БСТ | Яңылыҡтар
Открыть в Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Больше2 026
Подписчики
Нет данных24 часа
-17 дней
-530 день
Архив постов
2 026
Салауатта «Ғаилә ҡунаҡханаһы» клубы осрашыуы үтте
Ауыр юғалтыу кисереүселәр тураһында хәстәрлек. Салауатта «Ғаилә ҡунаҡханаһы» клубы осрашыуы үтте. Махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың яҡындары өсөн эшләп килгән ойошма «Ватан һаҡсылары» дәүләт фонды филиалы һәм «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте» менән берлектә булдырылған. Бындай осрашыуҙар яҡындарын юғалтыусыларға ярҙам һәм көс бирә, яраланып ҡайтҡан яугирҙарға киләсәккә өмөт уята.
2 026
Өфөлә «Бизнес һаҡсылары» бүләкләнде
Премия эшҡыуарҙар өсөн уңайлы мөхит булдырыусыларҙы һәм уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлаусыларҙы билдәләүгә йүнәлтелгән. Ҡатнашыусылар араһында-коммерсанттар, бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам итеү институттары вәкилдәре, шулай уҡ юристар бар. Уларҙың хеҙмәте 8 номинация буйынса баһаланды.
2 026
Ҡазанда «Һөнәр» фестивале: «Аҡбуҙат» тамашасылар күңелен яуланы
XVII Бөтә Рәсәй «Һөнәр» йәш режиссура фестивалендә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сығыш яһаны. Ижади коллектив башҡорт халыҡ эпосы буйынса әҙерләнгән «Аҡбуҙат» спектаклен тәҡдим итте. Күләмле мәҙәни сара быйыл илдең 10 ҡала театрҙары ҡатнашлығында үтә.
2 026
Өфөнөң һөт заводтарының береһе сеймал эшкәртеүҙе ике тапҡырға арттырырға ниәтләй
Ошо маҡсатта предприятие модернизацияға 5 миллиард һумдан ашыу аҡса һалып, тәүлегенә 500 тонна һөт етештереүҙе күҙ уңында тота. Киләһе биш йыллыҡта компания ассортиментты киңәйтеү бурысын да ҡуйған. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, республикала 2030 йылға тиклем 50 ферма барлыҡҡа килергә тейеш.
2 026
Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ ишектәрен асты
Урындағы халыҡ был объектты һорап Республика башлығы Радий Хәбировтың эш сәфәре барышында мөрәжәғәт иткәйне. Уларҙың хыялы тормошҡа ашты. Хәҙер ауылда яңы ФАП.
2 026
Радий Хәбиров Яңы йылды хәүефһеҙ үткәреү бурысын ҡуйҙы
Яңы йылды фажиғәһеҙ һәм бәлә-ҡазаһыҙ. Бигерәк тә балалар айырым иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров байрамды хәүеф-хәтәрһеҙ ҡаршылау өсөн мөмкин булғандың бөтәһен дә эшләргә ҡушты. Пиротехника сраларын ҡулланғанда айырыуса хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәү мәжбүри. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән ҡотолорға ярҙам иткән төп һаҡлыҡ саралары хаҡында репортаж.
2 026
Өфөнөң Атаевка ауылындағы шәхси майҙансыҡта вертолет түңкәрелгән
Өфөнөң Атаевка ауылындағы шәхси майҙансыҡта вертолет түңкәрелгән. Ғәҙәттән тыш хәл осоу аппараты ергә ултырған мәлдә теркәлә. Төрлө тән йәрәхәттәре алған пилот дауаханаға оҙатылған. Башҡа зыян күреүселәр юҡ. Әле ваҡиға урынында тәфтишселәр эшләй.
2 026
Өфөлә бизнесты яҡлауға арналған федераль сессия үтте
Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холында, бизнесты яҡлау һәм инвестиция мөхитен яҡшыртыу өлкәһендә һөҙөмтәле тәжрибәләр менән алмашыуға арналған сессия үтте. Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә ойошторолған һөйләшеү федераль эксперттарҙы, бизнес-омбудсмендарҙы, контроль-күҙәтеү органдары, урындағы власть һәм эшлекле даирә вәкилдәрен йыйҙы. Федераль эксперттар, контроль-күҙәтеү, бизнесты яҡлау институттары, эшлекле берләшмәләр эшҡыуарҙар һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендәге тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
2 026
Вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә Дөйөм Рәсәй юридик форумының пленар ултырышы үтте
Хоҡуҡтар өҫтөнлөгө. Вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә Дөйөм Рәсәй юридик форумының пленар ултырышы үтте. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, юристар ассоциацияһының 20 йыллыҡ эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә закондар сығарыу һәм хоҡуҡтарҙы ҡулланыу практикаһына индергән өлөшөн юғары баһаланы.
2 026
Өфөлә Халыҡ-ара инвалидтар көнө уңайынан башҡорт параатлеттары өсөн тантаналы сара үтте
Республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Руслан Хәбибов спорстыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Бөгөн төбәктә мөмкинлектәре сикләнгән 250 меңгә яҡын кеше йәшәй, уларҙың 20 меңдән ашыуы-балалар. Йыл һайын инвалидтар араһында тиҫтәләгән спорт сараһы үтә, паралимпия берләшмәһе лә йылдам үҫешә.
2 026
Мишкә үҙәк район дауаханаһы яңы медицина техникаһы менән йыһазландырылды
Дауаханала «Парус» күсмә рентген-аппараты барлыҡҡа килде. Медицина ҡорамалын махсус бүлмәлә генә түгел, палаталарҙа ла ҡулланырға мөмкин. Был ауыр сирле пациенттарҙы диагностикалауҙа уңайлы. Заманса аппарат яһалма интеллект системаһы менән эшләй. Рентген һүрәте шунда уҡ табип эшләгән компьютерға килә.
2 026
Өфөлә «Йыл һалым түләүсеһе» республика конкурсы еңеүселәре бүләкләнде
Башҡортостан Хөкүмәте менән Финанс министрлығы тарафынан етенсе йыл рәттән ойошторолған бәйгелә төрлө эшмәкәрлек алып барған предприятие-ойошмалар ҡатнашты. Республика Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров еңеүселәрҙе һәм лауреттарҙы ҡотлап, төбәктең бюджет сәйәсәте, социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәре менән таныштырҙы. Һалым килемдәре ҡуйылған бурыстарҙы ваҡытында һәм тулы кимәлдә тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
2 026
Башҡортостан менән Үзбәкстан музей эше һәм археология өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек нығыта
Ташкентта Радий Хәбиров яңы төҙөлгән ислам цивилизацияһы үҙәген барып күрҙе. Был локация бөтә донъя тарихсыларын йәлеп итеүсе урын буласаҡ. Белгестәр араһындағы хеҙмәттәшлек Башҡортостанда Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейын төҙөүҙә лә ҙур ярҙам, тип баһаланы республика етәксеһе.
2 026
Радий Хәбиров Үзбәкстан төбәктәре менән фән, сәнәғәт һәм агросферала хеҙмәттәшлек көсөйтә
Радий Хәбиров Үзбәкстандың Ташкент өлкәһе хакимы Зойир Мирзаев һәм Фирғәнә өлкәһе хакимы Хайрулло Бозоров менән осрашты. Республика башлығы менән Ташкент өлкәһе етәксеһе араһындағы һөйләшеүҙә эшҡыуарҙар һәм муниципалитеттар кооперацияһын үҫтереү юлдары барланды. Сәнәғәт үҫешкән төбәктә үзбәк-башҡорт технопаркын булдырыу ниәте тормошҡа ашырыла.
2 026
Башҡортостанда 687 такси машинаһы эшмәкәрлеге туҡтатылды
Уларҙың хужалары гражданлыҡ яуаплылығын страховкалау тураһында килешеү төҙөмәгән. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, рейдтар барышында 189 компания һәм таксистың тейешле документтары булмауы асыҡланған. Уларға ошо етешһеҙлекте бөтөрөү өсөн бер ай ваҡыт бирелгән. Страховкалау тураһында килешеүгә ярашлы, такси машинаһы аварияға эләкһә пассажирға компенсация түләнә. Документ булмаһа таксист салондағы башҡа кешеләрҙең ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн яуап бирмәй.
2 026
"Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары" 19 декабрҙә була
Программа Өфө ваҡыты менән сәғәт 2-лә башлана. Кремлдән хәбәр итеүҙәренсә, Владимир Путин тура эфирҙа йыл ваҡиғаларына йомғаҡ яһай, журналистар һәм тамашасылар һорауҙарына яуап бирә. Һәр кеше москва-путину.рфсайты аша, шулай уҡ 0-40-40 һандарына СМС хәбәр менән, 8-800-200-40-40 телефонына шылтыратып һорауын ҡалдыра ала. Шулай уҡ социаль селтәрҙәр аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.
2 026
Башҡортостан һәм Үзбәкстан араһында яңы хеҙмәттәшлек йүнәлештәре барланды
Радий Хәбиров Рәсәй хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Динис Мантуров етәкселегендәге рәсми делегация составында Үзбәкстан Президенты Шәфҡәт Мирзиёев менән осрашыуҙа ҡатнашты. Көн тәртибенә иҡтисадтың өҫтөнлөклө йүнәлештәрендә берҙәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу, мәғариф һәм фән өлкәһендә хеҙмәттәшлек, төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләләре сығарылды.
2 026
Быйыл Башҡортостан урмансылары 49 миллионға яҡын үҫенте үҫтергән
Күләмле эштәр “Урмандарҙы һаҡлау” проекты буйынса тормошҡа ашырылған. Ҡиммәтле ылыҫлылар – ҡарағай һәм шыршыға өҫтөнлөк бирелгән. Был ағастарҙы һайлау осраҡлы түгел: улар климат өсөн оптималь үҫеш тиҙлегенә эйә һәм баҙарҙа ҙур ихтыяж менән файҙалана, урман хужалығының иҡтисади һөҙөмтәлелеген дә, ҡиммәтле урман биләмәләрен тергеҙеүҙе лә тәьмин итә, тип белдерәләр Урман хужалығы министрлығынан. Үҫентеләр урманды тергеҙеү һәм тәбиғәтте һаҡлау акцияларын үткәреү буйынса саралар комплексы өсөн файҙаланыла.
2 026
Өфөлә Халыҡ-ара инвалидтар көнө уңайынан концерт ҡуйылды
Халыҡ-ара инвалидтар көнө уңайынан Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн республика китапханаһында концерт ҡуйылды. Күреү һәләте насар булған 60 уҡыусы алдында Өфө сәнғәт училищеһының эстрада-джаз бүлексәһе студенттары сығыш яһаны.
2 026
Өфөнөң Калинин районында кер йыуыу пункты асылды
Унда башлыса инвалидтар эшләй. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн эш урыны булдырыу һәм ҡоролмалар һатып алыуҙа дәүләт ярҙамлаша.
Уже доступно! Исследование Telegram 2025 — ключевые инсайты года 
