ru
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Открыть в Telegram
613
Подписчики
Нет данных24 часа
+17 дней
-730 день
Архив постов
📌📌📌Башҡортостан Ҡурайсылар дәүләт ансамбле логотибын булдырыу маҡсатында иң шәп дизайнға конкурс иғлан ителде. 💥Конкурсты
📌📌📌Башҡортостан Ҡурайсылар дәүләт ансамбле логотибын булдырыу маҡсатында иң шәп дизайнға конкурс иғлан ителде. 💥Конкурсты Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ойоштора. ✅Логотип башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы – ҡурайҙы популярлаштырырға, Дәүләт ансамблен танытырға һәм тамашасыларҙы йәлеп итергә тейеш. ✅Еңеүсенең эше рәсми эш ҡағыҙҙарында, рәсми сараларҙа, реклама материалдарында ҡулланыласаҡ. ✅Ҡурайсылар дәүләт ансамбленең логотибы, Башҡортостандың милли символы булараҡ, коллективтың бай мәҙәни мираҫты һаҡлап ҡалыуға ынтылышын сағылдырырға тейеш. 📌Тулыраҡ мәғлүмәтте БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан алырға мөмкин. 🌿Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар reklama@yandex.ru электрон почтаһына ҡабул ителә. 🌿Һәр ҡатнашыусы йәки команда ике төрлө эш тәҡдим итә ала. 🌿Ғаризаларҙы 2025 йылдың 31 ғинуары сәғәт киске 6-ға тиклем тапшырырға була. Ошо ваҡыттан һуң бирелгән ғаризалар ҡаралмаясаҡ. 🌿Иң яҡшы проектты эксперттар комиссияһы һайлай. 🌿Еңеүсе 30 мең һум күләмендәге аҡса менән бүләкләнә. 🌿Еңеүсене рәсми рәүештә 2025 йылдың 20 февраленән дә һуңға ҡалмай иғлан итәсәктәр. 🔥Еңгән дизайн БР Ҡурайсылар дәүләт ансамбленең концертында күрһәтелә.

Тыуған илдең ҡото - башҡорт аты 💕 Видео: Айтуган Фәттәхов.

💥27 сәғәт эсендә Мәскәүҙә: Өфөнән тиҙ йөрөшлө поезда ✅Яңы состав көн аша йөрөйәсәк. ✅Ул Өфөнән 09:20 сәғәттә ҡуҙғалып, Мәскә
💥27 сәғәт эсендә Мәскәүҙә: Өфөнән тиҙ йөрөшлө поезда ✅Яңы состав көн аша йөрөйәсәк. ✅Ул Өфөнән 09:20 сәғәттә ҡуҙғалып, Мәскәүгә икенсе көндө сәғәт 11:15-кә барып етә. ✅Ә бына Мәскәүҙән 15:25 сәғәттә ҡуҙғалып, икенсе көндө Өфөгә 22:09 сәғәттә буласаҡ. ✅Поезд Бөгөлмә, Нурлат, Димитровград, Ульяновск, Инза, Рузаевка һәм Рязань аша үтәсәк.

📌Башҡортостандан МХО яугирҙарына ярҙамға йүнәлгән ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар ҡайтып төштө. Улар араһында БСТ каналының журналисы,
+2
📌Башҡортостандан МХО яугирҙарына ярҙамға йүнәлгән ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар ҡайтып төштө. Улар араһында БСТ каналының журналисы, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова-Байбулатова ла бар. Ул ватаныбыҙға һүҙ менән генә түгел, эш менән дә ярҙам итергә кәрәк, тигән инаныуҙа МХО яугирҙарына ярҙамға юлланғайны.
"Аллаға шөкөр, һеҙҙең хәйер-фәтихала иҫән-һау ҡайтып еттек. Хәрби госпиталдә ирекмән булып эшләгән 16 көн күҙ асып йомған арала үтеп тә китте. Тормош юлымдағы иң файҙалы, иң мәғәнәле осор булды ул. Хәҙер бушҡа йәшәлмәне, тип әйтә алам. Мин Миәкәнән Фәриҙә апай менән хирургия бүлексәһенә эләктем. Яу яланынан килтерелгән яралыларҙы ҡабул итек, йыуындырҙыҡ, кейендерҙек, ашаттыҡ, инвалид коляскаһында, таяҡҡа таянып йөрөгәндәрҙе төрлө медицина тикшереүҙәренә, процедураларға алып барҙыҡ, операция үткәргәндәрҙе тәрбиәләнек. Һөйләштек, аралаштыҡ, йөрәк йылыбыҙ менән бүлештек. Яҡындарынан алыҫта булған, ауыр тән йәрәхәттәре алған яугирҙарыбыҙ өсөн әсәй ҙә, апай ҙа, һеңле лә булдыҡ. "Бәлки кәрәге тейер" тип машинка алып барған инем, 16 көн эсендә госпиталдә ятҡан 230 егеттең сәсен алырға, һаҡал-мыйыҡтарын ҡырырға, хатта тырнаҡтарын ҡырҡырға тура килде. Госпиталь тотош Рәсәйҙең сағылышы: Луганск, Донецк, Дағстан, Чечен республикалары, Ростов, Волгоград өлкәһе, Краснодар, Красноярск крайы егеттәре күп. Башҡортостандан 6 яугир булды, көтмәгәндә, Әбйәлил районынан яҡташымды осраттым. Көнө буйы аяҡ өҫтө йөрөһәк тә, арып-талһаҡ та, ашап өлгөрмәһәк тә, күңелдә иҫ киткес ҡәнәғәтлек тойғоһо булды. Һәм мин бер ваҡытта ла шул тиклем күп рәхмәт һүҙҙәрен ишеткәнем юҡ ине. Хәҙер илдең һәр мөйөшөндә герой дуҫтарым бар. Ә бөгөн сәфәр аҙағында мин үҙебеҙҙең шәп командаға- республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған оло йөрәкле, изге күңелле, миһырбанлы гүзәл заттарыбыҙға ҙур рәхмәт белдерер инем. Беҙҙең «Ете ҡыҙ" төркөмө: Өфөнән Зөһрә Исмәғилева, Учалынан Илһөйәр Вәлиева, Миәкәнән Фәриҙә Ғәлимуллина һәм Луиза Әхмәтшина, Ҡырмыҫҡалынан Гөлнәриә Шаһиева, Архангелдән Русалина Жаворонкова- һеҙ СУПЕР!!! Зөһрә Мәүлетбаевна Гордиенкоға, Гүзәл Флүровна Коваленкоға шул тиклем кәрәкле, әһәмиәтле "Беренсе тирмә" төбәк проекты өсөн рәхмәт!" -
тип яҙған сәхифәһендә Рафаэль ҡыҙы. Шундай оло йөрәкле гүзәл заттарыбыҙ бар, быға һоҡланмау мөмкин түгел!

Хәйерле иртә! ❄️ Йортоғоҙға ҡот, малығыҙға ырыҫ, ғаиләгеҙгә сәләмәтлек теләйбеҙ, яңы эш һәм уҡыу аҙнаһы уңышлы үтһен. 😇
Хәйерле иртә! ❄️ Йортоғоҙға ҡот, малығыҙға ырыҫ, ғаиләгеҙгә сәләмәтлек теләйбеҙ, яңы эш һәм уҡыу аҙнаһы уңышлы үтһен. 😇

📌Башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм Ғиззәтуллин Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында үҙе индергән тәҡдимдәр һәм мәҙәниәт өлкәһендә атҡараһы эштәр тураһында. Тыңлайбыҙ, хаҡ әйтәме?

photo content

☀ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘ! ☀ Кесе Ямантауҙа яңы тыуып килгән көндөң ҡояш нурҙарына мансылған сағыу фотолары. 💟 📍Белорет районы, Башҡорт
+9
ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘ! Кесе Ямантауҙа яңы тыуып килгән көндөң ҡояш нурҙарына мансылған сағыу фотолары. 💟 📍Белорет районы, Башҡортостан Республикаһы. 📸Автор: Павел Распопов

📌Башҡорт теле көнөндә Талбазы район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре сәләмәтлекте һаҡлау мөһимлеге тураһында тағы бер ҡат иҫкә төшөрә. Башҡорт халыҡ мәҡәлдәрен шулай матур итеп әйтеп, һаулығығыҙҙы һаҡларға ҡушҡан аҡ халатлыларға ❤️ ҡуйығыҙ!

photo content

Ҡыҙыҡай Baby Ti (Арыҫлан Тимеров) менән бергә ҡушылып йырлай һәм бейей😍 Бөгөн Башҡорт теле көнө уңайынан Өфөләге "Мега" сауҙа үҙәгендә үткәрелгән байрам сараһынан бер күренеш. Был сараны Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы үткәрә. Унда ҡатнашыусылар торло оҫталыҡ дәрестәре, уйындарҙа ихлас ҡатнашты, ә һуңынан башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының сығыштарын ҡараны.

📌Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезына ниндәй уйҙар менән килгән? Аҡһаҡалыбыҙҙың был туралағы фекерҙәрен һәм шулай уҡ киләсәк быуындарға һәйкәлдәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн ниндәй эштәр атҡарырға кәрәклеге, башҡорт әҙәбиәтенең үҫеш кимәле, берҙәмлек хаҡында әйткәндәре - видеола.

❤️Башҡорт теле көнө менән тәбрикләйбеҙ, дуҫтар! ТУҒАН ТЕЛ Ерҙә кеше һөйәгенән Убалар үҫкән… Тел – тере шишмә – үлмәгән, Бөгөн
+3
❤️Башҡорт теле көнө менән тәбрикләйбеҙ, дуҫтар! ТУҒАН ТЕЛ Ерҙә кеше һөйәгенән Убалар үҫкән… Тел – тере шишмә – үлмәгән, Бөгөнгә еткән! Шул тел менән тыуҙым, үҫтем, Торам бөгөн дә. Аңлай мине ғәзиз халҡым Туған телендә. Минең телем – тыуған ерем, Әсәм тауышы, Халҡымдың бай хазинаһы, Таҙа намыҫы! Ерҙә халыҡ йәшәй икән, – Теле лә йәшәй! Телен асҡанда, һәр бала Әйтәсәк: «Әсәй!». Мин сикһеҙ хөрмәт итәмен Халҡымдың телен, Ә кем уны һаңға һуҡмай, Хурлай тик үҙен!.. Баязит БИКБАЙ.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезына байҡау яһап, уның илебеҙ өсөн дә, халҡыбыҙ өсөн дә мөһим ваҡытта үткәрелеүен билдәләргә мөмкин. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров та әйтеп китте, ҡорҙа ҡатнашҡан һәр кем телгә алды.
"Беҙ барлыҡ ил халҡы менән бергә Президентыбыҙ Владимир Владимирович Путин эргәһендә тупландыҡ. Беҙҙе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү, Башҡортостаныбыҙҙы үҫтереү, халҡыбыҙҙы һаҡлау, туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихи хәтерҙе, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы, тәбиғәтебеҙҙе ҡурсалау теләге берләштерә. Башҡорт халҡы бөгөн тәрән аҡылға таянып эш итеүен тағы ла бер иҫбатланы. Ҡоролтай мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеүҙә, артабанғы үҫеш йүнәлештәрен барлауҙа ифрат мөһим йыйын булды. Алда беҙҙе яңы бурыстар, юғарыраҡ маҡсаттар көтә",
- тип яҙған республика етәксеһе сәхифәһендә. https://t.me/radiyhabirov/9135

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезынан күренештәр. Бик йылы осрашыуҙар, эшлекле һөйләшеүҙәр, аныҡ тәҡдимдәр булды бө
+6
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезынан күренештәр. Бик йылы осрашыуҙар, эшлекле һөйләшеүҙәр, аныҡ тәҡдимдәр булды бөгөн. Киләһе посттарҙа барыһы тураһында ла ентекләберәк яҙырбыҙ, һөйләрбеҙ, күрһәтербеҙ 😉

https://vk.com/wall-226019445_2067 📌Башҡорт теле көнөнә арналған конкурс тамамланырға тора, ҡатнашырға өлгөрөп ҡалығыҙ!

📌Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезында киләһе йылды Башҡортостанда Ватан һаҡсылары йылы тип нарыҡларға тәҡдим ителде. Әй
📌Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезында киләһе йылды Башҡортостанда Ватан һаҡсылары йылы тип нарыҡларға тәҡдим ителде. Әйткәндәй, республика етәксеһе 2025 йылды Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы тип атарға, ошо юҫыҡта маҡсатлы эшләргә ҡарар иткәйне.

Яугирҙарыбыҙ Ҡоролтайҙың һөҙөмтәле үтеүен теләп, ҡотлау һүҙҙәре еткергәндәр. "Тыныслыҡты яҡынлаштырыу өсөн беҙ ҙә тырышырбыҙ. Ҡоролтай һөҙөмтәле үтһен! Башҡортостан - алға!", - ти ир-егеттәребеҙ.

Ҡоролтайҙың Социаль-иҡтисади үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса секцияһында милли туризмды үҫтереү тураһында фекер алышт
Ҡоролтайҙың Социаль-иҡтисади үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса секцияһында милли туризмды үҫтереү тураһында фекер алыштылар, һуңғы йылдарҙа атҡарылған эштәрҙе барланылар һәм киләсәккә пландары менән бүлештеләр. Силәбе өлкәһендә башҡорт мәҙәниәтен үҫтергән, башҡорт тоҡомло аттар үрсеткән Даян Иштимеров хеҙмәттәшлек итергә әҙерлеген белдерҙе. Рәсәй туриндустрия союзының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе етәксеһе Кинйә Күскилдин Өфө эргәһендә башҡорт халыҡ эпосы "Урал батыр"ға нигеҙләнгән күңел асыу паркы булдырырға тәҡдим итте.
"Беҙгә бер ниндәй ҙә Диснейленд кәрәкмәйәсәк, үҙебеҙҙең мифологияға нигеҙләнгән һәм барыһын да хайран итер урын төҙөүгә барлыҡ эшҡыуарҙарҙы саҡырам",
- тине Кинйә Күскилдин.

📌Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров бөтә донъя башҡорттарына мөрәжәғәт итте. Һәм үҙ сығышында башҡорт халҡын та
📌Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров бөтә донъя башҡорттарына мөрәжәғәт итте. Һәм үҙ сығышында башҡорт халҡын тарҡатырға тырышҡан көстәр үҙ маҡсатына ирешә алмаясаҡ, тине.
"Махсус хәрби операция башланған мәлдә башҡорттарға ул саҡта Украинаның оборона министры булған Резник "Башҡорттар нимә өсөн һуғыша" тигән хат менән мөрәжәғәт итте. Шул саҡта мин ни өсөн улар нәҡ беҙгә шундай иғтибар бүлә икән, тип уйландым. Һәм иң мөһимен аңланым - улар беҙҙән ҡурҡа, сөнки беҙ - яугир халыҡ, Ватаныбыҙҙың тоғро подданныйҙары. Беҙҙе яу ҡырында еңеп булмай. Беҙҙең халыҡта һатлыҡйәндәр юҡ. Беҙ биш быуат дауамында Рәсәйҙе һаҡланыҡ һәм һаҡлауҙы дауам итәбеҙ. Улар тик беҙҙе эстән тарҡатып маташа ғына ала. Әммә бер нәмәләре лә килеп сыҡмаясаҡ. Сөнки уларҙы аҫтыртынлыҡ һәм ҡурҡыу йөрөтә. Ә беҙҙе - Башҡортостандың һәм башҡорт халҡының киләсәге"
, - тине республика етәксеһе. Шулай була күрһен, бер уйлы, бер маҡсатлы, бер һүҙле булайыҡ һәм Ҡоролтай һөҙөмтәле үтһен!