fa
Feedback

فریب کلاهبرداران را نخورید! تل‌متریو این کانال‌ها را شناسایی و برچسب‌گذاری می‌کند 👉 برای مشاهده برچسب، اشتراک تهیه کنید

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
1 970
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-77 روز
-1930 روز
آرشیو پست ها
"Салауат Юлаев" ҡапҡа һаҡсыһы Семен Вязовой менән контрактты оҙайтты Килешеү ике йылға иҫәпләнгән. Уҙған миҙгелдә 22 йәшлек х
"Салауат Юлаев" ҡапҡа һаҡсыһы Семен Вязовой менән контрактты оҙайтты Килешеү ике йылға иҫәпләнгән. Уҙған миҙгелдә 22 йәшлек хоккейсы юлаевсылар өсөн 28 осрашыу уҙғарҙы. Өфө командаһы лигала бронза миҙалдар яуланы.

Урал аръяғы урмандарына инеү тыйыла Әбйәлил, Баймаҡ һәм Бөрйән урмансылыҡтары биләмәләрендә сикләү ҡабул ителә. 26 майҙан 15
Урал аръяғы урмандарына инеү тыйыла Әбйәлил, Баймаҡ һәм Бөрйән урмансылыҡтары биләмәләрендә сикләү ҡабул ителә. 26 майҙан 15 июнгә тиклем, туристарға һәм һунарсыларға инеү тыйыла. Шулай уҡ транспорт менән үтергә ярамай. Сикләү янғын хәүефе ҙур булыуына бәйле, тип хәбәр итәләр Урман хужалығы министрлығынан. Биләмәләрҙә махсус патруль төркөмдәр дежур итәсәк.

1 сентябргә тиклем 35 мәктәп, 2 балалар баҡсаһы һәм 3 колледж яңыртыла Мәғариф объекттарын капиталь ремонтлау буйынса дәүләт
1 сентябргә тиклем 35 мәктәп, 2 балалар баҡсаһы һәм 3 колледж яңыртыла Мәғариф объекттарын капиталь ремонтлау буйынса дәүләт программаһы ғәмәлгә ашырыла. Бөгөнгә контракттар төҙөлгән, тип хәбәр итәләр Республика хөкүмәтенән. Эштәрҙе башҡарып сығыу өсөн 2 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонола. Уның ҙур өлөшө федераль ҡаҙнанан бүленә.

Ил сиге һаҡсылары көнө уңайынан Баймаҡтың уҡыу йорттары командалары хәрби‐спорт ярышында ҡатнашты Ил сиге һаҡсылары көнө уңайынан Баймаҡ ҡалаһының уҡыу йорттары командалары хәрби‐спорт ярышында ҡатнашты. Уны “Дозор” ил сиге һаҡсылары ветерандары ойошторҙо.

Фәнүзә Баһауетдинова тыуған яғында ижадташтары менән осрашты Һөйләр һүҙем бар. «Ашҡаҙар» радиоһының өлкән мәхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фәнүзә Баһауетдинованың тыуған яғы - Стәрлебаш районында хеҙмәттәштәре һәм ижадташ дуҫтары ҡатнашлығында ойошторолған кисә шулай тип аталды.

Езидтар милли-мәҙәни үҙәгенән МХО яугирҙарына гуманитар ярҙам Республикака халыҡтар дуҫлығы йортоноң «Рож» Езиидтар милли-мәҙәни үҙәгенән махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ярҙам. Был ярҙамды мили-мәҙәни ойошма вәкилдәре махсус хәрби операция башланғандан алып туллап алғы һыҙыҡҡа яугирҙарға ебәрә.Маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре, гигиена кәрәк-яраҡтары һәм аҙыҡ-түлектән тыш, был буханка--уазик фронтҡа оҙатыла.

Әбйәлилдә Салауат ятҡылығы буйынса халыҡ менән осрашыу үтте Әбйәлил районында экологтар, биологтар һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә абруй ҡаҙанған белгестәр халыҡ менән осрашты. Район үҙәге Асҡарҙа йәштәр йортонда ла ирҙәр ҡоро уҙҙы. Был хаҡта турылаҡ киләһе яҙмала.

Өфө Халыҡ-ара «ЗаБег.РФ» ярым марафонына ҡушылды Быйыл еңел атлетика буйынса күләмле сара 9-сы йыл рәттән ойошторола. Забег.РФ - илдә иң ҙур спорт сараларының береһе. Быйыл ул Рәсәйҙә генә түгел, башҡа илдәрҙә һәм ҡитғаларҙа йәшәүселәрҙе берләштерҙе. Өфө ҡатнашыусылар һаны буйынса рекорд ҡуйҙы. Стартҡа 3 мең 800 кеше сыҡты.

Башҡортостан мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау тантаналары үтте Быйылғы уҡыу йылын республикала 16 мең ун беренсе һәм 51 мең туғыҙынсы синыф уҡыусыһы тамамланы. Тантаналы линейкаларҙа уҡытыусыларға, мәктәп етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Сығарылыш уҡыусыларын алда ҙур һынау - Берҙәм дәүләт имтихандары һәм һөнәр һайлау көтә.

Башҡортостанда Шәйхзада Бабич исемендәге премия алыуға ғаризалар ҡабул ителә Республика конкурсы әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитект
Башҡортостанда Шәйхзада Бабич исемендәге премия алыуға ғаризалар ҡабул ителә Республика конкурсы әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә уҙғарыла. Йәштәр сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, премия ике йылға бер тапҡыр йәш яҙыусы, рәссам, артист, музыкант һәм режиссерҙарға бирелә. Документтар 1 июлгә тиклем ҡабул ителә. Шәйхзада Бабич исемендәге премияның суммаһы Радий Хәбиров ҡарары менән ярты миллион һумға еткерелде.

Башҡортостанда сығарылыш уҡыусылары мәктәп менән хушлаша Бөгөн “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы уҙа. Мәктәптәрҙә уҡыусылары өсөн тант
Башҡортостанда сығарылыш уҡыусылары мәктәп менән хушлаша Бөгөн “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы уҙа. Мәктәптәрҙә уҡыусылары өсөн тантаналы саралар ойошторола. Быйыл 50 меңдән ашыу уҡыусы 9-ынсы, 15 меңдән ашыу егет һәм ҡыҙ 11-се класты тамамлай.

Яңауыл районында Энергетик ауылына илткән юлда асфальт һалына 3 километр тәртипкә килтерелә. Эштәр "Тормош өсөн инфраструктур
Яңауыл районында Энергетик ауылына илткән юлда асфальт һалына 3 километр тәртипкә килтерелә. Эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы алып барыла. Ремонтты быйыл тамамлау көтөлә, тип хәбәр итәләр Республика хөкүмәтенән. Быйыл милли проект буйынса 680 километр юлды төҙөкләндереү маҡсаты ҡуйыла.

Ғилемгә тәүге аҙым: балалар күренекле башҡорт ғалимдары менән таныша Үҫмерҙәр өсөн өр-яңы проект! «Тамыр»телеканалының мөһим йүнәлеше - үҫеп килеүсе быуынды патриотик яҡтан тәрбиәләү. Шуға ла»Бишек» коммерция булмаған ойошмаһы менән берлектә йәш тикшеренеүселәр өсөн билдәле башҡорт мәғдәнсеһе Исмәғил Тасимов исемендәге «Асыш» медиапроекты ойошторолдо. «Родина» кинотеатрында Баш ҡала мәктәптәре уҡыусылары өсөн күренекле ғалимдар тураһында документаль фильмдарҙың исем туйы үтте

Башҡортостанда студент отрядтарының өсөнсө хеҙмәт семестры асылды Өфөнөң Аксаков паркында үткән байрамда һәр отрядҡа хеҙмәт урындарына юллама тапшырылды. Йәштәр байрамында республиканың бөтә студент отрядтары ҡатнашты. Быйыл республиканың студент отрядтары хәрәкәте ун йыллығын билдәләне. Ошо ваҡыт эсендә унда ҡатнашыусылар һаны алты меңгә тиклем артҡан. Йыл аҙағына күрһәткесте 9 меңгә еткереү бурысы ҡуйылған.

«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан филиалы ойошторолоуға ике йыл Ойошманың эш йүнәлештәре күп яҡлы: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм һәләк булғандарҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү, медик-психологик реабилитация, реабилитацияның техник саралары менән тәьмин итеү, юридик мәсьәләләр, торлаҡ биналарҙы яраҡлаштырыу һәм башҡалар. 2023 йылда хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең проблемалары менән 40 социаль координатор шөғөлләнһә, бөгөн улар 107. Төбәк филиалының функциялары ла киңәйә. Хеҙмәткәрҙәр махсу схәрби операцияла хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙы эҙләү менән әүҙем шөғөлләнә башлай.

Йәмәғәт контроле көсәйә: Әбйәлилдәге комбинат төҙөлөшө халыҡ күҙәтеүендә Әбйәлил районында тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөлөшө ихтималлығына бәйле хәл йәмәғәт күҙәтеүенә алынасаҡ, айырым совет булдырыла. Был турала бөгөн Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Таһир Бәхтигәрәев менән осрашыуында билдәләне.

Башҡортостанда юлдар яңырыуы туристик ағымға этәргес бирә Республика юл инфраструктураһының яңырыуы төбәк туризмы үҫешен дә яйға һала. Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлында алып барылған төҙөлөш эштәре урындағы тәбиғәт һәйкәлдәренә юл аса. Архангел районының Абҙан шарлауығы ял көндәрендә генә туғыҙ меңләп кешене ҡабул итә.

Башҡортостан сәнәғәт күрһәткестәре буйынса Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре иҫәбендә Башҡортостан Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Татарстан менән бер рәттән сәнәғәт производствоһының тотороҡло күрһәткестәренә өлгәште. Төбәк сәйәсәтен үҫтереү үҙәге әҙерләгән доклад йомғаҡтары буйынса ошондай һығымта яһалды. Эш 2025 йылдың яҙында Рәсәй субъекттарында сәнәғәт производствоһы торошон анализлауға арналған.

Башҡортостанда авария хәүефе ҙур булған юл участкаларына иғтибар арта Дәүләт автоинспекцияһы "Ҡаршы һыҙат" тигән операция баш
Башҡортостанда авария хәүефе ҙур булған юл участкаларына иғтибар арта Дәүләт автоинспекцияһы "Ҡаршы һыҙат" тигән операция башланы. Ул 28 майға тиклем дауам итә. Баш автоинспектор Владимир Севастьянов белдереүенсә, республика юлдарында һәләк булыу осраҡтарының 25 проценты машинаның ҡаршы һыҙатҡа сығып аварияға тарыуы менән бәйле. - Юл билдәләренә иғтибар итергә, хәүефһеҙлек талаптарын үтәргә кәрәк, - тине ул.

Өфөнөң «Мирас» йыр һәм бейеү ансамбле ижад миҙгелен сағыу концерт менән тамамланы Ҡала мәҙәниәт һарайындағы сара аншлаг менән үтте. Быйыл коллектив Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Рәсәй мәҙәниәттәренең берҙәмлегенә арналған махсус программа тәҡдим итте. «Офицерҙар» хор йырының премьераһын тамашасылар баҫып тыңланы. Миҙгелдең тағы бер премьераһы - ҡалмыҡ бейеүе. Был миҙгелдә коллектив «Беҙ - Рәсәй» федераль проекты буйынса, Татарстанда һәм Төмән өлкәһендә гастролдәрҙә уңышлы сығыш яһай.