БСТ | Яңылыҡтар
Открыть в Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Больше1 964
Подписчики
-124 часа
Нет данных7 дней
-1030 дней
Архив постов
1 963
2024 йыл метеокүҙәтеүҙәр тарихында иң эҫе йыл тип танылды
Ҡыш, яҙ һәм йәй айҙары төньяҡ ярымшарҙа үтә йылы булған. Шулай уҡ июль айында тәүлектәге уртаса температура буйынса рекорд теркәлгән. Синоптиктар фаразлауынса 2025 йыл да эҫе була, әммә температура буйынса үтә юғары күрһәткестәр көтөлмәй.
1 963
Башҡортостан йәш фехтование оҫталары Ҡазанда Рәсәй турнирында еңеү яуланы
Унда 15 йәшкә тиклемге кадеттар ҡатнашты. Башҡортостан йыйылма командаһы турнир һөҙөмтәһе буйынса алтын миҙалдарға лайыҡ булды. Шулай уҡ шәхси беренселектә Өфөнән Полина Перетятько көмөш миҙал алды, тип хәбәр итәләр Республика спорт министрлығынан.
1 963
Башҡортостан шифаханаларына ихтыяж арта
Вице-премьер-Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдереүенсә, республика шифаханаларында ял итеүселәр һаны буйынса Рәсәйҙә алдынғылар иҫәбендә. Төбәктең һаулыҡты нығытыу үҙәктәрендә быйыл йәй 66 меңгә яҡын кеше булған. Ҡойо, геотермаль газ һәм ҡымыҙ ярҙамында дауаланыу иң популяр йүнәлештәр.
1 963
Өфөнән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөсәйрә Фәтихова 105 йәшлек юбилейын ҡаршыланы
Матур ғүмер байрамы менән уны мәктәп уҡыусылары һәм БЮТ ижади төркөмө тәбрикләне. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1 963
Өфөлә күренекле ғалим Мазһар Иҫәнбаев менән хушлаштылар
Академик, иҡтисад фәндәре докторы, профессор. Өфөлә күренекле ғалим Мазһар Иҫәнбаев менән хушлаштылар. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре 89-сы йәшендә вафат булды. Һуңғы көндәренә тиклем Мазһар Насип улы Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтында эшләй. Ул Башҡортостандың иҡтисади һәм социаль үҫешенең төп йүнәлештәрен әҙерләүгә ҙур өлөш индерә.
1 963
Өфөлә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең сираттағы төркөмө Донбассҡа юлланды
Яңы йылды ғаилә менән ҡаршылап йәнә алғы һыҙыҡҡа. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең сираттағы төркөмө Донбассҡа юлланды. Ғәҙәттәгесә, үҙәкләштерелгән оҙатыу тантанаһы «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда үтте. Ватан һаҡсылары отпускты башлыса өйҙә, яҡындары менән үткәрә, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итә.
1 963
Радий Хәбиров Башҡортостан журналистарын Рәсәй матбуғаты көнө менән ҡотланы
13 ғинуарҙа журналистар һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын – Рәсәй матбуғаты көнөн билдәләй. Ошо байрам айҡанлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика журналистарын ҡотланы.
Башҡортостандың дәүләт киң мәғлүмәт сараларында ғына 2,5 меңдән ашыу кеше эшләй. Республикала гәзит-журналдар 6 телдә сыға.
1 963
Өфөнөң Нуғай ауылында яңы балалар баҡсаһы төҙөлә
Ул Еңеүҙең 65 йыллығы урамында, 147-се мәктәп янында урынлаша. Баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте башлығы Антон Тарасов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала хәбәр иткән. “Был объект ҙур әһәмиәткә эйә. Район тиҙ үҫә, белем һәм тәрбиә биреү учреждениеларына ихтыяж арта. Эштәр быйыл башлана. Төҙөлөштө контролдә тотасаҡмын”, - тип яҙған хакимиәт башлығы.
1 963
Рәсәйҙә апрелдә социаль пенсия индексациялана
Дәүләт Думаһы депутаты Никита Чаплин ошо турала белдерҙе. Социаль пенсия 14,75 процентҡа арта тине ул. Уның һүҙҙәренсә, илдә йыл аҙағына тиклем уртаса түләүҙәр 15 мең 456 һум була. Социаль фонд башлығы Сергей Чирков белдереүенсә, Рәсәйҙә 42 миллиондан ашыу кеше пенсия ала.
1 963
Өфөлә 2025 йылда йәрминкә уҙғарыу урындары билдәләнде
Хакимиәт башлығы Ратмир Мәүлиев тейешле документҡа ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, сауҙа майҙансыҡтары ҡаланың һәр районында була. Ҡышын һәм март айында ит йәрминкәләре ойошторола. Апрелдән июнгә тиклем халыҡҡа баҡса эштәре өсөн кәрәк-яраҡ тәҡдим ителә. Шулай уҡ еләк, бал менән сауҙа ҡаралған. Көҙгө айҙарҙа ауыл хужалығы йәрминкәләре була.
1 963
«Торатау» геопаркында тәүге тапҡыр ат сабышы буйынса турнир үтте
Мәртәбәле ярышта республиканың төрлө райондарынан йыйылған һыбайлылар ҡатнашты. Турнир сиктәрендә ылаҡ, уҡтан атыу буйынса ярыш уҙғарылды, ҡунаҡтар өсөн йәрминкә һәм концерт ойошторолдо. Тулыраҡ мәғлүмәт киләҙе яҙмала.
1 963
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Мазһар Иҫәнбаев арабыҙҙан китте
Иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Мазһар Иҫәнбаев арабыҙҙан китте. Мазһар Насип улы 1936 йылда Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылында тыуған. Темәс педагогия училищеһын һәм Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1963 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлегендә эшләй. Мәрхүм менән хушлашыу 12 ғинуарҙа көндөҙгә сәғәт 1-ҙә Октябрь проспекты, 71 адресы буйынса Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгендә үтәсәк.
1 963
Өфөлә туған телдәр буйынса республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде
Интеллектуаль бәйге Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан 9-11 класс уҡыусылары араһында барҙы. Йәмғеһе 141 үҫмер татар, сыуаш, мари, удмурт һәм мордва теле һәм әҙәбиәте буйынса белемен һынаны. Олимпиадала балаларҙың яҙма һәм телмәр оҫталығы баһаланды. Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика художество гимназия-интернатында уҙған еңеүселәрҙе билдәләү тантанаһында финалистарҙы Мәғариф һәм фән министрлығы, Хөкүмәт вәкилдәре сәләмләп, бүләктәр тапшырҙы.
1 963
Бөрө ҡалаһында бишенсе тапҡыр «Бөрө билмәндәре» аш-һыу фестивале үтте
Был юлы ул 8 билмән етештереүсене һәм меңдән ашыу ҡунаҡты бер майҙанға йыйҙы. Бөрө ҡалаһы брендтарының береһенә әйләнгән сара был юлы башҡа район туристарын да күпләп йәлеп итте.
1 963
Шаран районы халҡы махсус хәрби операцияға ярҙам итеүен дауам итә
Шаран районы халҡы махсус хәрби операцияға ярҙам итеүен дауам итә. Әйтәйек, Дүртөйлө ауылындағы ирекмәндәр штабы 2022 йылдың мартынан бирле эшләй. Яҡташ яугирҙарыбыҙ өсөн улар маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре яһай, туҡмас ҡырҡа, бейәләй-ойоҡбаштар бәйләй. Был уларҙың йөрәк ҡушыуы буйынса башҡарылған эштең бер өлөшө генә.
1 963
Өфөлә «Тыуған илгә хыянат итмәйбеҙ» хәйриә концерты үтте
Тыуған илгә хыянат итмәйбеҙ. Республика быйылғы мәҙәни саралар программаһын бөгөн «Башҡортостан» концерт залында ошондай исем аҫтындағы хәйриә концерты менән башлап ебәрҙе. Һәм был осраҡлы түгел. 2025 йыл Рәсәйҙә-Ватан һаҡсылары, ә Башҡортостанда-махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителде. Хәйриә концерты Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәмил Баҙамшин тарафынан ойошторолған. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған саранан
1 963
Өфөлә бер табип пациентты 65 мең һумға алдаған
Октябрь район суд мутлашыу статьяһы буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы. Уҙған йылда бер ҡатынды операция эшләү өсөн дауаханаға һалғандар. Пациентҡа мотлаҡ медицина страховкалау полисы буйынса бушлай хеҙмәт күрһәтелергә тейеш булған. Әммә табип операцияның түләүле булыуы тураһында белдергән. Уны тәртип һаҡсылары тотҡан. Суд ҡарары менән табип ике йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителгән.
1 963
Башҡортостан һунарсылыҡ биләмәләрендә рейдтар уҙғарылды
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, инспекторҙар 29 декабрҙән башлап 162 тапҡыр сыҡҡан, 327 һунарсы тикшерелгән. 13 кешенең һунар ҡағиҙәләрен боҙоуы теркәлгән. Бөтә материалдар суд ҡарауына тапшырылған. Бөгөн ҡабан сусҡаһы, бүре, ҡуян һәм төлкөгә һунар рөхсәт ителгән.
1 963
Өфөлә юл инфраструктураһы үҫеше концепцияһы раҫланды
Ул 2042 йылға тиклем иҫәпләнгән. Бының өсөн 253 миллиард һум тотоноу планлаштырыла. Концепцияға ярашлы, юлдарҙа тығындар кәмергә тейеш, хәрәкәт ҡағиҙәләре йыш боҙолған урындарҙа камералар һаны арттырыла. 72 юл объекты төҙөлөшө ҡаралған. Был исемлектә урамдар, күперҙәр күрһәтелгән.
1 963
Башҡортостандан 2 500 бала Ҡыш бабайҙың “ҡыҙыу линияһы”на шылтыратҡан
Был турала Республика Һанлы үҫеш министрлығынан хәбәр итәләр. Балалар телефон номеры һандарын йыйып, ҡыш темаһына йомаҡтар сискән, Ҡарһылыуға Яңы йылға ниндәй бүләк көткәндәрен һөйләгән, Ҡыш бабайға теләктәр ҡалдырған.
