БСТ | Яңылыҡтар
الذهاب إلى القناة على Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
إظهار المزيد1 979
المشتركون
-224 ساعات
-47 أيام
-1430 أيام
أرشيف المشاركات
1 980
Юлыҡ ауылы халҡы яугирҙар өсөн 100 банка быҡтырылған ит әҙерләне
Баймаҡ районының Юлыҡ ауылы уңғандары махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән яугирҙарға күстәнәс әҙерләне. Файҙалы эш башҡарып берҙәмлектә-көс икәнлеген тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.
1 980
11 ноябрҙә киске сәғәт етелә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш үтә
Республика етәксеһе халыҡ һорауҙарына «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы», «Рәсәй-24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм», UTV телеканалдары, шулай уҡ «Юлдаш» радиоһы тура эфирында һәм социаль селтәрҙәрҙә яуап бирәсәк. Тура бәйләнешкә һорауҙарҙы бер нисә юл менән ебәрә алаһығыҙ.
1 980
Үҫеп килеүсе быуындың сәләмәтлеге һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә
Шуға ла республикала мәктәп медицинаһы планға ярашлы үҫешә. Бөгөн белем усаҡтарында 600-гә яҡын лицензиялы медицина пункты иҫәпләнә, уларҙа 233 табип-педиатр һәм 570 урта медицина белеме булған хеҙмәткәр эшләй. Иң мөһим йүнәлеш-стоматология тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан башлығы.
1 980
Өфөлә түләүле парковкаларға хаҡ артыуы ихтимал
Был турала бөгөн баш ҡала хакимиәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде. Ҡала хакимиәтенең транспорт һәм бәйләнеш идаралығы етәксеһе Олег Хмарин билдәләүенсә, урамдарҙың ҡайһы бер участкаларында парковкалау урындары етмәй һәм ҙур һорау менән файҙаланыла. Бындай урындарҙа хаҡтарҙы күтәреү мәсьәләһе өйрәнелә. Әлегә түләүле парковка системаһына 100 меңдән ашыу кеше теркәлгән.
1 980
Рәсәйҙә йыл әйләнәһенә хәрби хеҙмәткә саҡырыу башлана
Дәүләт Думаһы законға төҙәтмәләр ҡабул итте. Уға ярашлы, киләһе йыл башынан запаста булмаған граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу 1 ғинуарҙан 31 декабргә тиклем дауам итә. Хәрби хеҙмәт үтеү урындарына йылына ике тапҡыр – 1 апрелдән 15 июлгә һәм 1 октябрҙән 31 декабргә тиклем оҙаталар. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт итеү урындарына башҡа ваҡытта ебәрергә тейешле граждандар исемлеге ҡарала. Ҡанун проекттары авторҙары фекеренсә, яңы сроктар хәрби комиссариаттарға йөкләмәне бер тигеҙ бүлергә мөмкинлек бирәсәк. Бынан тыш, яңы закон буйынса повестка буйынса йыйылыу пунктына 30 көндән һуңға ҡалмайынса килеп етергә кәрәк була. Закон рәсми баҫылып сыҡҡандан һуң көсөнә инә.
1 980
Башҡортостан ветерандары ил беренселегендә сығыш яһай
Башҡортостандан “Булат” махсус хәрби операция ветерандары командаһы следж-хоккей буйынса Рәсәй чемпионатында ҡатнаша. Турнир Һамарҙа “Беҙҙең заман геройҙары” кубогы барышында үтә. Илдең иң көслө 8 командаһы финалға сығыу һәм чемпион булыу өсөн көрәшә. “Булат” - “Кировец” хоккей клубы нигеҙендә төҙөлдө. Ул тулыһынса махсус хәрби операция ветерандарынан тора.
1 980
Өфөлә дүртенсе тапҡыр Тыуған яҡты өйрәнеүселәр республика форумы уҙҙы
Мәртәбәле сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналды. Район-ҡалаларҙан йыйылған белгестәр алдында Милли китапхана, архив хеҙмәткәрҙәре сығыш яһап, фондтарҙа һаҡланған тарихи документтар менән таныштырҙы. Тарихи хәтерҙе һаҡлауҙа тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең роле юғары булыуы билдәләнде.
1 980
Республикала 12 ялған составлы аҡ май һатыу осрағы асыҡланған
Башҡортостан һынау лабораторияһы йыл башынан алып 200-гә яҡын һөт продукцияһы өлгөләрен тикшергән. Улар араһында социаль учреждениеларҙа бешереү өсөн ҡулланылған һәм һатыуға сығарылған майҙарҙың бер өлөшө нормаға тап килмәүе билдәләнә.
1 980
Башҡортостан Ватан яугирҙары ғаиләләре комитетының «Герой һәм көслө ҡатындар дәүере» проекты старт алды
Башҡортостан Ватан яугирҙары ғаиләләре комитетының «Герой һәм көслө ҡатындар дәүере» проекты старт алды. Проект тормош иптәштәре махсус хәрби операцияла булған ҡатын-ҡыҙҙарға психологик ярҙамды күҙ уңында тота. Ҡатнашыусылар бер йыл дауамында онлайн һәм офлайн форматта уҡыуҙар үтәсәк.
1 980
Башҡортостанда йәшәүселәргә пенсия һәм пособиелар ваҡытынан алда киләсәк
Халыҡтар берҙәмлеге һәм ял көндәре уңайынан Башҡортостанда йәшәүселәргә пенсия һәм пособиелар ваҡытынан алда киләсәк. Бындай ҡарар банктар аша ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләүҙе һайлаусыларға ҡағыла. Социаль фондан хәбәр итеүҙәренсә, пенсияларын ғәҙәттә 3 ноябрҙә алыусыларға ул ноябрҙең тәүге көнөндә күсерелә. 5 ноябрҙән банк аша түләүҙәр стандарт график буйынса башҡарыла. Аҡса автомат рәүештә таратыла.
1 980
Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнешкә мөрәжәғәттәр рәсми рәүештә ҡабул ителә башланы
Бөгөн Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнешкә мөрәжәғәттәр рәсми рәүештә ҡабул ителә башланы. Ул 11 ноябрҙә киске сәғәт етелә үтә. Радий Хәбиров халыҡ һорауҙарына «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы», «Рәсәй-24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм», UTV телеканалдары, шулай уҡ «Юлдаш» радиоһы тура эфирында һәм социаль селтәрҙәрҙә яуап бирәсәк. Тура бәйләнеш былтырғы һымаҡ берләштерелгән форматта була, йәғни һорауҙарҙы студиялағы журналистар ҙа, йәмәғәтселек тә бирә ала.
1 980
Радий Хәбиров Именлек Советының Волга буйы федераль округындағы күсмә кәңәшмәһендә ҡатнашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Именлек Советының Волга буйы федераль округындағы күсмә кәңәшмәһендә ҡатнашты. Уны Рәсәй Именлек Советы секретары Сергей Шойгу Түбәнге Новгородта үткәрҙе. Осрашыуҙа Волга буйы федераль округы субъекттары етәкселәре, министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре йыйылды.
1 980
Башҡортостандың йәш актерҙары халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр инклюзив фестиваленә әҙерләнә
Төньяҡ Осетияла үтәсәк конкурста балалар Эрик-Эммануэль Шмидттың «Оскар һәм Алһыу Ханым» «Оскар и Розовая Дама» хикәйәһе буйынса спектакль күрһәтәсәк. Сәфәр алдынан спектаклде улар тыуған сәхнәһендә ҡуйҙы. Әҫәр 12 көн генә йәшәргә ҡалғанын белгән малай тураһында. Тылсым тыуҙырыусы ханым был ваҡытты оҙонайтыуға өлгәшә. Мауыҡтырғыс сәхнә әҫәре дуҫлыҡ менән имандың мөғжизәләр тыуҙырыуы тураһында.
1 980
Өфөлә ғәрәп теле буйынса курс башланды
Өс көнлөк уҡыуҙар Рәсәй ислам университеты майҙансығында үтә. Унда студенттарға үҙҙәре тел өйрәтеүсе юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары һәм ғалимдар ҡатнаша. Тыңлаусылар ғәрәп телен өйрәнеүҙең алдынғы методикалары менән танышасаҡ. Төп иғтибар практик аралашыуға һәм уҡытыу барышында осраған төп проблемаларға йүнәлтелә.
1 980
Башҡортостанда сәнәғәт үҫешә: 60 млрд һум инвестициялар һәм 4 мең яңы эш урыны
Яҡынса 60 млрд һумлыҡ инвестициялар һәм 4 меңдән ашыу яңы эш урыны. 2017 йылдан алып Башҡортостандың сәнәғәтте үҫтереү фонды эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә төбәктә 202 проект тормошҡа ашырылған. Әйтәйек, Өфө районындағы предприятиеларҙың береһе ярҙам сараларын ҡулланғандан һуң телекоммуникациялар, автоматлаштырыу һәм электрификация өсөн тәғәйенләнгән металл корпус һәм шкафтар производствоһын дүрт тапҡырға арттырасаҡ.
1 980
Башҡортостан Башлығына мөрәжәғәттән һуң Һәйтәк ауылында уттар янды
Балтас районы Һәйтәк ауылы урамдарында төнгө сәғәттәрҙә лә яҡты. Зәүҡиә менән Рәлиф Әҡсәновтар ейәненең республика Башлығы Радий Хәбировҡа тура бәйләнеш ваҡытында мөрәжәғәтенән һуң ауылда уңайлы мөхит булдырыла. Электр бағаналары яҡтыртыла. Тораҡ пункт тормошондағы ыңғай үҙгәреш хаҡында киләһе яҙмала.
1 980
Республикала ҡотҡарыусыларға эмоциональ яныу менән көрәшергә ярҙам итәләр
Республикала көн һайын тиерлек ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлә, ҡотҡарыусылар ярҙамға беренсе булып килә. Әммә эш көндәренән һуң уларға ла ярҙам кәрәк, тәү сиратта психологик яҡтан. Эмоциональ яныу менән көрәшеү өсөн хеҙмәткәрҙәргә психологик бушаныу бүлмәһе эшләй.
1 980
Иглин районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ирекмәндәр менән осрашты
Бейбаҡты ауылының «Иман» мәсетенә өс яугир килде, улар ярҙам күрһәтеүселәргә рәхмәт белдерҙе. Ике йылдан ашыу ирекмәндәр маскировка селтәрҙәре үрә, костюмдар тегә, окоп шәмдәре етештерә. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар өйҙә сәксәк бешереп, йөн ойоҡбаштар бәйләп оҙата.
1 980
Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальоны хеҙмәт иткән полк гвардия исемен алды
Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальоны хеҙмәт иткән 57-се мотоуҡсылар полкына «гвардия» тигән маҡтаулы исем бирелде. Был туралағы указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. 57-се мотоуҡсылар полкы яу яланында күрһәткән батырлығы, ҡаһарманлығы һәм сыҙамлығы өсөн юғары хөрмәткә лайыҡ булды һәм был тулыһынса беҙҙең яугирҙарға ла ҡағыла, ти яҙған социаль селтәрҙәрҙә
1 980
Башҡортостанда Владимир Жириновскийҙы иҫкә алалар
2026 йылда уның тыуыуына 80 йыл тула. Республика башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән юбилей сараларын әҙерләү һәм уҙғарыу тураһында ойоштороу комитеты булдырыла. Уны Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы рәйесе Константин Толкачев етәкләй, составка Парламент, Республика башлығы идаралығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Мәҙәниәт министры вәкилдәре индерелгән. Сәйәсмән Владимир Жириновский 2022 йылдың апрелендә вафат булды.
