында,
🔸Ҡояш апай, осмалаҡ - Әбйәлил районында,
🔸Күс апай - Стәрлебаш, Ғафури, Ишембай райондарында,
🔸Осорой - Ҡыйғы һәм Мәсетле районында,
🔸Тәтәй ҡош - Илеш районында,
🔸Фатыйма - Татарстандың Әтнә районында,
🔸Алма түтә - Һамар башҡорттары,
🔸Тити тавык - Миәкә татарҙары,
🔸Диңгәсәй - Бөрйән районында,
🔸Ос һыйырым - Балаҡатай районында,
🔸Осойором - Дыуан районында,
🔸Осҡалаҡ - Белорет районы, Ноҡат ауылында,
🔸Күскәнтәй - Хәйбулла районында,
🔹Күсемкүс,
🔹Тәти кашык,
🔹Өсйөҙөк,
🔹Күсмә апай - ҡайһы яҡта икәнен яҙмағандар, әммә ҡамҡаны ошолай ҙа атап йөрөтәләр.
Бала саҡтың иң күңелле мәлен хәтергә төшөрә ул ҡамҡа. 🐞❤️
❓Ямғырҙарҙан алда өлгөрөп ҡалдығыҙмы? Бесән яҡшы үҫкәнме, етерлекме?
Видео: Нияз Абдуллин.
+8
📌 Бөгөн Донъя ерле халыҡтарының халыҡ-ара көнө билдәләнә.
Был иҫтәлекле датаны 1994 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы булдырған.📚Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт: 🔹Донъяла ерле халыҡтар иҫәбенә ингән 476 миллион кеше 90 илдә йәшәй; 🔹Рәсәйҙә 100-гә яҡын ерле халыҡ йәшәй; 🔹2021 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, илебеҙҙә иң күп һанлы халыҡтар алтау: урыҫ, татар, чечен, башҡорт, сыуаш, авар; 🔹Башҡорттар һәм татарҙар бик күптән миллиондан ашыу, ә бына аварҙар был күрһәткес буйынса исемлеккә яңыраҡ ингән; 🔹Рәсәйҙә ерле аҙ һанлы халыҡтар исемлегендә 52 этнос бар; 🔹Рәсәйҙә иң аҙ һанлы халыҡтар 2: Красноярск крайының Турухан районында йәшәүсе югтар - 7 кеше, һәм Ҡырым менән Төньяҡ Аҙау буйында йәшәүсе грек-урумдар - 12 кеше. Фото: Людмила Камнева.
Бөгөнгө көндә тағы бер ҡыуаныслы хәбәр: Иҙел Нурғәлиндың "ысын итальян дуҫы" барлыҡҡа килгән! 😃
Ә ҡайһылай өҙҙөрә һуң! 🔥
🤖Яһалма интеллект башҡорттарҙы ошолай күрә икән. Кем унан һорап эшләгәндер был клипты, белмәйбеҙ. Әммә бик ҡыҙыҡ килеп сыҡҡан, шулай бит?
Вже доступно! Дослідження Telegram за 2025 — головні інсайти року 
