ru
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Открыть в Telegram
612
Подписчики
-524 часа
-77 дней
-830 день
Архив постов
Alfiya_YUlsurina_-_ara_urman_(mp3.mn).mp35.14 MB

Хәйерле көн, барығыҙға ла 🥰 Фото: Елена Перминова.
Хәйерле көн, барығыҙға ла 🥰 Фото: Елена Перминова.

📌 Салауат ҡалаһында булғанығыҙ бармы? Ул йылдан-йыл йәмләнә, төҙөкләндерелә. ⚡Хәҙер ҡалала "Нуль саҡрымы" бар - бынан республиканың һәм донъяның төрлө нөктәләренә араны иҫәпләргә мөмкин. Видео: Гөлнара исемле һылыуҙан.

✅16 ноябрҙә Өфөлә билдәле ғалим, сәсән, йәмәғәтсе Розалия Солтанғәрәеваның ижад эшмәкәрлегенә 50 йыл тулыуға һәм юбилейына ар
16 ноябрҙә Өфөлә билдәле ғалим, сәсән, йәмәғәтсе Розалия Солтанғәрәеваның ижад эшмәкәрлегенә 50 йыл тулыуға һәм юбилейына арналған «Яҡшылыҡ нуры» концерт-театрлаштырылған тамаша үтәсәк. 🧷Программа нигеҙенә башҡорт халҡының бөйөк эпосы-ҡобайыры «Урал-батыр», башҡорт халыҡ йырҙары, йолалары һәм көйҙәре алынған. Юбилей кисәһендә Башҡортостан Республикаһының абруйлы сәнғәт оҫталары ҡатнаша. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артистары Илшат Мөслимов һәм Венер Сөнәғәтов, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Алмас Сирусин, билдәле журналист, шағир Айбулат Сәсәнбаев, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Венер Йылҡыбаев), Өфө сәнғәт училищеһы думбырасылар ансамбле (етәксеһе - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Гүзәл Үмәрғәлина), сәсәндәр һәм бейеүселәр сығыш яһай. Концерттың режиссеры – Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Илнур Лоҡманов. 📍Сара «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк. Адресы: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 50. ⌚Башлана: 19:00 сәғәттә. 🎫Билеттар vk.cc/cQJpt7 һылтанмаһы аша һатыла.

📌#МУЗЫКАВМЕСТЕ проектының "Бөйөк илдең йырҙары. Волга буйынан һөйөү менән" тигән сығарылышының тәүге проектында Башҡортостан музыканттары ла ҡатнашҡан. ✅ Улар "Течёт река Волга" йырын күмәкләп башҡарған. Башҡортосан исеменән ҡурайсыбыҙ Арыҫлан Оморҙаҡов һәм гитарасы Тимур Аҡсурин сығыш яһаған. Был клипты Волга буйы федераль округы төбәктәрендә төшөргәндәр, бөтәһе 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан.
"Беҙ ниндәй матур илдә йәшәйбеҙ һәм ниндәй талантлы кешеләребеҙ бар, ҡарағыҙ",
- тип яҙған был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. Проект сиктәрендә тағы ла яңы видеолар буласаҡ: vk.com/musicavmeste

Моңло тәнәфес 🎶 Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын 🥰 Видео: Ян Лира.
31 октябрҙә ошо ЯҢЫ йыры сыға, тигән.

📌 Һеҙ фотоларын яратып ҡараған фоторәссам Елена Перминованың шәхси күргәҙмәһе асылған! Белорет ҡалаһына юл төшһә, мотлаҡ Үҙә
📌 Һеҙ фотоларын яратып ҡараған фоторәссам Елена Перминованың шәхси күргәҙмәһе асылған! Белорет ҡалаһына юл төшһә, мотлаҡ Үҙәк баҙарға инеп, Башҡортостандың хозур тәбиғәтен сағылдырған фотоларҙы ҡарап сығығыҙ. Бында авторҙың бик матур эштәре ҡуйылған. 📍 Ҡайҙа? Белорет ҡалаһы, П. Точисский урамы, 27. Үҙәк баҙар, 1-се ҡат, 105-се павильон (эскалатор эргәһендә). ✅ Инеү: БУШЛАЙ. 🔥Фото: Елена Перминова. Белорет районы, Ҡолсоғаҙыташтан (Синие скалы) Абҙаҡ ауылына күренеш.

❓212 йыл элек ата-бабаларыбыҙ ҡатнашҡан ҡанлы Халыҡтар һуғышы нисек булған? 1813 йылда Лейпциг эргәһендәге асыҡ яланда ярты м
+5
212 йыл элек ата-бабаларыбыҙ ҡатнашҡан ҡанлы Халыҡтар һуғышы нисек булған?
1813 йылда Лейпциг эргәһендәге асыҡ яланда ярты миллионға яҡын кеше, ике меңгә яҡын туп, һуғыш аттары йыйылған...
Наполеон армияһына ҡаршы һуғышҡан союздаштарҙың 54 мең һалдаты яралана һәм һәләк була, шуларҙың 23 меңгә яҡыны - Рәсәйҙеке. Әммә алыш еңеү менән тамамлана. Бөгөн был тарихты йыл да хәтергә алып, ошо дәһшәтле ваҡиғаларҙы "тергеҙеп", замандаштар тарихи реконструкция ойоштороп тора. Шуныһы ҡыуаныслы, "Төньяҡ амурҙары" тигән ҡушамат алған башҡорт яугирҙары ла "ҡатнаша" - Германияла йәшәүсе яҡташтарыбыҙ тарихыбыҙҙы онотмай һәм оноттормай.
🔥Быйыл да 18 октябрь үткән тарихи реконструкцияла милләттәштәребеҙ ихлас ҡатнашҡан.
📍 Был хаҡта Ирек Байышев хәбәр итте һәм саранан күренештәр менән уртаҡлашты. 🔸1-се фотола - яҡташтарыбыҙ 1813 йылғы Халыҡтар һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙарына Германияла ҡуйылған һәйкәл янында тора. 🔸2-3-сө фотола - 2025 йылғы Халыҡтар һуғышы реконструкцияһында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙары. 🔸4-се фотола - Саксония короле Фридрих Август I башҡорт уҡсыһының ҡулын ҡыҫып тора. 🔸5-6-сыһы видеолар - 2025 йылғы Халыҡтар һуғышы реконструкцияһынан күренештәр.

+5
🔴Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың грампластинкаға яҙҙырылған тауышын тыңлағыҙ.

📌 Бөгөн йырсы, йырсы, композитор, музыкаль йәмәғәтселек эшмәкәре, тәүгеләрҙән булып «Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы» (1929)
+1
📌 Бөгөн йырсы, йырсы, композитор, музыкаль йәмәғәтселек эшмәкәре, тәүгеләрҙән булып «Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы» (1929) исеменә лайыҡ булыусы, башҡорт профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Ғәзиз Сәлих улы ӘЛМӨХӘМӘТОВТЫҢ тыуыуына 130 йыл.
Әлмөхәмәтов 1895 йылдың 29 октябрендә Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы) Иҫке Мораптал ауылында тыуған.
🔸Ул беренсе булып совет композиторҙарының йырҙарын, классик арияларҙы һәм романстарҙы башҡорт теленә тәржемә итеп башҡара. , 🔸Фольклор әҫәрҙәрен һәм башҡорт халыҡ йырҙарын яҙып ала: «Ашҡаҙар», «Буранбай», «Тәфтиләү», «Урал» башҡорт халыҡ йырҙарын, «Ҡуңыр буға» ҡобайырынан өҙөк. 🔸1920-30 йылдарҙа Башҡорт милли опера театрын булдырыу буйынса янып эшләй. 🔸П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһының Башҡорт милли студияһын ойоштороусыларының береһе булараҡ талантлы йәштәрҙе туплай һәм 1932-1936 йылдарҙа уның мөдире була. 🔸Уның уҡыусылары - Баныу Вәлиева, Хәбир Ғәлимов, Ғабдрахман Хәбибуллин, Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Зәйтүнә Илбаева, Ульяна Калинина-Сыртланова, Әсмә Шайморатова, Мәрйәм Ғабдрахманова, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Мөслимә Мусина һ.б. 🔸Башҡорт дәүләт филармонияһын асыу башланғысында ла Ғәзиз Әлмөхәмәтов тора. 🔸Репрессия ҡорбаны. 1937 йылдың 11 декабрендә ҡулға алына. Төрмәлә ситлек артында барлыҡ тотҡондар өсөн «Урал» һәм «Буранбай» халыҡ йырҙарын башҡара. 1938 йылдың 10 июлендә атыла. 1957 йылдың 11 июнендә СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы тарафынан аҡлана. 📍 Фотола: Артҡы планда — (һулдан уңға) Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Ғәлирахман Әлмөхәмәтов һәм уның ҡатыны Бәҙриә. Ултыралар Мәстүрә Фәйзуллина (ҡатыны), Ғәлимә Әлмөхәмәтова (әсәһе).

Бер-берегеҙгә кәрәк булығыҙ 🩷 Видео: Скани.

📌"Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы буйынса ижад ителгән картиналар күргәҙмәһе асылды. Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә урынлашҡан
+1
📌"Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы буйынса ижад ителгән картиналар күргәҙмәһе асылды. Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә урынлашҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында "Башҡорт еренең легендалары" тип аталған күргәҙмә эшләй. Унда күрһәтелгән 50-нән ашыу картинаның авторы - Ирина Окружнова.
Ирина Анатольевна Ишембай ҡалаһында тыуған, әлеге көндә ул бында "Ишимбайфильм" мультстудияһында һәм Ишимбай районының мәҙәни-ял итеү үҙәгендә эшләй.
💯Әйткәндәй, Ирина Окружнова Башҡортостан Башлығы гранты аҡсаһына "Урал батыр" эпосы буйынса төшөрөлгән йәнһүрәт авторҙарының береһе лә - ижадташы Вера Шарыгина менән бергә төшөргәндәр. ✅"Башҡорт еренең легендалары" күргәҙмәһе 30 ноябргә тиклем эшләй. 📍Адрес: Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27. Мәғлүмәт өсөн телефон: 8 (347) 227-47-57

📌 Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров үткәрәсәк Тура бәйләнешкә һорау биреү ысулдары асыҡланды. 11 ноябрь сәғәт
📌 Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров үткәрәсәк Тура бәйләнешкә һорау биреү ысулдары асыҡланды. 11 ноябрь сәғәт киске 7-лә республиканың төп киң мәғлүмәт сараларының тура эфирында һәм социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров менән Тура бәйләнеш үтә. 📍 Республика етәксеһенә һорауҙы яҙма рәүештә йәки видеоға төшөрөп, түбәндәге ысулдар менән юлларға мөмкин:Башҡортостан Башлығы сайтында махсус бүлектәМАХ милли мессенджерындағы чат-бот аша – «Телеграм»дағы чат-бот аша – «Бәйләнештә» чат-боты ярҙамында – «Одноклассниктар»ҙағы чат-бот аша – «Госуслуги. Решаем вместе» сервисы ярҙамында. Видеоһорауҙар 2025 йылдың 10 ноябре 19:00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.

🦢Ҡандракүлдә аҡҡоштар йыйылған. 🦢 Йыл да аҡҡоштар йылы яҡҡа осорҙан алда бында туҡталып китә, тип хәбәр итә "Ҡандракүл" тәб
+6
🦢Ҡандракүлдә аҡҡоштар йыйылған. 🦢 Йыл да аҡҡоштар йылы яҡҡа осорҙан алда бында туҡталып китә, тип хәбәр итә "Ҡандракүл" тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре. Былтыр ҡоштар хатта декабргә тиклем ҡалған. Фото: Ирина Сабирова

Өләсәйҙәр менән бергә аш-һыу бешергән мәлдәрҙе һағынып иҫкә алырлыҡ була ул, ҡәҙерен белегеҙ💕
Эльвина исемле шәп ҡыҙ беҙгә өләсәһе менән сәк-сәк бешереү серҙәрен өйрәтә. Күңелгә йылы бөрккән был видео өсөн һылыуға рәхмәт🥰

📌Ер аҫты байлыҡтарын эшкәртеүселәргә яуаплылыҡ өҫтәгән закон проекты хаҡында Башҡортостан депутаттары хәбәр итте. Ул ер аҫты байлыҡтарын эшкәртеүгә лицензия алырға дәғүә итеүсе ойошмаларҙың махсус иҫәбендә рекультивация өсөн айырым сумма булыуын гарантиялауға йүнәлтелгән. Был башланғыс республика Башлығы Радий Хәбиров күрһәтмәһе менән ойошторолған ведомство-ара комиссия сиктәрендә күтәрелә. Әгәр ҙә Эльвира Айытҡолова менән Зариф Байғусҡаров ошо проектты федераль закон кимәленә еткерә алһа, улар тураһында Дәүләт Думаһы депутаттары вәкәләтендә һөҙөмтәле эшләнеләр тип тулы ышаныс менән әйтергә мөмкин буласаҡ. Әйткәндәй, федераль депутаттар корпусы киләһе йылда яңыртыла. Был закон ҡабул ителә ҡалаһа, Айытҡолова менән Байғусҡаров өсөн ҙур бонус булыр ине. "Халыҡ арбаһы" ТГ-каналынан.

📌 Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальоны ингән 57-се мотоуҡсылар полкына Рәсәй Президенты Владимир П
📌 Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальоны ингән 57-се мотоуҡсылар полкына Рәсәй Президенты Владимир Путин "гвардия" маҡтаулы исемен бирҙе. Полк был юғары баһаға һуғыш яланында күмәк ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ, бирешмәүсәнлек һәм ҡыйыулыҡ күрһәткән өсөн лайыҡ булды.
"Беҙҙең яугирҙарға был тулыһынса ҡағыла. Александр Доставалов исемендәге батальон - беҙҙең тәүге хәрби подразделениеларҙың береһе. Уның хәрби хеҙмәткәрҙәре - республика һәм ил ғорурлығы. Батальонда хеҙмәт иткән ир-егеттәрҙе һәм ветерандарҙы барыһын да ҡотлайым. Ватанды һаҡлап һәләк булғандарҙың хәтере мәңгелек. Еңеү беҙҙә буласаҡ",
- тип ҡотлау һүҙҙәрен еткергән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

Өләсәйҙәр һәм олатайҙар көнө менән! 🥰 Ошо матур байрам менән тәбрикләп, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, балалар бәхете теләйбеҙ, игелек
Өләсәйҙәр һәм олатайҙар көнө менән! 🥰 Ошо матур байрам менән тәбрикләп, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, балалар бәхете теләйбеҙ, игелек күреп йәшәргә яҙһын, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ һөйөүен татып оҙон ғүмер итегеҙ!💟 📍 Өләсәй һәм олатайҙарығыҙҙың матур фотоһын ебәрегеҙ🫶

🔥ZAINETDIN "Уралым" йырын заманса көйгә һалған. Тиҙҙән тулы версияһын да ишетергә була, тигән.

⚡Күптән ат егеп, арбала йөрөмәгәс, уның төрҙәре барлығын һәм һәр төбәктә үҙенсәлекле атамалары ла булғанлығын онотоп барабыҙ,
+2
⚡Күптән ат егеп, арбала йөрөмәгәс, уның төрҙәре барлығын һәм һәр төбәктә үҙенсәлекле атамалары ла булғанлығын онотоп барабыҙ, буғай. 💯Хәтерҙе яңыртып, арба һәм уның төрҙәре, башҡорт теленең төрлө диалекттарында атап йөрөтөлмөшө тураһында ҡыҙыҡлы ғына туплама әҙерләнек әле. Бында телгә алынмағандары тураһында тағы яҙырбыҙ.
Уҡығыҙ, белегеҙ, үҙегеҙ белгәнде лә комментарийға яҙығыҙ!