ru
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Открыть в Telegram
612
Подписчики
Нет данных24 часа
-57 дней
-830 день
Архив постов
Э-һей, эш көнөнөң иң ҡыҙыу мәле - гел алға! 🔥 Видео: "Бишбармаҡ".

📌 Баймаҡ районынан бер малай Башҡортостан Башлығы булам, тип ҡарар иткән. Радий Хәбиров уның был ҡарарын хуплай һәм:
"Ата-әсәйең менән кил, кабинетты ҡарарһың. Бәлки, кире уйлап ҡуйырһың",
- тип, малайҙы ҡунаҡҡа ла саҡырған.

📌 Башҡорттарҙың ат эйәрләү кәрәк-ярағына өс әйбер инә: эйәр, кейеҙ сергетыш, һәм үндек. 🔷Сергетыш - һарыҡ йөнөнән һуғылған кейеҙ эслек (серге) һәм ҡорама тышлыҡтан тора. 🔷Үндекте йышыраҡ кәзә мамығынан һуҡҡандар, ул көндәлектә ҡулланылған. ✅Үндек өҫтөнән серге йәки ҡум япҡандар. 📍Төньяҡ-көнсығыш башҡорттарында (ҡатай, һарт) эйәр аҫтына һалынған кейеҙҙе серге тип түгел, ә һырма тип йөрөткәндәр. 🔴С. И. Руденко былай тип яҙа:
"Ҡатын-ҡыҙҙар эйәренең үндеге ҙур булған һәм тышлығы ҡыҙыл, һары ебәк һәм йөн ептән төрлө фигуралар сигелгән, төрлө нағыш һалынған туҡыма менән ҡапланған".
Ә ир-егеттәр өсөн эйәр аҫтына йыш ҡына өҫтө күн менән ҡапланған сергетыш ябылған. 🔷Сергетыш менән үндек бирнәгә ингән. Ҡусҡарҙар сигелгән. Видео: Бөрйән районы сергетыштары. Азат Ғәлиуллин.

Инде 8 Мартҡа әҙерләнә башларға була. Әсәйҙәргә бүләккә бик шәп ҡул эштәре тәҡдим итәбеҙ🩷
+3
Инде 8 Мартҡа әҙерләнә башларға була. Әсәйҙәргә бүләккә бик шәп ҡул эштәре тәҡдим итәбеҙ🩷

Уңышлы эш көнө! Шарлауыҡ кеүек дэртегез ташып торһон. ☀️ Ғәҙелша шарлауығы. Баймаҡ районы. Фото: Максим Косарев.
+4
Уңышлы эш көнө! Шарлауыҡ кеүек дэртегез ташып торһон. ☀️ Ғәҙелша шарлауығы. Баймаҡ районы. Фото: Максим Косарев.

📌Әүмәлә (саламай, һәүәләй) - Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендәге башҡорттарҙың традицион ризығы. ✅Сосновка һәм Ҡоншаҡ районы башҡорттары әүмәләне Ҡарғатуйға әҙерләүҙәре тураһында мәғлүмәт бирә. ✅Әүмәлә бутҡаһынан ҡалған майҙы һыйыры булмаған әбейҙәргә таратып бирер булғандар. ✅Был әүмәлә майын төрлө аш-һыу яраштырғанда ҡулланғандар. 🔴Бигерәк тә май айында әҙерләнгән әүмәлә майы файҙалы һанала:
«Май айында эшләнгән әүмәлә майы файҙалы була: эсәк ауырыуҙарынан. Йәш балаға ла ҡаптыралар – бүҫерҙән һәйбәт»,
- тип яҙа БР Матди булмаған этномәҙәни мираҫ объекттарының берҙәм реестрына анкетаны төҙөүсе Вәлиә Утарбаева. 🔷Әүмәләгә оҡшаш ризыҡтар Башҡортостандың Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән райондарында ла һаҡланған - бойҙай йәки арыш ҡурмасын иретелгән аҡ май төпрәһенә һалып ҡайнаталар. Был аҙыҡ төпрә йәки шыҡыран тип йөрөтөлә. 🔷Тағы ла тартылған һоло, бойҙай, тары онон һыуға, һөткә йәки ҡатыҡҡа, һирәк осраҡта һурпаға һалып, боламыҡ бешергәндәр. Видео: "Гөлдәр". Мәскәү ҡалаһы" төркөмө.

🎖️Махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлыҡтары өсөн Дмитрий Медведев бер төркөм яугирға наградалар тапшырған. Улар араһынд
🎖️Махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлыҡтары өсөн Дмитрий Медведев бер төркөм яугирға наградалар тапшырған. Улар араһында яҡташыбыҙ, Әбйәлил районы Красная Башкирия ауылынан Илгиз Вафин да бар. Яугирға "Батырлыҡ өсөн" миҙалы бирелгән. Ҡотлайбыҙ! 🌹 Илебеҙ һанындағы һәр яугирға имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын! 🤲

📌 Республика Хәрби Дан музейында Бөйөк Ватан һуғышы һәм Махсус хәрби операция яугирҙарының батырлығы берҙәй сағылдырыла. - Әле Ватанды һаҡлаусылар көнө сиктәрендә төрлө тематик саралар ойошторола. Күсермә күргәҙмәләр ҙә бар. Мәҫәлән, "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында үткән тантанаға ике тематик күргәҙмә сығарҙыҡ. Береһе - Махсус хәрби операцияға Башҡортостандан тупланған исемле хәрби подразделениеларының байраҡтары, музейыбыҙҙа 18 байраҡ һаҡлана. Икенсеһе - Рәсәй Федерацияһы Геройҙарына арналған, МХО-ла ҡатнашыусылар араһынан 12 геройыбыҙ бар. Бында шулай уҡ яу ҡырынан экспонаттар ҙа күрһәтелгән. Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан музейға килегеҙ, - ти Хәрби Дан музейы директоры Илшат Үтәев. 📍 Музейҙың адресы: Комаров урамы, 7. ⏰Эш ваҡыты: ✅ шишәмбе-йәкшәмбе көндәрендә сәғәт иртәнге 11-ҙән киске 6-ға тиклем. ✅ Йома көндө - сәғәт төшкө 2-нән киске 9-ға тиклем. ✅ Дүшәмбе - ял.

И. Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры артистары башҡарыуында "Ҡайтырмын" йыры.

"Ил намыҫы ир муйынында",
тигән боронғолар. Ошо ауыр бурысты күтәреп, намыҫына тап төшөрмәй йәшәгән ир-егеттәребеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайбыҙ! 🌹 Имен-һау йөрөгөҙ, тип теләйбеҙ! 🥰

Хәйерле иртә! ☀️ Бөгөн Ватанды һаҡлаусыларҙы тәбрикләп, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ!
Хәйерле иртә! ☀️
Бөгөн Ватанды һаҡлаусыларҙы тәбрикләп, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ!

Афариндар! ❤️ Бөрйәндә үткән "Урал батырҙың ҡышҡы уйындары"нан күренеш: "Ауҙарыш" уйыны. Видео: Азат Ғәлиуллин.

Белгән кеше белгән кеше инде 😁

Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын! 🥰
Күтәренке кәйеф теләп ҡалабыҙ 😉

Видеола: Юнир Гильязов.

Тары сәйе лә була икән! 🧐 🔴Ҡаҙаҡтарҙың был тары сәйе бик ныҡ тәмле һәм файҙалы, тиҙәр. 🔴Тары сәйе организмдан токсиндарҙы сығара, ашҡаҙан-эсәк юлына ыңғай йоғонто яһай, иммунитетты яҡшырта. 📍 Тары сәйен әҙерләү өсөн: ☕тары - 1 каса; ☕һөт - 2 каса; ☕сәй - 1 аш ҡалағы; ☕шәкәр йә бал - самалап; ☕ҡайнар һыу кәрәк. 📍 Тары сәйен әҙерләү ысулын видеонан ҡарағыҙ.
Сәйҙәрегеҙ тәмле һәм шифалы булһын! 🥰

Күңелле һәм файҙалы ял көнө теләйбеҙ!💙 📸Фотола Мәмбәт ҡаяһы - Башҡортостандағы иң бейек ҡая (дингеҙ кимәленән 421 м.). 📍 Ғ
Күңелле һәм файҙалы ял көнө теләйбеҙ!💙 📸Фотола Мәмбәт ҡаяһы - Башҡортостандағы иң бейек ҡая (дингеҙ кимәленән 421 м.). 📍 Ғафури районы, Толпар ауыл биләмәһе.

Бөгөн ошонан да матур видео булмаҫ, моғайын
❤️Салауат ҡалаһының 50-cе башҡopт балалаp баҡcаһы тәpбиәләнеүcеләpе, өлкәндәp төpкөмө. Pәми Ғаpипoвтың "Уйҙаpым" ҡoбайыpы. ❤️Етәкcеләpе: Xәйбуллина P.Ә., Тoҡoмбәтoва Г.Ю.

ВАТАНДЫ ҺАҠЛАУСЫЛАРҘЫ ТӘБРИКЛӘНЕЛӘР 📌 "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында етеп килгән Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан та
+5
ВАТАНДЫ ҺАҠЛАУСЫЛАРҘЫ ТӘБРИКЛӘНЕЛӘР 📌 "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында етеп килгән Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан тантаналы сара ойошторолдо. "Рәсәйҙең көнө һәм ҡаһарманлығы: Ватанды һаҡлаусыларҙы данлап!" тип аталды ул. Сарала Бөйөк Еңеү яулаған оло ветерандарыбыҙ, әлеге көндә тыныслығыбыҙ һағында торған Махсус хәрби операция яугирҙары, ветерандарын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләп үтте.
" Еңеүҙең 80 йыллығын иҫтәлекле ваҡиға менән ҡаршы алабыҙ. Был йылдың 15 ғинуарында Президент Указы менән Ишембай ҡалаһы, Өфө кеүек үк, "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Был яҡташтарыбыҙҙың Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшөнә оло баһа хеҙмәт фронтында көнө-төнө уны яҡынайтыу өсөн эшләгәндәр тураһында иң яҡшы хәтер. Һәр дәүерҙә беҙ Рәсәйҙең терәге булғанбыҙ һәм буласаҡбыҙ",
- тип билдәләне сығышында Радий Фәрит улы. Ватан өсөн һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар. Артабан Ветерандарға һәм батырлыҡ күрһәткән яугирҙарға дәүләт наградалары тапшырылды. Аяҙ күк өсөн көрәшеүселәр матур байрам концертын ҡараны, ҡайһы бер сығыштарҙы аяғүрә баҫып та тыңланы.

Һәр тел үҙенсә матур. Иң мөһим һүҙҙәрҙе туған телдәребеҙҙә белдерәйек 🩷