612
Подписчики
Нет данных24 часа
-57 дней
-830 день
Архив постов
🌐Башҡортостан тураһында ҡыҙыҡлы 8 факт. 1-се өлөш.
🔴1919 йылдың20 мартында “Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү төҙөлә. Уның баш ҡалаһы тәүҙә Темәс, аҙаҡ Стәрлетамаҡ, шунан Өфө ҡалаһы була.
🔴Өфө –Рәсәйҙең 1 миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән иң иркен ҡалаларының береһе. Башҡортостандың баш ҡалаһында һәр өфөлөгә 682 кв.м. тура килә.
🔴Стәрлетамаҡ ҡалаһы Рәсәйҙә троллейбустар һыҙаты буйынса беренсе урынды биләй. Ҡалала троллейбустар һаны автобустарға ҡарағанда күберәк.
🔴Башҡортостан– борондан килгән солоҡсолоҡ кәсебе һаҡланған берҙән-бер төбәк. Солоҡ балы – иң файҙалы һәм ҡиммәтле бал, уның 1 килограмы 2,5-4 мең һум тирәһе тора.
🔴Урал тауҙарында табылған тәүтормош кешеләре торағы башҡорт күле – Ҡарабалыҡты буйында табылған.
🔴Шүлгәнташ мәмерйәһендә палеолит осоронда төшөрөлгән һүрәттәр һаҡланған – Көнсығыш Европала был берҙән-бер шундай ҡомартҡы. Был һүрәттәр 40 мең йыл тирәһе элек төшөрөлгән.
🔴Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында һөт ризыҡтарын етештереү буйынса алдынғы. Башҡортостан хужалыҡтарында 1,2 млн-дан ашыу һыйыр аҫрала.
🔴Башҡортостан территорияһында Көньяҡ Уралдың иң бейек түбәһе – Ямантау урынлашҡан, уның бейеклеге 1640 метр.
Яңы аҙнала - яңы үрҙәргә артылығыҙ! 🏔
📍 Белорет районындағы Көмәрҙәк һыртының түбәһе.
Видео: maksimmalinin4
📌 Кисәге Өфөлә Baby Ti - Арыҫлан Тимеровтың концерты үтте.
Унда саҡ һикерергә өйрәнгәненән алып, "ҡырҡа хәрәкәттәр яһарға ҡыймаған" йәштәгеләргә тиклем бар ине 🤭
Беҙ бына дәртле кескәй тамашасыларҙың бер өлөшөн "барланыҡ"😉
📌 "Заятүләк менән Һыуһылыу" башҡорт халыҡ эпосынан өҙөктө Мирас Үҙәнбаев башҡара.
🪸 Был эпоста Асылыкүл, Ҡандракүл һәм Балҡантау кеүек теүәл географик урындар телгә алына.
🪸Эпоста проза һәм шиғри форма аралашып килә. Шиғри урындарын думбыраға ҡушылып һамаҡлап һөйләр булғандар.
🪸Тәүге тапҡыр уны 1843 йылда Владимир Даль яҙып ала һәм рус телендә "Башкирская русалка" тип атап, журналда баҫтырып сығара.
🪸 1909 йылда Мәжит Ғафури "Заятүләк менән Һыуһылыу" эпосын яҙып алып, баҫтырып сығара. Тағы бер нисә варианты бар.
📌 Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" асыҡ республика конкурсының финалы үтте.
✅ Конкурста быйыл бөтәһе 81 ғаилә ҡатнашҡан.
💥Гран-приҙы Хәйбулла районынан Ҡудашевтар яуланы!
✅ Ҡудашевтар ғаиләһендә 7 бала: иң өлкән улдарына 17 йәш, кинйәкәй ҡыҙҙары Регинаға бөгөн 2 йәш тулған.
Барлыҡ ғаиләләрҙе ҡотлайбыҙ! 🌹 🌹 🌹
Дим буйы башҡорттары менән бергә моңланып алайыҡ әле, дуҫтар 🥰Дәүләкән районы Иҫке Яппар ауылынан Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәлиә Әйүпова башҡарыуында башҡорт халыҡ йыры "Ике лә генә туған". Был Дим буйында барлыҡҡа килгән йыр.
Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә бөгөн.
Рухи ҡиммәттәребеҙҙе, милли йолаларыбыҙҙы, туған телебеҙҙе һәм милли байлыҡтарыбыҙҙы һаҡлаған, татыу һәм күп балалы башҡорт ғаиләләре күберәк булһын, тип теләйбеҙ.🥰
Ялдар нисек үтә, дуҫтар?Был абзый кеүек һикереп төшөп бейергә дәрт-дарманығыҙ бармы? 🤩
📌Салауат халҡы Радий Хәбировҡа ҡаланы төҙөкләндергән өсөн рәхмәт әйткән.
"Әле тағы эшләргә кәрәк",– тине республика етәксеһе яуап итеп.
+4
📌 БР Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең рәсми логотибы һайланған!
Ике айҙан ашыу ваҡыт эсендә конкурсҡа 200-ҙән ашыу ижади эш килгән, республиканан тыш Ҡаҙағстан, Тажикстан, Сочи дизайнерҙары ла ҡатнашҡан.
💥Өфө дизайнеры Артур Ғилмановтың эше еңгән.
Фотола яңы тамғаның төрлөсә ҡулланылышы күрһәтелгән.
Бөгөн яҙҙың беренсе көнө!
☀️Март айына һынамыштар
🌿Мартта ҡояшлы һәм йылы булһа, яҙ шундай уҡ килер. Ҡар яуһа, икмәк уңыр. Йылы ел иҫһә – ямғырлы йәйгә. Ел төнъяҡтан иҫһә, йәй һалҡын килер.
🌿Март болоттар тиҙ йөҙһә, аҙна-ун көн матур, аяҙ һауа торошоы көтөгөҙ.
🌿Март – һоло турғайы килһә, тиҙҙән йылы, ҡоро, яҙғы көндәр етер.
🌿Мартта буран булып, көрттәр хасил булһа, йәшелсә уңыр.
🌿Мартта ҡарғалар оя-оя осоп, уҡ булып аҫҡа атылһалар – ҡар көтөгөҙ.
🌿Мартта ҡоро һауа – көндәр йылытыуға.
🌿Мартта күк йөҙө аяҙ булып та, ҡояш бик сығырға теләмәһә, һауа торошо боҙолор.
🌿Мартта ҡар төшһә, апрелдә һыуыҡ булыр.
Әгәр был көн ҡоро икән, апрелгә ямғыр көтөгөҙ.
🌿Мартта ҡар яуһа, апрель дә шундай уҡ булыр.
🌿10 мартта ала ҡарғалар тауышланһа, йәй ямғырлы килер. Әгәр ҡара ҡарғалар оя ҡорһа, тиҙҙән һауа торошо ултырыр.
🌿11 март көндө ел көньяҡтан йәки көньяҡ-көнбайыштан иҫһә – йылыта.
🌿12 мартта – йылы яҡтан иҫкән ел һәм тамсы тамыу – йылы йәйгә ишара.
🌿13 март көндө ямғыр яуһа, йәй еүеш килер. Түбәләрҙә ҡар ирей башлаһа, тиҙҙән буран булыр.
🌿14 март ниндәй – йәй шундай.
🌿15 март көндө буран йәки ел булһа, йәшел үләндәр баш төртөүен тиҙ генә көтмәгеҙ.
🌿16 март көндө турғайҙар түбә ҡалайҙарына ултырып, ҡанаттарын таҙартһа – йылы көндәр етә.
🌿17 март – ҡара ҡарғалар элекке ояларына килһә, яҙ иртә килер, һыуҙар тиҙ китеп бөтөр.
🌿18 мартта ала ҡарғалар төнъяҡҡа ҡарап оялаһа һәм ҡарҡылдашһа – көндәр һыуыта.
🌿19 мартта тумыртҡалар туҡылдаһа, һыуыҡтар оҙаҡ дауам итә.
🌿20 мартта ҡояш байығанда күк йөҙө ҡыҙғылт төҫкә керһә – ел көсәйә.
🌿21 март көндө турғайҙар килһә, яҙ килеп етте тигән һүҙ.
🌿22 март йылы булһа, 40 көн йылы торор, был көн һыуыҡ булһа, 40 көнгә һуҙылған һыуыҡтар көтөгөҙ.
🌿23 март көндө ала ҡарға томшоғон ҡанат аҫтына йәшерһә – һыуыта.
🌿24 март ала ҡарғалар тауышланып йөрөһә, һауа торошо боҙола.
🌿25 март көндө ямғыр яуһа, арыш уңа. Ала ҡарғалар ерҙән йәки ҡарҙан йөрөһә – көндәр йылыта.
🌿26 мартта ҡара ҡарғалар кисен йыйылышып, тауыш бирһә – алдағы аҙна йылы булыр.
🌿27 мартта ҡар ҡояш йылыһынан иреһә – уңышлы йыл булыр, ямғыр яуып иреһә – ҡоролоҡ.
🌿28 мартта аксарлаҡтар осоп килһә, апрель йәй кеүек булыр.
🌿29 март ниндәй – апрель шундай.
🌿30 мартта торналар килһә, кинәт йылыта. Гөрләүектәр аға башлаһа, йылғалар ташыу ҙа оҙаҡ көттөрмәҫ.
🌿31 март кисендә йондоҙҙар ғәҙәттәгенән вағыраҡ күренһә – ямғырға. Ҡоштар ояларын көньяҡҡа үрһә – йәй һалҡын килер.
"Илһамиәт" төркөмөнән.
🌱Хәйерле иртә, төркөмдәштәр!
Бына яҙҙың беренсе көнө лә килеп етте, оҙаҡламай көндәр йылынып, гөрләүектәр ағып, тәүге бөрөләр ҙә күренә башлар. Һәр миҙгелдең матурлығын тойоп, һау-сәләмәт ҡаршы алырға яҙһын!
🌙Изге Рамаҙан айы ла бөгөн башланып тора. Ураҙала булған ҡәрҙәштәребеҙгә Аллаһы Тәғәлә үҙе еңеллектәрен бирһен, тип теләйбеҙ.
Бөгөн ҡояш байыу менән барлыҡ мосолмандар өсөн изге ай - Рамаҙан айы башланды.
Был айҙа изге эштәр, яҡшы уй-ниәттәр, миһырбанлыҡ артһын, имен-һау йәшәргә, ниәт иткән ураҙаларҙы тоторға яҙһын! 🤲
🌟40 ЙӘШ ТУЛМАҪ БОРОН
📌Өлгөлө башҡорт ғаиләләренең береһе - Баймаҡ районы Ғүмәр ауылынан Әнисә һәм Марс МЫРҘАБАЕВТАР үҙенең ғаилә тарихын һөйләгән.
🤩Улар 7 ул тәрбиәләп үҫтергән, араларында яугир ҙа бар.
Мырҙабаевтар йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашып, матур донъя көтөп йәшәй.
Видео: "Читающий Баймак" төркөмөнән.
🌍"ПЛАНЕТА"ЛА - БАШҠОРТ МӨХИТЕ
Ял көндәрен ғаилә менән файҙалы итеп үткәргегеҙ килһә, 1-2 мартта "Планета" сауҙа үҙәгенә барығыҙ.
✅ Бында "Мөхит" күсмә балалар тирмәһе эшләйәсәк.
✅ Башҡарыусылар Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, "Һомай" этно-мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы. Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
🤩Ә һеҙ радиоға шылтыратып, ниндәй йырҙы ҡуйырға һорар инегеҙ?
"Ливень инмәй" йыры - рәхим итеп тыңлағыҙ 😁
Видео: интернет киңлектәренән, төп сығанағын белһәгеҙ, һыҙғырырһығыҙ😉
Кәйефтәр нисек?
😎Гел алға!
😵💫Эш көнө тиҙерәк тамамланһын!
🥰Иртәгә яҙ, яҙ, яҙ килә!
Видео: "Бишбармаҡ" оркестры.
Уже доступно! Исследование Telegram 2025 — ключевые инсайты года 
