ru
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Открыть в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Больше
1 984
Подписчики
Нет данных24 часа
-17 дней
-1430 дней
Архив постов
Луганск Халыҡ республикаһы делегацияһы Өфөлә Улар бөгөн «ПроДобро» коворкинг үҙәгендә булып һаулыҡ сәләмәтлектәре сикле балалар тәрбиәләү тәжрибәһен ҡараны. Үҙәктә 18 йәшкә тиклемге балаларға һөнәри йүнәлештә белем биреү, һәләттәрен асыу буйынса эш алып барыла. Үҙәк хәйриә фондтарын, коммерция булмаған ойошмаларҙы һәм әүҙем эшҡыуарҙарҙы берләштергән «Изге Өфө» проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.

Өфөнөң Ленин исемендәге паркын төҙөкләндереү дауам итә Ҡар ятыуға ҡарамаҫтан майҙанда техника эшләй, ҡаҙыу эштәре бара. Мәҙәни мираҫ һаналған объектты яңыртыу айырым иғтибар талап итә. Эш барышын Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса булдырылған махсус эшлекле төркөм даими рәүештә күҙәтә. Реконструкция саралары менән бөгөн журналистар ҙа танышты.

Башҡортостанда ҡала яны лагерҙары директорҙары араһында конкурс уҙғарыла Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Урал Килсенбае
Башҡортостанда ҡала яны лагерҙары директорҙары араһында конкурс уҙғарыла Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев Мәғариф министрлығына ошоно йөкмәтте. Лагерь етәкселәре араһында "Йыл директоры" билдәләнәсәк. - Йәйге һауыҡтырыу кампанияһына әҙерлек ҡаралды. Балаларҙың хәүефһеҙлегенә, санитар нормалар үтәлешенә иғтибар кәрәк. Бөгөндән үк лагерҙарҙа әҙерлек башланырға тейеш, - тине Урал Килсенбаев.

Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылы клубында «Ретро йыр» фестивале үтте Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарына һәм Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ҡушылыуҙы хуплап үткәрелгән мәҙәни сарала һәүәҫкәр йырсылар, Ишбирҙе ауылының «Фәтиха», «Дарман», «Миләш», күрше Юлыҡтан «Мағаш», Бөрйән-Йылғанан «Серҙәштәр» ансамблдәре сығыш яһаны.

Федерация Советы тарафынан «Рәсәй йөнө» ирекле сертификацияһы индерелде Федерация Советы тарафынан «Рәсәй йөнө» ирекле сертификацияһы индерелде. Был төрлө маркетплейстарҙа составы йөндән тип һатылған, әммә ысынбарлыҡҡа тура килмәгән продукциянан һаҡлау маҡсатында ғәмәлгә ашырыла. Документты нисек алырға?

Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн реабилитация киңәйтелә Бөгөн республикала 248 мең инвалид иҫәппәнә, уларҙың 21 меңе балалар. Был категорияның тормош сифатын яҡшыртыу-төбәктәге социаль сәйәсәттең төп йүнәлеше. «Салют» реабилитация үҙәге асылыу менән меңдәрсә бала комплекслы реабилитация программаһын үтеп, сәләмәтлеген нығытты. Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, мөмкинлектәре сикләнгән баланың реабилитацияһы өсөн сертификаттар ҙа бүленә. Быйыл уның күләме 48 мең 21 һум.

Өфө фән һәм технологиялар университетының хәрби уҡытыу үҙәгендә пилотһыҙ осоу апараттары операторҙары әҙерләнә Студент саҡтан уҡ хәрби һөнәргә. Өфө фән һәм технологиялар университетының хәрби уҡытыу үҙәгендә пилотһыҙ осоу апараттары операторҙары әҙерләнә. Үҫмерҙәр менән махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеп тәжрибә туплаған инструкторҙар эшләй. Әле үҙәктә икенсе төркөм студенттар белем ала. Уҡып сыҡҡас улар оборона министрлығының мобилизация резервына индерелә.

Башҡортостанда янғындар 21 процентҡа кәмегән Башҡортостанда янғындар һиҙелерлек кәмегән, ҡотҡарылған ғүмерҙәр артҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты менән Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы 2025 йылға йомғаҡ яһаны. Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов хәбәр итеүенсә, ҡотҡарыу инфраструктураһын яңыртыу арҡаһында янғындар 21 процентҡа кәмегән.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай «Башҡортостанда балалар хәүефһеҙлеге тураһында» закон проектын тәҡдим итте Яңы закон проекты бөгөн парламент тыңлауҙары үтте. Йыйылышта билдәләнеүенсә, биш йыл эсендә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә 313 бала һәләк булған. Интернетта кибер булинг төркөмдәре, питбайктар, квадроциклдар ҙа йыш ҡына балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең үлеменә килтерә. Хәүефһеҙлек проекттарын комплекслы эшләүҙең һөҙөмтәлелеге тураһында әйтелде.

Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениелары мөрәжәғәтнамәне тормошҡа ашырыу планын әҙерләй Мәҙәниәт учреждениелары Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу буйынса саралар планын әҙерләй. Бөгөн төп эш йүнәлештәренә арналған ултырыш үтте, уның эшендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев ҡатнашты.

Башҡортостан уҡыусылары Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүселәр һанын арттырҙы Бөтә Рәсәй олимпиадаһы финалында еңеүсе уҡыусылар Рәсәй ВУЗдарына имтиханһыҙ уҡырға инә ала. Әммә призлы урындарҙы яулау-ул талант һәм уҡыусының тырышлығы ғына түгел. Был һәләтле балалар менән системалы, етди эш һөҙөмтәһе тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.

Андрей Назаров Сухумда Диоскурҙар яр буйы реконструкцияһы менән танышты Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров Абхазия президенты Бадра Гунба менән Сухум ҡалаһында Диоскурҙар яр буйы реконструкцияһы менән танышты. Объектты төҙөкләндереүҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республика белгестәре ҡатнаша.

Владимир Путин Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы уңайынан тантаналы сараларға старт бирҙе Был йыл изге эштәр, үҙ-ара аңлашыу һәм берҙәмлек менән көслө сараларға бай буласаҡ. Башҡортостан халҡының 90 проценттан ашыуы милләттәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яҡшы тип иҫәпләй. Бер-беребеҙгә ихтирам, халыҡтар дуҫлығы илебеҙҙе нығыта, һәр төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, алға барырға ярҙам итә. Тап ошо эске берҙәмлек, бөгөн һәр төрлө тышҡы хәүефтән ышаныслы ҡалҡан булып тора.

Башҡортостанда йәшәүсе 18 миллион һумға алданған Салауат ҡалаһынан 43 йәшлек ҡатын полицияға мөрәжәғәт иткән. Уҙған йылдың но
Башҡортостанда йәшәүсе 18 миллион һумға алданған Салауат ҡалаһынан 43 йәшлек ҡатын полицияға мөрәжәғәт иткән. Уҙған йылдың ноябрендә ул социаль селтәрҙә аралашыу барышында инвестиция ярҙамында ҙур аҡса эшләү мөмкинлеге тураһында белеп ҡалған. Ошондай компания етәксеһе менән таныштырғандар, уҡытыу курстары уҙғарылған. Инвестицияны бәләкәй генә суммаларҙан башлағандар. Һуңынан, яҡшы табыш алыу өсөн ҙур аҡса һалырға күндергәндәр. Ялған инвестиция белгестәренә ышанған ҡатын 10 миллион һумын һәм уға өҫтәп 8 миллион һум кредит аҡсаһын инвестиция иҫәбенә күсергән. Бер аҙ ваҡыт үткәс, ҡатын табышын сығарып алырға ниәтләгән, унан өҫтәп тағы 3 миллион һум һорағандар, ошонан һуң ғына мутлашыусылар тоҙағына эләгеүен аңлап ҡалған.

Өфө сәнғәт галереяһында Рәйеф Баҙыҡовтың фотокүргәҙмәһе асылды Ул авторҙың 80 йәшлек юбилейына арналған. Рәйеф Карам улы Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаты. Ижадсының объективынан тупланған архивта ил һәм республика етәкселәре, танылған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, табиптар, спортсыларҙың фотоһүрәттәре лә байтаҡ. Экспозицияла оҫтаның уҙған быуаттың 80-се йылдарынан йыйылған иң яҡшы хеҙмәт емештәре менән танышырға мөмкин.

Уҡыусылар Сталинград һуғышы тарихын уйын форматында өйрәнә Өфөләге Республика Хәрби дан музейында мәктәп уҡыусылары өсөн Бөйөк Ватан һуғышының мөһим ваҡиғаларына арналған интеллектуаль турнирҙар ойошторола. Был юлы балалар Сталинград һуғышына бағышланған 30 һорауға яуап бирҙе.

Башҡортостан шифаханаларында бушлай һауыҡтырыу курсы үтә ала Балалар һәм уларҙың ата-әсәләре Башҡортостан шифаханаларында бушлай һауыҡтырыу курсы үтә ала. Республикала медицина күрһәткестәренә ярашлы, «Әсә һәм бала» программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Һуңғы статистик мәғлүмәттәргә ярашлы, балаларҙы һауыҡтырыу өлкәһендә ойошторолған саралар буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләне. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ҡышҡы осорҙа янғын хәүефе көсәйә: инспекторҙар рейдтар уҙғара Быйыл Башҡортостанда 400-ҙән ашыу янғын сыҡҡан, егерме кешенең ғүмере өҙөлгән. Күңелһеҙ статистика 2025 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда тағы ла артҡан. Ҡышҡы осорҙа электр селтәрҙәренә һәм йылытыу системаларына көсөрәгеш арта. Шуға ла инспекторҙар шәхси сектор һәм баҡса ширҡәттәре буйлап даими рейдтарға сыға, кешеләргә хәүефһеҙлек тураһында иҫкәртә.

Махсус хәрби операция биләмәһендә бөгөн 150-ләп афған һуғышы ветераны хәрби хеҙмәт үтә Уларҙың өс тиҫтәләбе «Башҡортостан» полкында. Яугирҙарға медицина ярҙамы кеүек һәм башҡа мәсьәләләр бөгөн республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә күтәрелде. Рәсми ултырышта Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 37 йыл тулыуға арналған саралар планы билдәләнде.

Ауыл хужалығы өсөн кадрҙар әҙерләүгә 9 миллион 800 мең һум йүнәлтелә Ул юғары уҡыу йорто һәм агрокласс уҡытыусыларына ҡағыла.
Ауыл хужалығы өсөн кадрҙар әҙерләүгә 9 миллион 800 мең һум йүнәлтелә Ул юғары уҡыу йорто һәм агрокласс уҡытыусыларына ҡағыла. Программа “Агросәнәғәт комплексында кадрҙар” федераль проект ярҙамында тормошҡа ашырыла. Уҙған йылда Башҡорт дәүләт аграр университетынан 42 уҡытыусы был мөмкинлек менән файҙаланған. Аҡса күләме 1 миллион 400 мең һумға еткән. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары- ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, быйыл мәғариф инфраструктураһын үҫтереү ҡаралған. Башҡорт дәүләт аграр университетының өсөнсө уҡыу корпусын тәртипкә килтереү, өс мәктәптә агротехнологик кластар булдырыу һәм йыһазландырыу планлаштырылған.