БСТ | Яңылыҡтар
前往频道在 Telegram
1 984
订阅者
无数据24 小时
-17 天
-1430 天
帖子存档
1 984
Луганск Халыҡ республикаһы делегацияһы Өфөлә
Улар бөгөн «ПроДобро» коворкинг үҙәгендә булып һаулыҡ сәләмәтлектәре сикле балалар тәрбиәләү тәжрибәһен ҡараны. Үҙәктә 18 йәшкә тиклемге балаларға һөнәри йүнәлештә белем биреү, һәләттәрен асыу буйынса эш алып барыла. Үҙәк хәйриә фондтарын, коммерция булмаған ойошмаларҙы һәм әүҙем эшҡыуарҙарҙы берләштергән «Изге Өфө» проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.
1 984
Өфөнөң Ленин исемендәге паркын төҙөкләндереү дауам итә
Ҡар ятыуға ҡарамаҫтан майҙанда техника эшләй, ҡаҙыу эштәре бара. Мәҙәни мираҫ һаналған объектты яңыртыу айырым иғтибар талап итә. Эш барышын Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса булдырылған махсус эшлекле төркөм даими рәүештә күҙәтә. Реконструкция саралары менән бөгөн журналистар ҙа танышты.
1 984
Башҡортостанда ҡала яны лагерҙары директорҙары араһында конкурс уҙғарыла
Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев Мәғариф министрлығына ошоно йөкмәтте. Лагерь етәкселәре араһында "Йыл директоры" билдәләнәсәк. - Йәйге һауыҡтырыу кампанияһына әҙерлек ҡаралды. Балаларҙың хәүефһеҙлегенә, санитар нормалар үтәлешенә иғтибар кәрәк. Бөгөндән үк лагерҙарҙа әҙерлек башланырға тейеш, - тине Урал Килсенбаев.
1 984
Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылы клубында «Ретро йыр» фестивале үтте
Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарына һәм Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ҡушылыуҙы хуплап үткәрелгән мәҙәни сарала һәүәҫкәр йырсылар, Ишбирҙе ауылының «Фәтиха», «Дарман», «Миләш», күрше Юлыҡтан «Мағаш», Бөрйән-Йылғанан «Серҙәштәр» ансамблдәре сығыш яһаны.
1 984
Федерация Советы тарафынан «Рәсәй йөнө» ирекле сертификацияһы индерелде
Федерация Советы тарафынан «Рәсәй йөнө» ирекле сертификацияһы индерелде. Был төрлө маркетплейстарҙа составы йөндән тип һатылған, әммә ысынбарлыҡҡа тура килмәгән продукциянан һаҡлау маҡсатында ғәмәлгә ашырыла. Документты нисек алырға?
1 984
Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн реабилитация киңәйтелә
Бөгөн республикала 248 мең инвалид иҫәппәнә, уларҙың 21 меңе балалар. Был категорияның тормош сифатын яҡшыртыу-төбәктәге социаль сәйәсәттең төп йүнәлеше. «Салют» реабилитация үҙәге асылыу менән меңдәрсә бала комплекслы реабилитация программаһын үтеп, сәләмәтлеген нығытты. Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, мөмкинлектәре сикләнгән баланың реабилитацияһы өсөн сертификаттар ҙа бүленә. Быйыл уның күләме 48 мең 21 һум.
1 984
Өфө фән һәм технологиялар университетының хәрби уҡытыу үҙәгендә пилотһыҙ осоу апараттары операторҙары әҙерләнә
Студент саҡтан уҡ хәрби һөнәргә. Өфө фән һәм технологиялар университетының хәрби уҡытыу үҙәгендә пилотһыҙ осоу апараттары операторҙары әҙерләнә. Үҫмерҙәр менән махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеп тәжрибә туплаған инструкторҙар эшләй. Әле үҙәктә икенсе төркөм студенттар белем ала. Уҡып сыҡҡас улар оборона министрлығының мобилизация резервына индерелә.
1 984
Башҡортостанда янғындар 21 процентҡа кәмегән
Башҡортостанда янғындар һиҙелерлек кәмегән, ҡотҡарылған ғүмерҙәр артҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты менән Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы 2025 йылға йомғаҡ яһаны. Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов хәбәр итеүенсә, ҡотҡарыу инфраструктураһын яңыртыу арҡаһында янғындар 21 процентҡа кәмегән.
1 984
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай «Башҡортостанда балалар хәүефһеҙлеге тураһында» закон проектын тәҡдим итте
Яңы закон проекты бөгөн парламент тыңлауҙары үтте. Йыйылышта билдәләнеүенсә, биш йыл эсендә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә 313 бала һәләк булған. Интернетта кибер булинг төркөмдәре, питбайктар, квадроциклдар ҙа йыш ҡына балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең үлеменә килтерә. Хәүефһеҙлек проекттарын комплекслы эшләүҙең һөҙөмтәлелеге тураһында әйтелде.
1 984
Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениелары мөрәжәғәтнамәне тормошҡа ашырыу планын әҙерләй
Мәҙәниәт учреждениелары Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу буйынса саралар планын әҙерләй. Бөгөн төп эш йүнәлештәренә арналған ултырыш үтте, уның эшендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев ҡатнашты.
1 984
Башҡортостан уҡыусылары Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүселәр һанын арттырҙы
Бөтә Рәсәй олимпиадаһы финалында еңеүсе уҡыусылар Рәсәй ВУЗдарына имтиханһыҙ уҡырға инә ала. Әммә призлы урындарҙы яулау-ул талант һәм уҡыусының тырышлығы ғына түгел. Был һәләтле балалар менән системалы, етди эш һөҙөмтәһе тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.
1 984
Андрей Назаров Сухумда Диоскурҙар яр буйы реконструкцияһы менән танышты
Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров Абхазия президенты Бадра Гунба менән Сухум ҡалаһында Диоскурҙар яр буйы реконструкцияһы менән танышты. Объектты төҙөкләндереүҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республика белгестәре ҡатнаша.
1 984
Владимир Путин Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы уңайынан тантаналы сараларға старт бирҙе
Был йыл изге эштәр, үҙ-ара аңлашыу һәм берҙәмлек менән көслө сараларға бай буласаҡ. Башҡортостан халҡының 90 проценттан ашыуы милләттәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яҡшы тип иҫәпләй. Бер-беребеҙгә ихтирам, халыҡтар дуҫлығы илебеҙҙе нығыта, һәр төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, алға барырға ярҙам итә. Тап ошо эске берҙәмлек, бөгөн һәр төрлө тышҡы хәүефтән ышаныслы ҡалҡан булып тора.
1 984
Башҡортостанда йәшәүсе 18 миллион һумға алданған
Салауат ҡалаһынан 43 йәшлек ҡатын полицияға мөрәжәғәт иткән. Уҙған йылдың ноябрендә ул социаль селтәрҙә аралашыу барышында инвестиция ярҙамында ҙур аҡса эшләү мөмкинлеге тураһында белеп ҡалған. Ошондай компания етәксеһе менән таныштырғандар, уҡытыу курстары уҙғарылған. Инвестицияны бәләкәй генә суммаларҙан башлағандар. Һуңынан, яҡшы табыш алыу өсөн ҙур аҡса һалырға күндергәндәр. Ялған инвестиция белгестәренә ышанған ҡатын 10 миллион һумын һәм уға өҫтәп 8 миллион һум кредит аҡсаһын инвестиция иҫәбенә күсергән. Бер аҙ ваҡыт үткәс, ҡатын табышын сығарып алырға ниәтләгән, унан өҫтәп тағы 3 миллион һум һорағандар, ошонан һуң ғына мутлашыусылар тоҙағына эләгеүен аңлап ҡалған.
1 984
Өфө сәнғәт галереяһында Рәйеф Баҙыҡовтың фотокүргәҙмәһе асылды
Ул авторҙың 80 йәшлек юбилейына арналған. Рәйеф Карам улы Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаты. Ижадсының объективынан тупланған архивта ил һәм республика етәкселәре, танылған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, табиптар, спортсыларҙың фотоһүрәттәре лә байтаҡ. Экспозицияла оҫтаның уҙған быуаттың 80-се йылдарынан йыйылған иң яҡшы хеҙмәт емештәре менән танышырға мөмкин.
1 984
Уҡыусылар Сталинград һуғышы тарихын уйын форматында өйрәнә
Өфөләге Республика Хәрби дан музейында мәктәп уҡыусылары өсөн Бөйөк Ватан һуғышының мөһим ваҡиғаларына арналған интеллектуаль турнирҙар ойошторола. Был юлы балалар Сталинград һуғышына бағышланған 30 һорауға яуап бирҙе.
1 984
Башҡортостан шифаханаларында бушлай һауыҡтырыу курсы үтә ала
Балалар һәм уларҙың ата-әсәләре Башҡортостан шифаханаларында бушлай һауыҡтырыу курсы үтә ала. Республикала медицина күрһәткестәренә ярашлы, «Әсә һәм бала» программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Һуңғы статистик мәғлүмәттәргә ярашлы, балаларҙы һауыҡтырыу өлкәһендә ойошторолған саралар буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләне. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1 984
Ҡышҡы осорҙа янғын хәүефе көсәйә: инспекторҙар рейдтар уҙғара
Быйыл Башҡортостанда 400-ҙән ашыу янғын сыҡҡан, егерме кешенең ғүмере өҙөлгән. Күңелһеҙ статистика 2025 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда тағы ла артҡан.
Ҡышҡы осорҙа электр селтәрҙәренә һәм йылытыу системаларына көсөрәгеш арта. Шуға ла инспекторҙар шәхси сектор һәм баҡса ширҡәттәре буйлап даими рейдтарға сыға, кешеләргә хәүефһеҙлек тураһында иҫкәртә.
1 984
Махсус хәрби операция биләмәһендә бөгөн 150-ләп афған һуғышы ветераны хәрби хеҙмәт үтә
Уларҙың өс тиҫтәләбе «Башҡортостан» полкында. Яугирҙарға медицина ярҙамы кеүек һәм башҡа мәсьәләләр бөгөн республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә күтәрелде. Рәсми ултырышта Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 37 йыл тулыуға арналған саралар планы билдәләнде.
1 984
Ауыл хужалығы өсөн кадрҙар әҙерләүгә 9 миллион 800 мең һум йүнәлтелә
Ул юғары уҡыу йорто һәм агрокласс уҡытыусыларына ҡағыла. Программа “Агросәнәғәт комплексында кадрҙар” федераль проект ярҙамында тормошҡа ашырыла. Уҙған йылда Башҡорт дәүләт аграр университетынан 42 уҡытыусы был мөмкинлек менән файҙаланған. Аҡса күләме 1 миллион 400 мең һумға еткән. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары- ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, быйыл мәғариф инфраструктураһын үҫтереү ҡаралған. Башҡорт дәүләт аграр университетының өсөнсө уҡыу корпусын тәртипкә килтереү, өс мәктәптә агротехнологик кластар булдырыу һәм йыһазландырыу планлаштырылған.
