ru
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Открыть в Telegram
612
Подписчики
-524 часа
-77 дней
-830 день
Архив постов
Башҡорт бейеүҙәрендә рух сағыла ❤️‍🔥 Видео: Илгизәр Йәнтүрин.

МИЛЛИ БЕЙЕҮ КӨНӨ МЕНӘН! ❤️ Бөгөн Башҡортостанда беренсе тапҡыр рәсми рәүештә Милли бейеү көнө билдәләнә. Уны республика Башлы
МИЛЛИ БЕЙЕҮ КӨНӨ МЕНӘН! ❤️
Бөгөн Башҡортостанда беренсе тапҡыр рәсми рәүештә Милли бейеү көнө билдәләнә. Уны республика Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы, төбәк халыҡтарының мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрәләр.
📍 Әйткәндәй, 21 октябрь көнө юҡҡа һайланмаған - бөгөн билдәле башҡорт хореографы Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнө. 🔹Ул 1912 йылда Бөрө ҡалаһында тыуған. Граждандар һуғышы осоронда етем ҡала һәм балалар йорттарында тәрбиәләнә. Әммә хыялы уны яйлап Мәскәү ҡалаһына СССР-ҙың Ҙур театры эргәһендәге хореография техникумына алып килә. Уны тамамлағас, Башҡортостанға әйләнеп ҡайта, СССР Халыҡ бейеүҙәре дәүләт ансамбле солисы була һәм Башҡортостанда шундай уҡ коллектив тупларға хыяллана. Ниһайәт, 1939 йылда шундай ижади төркөм туплана һәм 20 мартта тәүге концертын бирә. Бөгөн ул нигеҙ һалыусы бөйөк бейеү оҫтаһының исемен ғорур йөрөтә һәм бар донъяға башҡорт бейеүен таныта. 📍 Бөгөн байрам уңайынан "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында ҙур тамаша көтөлә. Ул ғына ла түгел, һәр мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениеһында байрамға арналған саралар ойошторола.

📌 Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 106 йыл тулыу айҡанлы мәғлүмәт туплаған арала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың 2020 йылда төшөргән видеоһын табып алдыҡ.
🍃Республика етәксеһе Мостай Кәримдең "Ҡайын япрағы тураһында" шиғырынан өҙөк һөйләгән.
Ер шарының картаһына Ҡараһаң яҡшы ғына, - Башҡортостан шул картала Бер япраҡ саҡлы ғына. Эйе, япраҡ аҡ ҡайындың Бер япрағы ни бары. Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй – Шундай йәшел, юғары. Нисә быуат шул япраҡты Ҡайындан өҙмәк булып, Боҙ һалҡынында туңдырмаҡ, Утта көйҙөрмәк булып, Нисә диңгеҙ аръяғынан Ниндәй елдәр иҫмәгән, Ниндәй йәшен уйнамаған, Ниндәй ҡырау төшмәгән. Шул япраҡты ашар булып, Нисә төрлө ҡорт һырыған, Ҡайһы «милләт», ҡайһы « дәүләт », Йә «өммәт» затлы булған. Ғорур япраҡ өҙөлмәгән Ғорур ҡайын – әсәнән, Әсәһенең һуты менән, Көсө менән йәшәгән. Бөгөнгө яҙ килде илгә Елдәр, дауылдар аша. Ҡайындың шат япраҡтары, Тыңла, нисек шаулаша! Картаға ҡарап, еремде: - Бер япраҡ саҡлы, - тинем, Мин хайранмын киңлегеңә, Башҡортостаным-илем! Бер сигең Яйыҡ ярында, Ыҡ буйында бер сигең, Бөркөт ҡанатын талдырыр Сал тауҙарың бар һинең. Һиндә тормоштоң көрлөгө, Донъялар именлеге, Һиндә тауҙар ғорурлығы, Далалар иркенлеге. Һыуҙарың көмөш. Тупрағың Торғаны алтын һинең, Бар хазинаңдан ҡиммәтле Бәхетле халҡың һинең! Донъя картаһында ерем Бер япраҡ саҡлы ғына, Ә быуаттар төпкөлөнә Ҡараһаң яҡшы ғына, Ошо изге ерҙән уҙған Күпме быуын яҙмышы - Һауаларға ашҡан даны, Һыуға һеңгән һағышы. Был тупраҡҡа сәмле тарих Ҡандар менән яҙылған, Ҡаяларҙа ҡылыс эҙе - Ташҡа тамға һалынған. «Эйгән башты ҡылыс сапмай», - Тиһә лә иҫке мәҡәл, Баш эймәгән ғорур халҡым, Теҙ сүгеп йәшәмәгән. …Бик хәйерсе булған халҡым, Тик хәйер һорашмаған, Билгә ҡылыс таҡҡан, шуға Арҡаға тоҡ аҫмаған, Билгә ҡылыс таҡҡан, ләкин Күршелә ил баҫмаған. Кем уға ҡорал күтәрһә, Шуны яуҙа тураған. Дошманының атын һорап, Затын һорап тормаған. Кисәгең дә, бөгөнөңдәй, Күңелемә яҡын минең, Утты, һыуҙы кисеп үткән Ҡаһарман халҡым минең!

Уфтанма! Уфтанма – бит һинең ул уҙған ғүмерең Уйнап-көлөп кенә уҙмаған. Һиңә насип булган аҡ бәхет, ҙур шатлыҡ, Яҡты көн әле бит уҙмаған. Һиңә насип булган аҡ бәхет, ҙур шатлыҡ, Яҡты көн әле бит уҙмаған. Уфтанма, ғүмерҙәр яҙ кеүек үтә, тип, Сал сәсең күрһәң дә уфтанма. Яҙ килә лә китә, ғүмер шулай үтә, Уфтанма, уфтанма, уфтанма. Яҙ килә лә китә, ғүмер шулай үтә, Уфтанма, уфтанма, уфтанма. Видео: Илшат Абдрахманов

📌 Мәскәүҙә Башҡортостандан белем алған беренсе курс студенттары өсөн БашПерваш - 2025 сараһы ойошторолған. Уны Башҡортостанд
+8
📌 Мәскәүҙә Башҡортостандан белем алған беренсе курс студенттары өсөн БашПерваш - 2025 сараһы ойошторолған. Уны Башҡортостандың РФ Президенты эргәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары берлеге үткәргән.
Йәштәргә бер-береһен танып белергә, дуҫлыҡ ептәре һуҙырға ярҙам иткән мөһим сарала Башҡортостандың Рәсәй Президенты эргәһендә тулы хоҡуҡлы вәкиле Ринат Фәйзуллин, Студенттар һәм аспиранттар берлегенең етәксеһе Айһылыу Ишбаева, Мәскәү ҡалаһының Йәмәғәт бәйләнештәре һәм йәштәр сәйәсәте комитетының "Мәскәү йәштәре" проекты буйынса бүлек етәксеһе Павел Голубев сығыш яһаған.
🔹Ҡунаҡтар өсөн сағыу концерт ойошторолған, "Алтын ай" Мәскәү башҡорт бейеүҙәре ансамбле сығыш яһаған, йәштәр квест үткән - Мәскәүҙең тарихи урындары менән танышҡандар. 🔹Шулай уҡ "Иң яҡшы беренсе курс студенты - 2025" конкурсының еңеүселәре билдәләнгән.

Оло инәй һәм Кендек 💘 🎬Видео: Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабич менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Шәһит Хамматов.

📌Башҡорт егетенә етеүсе булмаған ⚡Өфө дәүләт нефть техник университетының 2-се курс студенты Вадим Харисов Төркмәнстанда үтк
+1
📌Башҡорт егетенә етеүсе булмаған ⚡Өфө дәүләт нефть техник университетының 2-се курс студенты Вадим Харисов Төркмәнстанда үткән Химия буйынса халыҡ-ара олимпиадала иң юғары һөҙөмтә күрһәткән. Ашхабад ҡалаһында ойошторолған олимпиадала Рәсәй, Беларусь, Бөйөк Британия, Әзербайжан, Әрмәнстан, Иран, Италия, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Үзбәкстан, Тажикстан һәм Төркмәнстан университеттарынан 250 студент ҡатнашҡан. 🔥26 алтын миҙалдың 13-өн Рәсәй студенттары яулаған. Шуларҙың береһе Вадим Харисов. Ә
йткәндәй, талантлы егетебеҙҙең быға тиклем Ҡытай, Сәғүд Ғәрәбстаны,Швейцария һәм Ҡаҙағстанда үткән халыҡ-ара олимпиадаларҙан да 4 алтын миҙалы бар ине.
Бына шундай афарин йәштәребеҙ бар!

ҮҘЕМӘ ӘЙТКӘН ҺҮҘ Тәү һүҙемде әсәйемә әйттем, Икенсеһен ергә өндәштем. Шунан ары бүтәндәргә күпме Өгөт бирҙем, "аҡыл өләштем".
ҮҘЕМӘ ӘЙТКӘН ҺҮҘ Тәү һүҙемде әсәйемә әйттем, Икенсеһен ергә өндәштем. Шунан ары бүтәндәргә күпме Өгөт бирҙем, "аҡыл өләштем". Баҡһаң икән, аҡылдарға һыуһау, Кәңәштәргә мохтаж үҙем бар, Шул үҙемә бөгөн һүҙем бар: Ғүмер уҙған һайын, беҙҙе алып, Йылдар етеҙерәк сабыр ул, Йылдар саба тиеп, сәбәләнмә, Сабырырак бул һин, сабыр бул. Эйелеп-бөгөлөп барма һәр тарафҡа, бөгөлә икән, талдар бөгөлһөн; Елберләмә һәр уҙғынсы елгә, Елберләмә, уҫаҡ түгелһең. Һыйҙар күрһәң, талымһыҙҙан булма, Миҙгел белеп үрел ҡашыҡҡа; Елгә еленләгән һәр уйыңды Илгә таратырға ашыҡма. Ағыу менән дарыу бер үк заттан, Тик самаларға - төрлө саманан, Самаларҙан сығып дан йырлама, Һәм хөкөм дә итмә ҡабалан. Айға менһәң, үрә һикермәй тор, Ҡояш бар бит айҙан юғары; Түргә төшһәң, "гүргә төштөм" тимә, Унан сыҡҡан әҙәм юҡ але. Ауырлыҡтар ауһа иңдәреңә, Еңеләйтер сара табыр бул. Ауырына, хәйер, түҙерһең дә, Еңеленә сыҙа, сабыр бул. Мостай КӘРИМ.

Хәйерле көндәр! 🍂Октябрь айы төрлө әһәмиәтле байрамдарға бай булды. 🔹Бөгөн, 20 октябрь, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай
Хәйерле көндәр! 🍂Октябрь айы төрлө әһәмиәтле байрамдарға бай булды. 🔹Бөгөн, 20 октябрь, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө, шулай уҡ Халыҡ-ара ашнаҡсы көнө. 🔹Иртәгә, 21 октябрҙә беренсе тапҡыр Милли бейеү көнөн билдәләйбеҙ. Был туралағы указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Ошо байрам уңайынан Өфөлә матур концерт һәм башҡа саралар көтөлә. 🔹25 октябрҙә, теүәл 135 йыл элек, билдәле башҡорт яҙыусыһы, йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре Афзал Таһиров тыуған. Афзал Мөхөтдин улы яҙыусы ғына түгел, ә 1931-1937 йылдарҙа республиканың иң юғары дәүләт органын - Башҡорт АССР-ның Үҙәк башҡарма комитетын етәкләгән кеше, 1932 йылдан СССР Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты ағзаһы булып һайлана. 1934-1937 йылдарҙа БАССР Яҙыусылар союзы рәйесе, 1936-1937 йылдарҙа Тел һәм әҙәбиәт Башҡортостан ғилми-тикшеренеү институтын етәкләй.

+1
BABY Ti - "Һиңә генә", ике өлөшөн дә бер юлы ҡарағыҙ, тыңлағыҙ 😉

Өфөлә бар шундай йорт 🏡 🔸Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейы 1996 йылда асылған. Ул - XIX быуаттың 60-сы йылдарында генерал-майор Капитон Слотов төҙөткән мезонинлы ике ҡатлы ағас йорт. 🔹1923 йылдың октябрендә Башҡорт АССР-ы Хөкүмәте был йортто Шәһит Хоҙайбирҙингә бүләк итә. Ул партия һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡортостанда Совет власын урынлаштырыусыларҙың береһе, БАССР-ҙың эске эштәр буйынса беренсе халыҡ комиссары була. 🔹Шәһит Әхмәт улы был йортта 1 йыл ғына йәшәп өлгөрә, ҡатыны һәм ҡыҙы 1960 йылға тиклем ошонда тора.
🔹Йорт-музейҙа 900-ҙән ашыу дана ҡомартҡы һаҡлана.
🔸Эш тәртибе: 🔹Шишәмбе - шәмбе 11:00 - 18:00. 🔹Йәкшәмбе, дүшәмбе - ял көндәре. 🔹 Айҙың һуңғы шишәмбеһе - санитар көн. 🔹Музей кассаһы эш көнө тамамланырҙан 1 сәғәт алда ябыла.

Өфө «Нур» татар дәүләт театрында билдәле яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың пьесаһы буйынса «Һине көтәләр» тип аталған спектакль әҙерлән
Өфө «Нур» татар дәүләт театрында билдәле яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың пьесаһы буйынса «Һине көтәләр» тип аталған спектакль әҙерләнә. Махсус хәрби операцияға бағышланған спектакль-вербатим 6 ноябрҙә күрһәтеләсәк, тип хәбәр итә "Ағиҙел" журналы.

Алтын көҙ ҙә елеп үтер инде, Һары япраҡ елгә һибелә, Ғүмер ҙә бит һиҙелмәйсә аға, Үтер инде,үтер көҙө лә. Шул ваҡытты тотоп т
Алтын көҙ ҙә елеп үтер инде, Һары япраҡ елгә һибелә, Ғүмер ҙә бит һиҙелмәйсә аға, Үтер инде,үтер көҙө лә. Шул ваҡытты тотоп торор инем, Тотоп булмай,булмай туҡтатып, Йырҙар тыуа,ошо миҙгелдәрҙе, Кеше ғүмеренә оҡшатып. Бала сағым - хәтфә йәшел үлән, Морон төрткән кеуек яҙымда, Муйыл сәскә атҡан йәшлегемә, Атлап булмаҫ инде аҙым да. Йәйҙәремдә минең бар булмышым, Сәскә атып, биргән емешен, Көҙгө моңдар тула күңелемә, Балланмаған әле миләшем. Яҙҙы уйлап хисләнә күңелем, Йәмле йәйҙә тоям үҙемде, Япраҡ ямғырында баҫып торам, Ҡаршыларға,тиеп көҙөмдө. Лариса ҒИРФАНОВА.

🔥Атайҙар һәм улдар - фотоларҙа кемдәрҙе таныйһығыҙ? Бөгөн Атайҙар көнө, ошо уңайҙан барлыҡ ғаилә башлыҡтарын тәбрикләйбеҙ! Н
+8
🔥Атайҙар һәм улдар - фотоларҙа кемдәрҙе таныйһығыҙ? Бөгөн Атайҙар көнө, ошо уңайҙан барлыҡ ғаилә башлыҡтарын тәбрикләйбеҙ! Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, балалар изгелеген теләйбеҙ.🥰
Атайлы бала - арҡалы бала.
Был фотоһүрәттәр шуға бер дәлилдер.

Был иҫ киткес мозаика Башҡортостаныбыҙҙың ҡайһы торлаҡ пунктында, ниндәй бинала урынлашҡан?
Йәгеҙ, фараздарығыҙҙы яҙығыҙ!🔥
Дөрөҫ яуабын иртәгә әйтербеҙ.

Милли бейеү көнөндә Башҡортостан Милли музейында бушлай оҫталыҡ дәрестәре, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар ойошторола. Сара иртәнге сәғәт
Милли бейеү көнөндә Башҡортостан Милли музейында бушлай оҫталыҡ дәрестәре, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар ойошторола. Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
Мотлаҡ ҡатнашығыҙ!

Башҡорт, бүрәт, тыва һәм ҡырғыҙ телдәрендә төрлө һүҙҙәр нисек яңғырай? Һылыу ҡыҙҙар бик матур видео төшөргән. Шулай ҙа бында "мама" - башҡорт әҙәби телендә "әсәй" булыуын әйтеп китергә кәрәк. "Инәй" тип урындағы һөйләштәрҙә әйтәләр, әҙәби телдә "инәй" - "тётя" тигән мәғәнәлә ҡулланыла. Тағы ла "әней" тип тә әйтәләр әле башҡорттар - юрматылар. Туған телебеҙ бай шул! Әйткәндәй, ҡырғыҙҙар сәскәне "гүль" тиһә, беҙҙең "гөл"дө - өйҙә үҫтергән сәскәләрҙе улар нисек атап йөрөтә икән?

📌 "Сәләмәтлек поездары" ете йыл йөрөй! Республикабыҙҙың төпкөл ауылдары халҡы ла алдынғы белгестәргә - кардиолог, онколог, н
+3
📌 "Сәләмәтлек поездары" ете йыл йөрөй! Республикабыҙҙың төпкөл ауылдары халҡы ла алдынғы белгестәргә - кардиолог, онколог, невролог, рентгенолог, теш һәм күҙ табиптарына күренә ала.
Халыҡҡа юғары квалификациялы медицина ярҙамы "Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" проекты арҡаһында күрһәтелә.
Ошо йылдар эсендә табиптар бригадалары 2,5 меңдән ашыу ауылда булған, 800 мең кешене ҡабул иткән һәм күптәрҙең ғүмерен ҡотҡарған.
"Райондарға килгән һайын халыҡ "сәләмәтлек поездары" эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт белдерә. Табиптар яҡшы, ысын, кешегә кәрәкле эш эшләй, тип билдәләйҙәр. Шуға райондарға йыш йөрөгән медицина хеҙмәткәрҙәрен беренсе тапҡыр бергә йыйҙыҡ. Тәү сиратта улар ысынлап та ярҙам иткән кешеләр исеменән рәхмәт әйтергә һәм, әлбиттә, республика нисек ярҙам итә алыуы тураһында һөйләшеү өсөн. Ниндәй йүнәлештәрҙе нығытыу өсөн",
- тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. ✅ Башҡортостан халҡына кәрәкле был проект мотлаҡ дауам ителәсәк. ❓Ә һеҙ "сәләмәтлек поездарына" йөрөгәнегеҙ бармы? Нисек баһалайһығыҙ?

АУЫЛ ЫРЫМДАРЫ 😁 💯 Кемдер йортон ремонтлай башлаһа, тимәк, тиҙҙән уларҙа туй була. ☝ Көтөүҙөң беренсе көнөндә ниндәй йорттан
АУЫЛ ЫРЫМДАРЫ 😁 💯 Кемдер йортон ремонтлай башлаһа, тимәк, тиҙҙән уларҙа туй була. ☝ Көтөүҙөң беренсе көнөндә ниндәй йорттан ҡырҡылған һарыҡтар сыға, шул йортта йәшәүселәр – иң эшлекле. ☝Кемдең картуфлығында ҡый үҫмәй, шуның ейәндәре күп. ☝ Күршең ул тиклем күп еләкте ҡайҙан йыйғанын әйтһә, тимәк, ул урында башҡа еләк юҡ. ☝ Сағыу төҫтәргә буялған ауылда, ғәҙәттә, быйыл “һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” үткән була. ☝ Ауылда һәр өй эргәһендә еңел машина ултырһа, тимәк, ул ауылға автобус йөрөмәй. ☝ Ауылдың һәр өйөндә трактор булһа, тимәк, унда эш юҡ. ☝ Унда йәшәмәһәң дә ауылдың бөтә яңылыҡтарын белһәң, тимәк, ауылдың чатын асҡандар. ☝ Йәй көнө ауыл бала-саға менән тула икән, тимәк, унда ҡарт-ҡоро ғына ҡалған. ☝ Ҡыш йортҡа юл ни тиклем тар көрәлгән – унда шул тиклем өлкән йәштәге кеше йәшәй. ☝ Ауыл урамында тауыҡтар иркен йөрөһә, тимәк, унда уҫал эттәр юҡ. ☝ Кемдер аҙна уртаһында мунса яҡһа, тимәк, уларға йә ҡунаҡ килә, йә үҙҙәре ҡунаҡҡа йыйына. ☝ Ямғыр яуһын тип доға ҡылһалар, тимәк, был – Урал аръяғы Интернеттан.

❤️