617
Підписники
-224 години
-27 днів
-430 день
Архів дописів
+6
📌 Ошо көндәрҙә Өфөләге Ауыл хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе бинаһында "Был беҙҙең ғаиләлә" ("Это у нас семейное") фестиваль-конкурсының ярым финалы үтә.
Сараға Волга буйы федераль округынан 281 ғаилә һәм 1700-ҙән ашыу ҡатнашыусы йыйылған.Бөгөн-иртәгә конкурстың төп ярыш саралары ойошторола. 📍 Фотола: "Атайсал" мәҙәни үҙәгенең "Селтәр" студияһы башҡорт мәҙәниәтенә мауыҡтырғыс "сәйәхәт" ойошторған. Фатима Хәйретдинова етәкселегендә балалар бәләкәй түш биҙәүестәре эшләп ҡараған, Венера Хажина йөндән башҡорт биҙәктәрен һуғырға өйрәткән, Гүзәл Мамина Башҡорт бейеүе нигеҙҙәренә төшөндөргән. Бына шулай бик ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре, сәмле ярыш үтә баш ҡалабыҙҙа. 🔥 Еңеүселәр июль айында Мәскәү ҡалаһына юлланасаҡ һәм 5 миллион һумлыҡ 60 сертификаттың береһе өсөн көс һынашасаҡ.
+3
📌 Иглин ауылында яңы дауахана быйыл төҙөлә башлай.
Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров хәбәр иткән. Районда һәм ауылда халыҡ иҫәбе бик тиҙ арта, яңы дауахана төҙөү көнүҙәк, тип билдәләгән ул.
💯 "600 ауырыуҙы ҡабул итерлек яңы медицина учреждениеһын "Оҙайлы һәм әүҙем тормош" милли проектының" Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау" федераль проекты сиктәрендә төҙөйәсәкбеҙ. Шул уҡ проект буйынса Октябрьский ҡалаһы дауаханаһының 1-се балалар стационарын, Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһы стационарын ремонтлайбыҙ, шулай уҡ 8 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөйбөҙ - Өфөлә, Өфө районында, Стәрлетамаҡ, Мәсетле, Туймазы, Баймаҡ райондарында. ФАП-тарҙы быға тиклемгегә ҡарағанда әҙерәк төҙөргә ниәтләйбеҙ, тик 2025 йылда ғына 137 модулле ҡоролма һалынды. Әлегә был өлкәлә темптарҙы кәметергә тура килә, әммә был тема иғтибарһыҙ ҡаласаҡ тигәнде аңлатмай. Быйыл беренсел медицина ярҙамы өлкәһен яңыртыуға республикала 1 миллиард һум тирәһе аҡса йәлеп ителәсәк. Беҙ был программаны оҙайтырға ҡарар иткән федераль коллегаларға рәхмәтлебеҙ",- тип яҙған сәхифәһендә Радий Хәбиров. 📍 Әйткәндәй, былтыр бер юлы 6 поликлиника төҙөлдө - Асҡын, Баҡалы, Әбйәлил, Благовещен, Учалы, Яңауыл райондарында. Һүрәт: Иглин ауылында төҙөләсәк дауахана һәм яңы ФАП-тар ошолай буласаҡ. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro
+8
📌 Башҡортостанда таш уйыу сәнғәте предприятиеларының каталогы төҙөлгән.
Бында төбәктең иң яҡшы ташҡа биҙәк төшөрөүсе оҫталарының эштәре тупланған. Проект Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, "Минең бизнесым" үҙәге ярҙамында тормошҡа ашырылған.
🔹 Баҫма үҙебеҙҙең оҫталарҙы илгә танытыу, дәүләт ярҙамы аша төрлө яҡлап үҫешкә булышлыҡ итеү маҡсатында нәшер ителгән.
🔹 Йыйынтыҡҡа 8 предприятие индерелгән. Улар араһында "Артель" уҡыу-етештереү предприятиеһы, "Девятов и Ко" художество оҫтаханаһы, Илнара Халиҡованың "ИмТаш" флоренция мозаикаһы йорто һәм башҡалар бар.
🔹 Каталогта үҙебеҙҙең оҫталарҙың иң сағыу һәм танылыу яулаған эштәре күрһәтелгән. Билдәле булыуынса, таш уйыу сәнғәте айырыуса Сибай ҡалаһында үҫешкән - уға "Ташты художестволы эшкәртеү һөнәрҙәре һәм башҡорт милли ювелир изделиеларының бөтә донъя үҙәге" дәрәжәһе юҡҡа ғына бирелмәне.
Был баҫмала шулай уҡ һәр предприятие тураһында мәғлүмәт табырға мөмкин.
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro
📌 Ҡуҙғалаҡ бәлеше бешерер мәл етә.
🔹 Ҡуҙғалаҡ С һәм А витаминдарына бай. Уның составында ҡуҙғалаҡ, лимон, аскорбин, алма һәм ҡәһүә кислоталары бар. Был эсәк-ашҡаҙан юлына, йөрәк-ҡан тамыр системаһына ыңғай йоғонто яһай, тиелә.
🔹 Ҡуҙғалаҡ экстракты тромбтар барлыҡҡа килеүен иҫкәртә ала.
🔹 Шулай ҙа һәр нәмәлә сама белеү зарур: күп ашағанда организмға таш ултырыуы ихтимал.
🥧 Һеҙҙең иғтибарға уңған "Ауыл хужабикәһе" Альбина Байгилдинанан ҡуҙғалаҡ бәлеше бешереүҙең бер ысулын тәҡдим итәбеҙ. Ул ҡуҙғалаҡты баҡсаһында үҫтергән.
Видео: "Ауыл хужабикәһе" Альбина Байгилдинанан.
Хәйерле көн ☀️
Май айының оҙайлы ялдары үтеп тә китте. Ә бөгөн Экологик белем биреү көнө икән🌿
💯 Баҡтиһәң, донъяла иң киң таралған ҡый - тәмәке төпсөгө икән. Йыл һайын 4,5 триллиондан ашыу тәмәке төпсөгө ташлана, уларҙа ағыулы матдәләр бар һәм тарҡалғансы тиҫтәләгән йылдар үтеүе ихтимал.
💡 Лампочка, кәрәкмәгән телефон, батарейка һәм башҡа шундай пластик, йәки башҡа төр элементтарҙан торған ҡалдыҡтарҙы мотлаҡ махсус ҡабул итеү урындарына алып барып бирегеҙ - бармаҡ буйлыҡ ҡына батарейка 20 кв.м. ерҙе ағыулай һәм ул тарҡалһын өсөн 500 йылдан ашыу ваҡыт кәрәк буласаҡ.
😱 Уйлап ҡараһаң, кеше 1 бармаҡ буйлыҡ ҡый ташлап, үҙенең 20 быуынын ағыулай, булып сыға.
🌿 Тәбиғәт ҡосағына ял итергә сыҡҡанда пластик стаканды ташлап китер, йәки ҡыпшыр кәнфит ҡағыҙын ҡый һауытынан ситкә быраҡтырыр алдынан ошо хаҡта иҫкә төшөрөгөҙ.
🌿 Саф һауа, таҙа һыу, уңдырышлы тупраҡ, йәшеллек һәм йәм - һәр кемебеҙҙән башлана!
🔥 "Атайымдың яратҡан йыры",- ти Марсель Сәлихҡолов.
Ул - 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы яугиры Әғзәм Сәлихҡоловтың улы. "Сибай" йырын башҡара.🔹 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әғзәм Ғибат улы 1909 йылдың 19 мартында хәҙерге Башҡортостандың Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуған. Темәс педагогия училищеһын тамамлай. 🔹 275-се кавалерия полкының 76-мм полк артиллерияһында орудие ҡороусыһы, 31-се айырым танкҡа ҡаршы истребителдәр бригадаһында, 230-сы армия запас уҡсылар полкында минометсы булып хеҙмәт итә. 🔹 1945 йылда әйләнеп ҡайта һәм 25 йыл Әмин мәктәбендә балаларға белем бирә. Видео: Баймаҡ районының Темәс тарихи-мәҙәни үҙәге. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro
⚡ "Айғыр малға ни етә - йөрөй белгән кешегә, Туған илгә ни етә - ҡәҙерен белгән кешегә?"- тиелә башҡорт халыҡ мәҡәлендә. Ә был видеола - башҡорт тоҡомло аттар🔥 Башҡорт атына ни етә, тип тә ебәрәйек 😍 Видео: Сәғитйән Идиәтуллин.
📌 "Мин башҡорт түгел, әммә..."- төрөк ҡыҙы Сыла башҡорт теле нигеҙҙәренә төшөнә һәм көн һайын башҡортса яңы һүҙҙәр өйрәнә 👍
📌 Боронғо башҡорт өйөн күрергә Урмансы ауылына барығыҙ!
Салауат районы Урмансы ауылында йәшәүсе Лидиә һәм Сафуан Сәйетғәлиндар ҡарт олаталары һалған йорттарҙа музей ойошторған. Был ике йорт бер быуат элек һалынған. Унда башҡорт халҡының көнкүреше сағылыш тапҡан, бик ҡыҙыҡлы ҡомартҡылар һаҡлана.
🔥 Башҡорт ауылы музейы "Янғантау" геопаркы биләмәһендә. Бында йыл әйләнәһенә Рәсәйҙән генә түгел, сит илдәрҙән дә кеше бик күп килә.
Видео: Ләйсән.
📌 "Толпар" күргәҙмәһен барып ҡарағыҙ 😉
Күсмә халыҡтарҙың Евразия музейының "Турахан" визит-үҙәгендә рәссам Гөлшат Закированың бына шундай күңелдәрҙе елкендергес ижад емештәре ҡуйылған.
Әйткәндәй, был эштәрҙе ҡарарға һәм... һатып алырға ла мөмкин 🔥
Күҙ йәштәренә быуылып:
- Әсәй, мин ҙур үҫкәс һалдат булам да, беҙҙең Родинаны защищу, - ти Ҡаһарман....🫡😍🥹 Ул гел шулай тип хыллана былай, йә ковбой булам ти, йә полиция, йә һалдат...✊🏻
- Әсәй, бер генә кеше үлһә лә ҙур потеря ивет, ә 30 миллион кеше уже совсем...- тип йәшенә төйөлә Ихтияр. Мин дә, һуғыш ваҡытында һәр өйгә килгән Ҡара хаттар, ирһеҙ ҡалған ҡатындар, атайһыҙ ҡалған балалар, бөтә малайҙарын һуғышҡа оҙатып көтөп ала алмаған әсәйҙәрҙе уйлап илай яҙып ултырам.
- Әсәй, әле лә һуғыш бара ивет? Ә беҙ хәҙер кем менән һуғышабыҙ? - тип һорай Ихтияр.
- Бөгөн беҙ элекке дуҫыбыҙ - Украина менән һуғышабыҙ. Украина аша Америка һуғыша беҙҙең менән.
- Ә дрондарҙы беҙгә Украинанан осоралармы?
- Эйе...дрондар осороп торһалар ҙа, һуғыш Рәсәйҙә бармай, беҙҙең һалдаттар границаны ныҡ һаҡлайҙар, беҙҙең оборона һаҡлай беҙҙе...
Тынып торалар. Шунан Ихтияр:
- Әсәй, ә кешеләр нимәгә һуғышалар ул? - тип һорай...
Мин был һорауына яуапты бик оҙаҡ итеп, ентекләп аңлаттым...🫨
Һәм, һуғыш, Еңеү көнө тураһында асығын әйтеп һөйләшкәс, балаларым был көндөң мөһимлеген, беҙҙең тарихыбыҙҙың бөйөклөгөн аңлағас, бигерәк тә аңларға тырышып, ҡыҙыҡһынып һорау биргәстәре күңелгә рәхәт булып ҡалды. Ихтиярға 8 йәш, Ҡаһарманға 6... Ошо көндән алып улар бер ни тиклем үҙгәрҙеләр һәм үҫтеләр, әхлаҡи яҡтан үҫтеләр...💪🏻
Аңлы, үҙ илен, халҡын, тәбиғәтен, был донъяны бөтә ағы-ҡараһы менән яратҡан балаларым үҫеп килеүе беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Киләсәгебеҙ ышаныслы, тип уйлайым...🇷🇺❤️
Төнөн генә ҡайтып яттыҡ ул көндө. Ә бөгөн иртәнге сәй артында, парад көтөп ултырғанда телевизор ситендәге "9 мая" яҙыуын күреп ҡалды ла:
- Хәҙер минең өсөн 9 һаны - иң изге һан, ә май айы - иң изге ай, - тип әйтеп ҡуйҙы Ихтияр улым.
- Ищеү беҙҙең Рәсәй иң изгеһе... - тип дауам итте Ҡаһарманы...😇❤️💙🤍
Малайҙарыма ҡарап ғорурлыҡтан да, тарихыбыҙҙағы шул вәхшилектән тетрәнеп тә илағы килә шул...🥹 Еңеү көнө бит...Бөйөк Еңеү көнө! 🫡🇷🇺🎉 Был көн минең өсөн айырыуса бер изге һәм мөһим көн ине...Хәҙер малайҙарымдыҡы ла...✊🏻✊🏻✊🏻
Таңсулпан РӘСҮЛ сәхифәһенән.
Еңеү көнөнә һандар өҫтәлгән һайын, беҙ үҫкән һайын ул көн ҡәҙерлерәк, һағыштары тәрәнерәк була бара. Илебеҙҙәге, Бөтә донъялағы бөгөнгө ваҡиғалар ҙа 81 йыл элек Еңеүебеҙгә бер ҙур мөһимлек өҫтәй... Ә йөрәктәр был көндө Ватаныбыҙ өсөн йәндәрен аямаған 30 миллионға яҡын Ватандашыбыҙҙы, Олатай-өләсәйҙәребеҙҙе йәлләп һыҡтаһа, икенсе яҡтан, Бөйөк илебеҙ өсөн ярһып ғорурлана... Һәр хәлдә минеке!
Был көн минең өсөн айырыуса бер изге һәм мөһим көн...ине... Йыл һайын ғаиләбеҙ менән йә Үлемһеҙ полктан үтәбеҙ, йә байрам майҙандарын, парадты ҡарайбыҙ, атайыбыҙ Уҡытыусылар ансамбле менән концерттарҙа ҡатнаша... Ә быйыл беҙ иртәнге рәттә телевизорҙан Мәскәүҙәге парадты ҡарап сыҡтыҡ... Парад алдынан Рәсәйҙең һәм Еңеүсе державаның байраҡтарын майҙанға индергәндә үк күҙ йәштәремде тыя алманым, улай ғына ла түгел, йылға булып аҡты улар...😌😁
Хәйер, кисәнән бирле илайым инде мин...😁 Сөнки, ниһайәт, кисә балаларым менән ул мөһим һөйләшеү тормошҡа ашты...✌
- Иртәгә Еңеү байрамы, иртәгә тағы Өфөгә байрам ҡарарға киләбеҙ. 81 йыл элек беҙ Еңдек, шуға байрам, - тием балаларға.
Йылы, матур май кисендә Салауат баҡсаһында ултыра инек өсәүләп.
- 81 йыл элек һуғыш булдымы ни? - тип һағайып ҡалды Ихтияр.
- Эйе. Беҙҙең Илебеҙҙе баҫып алырға теләгәндәр ҙә, һуғыш иғлан иткәндәр...
- Ә кемдәр?
- Немецтар. Шулай тигән милләт бар, Башҡорттар, Урыҫтар, китайҙар, француздар кеүек, немец тигән милләт бар...
Минең яйлап аңлатып бөткәнемде лә көтмәй һорау яуҙыралар:
- Ә улар ҡайҙа йәшәй?
- Германияла йәшәйҙәр...
- Ә улар нимәгә Рәсәйгә һуғышырға килгән?
- Улар бөтә донъяны баҫып алырға теләгән. Немецтар үҙҙәрен арийцтар тип йөрөтәләр. Улар бөтә башҡа милләттәргә ҡарағанда ла үҙҙәрен иң юғары кеше итеп уйлағандар, бөтә милләттәр түбәнге сорт, үҙҙәрен юғары сорт тип һанағандар. Шуға, иң ҙур Рәсәйҙе баҫып алып, беҙҙең өлкән олатай-өләсәйҙәрҙе ҡол итеп алырға, үлтерергә, ерҙәребеҙҙе, бөтә байлыҡтарыбыҙҙы баҫып алырға теләгәндәр...
- Ә беҙҙең байлығыбыҙ бармы?
- Бар. Рәсәйҙең, Башҡортостандың ер аҫты тулы нефть, алтын, көмөш, аҫыл таштар...
- Ә нимә була ул ҡол?
- Ҡол - ул раб була русса. Ҡолдоң бер ниндәй ҙә кеше праваһы булмаған, ирекле йәшәй алмаған, уның хужалары ауыр эш эшләткән, аҡса түләмәгән, хатта ҡайһы берҙә ашарға ла бирмәгән...
Шул саҡ Ихтияр, бөтөнләй аңлы, ололарса һорауҙар бирә башланы.
- Ә беҙҙең дуҫтарыбыҙ булғанмы һуғыш башланғанда?
- Булған, улар СССР тигән бер ил булдырып шунда тупланған.
- Ә ҡайһы илдәр беҙҙең менән дуҫ булған?
- Беҙҙең эргәләге илдәр: Белоруссия, Украина, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Әзербайжан, Үзбәкстан, Молдовия һәм башҡа илдәр бергә йыйылып СССР тигән держава төҙөгәндәр. Ә төп дуҫтарыбыҙ Америка менән Ҡытай булған.
- Ә Германияның дуҫтары кем булған?
- Италия, Япония, Румыния, Венгрия, Словакия, шундай илдәр... Германия башта Европаның яртыһын баҫып алған: Австрияны, Польшаны, Данияны, Норвегияны, Бельгияны, Нидерланданы, Францияны, Югославияны, Грецияны... Германия Польшаны 36 көн эсендә баҫып алған, Грецияны 24 көн эсендә, Югославияны 10 көн эсендә, Бельгияны 18 көн эсендә, Нидерланданы 5 көн эсендә, Люксембургты 24 сәғәт эсендә,
Данияны 6 сәғәт эсендә баҫып алған... Ә Рәсәй менән 4 йыл һуғышҡан! 4 сәғәт тә түгел, 4 көн дә түгел, 4 ай ҙа түгел, ә дүрт йыл һуғышҡан. Беҙҙең өлкән олатайҙар-өләсәйҙәр ныҡ итеп һуғышҡан, беҙҙең Илебеҙҙе Германия баҫып алмаһын өсөн, дүрт йыл буйы һуғышҡандар. Ныҡ итеп яраланғандар, ашарға булмаған, асыҡҡандар, арығандар, ауырығандар, тик барыбер бирешмәгәндәр. Беҙҙең 30 миллионға яҡын кеше үлеп ҡалған... - тип яйлап аңлатам.
Ә уларымдың күҙҙәрендә йәш... 30 миллионға яҡын кешенең ныҡ күп икәнен аңлайҙар күрәһең...
- Ул кешеләр, беҙҙең олатайҙар-өләсәйҙәр йәш кенә көйө, хәҙер беҙ һеҙҙең менән ошо матур ғына, тыныс ҡына Илдә йәшәһен өсөн тырышҡандар, илебеҙҙе, Башҡортостаныбыҙҙы дошмандарға бирмәҫ өсөн үҙҙәрен йәлләмәгәндәр, батыр булғандар, ҡаһарманлыҡ күрһәтеп немецтарға ҡаршы торғандар һәм үлгәндәр, - тип дауам итәм...
⭐ Күренекле башҡорт яҙыусыһы, журналист, шағир Мөхөтдин Тажиҙың "Сәскә" тип аталған шиғырын М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры Линар Бәитов яттан һөйләй.
+2
⭐ Билдәле гимнаст, телевизион тапшырыуҙарҙың алып барыусыһы Ләйсән Үтәшева үҙенең ата-бабалары тураһында хәтирәләре менән бүлешкән һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткергән.
🔥 Ләйсән Үтәшеваның атаһы яғынан ҡарт олатаһы Абдулла Үтәшев һуғышта һәләк булған. Ҡарт олатаһының бабайы (дядя) Николай ҙа вафат була - фронтҡа юлланған эшелон бомбаға тотолоп, ғүмере иртә өҙөлә.
🔥 Әсәһе яңынан ҡарт олатаһы Кирәев Әҙелгәрәй Мөхәмәткирәй улы рота командиры була.
💯 "1943 йылда атакаға барғанда снаряд ярсығы тейеп, ҡаты яралана. Мөғжизә менән кире әйләнеп ҡайта, ул саҡта 6 ғына йәшлек олатайымды ҡосаҡлай һәм йән бирә..."- тип яҙған Ләйсән Үтәшева. 🔥 Ул шулай уҡ тормош иптәше Павел Воляның да ҡарт олатаһы Павел Балакирев артобстрел мәлендә һәләк булыуы, әсәһе яғынан олатаһы Курск дуғаһында булыуы һәм һуғыш тураһында һөйләргә яратмауы, ә өләсәһе госпиталдә эшләүе хаҡында яҙған.
💯 "Ә минең нәнәйем һәм олатайым - һуғыш йылы балалары. Бәләкәй генә саҡтарынан фронтҡа ярҙам иткәндәр: баҫыуҙа эшләгәндәр, йыя алған бөтә нәмәне фронт өсөн йыйғандар. Ошондай тарихтарҙы тыңлаһаң, күҙҙәргә йәш эркелә һәм тормошто, тыныслыҡты һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе бөтөнләй икенсе төрлө баһалай башлайһың... Быны үткән барыһына ла тәрән баш эйәм. Һуғышҡан, көткән, тылда ауырлыҡтарҙы еңгән, бала сағын һуғыш алып киткән барыһына ла. Рәхмәт. Мәңгелек хәтер",- тип яҙған билдәле яҡташыбыҙ. Ләйсән Үтәшеваның тамырҙары - Башҡортостандың Әлшәй районында. Фото: Ләйсән Үтәшеванан.
⭐Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығы уңайынан Өфөлә бөгөн иртәндән тантаналы саралар үтте. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров һәм башҡа дәүләт, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ҡала халҡы Еңеү яулаған яҡташтарыбыҙҙы хөрмәтләп хәтергә алды, иҫтәлекле урындарға сәскәләр һалды.
💯 "9 Май - һәр беребеҙ өсөн мөһим көн. Бөгөн беҙ ветерандар алдында баш эйәбеҙ, фронтовиктарҙың ҡаһарманлығын данлайбыҙ, тыл эшсәндәренә рәхмәт әйтәбеҙ. Беҙҙе ташлап киткән геройҙарға хөрмәт белдерәбеҙ. Илебеҙгә оҙаҡ көтөп алынған Еңеүҙе килтергән барыһын да иҫкә алабыҙ. Һәр береһе менән ғорурланабыҙ. Бөгөнгө көндә был изге байрам айырым мәғәнәгә эйә. Беҙҙең ир-егеттәр - МХО-ла ҡатнашыусылар, олаталары һәм ҡарт олаталары кеүек үк, йәнә һуғыш яланында Ватанды һаҡлай. Улар махсус хәрби операция маҡсаттарын уңышлы үтәй, ә бөтә республика, тиҫтә йылдар элек кеүек үк, яҡташтарына ярҙам итә. Еңеү мотлаҡ беҙҙә буласаҡ, беҙ бының өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Ҡаһарман ата-бабаларыбыҙ аяҙ күк йөҙө өсөн юғары хаҡ түләгән һәм беҙ уны киләһе быуындарға һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ. Бөйөк Еңеү көнө менән!",- тип ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығы менән! 🎆 Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro
❓ Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһында булғанығыҙ бармы?
✅ Юҡ икән, бына ошо видеонан ҡарап уның турала белә алаһығыҙ.
Видео: Эльза Миҙхәтовна.
⭐ "Беҙ махсус хәрби операцияла булғанлыҡтан, Бөйөк Еңеү нисек бирелгәнен яҡшы аңлайбыҙ. Атай-олатайҙар алдында баш эйәбеҙ",- ти "Ватан" позывнойлы яугирыбыҙ. Байрам менән ҡотлап, ҡурайҙа ла уйнаған 👏
Вже доступно! Дослідження Telegram за 2025 — головні інсайти року 
