613
Підписники
Немає даних24 години
Немає даних7 днів
-930 день
Архів дописів
Билдәле йырсы Дамир Тайыповтан атай тәрбиәһенә бер күркәм өлгө булырҙай мөһим һөйләшеү.
БЕР ҮҘЕНӘ 3 ИСЕМ!
📌Башҡортостандағы иң тәрән күл - Яҡтыкүл.
✅Уның тағы ла Мауыҙҙы тигән икенсе атамаһы ла бар.
✅Әммә күптәр Банное тип кенә йөрөтөргә күнегеп бара.
Әбйәлил районындағы был күлдең эргәһендә шифаханалар, тау саңғыһы курорты бар.
Унда йыл әйләнәһенә ял итергә һәм һаулығыңды нығытырға мөмкин.
❓Ә һеҙҙең яҡта ниндәй матур урындар бар һәм уларҙың башҡортса-русса атамалары нисек яңғырай?
✅Ҡыҫҡа мәғлүмәт + фотоһүрәт ҡуйып, төркөмгә шәхси хәбәр яҙ!
📌Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты һәм бик күп башҡа мәртәбәле наградаларға лайыҡ булған арҙаҡлы шәхесебеҙ Мостафа Сафа улы КӘРИМОВтың тыуыуына 105 йыл.
🎥Ошо уңайҙан шағир менән "Говорят что..." тигән элекке бер тапшырыуҙы ҡарарға тәҡдим итәбеҙ.
📍Тапшырыу рус телендә һәм бик күптән төшөрөлгән. Әммә Мостай Кәримдең ул саҡта әйткән фекерҙәре бөгөн дә көнүҙәк яңғырай...
❗Шағир яуаплылыҡ тойғоһо, ғаилә мөнәсәбәттәре, ижад, башҡорт әҙәбиәтенең киләсәге тураһында һөйләй. Кем теләй, шул китап баҫтырып сығара алыуы хаҡында ла үҙ фекерен белдерә.
Тапшырыуҙы "Мостай фонды"ның "RuTube" сығанағынан алдыҡ.
📌"Инйәр тештәре" түгел, ИРӘКТАШ!
Башҡортостанда туристарҙы, айырыуса ҡаяларға үрләргә яратыусыларҙы, үҙенә ылыҡтырған урындарҙың береһе - Инзерские зубчатки, йәғни Ирәкташ.
📍Башҡортсаға ҡайһы берҙәр был топонимды яңылыш "Инйәр тештәре" тип тә тәржемә итеп ҡуйғанын күргәнебеҙ бар.
Дөрөҫө - Ирәкташ була.
💥Дуҫтар, һеҙ ҙә башҡортса ер-һыу атамаларын барларға ярҙам итә алаһығыҙ!
✅Үҙегеҙҙең төбәктә булған һәм онотола барған ер-һыу атамаларының русса-башҡортсаһын яҙып, матур фотоһүрәтен беркетеп, беҙҙең төркөмгә шәхси хәбәр яҙып ебәрегеҙ.
+4
БАРЫП КҮР!
📌Бөгөн, 19 октябрҙә, “Рәсәй – спорт державаһы” форумының күргәҙмәһен теләгән һәр кем барып ҡарай ала.
🔥“Заманса спорт. Инновациялар һәм перспективалар” күргәҙмәһе асыҡ ишектәр көнө иғлан итә!
Бында Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн:
✅падел уйыны,
✅өҫтәл хоккейы буйынса турнир
✅“Хоккей дриблингы” интерактивы
✅“Snow алыш” квизы
✅Һарытау спортына бағышланған викторина
✅“Светофон” тренировка-диагностика системаһын күрһәтеү
✅һәм башҡа әүҙемлектәр ҡаралған.
📍Күргәҙмә төшкө сәғәт 2-нән киске 7-гә тиклем асыҡ була.
"Булыр баланың ҡылығы яҡшы булыр", тигән боронғолар.
Билдәле йырсы Дамир Тайыповтың улы Баязит ҡурай тураһында күп белә.
"Минең кумирым Баязитҡа Илнур Хәйруллин ҡурай бүләк итте", - тип яҙған сәхифәһендә һәм ошо видео менән бүлешкән билдәле режиссер Зөһрә Бураҡаева.БАШҠОРТСАҺЫН БЕЛ!
Хозур тәбиғәтле республикабыҙ буйлап сәйәхәт итергә яратыусылар һаны йылдан-йыл арта. Әммә бының менән бергә Башҡортостан һәм күрше-тирәләге билдәле урындарҙың тәүге атамалары – башҡортса яңғырашлылары һирәгерәк ҡулланыла башланы.
📍Бына, мәҫәлән, Силәбе өлкәһендәге “Тағанай” милли паркы территорияһына ингән “Ицыл” тигән һыртты ғына алайыҡ. Уның атамаһы “вечный ветер” тигәнде аңлата, тип яҙалар. Тимәк, башҡортса атамаһы “Елсел” булыуы хаҡында фаразларға мөмкин.
❗Бына шулай төп варианттары һирәк ҡулланылып, онотола барған ер-һыу атамаларын берәмләп барларға ниәт иттек әле.
Тәүҙә, әлбиттә, киң билдәле урындарҙан башлайбыҙ эште.
💥Дуҫтар, һеҙ ҙә ярҙам итә алаһығыҙ!
✅Үҙегеҙҙең төбәктә булған һәм онотола барған ер-һыу атамаларының русса-башҡортсаһын яҙып, матур фотоһүрәтен беркетеп, беҙҙең төркөмгә шәхси хәбәр яҙып ебәрегеҙ.
Форумда - башҡорт колориты
"Рәсәй - спорт державаһы" XII Халыҡ-ара форумы сиктәрендә Көрәш һарайы алдында ойошторолған күргәҙмәлә ниҙәр бар?
Форумдың рәсми төркөмөндә бына шундай видеояҙма менән бүлешкәндәр.
Әбйәлил районы Әбдрәш ауылынан булған Тимур Лоҡманов "Рәсәй - спорт державаһы" форумы сиктәрендә МХО ветерандары өсөн ойошторолған "Беҙҙең заман геройы" төбәк-ара ярышында ҡатнаша.
Тимур Лоҡмановҡа 19 йәш, ул Батырлыҡ ордены кавалеры.
+2
❓Учалылар бармы бында?
Үҙегеҙ йәшәгән төбәктең хозурлығын беләһегеҙме?😍
🍁Ҡалҡан тауынан асылған күренеш.
🍁Аҡбура тауы.
🍁Ҡалҡан күле буйындағы тирмән.
Фотоһүрәтәр "Уралдың матур урындары" төркөмөнән алынды.
📌Өлгөрөп ҡал!
Көҙгө кистәрҙе йәмләп, Өфөлә Ағиҙел яры буйынса яңы асылған колоннадала 20 октябргә тиклем яҡтылыҡ-музыка тамашаһы күрһәтелә.🍂🍁
💡Ул киске сәғәт 8-ҙә башланып, 7 минут дауам итәсәк.
ҠУРАЙ - ЕҢЕҮГӘ ДӘРТЛӘНДЕРӘ!
13 йәшлек слаломсы Полина Симонова йәрәхәтләнеүе сәбәпле “Ҡурай иле” халыҡ-ара ярыштарында ҡатнаша алмаған, әммә ҡурай моңо ярҙамында спортсыларҙы дәртләндерергә килгән. 🔥
📍Ҡыҙ борон яугирҙар бер-береһен еңеүгә рухландырып башҡарған “Аллаяр батыр” башҡорт халыҡ көйөн уйнай.
“Ишеү слаломы менән - 8 йыл шөғөлләнәм, ә ҡурайҙа уйнарға 7-се йыл өйрәнәм. В. Пегов исемендәге Өфө балалар сәнғәт мәктәбендә уҡыйым”, - ти Полина.
📍Ишеү слаломы буйынса ярыштар “Рәсәй – спорт державаһы” форумы сиктәрендә старт алды. Форумда донъяның 100 иленән бөтәһе 5 мең делегат ҡатнаша.Бөгөн Өфөлә башланған "Рәсәй - спорт державаһы" XII Халыҡ-ара форумы сиктәрендә Көрәш һарайы алдында ойошторолған күргәҙмәнән күренештәр.🥰
МИН БИТ ӘЛЕ БАШҠОРТ ҠЫҘЫ
Үтәйемсе атта елеп
Тау-урманды, ялан-ҡырҙы,
Саялығым нәҫелемдән –
Мин бит әле башҡорт ҡыҙы.
Һығылып торған өҫтәлемдә
Ҡымыҙ ҙа бар, икмәк-тоҙо,
Тәбиғәттән ҡунаҡсылмын –
Мин бит әле башҡорт ҡыҙы.
Йырлайымсы күкрәк киреп
Оҙон көйгә моңло йырҙы,
Күңелемдә мең йәшәр моң –
Мин бит әле башҡорт ҡыҙы.
Ата-бабам усағының
Йөрәгемдә дөрләй ҡуҙы,
Төйәккенәм – Башҡортостан,
Ә мин үҙем башҡорт ҡыҙы!
Зөлфиә ХАННАНОВА.
Видео: шиғырҙы Нәркәс Юлдашева уҡый.
"Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы" төркөмөнән.
Вже доступно! Дослідження Telegram за 2025 — головні інсайти року 
