613
Подписчики
Нет данных24 часа
-77 дней
-830 день
Архив постов
📌 Төшкө ашҡа туҡтаған мәлдә блогер Рәис Ғәбитов менән бергә Белорет районындағы Еләкташ тауы башына менеп төшөгөҙ 😉😍
📌 22 августан 27-нә тиклем Башҡортостанда Армия мәҙәниәте көндәре үтте.
Сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына, Рәсәйҙәге Ватанды һаҡлаусылар йылы һәм Башҡортостандағы МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылына арналды.💯Проекттың төп маҡсаты Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү, илһөйәрлек тәрбиәләү һәм тарихи дөрөҫлөктө һаҡлау булды. 📍 Бер аҙна дауам иткән фестиваль сиктәрендә бөтәһе 300-ҙән ашыу сара ойошторолған: ҡала-райондарҙа концерттар, спектаклдәр, конкурстар, күргәҙмәләр һ.б. үткән. 🔹Иң яҡшы коллективтар һәм йырсылар Өфө ҡалаһының Совет майҙанында һәм "Торатау" конгресс-холында сығыш яһаны. 🔹22-24 августа "Көҙ романтикаһы" III классик музыка фестивале үтте. 🔹Ә 24 августа "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбле менән Үҙәк хәрби округының "Батырлыҡ йырҙа, ҡаһарманлыҡ бейеүҙә!" ансамблдәре концерт ҡуйҙы. 🔹25 августа Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығының ижади коллективтары сәхнәлә балҡыны. 🔹Армия мәҙәниәте көндәре "Геройҙар дәүере" IV Бөтә Рәсәй патриотик йыр асыҡ конкурсы менән тамамланды. ✅ Әйткәндәй, быйыл уның еңеүсеһе Санкт-Петербург ҡалаһынан - Лидия Трифонова. "Еңеү алда" йыры өсөн.
+2
📌 Мөнир Ҡунафин — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы!
Награданы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә тапшырҙы.Ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткерәбеҙ һәм ижади үрҙәр теләйбеҙ! ❓Әйткәндәй, Мөнир Сәхиулла улының ҡайһы әҫәрен тәьҫирләнеп уҡынығыҙ?
Машаллаһ!🌸
Көндө Илгиз Абдрахманов һәм Лиана Хәбибуллинаның яңы йыры менән башлайыҡ әле 🥰
Фото: Людмила Камнева.
+5
📌 Август аҙағында Силәбе өлкәһе Арғаяш ауылында "Монистоfest - 2025" башҡорт традицион милли кейеме фестивале үткән.
Сара Арғаяш районының барлыҡҡа килеүенә 95 йыл тулыуға һәм Арғаяш ауылының 130 йыллығына арналған.🔰Унда Башҡортостандан ҡунаҡтар - Балаҡатай районы Билән ауылынан "Тамбур" биҙәү-ғәмәли сәнғәт оҫталары халыҡ студияһы ағзалары ла барған. Сәйҙә Әхтәмова, Гөлхатифа Насирова һәм Мәрзиә Ғәлләмова үҙенең ҡул эштәренән зауыҡлы күргәҙмә әҙерләгән. 💯Фестивалдә ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған: 🔹"Башҡорттарҙың тамбурлы сигеүе: быуаттарҙы бәйләр нағыш" - Сәйҙә Әхтәмова, Балаҡатай районы; 🔹 "Сыңлаған тарих:башҡорт йолалары тауышы булараҡ яға" - Әлфиә Дүсмәтова, Арғаяш районы; 🔹 "Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ҡалпағы - матурлыҡ һәм абруйлыҡ юғарылығы" - Румия Ырыҫмөхәмәтова, Ҡонашаҡ районы. Сараны "Алтын ҡурай" башҡорт мәҙәниәте, теле, йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау һәм үҫтереү үҙәге" коммерция булмаған ойошма үткәргән. 📍 " Монистоfest" сиктәрендә Арғаяш районының биҙәү-ғәмәли сәнғәт клубын булдырырға ҡарар ителгән.
"Был фестивалде үткәреү идеяһын Арғаяш районы Мәтәл ауылынан Зөлфирә Сәфәрова әйткәйне. Алда - яңы проекттар, осрашыуҙар һәм оло ниәттәр",- ти ойоштороусылар.
📌 Башҡортостан Ҡурайсылар дәүләт ансамбле ағзалары йәйге ялдан һуң эшкә сыҡҡан һәм яңы ижад миҙгеленә әҙерләнәләр.
Видеоны ансамблдең рәсми төркөмөнән алдыҡ.
📌 Самауырлы ритайым - "Башҡорт аты-2025" Халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивалендә!
6 сентябрҙә Баймаҡ районының Граф күле буйында үтәсәк фестивалдең кисен йырлы-моңло сара биҙәйәсәк.🔥
❓"Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын уҡығанығыҙ һәм унда йәшеренгән мәғәнәләр хаҡында уйланғанығыҙ бармы?
❗Был - ябай әкиәт кенәме, әллә ниндәйҙер оло сер һаҡлаған һәм быуындан-быуынға белем тапшырған әҫәрме?✅Был һорауҙарға яуапты "Киске Өфө" гәзитендә журналист Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың ғалим, этнограф Зәкирйән Әминев менән әңгәмәһендә табырға мөмкин.
Интервью 2016 йылда донъя күргән һәм бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәргә бай. Мәҫәлән, арыҫлан йәки йылан затының боланды йотоусы тураһындағы әкиәтте ишеткәнегеҙ барҙыр. Был күренеш күк есемдәренең хәрәкәтенә бәйле аңлатыла икән!📍 Өҙөк: "Е.Е. Кузьмина грифондың боланды йотоу мотивының ҡасан, ҡайҙа барлыҡҡа килеүен анализлап, уны календарға бәйләп, ышандырырлыҡ дәлилдәр менән аңлатҡайны үҙенең баяғы мәҡәләһендә. Баҡтиһәң, грифондың, арыҫландың һәм башҡа йыртҡыс заттың болан кеүек үлән емшәр йәнде ботарлауын тасуирлаған миф бынан 5 мең йыл элек шумерҙарҙа формалашып, ул календарь менән бәйле булып сыҡты. Шумер астрономдары күк есемдәренең күсеп йөрөүен күҙәтеп, Ай ҡасан батыуын, Ҡояш ҡасан ҡалҡыуын, йондоҙҙарҙың, планеталарҙың хәрәкәтен, уларҙың бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәттәрен өйрәнеп, үҙҙәренең хужалыҡтарын алып барыу өсөн календарь төҙөүгә өлгәшкән булған. Шул дәүерҙә шумерҙар йәшәгән ерҙәрҙә февралдең егермеләрендә төнгө күктә Арыҫлан йондоҙлоғо ҡалҡҡан саҡта Болан йондоҙлоғо юҡ була. Ошо күренеште шумерҙар арыҫлан боланды ботарлап ырғытҡан, тигән миф аша сағылдырған. Шумерҙарҙан календарь менән бәйле был мотивты аҙағыраҡ хәҙерге Иран ерҙәрендә йәшәгән халыҡтар үҙләштерә, унан инде беҙҙең дәүерҙәргә тиклем етенсе быуаттарҙа Алғы Азияға яу менән килгән скифтар был мотивты үҙҙәре менән тыуған илдәренә алып ҡайта һәм ул Евразия ҡитғаһында киң таралып китә. Ваҡыт үтеү менән был эпизод әкренләп кенә февралдән мартҡа күсә. Хәҙер уны көнсығыш халыҡтары Наурыҙ байрамы тип 22 мартта билдәләй. Шулай итеп, көтмәгәндә Урал батыр эпосының бер эпизодының мәғәнәһе табылды. Факттарҙы әкренләп, бөртөкләп сүпләй торғас, эпостағы икенсе эпизодтарҙың мәғәнәләре лә асыла, аңлашыла башланы", - ти Зәкирйән Әминев. Артабан ошонда уҡырға була: https://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=3036
Иртәлә генә торам, юлға сығам,
Ҡурай киҫеп алам ҡамыштан...
Видео: Салауат Юнысов.
🌙"Ожмах әсәйҙәрҙең аяғы аҫтында" -тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм. Әсәйҙәргә шылтыратыр һәм хәлдәрен белешер, ҡосаҡлар, рәхмәт һүҙҙәрен әйтер, ә кемдәргәлер - яҡты рухтарын иҫкә алыр көн булһын әле бөгөн. ❤ Фото: ETHNO FRAMES, модель Хәмдиә Ҡунаҡҡолова.
AY YOLA төркөмөнөң яңы йыры һәм клибы - UGEZ - Үгеҙ тип атала.
Премьераһы 2025 йылдың 5 сентябрендә 00:00 сәғәттә (мск) көтөлә.Тәүге секундтарҙан уҡ - 🔥
❓Балаларығыҙға башҡортса китаптар һатып алаһығыҙмы?
З. Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенең магазинында башҡорт телендә балалар әҙәбиәтен табырға мөмкин.
Улар араһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Гүзәл Ситдиҡованың "Балапандар күккә ынтыла" тигән бик матур китабы ла бар.
Видеола Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы был йыйынтығы тураһында һөйләй.
Әйткәндәй, "балапан" һүҙенең мәғәнәһен беләһегеҙме?💯 Бөркөт, ҡарсыға кеүек ҡоштарҙың иң ныҡлы, көслө балаһы шулай атала. Видео: "Китап" магазины төркөмөнән.
❓Илсе Ғайса кем ул?
Хәҙерге Башҡортостандың Учалы районына ҡараған Шәрип ауылында Хәбибулла исемле башҡорт йәшәгән. Уның Фәтхулла һәм Зәйнулла исемле улдары булған.
Зәйнулла - күренекле башҡорт дин әһеле, ишан, мәғрифәтсе һәм йәмәғәт эшмәкәре, Рәсүлев фамилияһы менән билдәле.
💯Ғайса - Фәтхулланың улы була. 1904-1905 йылдарҙа рус-япон һуғышында ҡатнашҡан, полк муллаһы булған.
"Илсе Ғайса" башҡорт халыҡ йырының килеп сығышын тап уның шәхесенә бәйләйҙәр: бер туғаны Муса һәләк булғас ижад иткән, тип иҫәпләйҙәр.Видео: Айназ Низаметдинов - Учалы егете ҡурайҙа уйнай.
Бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында Бөтә Рәсәй “Геройҙар дәүере” патриотик йыр конкурсы башлана.
Быйыл ул Армия мәҙәниәте көндәренә арнала. Фестивалдә ҡатнашыу өсөн илдең 31 төбәгенән 232 ғариза килгән. Конкурста төрлө йәштәге авторҙар һәм башҡарыусылар сығыш яһай ала.
Ярым финалда Улан-Удэ, Мәскәү, Санкт-Петербург, Һамар, Һарытау кеүек ҡалаларҙан бөтәһе 19 ҡатнашыусы көтөлә. Иртәгә финалда “Автор йыры”, “Композитор”, “Һүҙҙәр авторы" номинациялары буйынса еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнә.
+6
📌ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНА ӘҘЕРЛЕК
💯Республика педагогтарының август кәңәшмәһе сиктәрендә ауыл һәм ҡала мәктәптәренә 200-ҙән ашыу автобус һәм еңел автомобиль тапшырылды. Улар федераль һәм республика бюджеты иҫәбенә һатып алынған ватан машиналары.
Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин әйтеүенсә, яңы уҡыу йылында республика мәктәптәренә йөрөп уҡыясаҡ 53 меңгә яҡын бала транспорт менән тәьмин ителә. Был маҡсатта 1590 мәктәп автобусы ҡулланыла.
⚡
“Яңы мәктәп автобустары – көн дә мәктәпкә йөрөгән балаларыбыҙҙың өҫтәлмә комфорты һәм хәүефһеҙлеге. Быны беҙ яҡшы аңлайбыҙ, шуға автопаркты яңыртыу эшен өҙлөкһөҙ алып барабыҙ. 2019 йылдан мәктәптәребеҙ бөтәһе 900-гә яҡын яңы автобус алды инде. Барлыҡ балаларҙы, ата-әсәләрен һәм уҡытыусыларҙы яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлайым. Мәктәп автобустары водителдәренә мөһим һәм кәрәкле хеҙмәттәре, балаларыбыҙға яҡшы мөғәләмәләре өсөн рәхмәтемде белдерәм. Барыһына ла уңыштар!”– тип яҙған Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәхифәһендә. 💯Әйткәндәй, 2022 йылдан алып Башҡортостанда 146 мәктәп бинаһы капиталь яңыртылған. Бынан тыш, һуңғы 5 йылда республикала яҡынса 33 мең урынлыҡ 48 яңы мәктәп һәм 65 балалар баҡсаһы асылған. 💥Быйыл 1-се класҡа 45 мең тирәһе бала уҡырға бара.
"Ниндәй телдә һөйләй ул?" -тип һорайҙар был татлы телле тәтелдәкте ишетеүселәр.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһының Рәсәй халыҡтары телдәре көнө уңайынан уҙғарылған конкурсында тәүге ҡатнашыусы был ҡыҙ.Белорет районы Абҙаҡ ауылынан Сафия Мусаҡаева. 3 йәш. "Аҡйондоҙ" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе.
📌 Һарына тураһында белмәгән кеше юҡтыр, ололар шуның тамырын ашап үҫтек, тип һөйләрҙәр ине.
🔥Ҡурайсы Мирас Үҙәнбаев был видеоһы нда ошо үҫемлекте урманда табып, тамырын ҡаҙып күрһәтә.✅Һарынаның русса атамаһы "лилия кудреватая", ул - лилиә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек. ✅Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә, мәҫәлән, Марий Эл Республикаһында Ҡыҙыл китапҡа индерелгән. ✅ Һарынаны баҡсаға ултыртһаң да, үҫә.
❗Ҡыр хайуандарының балаларына тейергә ярамай ❗
Ошо көндәрҙә "Юлдаш" радиоһы төркөмөндә уртаҡлаштылар был видео менән.
🔰Мәсетле районының Яңы Яуыш ауылынан Әлфиә Теләмова социаль селтәрҙәргә һалған, унда әсәһен юғалтҡан ҡоралай балаһына ниҙер ашатырға, шаярып кәртәгә индерергә тырышыу күрһәтелгән.❗Белгестәр бындай ҡылыҡты хупламай. 🔹Инә болан балаһын ҡалдырып тороп, күпмелер ваҡыттан шул урынға кире килеп, имеҙеп китеүе ихтимал. Ә сит еҫ аңҡыған балаһын кире алмауы бар. Быны ауылдағы һәр кем белә, хатта һарыҡ-кәзә лә яңы тыуған бәрәсенән кеше еҫе килһә, имеҙеүҙән туҡтарға мөмкин. 🔹Икенсе сәбәп - ҡыр хайуандарында ҡотороу ауырыуы булыуы ихтимал. ✅ Имгәнгән йәнлекте осратһағыҙ, түбәндәге телефон һандарының береһенә шылтыратып, хәбәр итергә кәрәк: 🔹 Берҙәм диспетчер хеҙмәте 112; 🔹Росприроднадзорҙың Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы 8 961 900-88-88; 🔹Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы 8 (347) 218-04-30.
Уже доступно! Исследование Telegram 2025 — ключевые инсайты года 
