fa
Feedback

فریب کلاهبرداران را نخورید! تل‌متریو این کانال‌ها را شناسایی و برچسب‌گذاری می‌کند 👉 برای مشاهده برچسب، اشتراک تهیه کنید

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
1 956
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-57 روز
-1230 روز
آرشیو پست ها
Башҡортостан Рәсәйҙә ЮНЕСКО геопарктар селтәре үҫешенә методик ярҙам күрһәтә Санкт-Петербургта фәнни-ғәмәли конференция үтте.
Башҡортостан Рәсәйҙә ЮНЕСКО геопарктар селтәре үҫешенә методик ярҙам күрһәтә Санкт-Петербургта фәнни-ғәмәли конференция үтте.Башҡортостан халыҡ-ара кимәлдә геопарктар булдырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты.Республика премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев белдереүенсә,тап беҙҙең төбәк Рәсәйҙә ЮНЕСКО проекттарын ғәмәлгә ашырыу флагманы булып тора.Беҙҙең илдә ике геопарк ЮНЕСКОның глобаль селтәренә ингән. Уларҙың икеһе лә -"Янғантау" һәм "Торатау" Башҡортостанда урынлашҡан.
13 دسامبر 2025, 01:55

Башҡортостанда ҡаргиҙәрҙәрҙә ҙур экспедиция була Ул киләһе йылдың ғинуарында ойошторола. Төп маҡсат - Урал тауҙары буйлапкөнь
Башҡортостанда ҡаргиҙәрҙәрҙә ҙур экспедиция була Ул киләһе йылдың ғинуарында ойошторола. Төп маҡсат - Урал тауҙары буйлапкөньяҡтан төньяҡҡа табан 4 мең километр үтеү. Был маршрутта күҙәтелгән,теркәлгән мәғлүмәттәр белешмәләр һәм юлъяҙмаларға инә. Командала 21 кеше була, ул сәйәхәтселәр, блогерҙар һәмтәжрибәле ҡаргиҙәрҙә йөрөү оҫталарынан туплана. Экспедиция 13 ғинуарҙа стартала һәм 29-ына тиклем дауам итә. Маршрут Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡалаһынанбашлана, тип хәбәр итәләр Республика эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.
13 دسامبر 2025, 01:53

Башҡортостан Рәсәйҙә ЮНЕСКО геопарктары селтәре үҫешенә методик ярҙам күрһәтә Санкт-Петербургта фәнни-ғәмәли конференция үтте
Башҡортостан Рәсәйҙә ЮНЕСКО геопарктары селтәре үҫешенә методик ярҙам күрһәтә Санкт-Петербургта фәнни-ғәмәли конференция үтте. Башҡортостан халыҡ-ара кимәлдә геопарктар булдырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Республика премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев белдереүенсә, тап беҙҙең төбәк Рәсәйҙә ЮНЕСКО проекттарын ғәмәлгә ашырыу флагманы булып тора. Беҙҙең илдә ике геопарк ЮНЕСКОның глобаль селтәренә ингән. Уларҙың икеһе лә - "Янғантау" һәм "Торатау" Башҡортостанда урынлашҡан.
13 دسامبر 2025, 01:47
13 دسامبر 2025, ~01:49

БДМУ табиптары, пациенттары һәм студенттары араһында мини футбол буйынса ярыш үтте Башҡорт дәүләт медицина университетында табиптар, пациенттар һәм студенттар араһында мини футбол буйынса ярыш үтте. Уны юғары уҡыу йорто «Нефро-лига» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә уҙғарҙы. Турнир трансплантация буйынса операция кисергән пациенттарҙы дәртләндереү, уларҙы ябай тормошҡа ҡайтарыу маҡсатында үтә.
12 دسامبر 2025, 15:33

Өфөнән «Лики» театры Волга буйы федераль округы фестивалендә республика исеменән сығыш яһау хоҡуғына эйә булды «Башҡортостан» дәүләт концерт залының ижади төркөмө һайлап алыу туры аша үткән икенсе коллектив. Балалар араһындағы номинацияға Стәрлетамаҡ ҡалаһынан «Этюд» вокал-театр оҫтаханаһы ла дәғүә итә. Улар «Волга буйы театры» балалар һәм йәштәр театр коллективтарының VII миҙгелендә ҡатнашасаҡ.
12 دسامبر 2025, 15:33

Башҡортостанда «Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса 203,5 миллион һумлыҡ ҡорамалдар һатып алынған Проекттың «Балаларға иң яҡшыһы» төбәк программаһы сиктәрендә хеҙмәт , хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау кабинеттары йыһазландырыла. Был тәңгәлдә республика илдә дүртенсе Һәм Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй.
12 دسامبر 2025, 15:33

Өфө фән һәм технологиялар университетының яңы мәғариф майҙансығында республикала тәүге киберполигон асылды «Һанлы спецназ». Өфө фән һәм технологиялар университетының яңы мәғариф майҙансығында республикала тәүге киберполигон асылды. Заманса виртуаль лаборатория майҙанында кибератакаларға ҡаршы тороу өсөн махсус ғәмәли белем алырға мөмкин. Виртуаль лаборатория дәүләт һәм шәхси эшҡыуарлыҡ партнерлығы ярҙамында булдырылған.
12 دسامبر 2025, 15:33

Өфөлә киберхәүефһеҙлек тураһындағы видеороликтар конкурсы еңеүселәре билдәләнде Урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнашлығында үткән сара БСТ телеканалы һәм Рәсәй банкының Башҡортостандағы бүлексәһе менән берлектә ойошторолған. Конкурсҡа йәмғеһе дүрт тиҫтәнән ашыу эш ҡабул ителгән. Уларҙың һәр ҡайһыһы баһалама ағзалары тарафынан ентекле ҡаралған. Еңеүсе тип Өфө тармаҡ технологиялары колледжының студенттар командаһы танылды.
12 دسامبر 2025, 15:33

Әбйәлил районындағы «Салауат» ятҡылығына күҙәтеү советы ағзаларының эш сәфәре Уны Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев үҙе етәкләне. Яңы ресурстар эҙләү барышы ҡәнғәтләнерлекме, экологияға тәьҫире нисек?
12 دسامبر 2025, 15:33

Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында Махсус хәрби операция яугиры Вилдан Ғәзин рухына спорт ярышы үтте Батырҙар хаҡында иҫтәлек мәңге йөрәктә. Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында Махсус хәрби операция яугиры Вилдан Ғәзин рухына спорт ярышы үтте. Тулырыҡ киләһе яҙмала.
12 دسامبر 2025, 15:06

Рәмил Баҙамшин Шаран районы мәҙәниәт йортонда хәйриә концерты менән сығыш яһаны Бөгөн билдәле бард-йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Баҙамшин Шаран районы мәҙәниәт йортонда хәйриә концерты менән сығыш яһаны. Хәрби-патриотик концерт программаһы махус хәрби операция геройҙарына ярҙам йөҙөнән ойошторолдо. Мәктәп уҡыусылары һәм студенттар концертҡа Пушкин картаһы буйынса инә алды. Сәхнәнән махсус хәрби операция геройҙарының батырлығын һәм Тыуған илде, ғаилә ҡиммәттәрен данлаған йырҙар яңғыраны.
12 دسامبر 2025, 14:51

Ауырғазы районы Бишҡайын ауылында яугирҙар иҫтәлегенә мемориаль комплекс асылды Хәтер мәңгелек. Ауырғазы районы Бишҡайын ауылында хәрби бәрелештәрҙә һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә мемориаль комплекс асылды. Скульптура «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» республика программаһы сиктәрендә ҡуйылды. Тантанала беҙҙең ижади төркөм дә булып, Ватан һаҡсыларының яҡындары менән аралашты.
12 دسامبر 2025, 14:39

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы бәләғә тарыған граждандарҙы ҡотҡарыусыларҙы ҡотланы Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы бәләғә тарыған граждандарҙы ҡотҡарыусы балаларҙы, өлкәндәрҙе дәүләт наградалары менән бүләкләне. Янғын ваҡытында йәки һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарыусыларға миҙалдар һәм рәхмәт хаттары тапшырылды. Төбәктә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү йүнәлешендә һөҙөмтәле эшләгән журналистар ҙа билдәләнде. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
12 دسامبر 2025, 14:14

Шаран районында ГТО нормативтарын тапшырыу айлығы дауам итә Тест үтеү район үҙәгендәге физкультура-һауыҡтырыу үҙәгендә ойошторолған. Нормативтарҙы мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылар, мәктәпкәсә белем биреү һәм мәҙәни учреждениелар вәкилдәре - барлығы 900-ләп кеше тапшырған. Сараға шулай уҡ 60 йәштән өлкәндәр ҙә йәлеп ителгән. Тест барышында ветерандар етеҙлек һәм ихласлыҡ күрһәтеп, барлыҡ һынауҙарҙы ла уңышлы үтте.
11 دسامبر 2025, 16:17

Баймаҡта “Йөрәктән -йөрәккә” тип аталған юбилей сараһы үтте Сирек быуат кескәйҙәр тураһында хәстәрлек. Баймаҡ ҡалаһының “Әкиәт” ҡатнаш төр балалар баҡсаһында “Йөрәктән -йөрәккә” тип аталған юбилей сараһы үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
11 دسامبر 2025, 16:07

Өфөлә Гөлфирә Абдуллинаның юбилейына арналған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте Башҡорт тел ғилеменә һөйөү менән. Өфө фән һәм технологиялар университетында билдәле ғалимә Гөлфирә Абдуллинаның юбилейына арналған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Форумда шулай уҡ замандашыбыҙҙың 30 йыллыҡ фәнни хеҙмәт юлына байҡау ҙа яһалды.
11 دسامبر 2025, 15:53

Өфө программисы Илгиз Фазлыев инвалид коляскаларын ремонтлай Өс ай элек баш ҡала берҙән-бер инвалид коляскаларын ремонтлаусы компания ябылыу сәбәпле, бындай проблема менән осрағандар ҡайҙа мөрәжәғәт итергә белмәй. Илгиз Фазлыев мәсьәләне үҙ аллы хәл итергә һәм бәләгә осрағандарға ярҙам итергә була. Ихатаһындағы гаражда ул оҫтахана булдырған.
11 دسامبر 2025, 15:33

Кушнаренко районында йылҡысылыҡ менән бәйле уникаль хужалыҡ эшләй Традицияларҙан - фәнни асыштарға. Кушнаренко районында йылҡысылыҡ менән бәйле уникаль хужалыҡ эшләй. Бында башҡорт тоҡомло бейәләрҙе үрсетеп мал ҡанынан дарыуҙар өсөн мөһим шыйыҡса етештерелә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
11 دسامبر 2025, 15:14

Башҡортостан Конституцияһының 100 йыллығына һәм Рәсәй Конституцияһы көнөнә арналған осрашыу уҙҙы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡортостан Конституцияһының 100 йыллығына һәм Рәсәй Конституцияһы көнөнә арналған осрашыу уҙҙы. Йыйылышта Конституцияны ҡабул итеү, төп закондар тураһында һүҙ барҙы.
11 دسامبر 2025, 15:00

Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайын халыҡты берләштереүсе көс булыуын билдәләне Утыҙ йыл бергә! Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайын халыҡты берләштереүсе көс булыуын билдәләне. 1995 йылда ойошторолған йәмәғәт ойошмаһы бөгөн Рәсәйҙең 36 төбәгендә һәм сит илдәрҙә йәшәүсе меңдәрсә милләттәштәребеҙ менән һөҙөмтәле эш алып барып, социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашыра. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған тантаналы саранан репортаж.
11 دسامبر 2025, 14:52