fa
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

رفتن به کانال در Telegram
613
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
اطلاعاتی وجود ندارد7 روز
-930 روز
آرشیو پست ها
Бөрйән ҡыҙҙары 😍 Видео: Регина Агилова.

Билдәле йырсы Дамир Тайыповтан атай тәрбиәһенә бер күркәм өлгө булырҙай мөһим һөйләшеү.

БЕР ҮҘЕНӘ 3 ИСЕМ! 📌Башҡортостандағы иң тәрән күл - Яҡтыкүл. ✅Уның тағы ла Мауыҙҙы тигән икенсе атамаһы ла бар. ✅Әммә күптәр
БЕР ҮҘЕНӘ 3 ИСЕМ! 📌Башҡортостандағы иң тәрән күл - Яҡтыкүл. ✅Уның тағы ла Мауыҙҙы тигән икенсе атамаһы ла бар. ✅Әммә күптәр Банное тип кенә йөрөтөргә күнегеп бара. Әбйәлил районындағы был күлдең эргәһендә шифаханалар, тау саңғыһы курорты бар. Унда йыл әйләнәһенә ял итергә һәм һаулығыңды нығытырға мөмкин. ❓Ә һеҙҙең яҡта ниндәй матур урындар бар һәм уларҙың башҡортса-русса атамалары нисек яңғырай?Ҡыҫҡа мәғлүмәт + фотоһүрәт ҡуйып, төркөмгә шәхси хәбәр яҙ!

📌Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты һәм бик күп башҡа мәртәбәле наградаларға лайыҡ булған арҙаҡлы шәхесебеҙ Мостафа Сафа улы КӘРИМОВтың тыуыуына 105 йыл. 🎥Ошо уңайҙан шағир менән "Говорят что..." тигән элекке бер тапшырыуҙы ҡарарға тәҡдим итәбеҙ. 📍Тапшырыу рус телендә һәм бик күптән төшөрөлгән. Әммә Мостай Кәримдең ул саҡта әйткән фекерҙәре бөгөн дә көнүҙәк яңғырай... ❗Шағир яуаплылыҡ тойғоһо, ғаилә мөнәсәбәттәре, ижад, башҡорт әҙәбиәтенең киләсәге тураһында һөйләй. Кем теләй, шул китап баҫтырып сығара алыуы хаҡында ла үҙ фекерен белдерә. Тапшырыуҙы "Мостай фонды"ның "RuTube" сығанағынан алдыҡ.

Ҡотлайбыҙ!🌸
Ҡотлайбыҙ!🌸

📌"Инйәр тештәре" түгел, ИРӘКТАШ! Башҡортостанда туристарҙы, айырыуса ҡаяларға үрләргә яратыусыларҙы, үҙенә ылыҡтырған урында
📌"Инйәр тештәре" түгел, ИРӘКТАШ! Башҡортостанда туристарҙы, айырыуса ҡаяларға үрләргә яратыусыларҙы, үҙенә ылыҡтырған урындарҙың береһе - Инзерские зубчатки, йәғни Ирәкташ. 📍Башҡортсаға ҡайһы берҙәр был топонимды яңылыш "Инйәр тештәре" тип тә тәржемә итеп ҡуйғанын күргәнебеҙ бар. Дөрөҫө - Ирәкташ була. 💥Дуҫтар, һеҙ ҙә башҡортса ер-һыу атамаларын барларға ярҙам итә алаһығыҙ! ✅Үҙегеҙҙең төбәктә булған һәм онотола барған ер-һыу атамаларының русса-башҡортсаһын яҙып, матур фотоһүрәтен беркетеп, беҙҙең төркөмгә шәхси хәбәр яҙып ебәрегеҙ.

БАРЫП КҮР! 📌Бөгөн, 19 октябрҙә, “Рәсәй – спорт державаһы” форумының күргәҙмәһен теләгән һәр кем барып ҡарай ала. 🔥“Заманса
+4
БАРЫП КҮР! 📌Бөгөн, 19 октябрҙә, “Рәсәй – спорт державаһы” форумының күргәҙмәһен теләгән һәр кем барып ҡарай ала. 🔥“Заманса спорт. Инновациялар һәм перспективалар” күргәҙмәһе асыҡ ишектәр көнө иғлан итә! Бында Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн: ✅падел уйыны, ✅өҫтәл хоккейы буйынса турнир ✅“Хоккей дриблингы” интерактивы ✅“Snow алыш” квизы ✅Һарытау спортына бағышланған викторина ✅“Светофон” тренировка-диагностика системаһын күрһәтеү ✅һәм башҡа әүҙемлектәр ҡаралған. 📍Күргәҙмә төшкө сәғәт 2-нән киске 7-гә тиклем асыҡ була.

МАТУР ЯЛДАР!🪄
МАТУР ЯЛДАР!🪄

"Булыр баланың ҡылығы яҡшы булыр", тигән боронғолар. Билдәле йырсы Дамир Тайыповтың улы Баязит ҡурай тураһында күп белә. "Минең кумирым Баязитҡа Илнур Хәйруллин ҡурай бүләк итте", - тип яҙған сәхифәһендә һәм ошо видео менән бүлешкән билдәле режиссер Зөһрә Бураҡаева.

#ВатанЯугиры
#ВатанЯугиры

БАШҠОРТСАҺЫН БЕЛ! Хозур тәбиғәтле республикабыҙ буйлап сәйәхәт итергә яратыусылар һаны йылдан-йыл арта. Әммә бының менән берг
БАШҠОРТСАҺЫН БЕЛ! Хозур тәбиғәтле республикабыҙ буйлап сәйәхәт итергә яратыусылар һаны йылдан-йыл арта. Әммә бының менән бергә Башҡортостан һәм күрше-тирәләге билдәле урындарҙың тәүге атамалары – башҡортса яңғырашлылары һирәгерәк ҡулланыла башланы. 📍Бына, мәҫәлән, Силәбе өлкәһендәге “Тағанай” милли паркы территорияһына ингән “Ицыл” тигән һыртты ғына алайыҡ. Уның атамаһы “вечный ветер” тигәнде аңлата, тип яҙалар. Тимәк, башҡортса атамаһы “Елсел” булыуы хаҡында фаразларға мөмкин. ❗Бына шулай төп варианттары һирәк ҡулланылып, онотола барған ер-һыу атамаларын берәмләп барларға ниәт иттек әле. Тәүҙә, әлбиттә, киң билдәле урындарҙан башлайбыҙ эште. 💥Дуҫтар, һеҙ ҙә ярҙам итә алаһығыҙ! ✅Үҙегеҙҙең төбәктә булған һәм онотола барған ер-һыу атамаларының русса-башҡортсаһын яҙып, матур фотоһүрәтен беркетеп, беҙҙең төркөмгә шәхси хәбәр яҙып ебәрегеҙ.

Форумда - башҡорт колориты "Рәсәй - спорт державаһы" XII Халыҡ-ара форумы сиктәрендә Көрәш һарайы алдында ойошторолған күргәҙмәлә ниҙәр бар? Форумдың рәсми төркөмөндә бына шундай видеояҙма менән бүлешкәндәр.

🌸Көнөгөҙ уңышлы үтһен, ҡәҙерле дуҫтар!🌸 Автор: Башҡорт телендә открыткалар.

Әбйәлил районы Әбдрәш ауылынан булған Тимур Лоҡманов "Рәсәй - спорт державаһы" форумы сиктәрендә МХО ветерандары өсөн ойошторолған "Беҙҙең заман геройы" төбәк-ара ярышында ҡатнаша. Тимур Лоҡмановҡа 19 йәш, ул Батырлыҡ ордены кавалеры.

❓Учалылар бармы бында? Үҙегеҙ йәшәгән төбәктең хозурлығын беләһегеҙме?😍 🍁Ҡалҡан тауынан асылған күренеш. 🍁Аҡбура тауы. 🍁Ҡ
+2
Учалылар бармы бында? Үҙегеҙ йәшәгән төбәктең хозурлығын беләһегеҙме?😍 🍁Ҡалҡан тауынан асылған күренеш. 🍁Аҡбура тауы. 🍁Ҡалҡан күле буйындағы тирмән. Фотоһүрәтәр "Уралдың матур урындары" төркөмөнән алынды.

📌Өлгөрөп ҡал! Көҙгө кистәрҙе йәмләп, Өфөлә Ағиҙел яры буйынса яңы асылған колоннадала 20 октябргә тиклем яҡтылыҡ-музыка тама
📌Өлгөрөп ҡал! Көҙгө кистәрҙе йәмләп, Өфөлә Ағиҙел яры буйынса яңы асылған колоннадала 20 октябргә тиклем яҡтылыҡ-музыка тамашаһы күрһәтелә.🍂🍁 💡Ул киске сәғәт 8-ҙә башланып, 7 минут дауам итәсәк.

ҠУРАЙ - ЕҢЕҮГӘ ДӘРТЛӘНДЕРӘ! 13 йәшлек слаломсы Полина Симонова йәрәхәтләнеүе сәбәпле “Ҡурай иле” халыҡ-ара ярыштарында ҡатнаша алмаған, әммә ҡурай моңо ярҙамында спортсыларҙы дәртләндерергә килгән. 🔥 📍Ҡыҙ борон яугирҙар бер-береһен еңеүгә рухландырып башҡарған “Аллаяр батыр” башҡорт халыҡ көйөн уйнай. “Ишеү слаломы менән - 8 йыл шөғөлләнәм, ә ҡурайҙа уйнарға 7-се йыл өйрәнәм. В. Пегов исемендәге Өфө балалар сәнғәт мәктәбендә уҡыйым”, - ти Полина. 📍Ишеү слаломы буйынса ярыштар “Рәсәй – спорт державаһы” форумы сиктәрендә старт алды. Форумда донъяның 100 иленән бөтәһе 5 мең делегат ҡатнаша.

Бөгөн Өфөлә башланған "Рәсәй - спорт державаһы" XII Халыҡ-ара форумы сиктәрендә Көрәш һарайы алдында ойошторолған күргәҙмәнән күренештәр.🥰

МИН БИТ ӘЛЕ БАШҠОРТ ҠЫҘЫ Үтәйемсе атта елеп Тау-урманды, ялан-ҡырҙы, Саялығым нәҫелемдән – Мин бит әле башҡорт ҡыҙы. Һығылып торған өҫтәлемдә Ҡымыҙ ҙа бар, икмәк-тоҙо, Тәбиғәттән ҡунаҡсылмын – Мин бит әле башҡорт ҡыҙы. Йырлайымсы күкрәк киреп Оҙон көйгә моңло йырҙы, Күңелемдә мең йәшәр моң – Мин бит әле башҡорт ҡыҙы. Ата-бабам усағының Йөрәгемдә дөрләй ҡуҙы, Төйәккенәм – Башҡортостан, Ә мин үҙем башҡорт ҡыҙы! Зөлфиә ХАННАНОВА. Видео: шиғырҙы Нәркәс Юлдашева уҡый. "Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы" төркөмөнән.

ҺӨЙӨНСӨ! Башҡортса яңы китап сыҡҡан!