ru
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Открыть в Telegram
617
Подписчики
Нет данных24 часа
-27 дней
-530 день
Архив постов
📌Башҡорт халҡының боронғонан алып хәҙерге заманға тиклемге матди мәҙәниәтен һәм декоратив сәнғәтен тикшереүсе ғалимә олпат ю
📌Башҡорт халҡының боронғонан алып хәҙерге заманға тиклемге матди мәҙәниәтен һәм декоратив сәнғәтен тикшереүсе ғалимә олпат юбилейын билдәләй - ғалим-этнограф Светлана ШИТОВАҒА 90 йәш. Светлана Николаевна - тарих фәндәре кандидаты, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 1958—2006 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1970 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр була.
Ул 1959 йылдан алып башҡорт халҡының көнкүрешен һәм мәҙәниәтен өйрәнеүгә арналған 30 этнографик экспедицияла ҡатнаша һәм етәкселек итә, 50-нән артыҡ ғилми хеҙмәт һәм алты монография авторы.
💯"Башҡорт милли кейеме", "Башҡорттарҙа ағас һырлау һәм семәрләү", "Халыҡ ижады: көньяҡ башҡорттарында кейеҙҙәр, балаҫтар, туҡымалар" - ул бына шундай бик мөһим мәғлүмәттәрҙе туплаған һәм классификациялаған.

Ял минуттарығыҙҙа тыңлап алығыҙ 💌 Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ.

❓Был нимә? БР Милли музейында һаҡланған ҡомартҡыларҙың береһе. Нимә өсөн ҡулланғандар - беләһегеҙҙер, моғайын. Шулай ҙа яуапт
Был нимә? БР Милли музейында һаҡланған ҡомартҡыларҙың береһе.
Нимә өсөн ҡулланғандар - беләһегеҙҙер, моғайын.
Шулай ҙа яуаптарығыҙҙы барлағандан һуң был әйбер тураһында яҙырға булдыҡ 😉 Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ.

📌 Рәми Ғарипов исемендәге миҙал булдырылды. Башҡортостан Яҙыусылар союзы булдырған яңы награда әҙәбиәтте үҫтереүгә өлөш инде
📌 Рәми Ғарипов исемендәге миҙал булдырылды.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы булдырған яңы награда әҙәбиәтте үҫтереүгә өлөш индергән өсөн тапшырыласаҡ.
Һәр миҙалдың үҙ номеры була. Уға әҙиптәр генә түгел, сәнғәт эшмәкәрҙәре, чиновниктар һәм хатта сит ил вәкилдәре лә - милли әҙәбиәтте үҫтереүгә тос өлөш индергән барыһы ла лайыҡ булыуы ихтимал. Тәүгеләрҙән булып бүләкләнеүселәр исемлеге яҡын айҙарҙа билдәле буласаҡ. 📍 Әйткәндәй, бөгөн, 12 февраль, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тыуған көн. Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ.

Башҡорт донъяһы - сағыу, күҙҙең яуын алып тора. Уны күрә һәм тоя белергә генә кәрәк ❤️ Хәйерле иртә! ☀️
Башҡорт донъяһы - сағыу, күҙҙең яуын алып тора. Уны күрә һәм тоя белергә генә кәрәк ❤️ Хәйерле иртә! ☀️

"Башҡорт халҡының был боронғо ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһына бәйле барлыҡ нәмәгә лә хөрмәт менән ҡарайбыҙ", - тип яҙған Башҡорто
+3
"Башҡорт халҡының был боронғо ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһына бәйле барлыҡ нәмәгә лә хөрмәт менән ҡарайбыҙ",
- тип яҙған Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. Ул бөгөн Учалы ҡалаһына эш сәфәре менән барған һәм бында былтыр ҡуйылған Урал батыр һәйкәлен дә барып күргән.
"Былтыр йәй мин республикала "Урал батыр" эпосы көнөн булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙым, хәтерегеҙгә төшөрәм, хәҙер беҙ уны 8 июндә билдәләйбеҙ. Белем биреү, мәғрифәти, күп кеше ҡатнашлығындағы мәҙәни һәм башҡа саралар ойошторабыҙ. Беҙҙең мәҙәни мираҫыбыҙҙы һаҡлау буйынса ғалимдарыбыҙ, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ҙур эш алып бара. Мәҫәлән, AY YOLA йырҙары арҡаһында "Урал батыр" тә китаптары ике тапҡырға күберәк һатыла башлаған",
- ти республика етәксеһе. Шулай уҡ Радий Фәрит улы Учалы районының да эпосыбыҙҙы һаҡлауҙа алдынғы рәттә булыуын билдәләгән. Районда эпосҡа бәйле тәбиғәт һәм кеше эшләгән ҡомартҡылар күп, ә һәйкәл ҡала "Иң яҡшы муниципаль берәмек" конкурсында еңеү яулауы арҡаһында ҡуйылды. Авторы - Фәнил Мөслимов. 🔥"Бик матур һәйкәл килеп сыҡҡан. Ул торған биләмә лә матур", - тип баһа биргән республика етәксеһе һәм ҡала паркын "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль программаһы буйынса төҙөкләндереү дауам итеүен әйткән.

📌 БР Милли музейында "Недаром помнит вся Россия" тип аталған бик матур программа ойошторолған. Уны Силәбенән килгән "Урал эпосының художестволы оҫтаханаһы" коллективы үткәрә. Коллективтың етәксеһе - Михаил Воронов-Кушаковский. Беҙ уны шулай уҡ 1812 йылғы Ватан һуғышына, шул иҫәптән башҡорттарға ла, бағышланған бик матур картиналар авторы, тип тә беләбеҙ. 🔥Ижади коллектив сығышында Силәбе өлкәһендә йәшәгән халыҡтар, француздарға ҡаршы яуҙа ҡатнашҡан башҡорттар һәм казактар тарихы, уйын ҡоралдары, тарихи йырҙар тарихы тураһында һәм башҡа бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткерә. 📍 Видеола коллектив "Байыҡ" башҡорт халыҡ йырын башҡара.

Йәштәр ижадынан. Видео: Эльвира Сирусина.

📌Рамаҙан айына күп тә ҡалманы. Ураҙаға ҡағылған файҙалы мәғлүмәт Рухиәт, доғалар төркөмөнән. Ураҙа тотҡанығыҙ бармы? Беҙҙең
+4
📌Рамаҙан айына күп тә ҡалманы. Ураҙаға ҡағылған файҙалы мәғлүмәт Рухиәт, доғалар төркөмөнән.
Ураҙа тотҡанығыҙ бармы?
Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ

📌 "Ҡадир Даян" документаль-художестволы фильмын ҡарағыҙ! Фильм Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы материалдары буйынса төш
📌 "Ҡадир Даян" документаль-художестволы фильмын ҡарағыҙ!
Фильм Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы материалдары буйынса төшөрөлгән.
Был - үлемһеҙ йырҙар, шул иҫәптән "Шайморатов генерал" йыры авторының донъяһына сәйәхәт🔥 📍Сара "Йәшлек" БР Йәштәре йортоноң Конференциялар залында үтә. Өфө, Пушкин урамы, 86. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

Донъяның матурлығын тойоп йәшәйек 🤩 Хәйерле февраль иртәһе менән! 📍 Ишембай районы. Фото: Влад Коннов Беҙҙең менән ҡал: "Ба
Донъяның матурлығын тойоп йәшәйек 🤩
Хәйерле февраль иртәһе менән!
📍 Ишембай районы. Фото: Влад Коннов Беҙҙең менән ҡал: "Башҡорт донъяһы" МАХ-та.

🔥"Башҡорт донъяһы" каналы хәҙер МАХ-та! Каналға яҙыл һәм башҡорт халҡының бай мәҙәни донъяһына сум, тарихыбыҙҙы таны, йолаларыбыҙҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе бел, туған телдә яңылыҡтар уҡы!
Бында һәр кем үҙенә кәрәклене табыр - тыуған яҡҡа һөйөү, тарихҡа байҡау, тамырҙарыңа яҡынайыу.
 Башҡорт донъяһын хасил ит, яҙыл!❤️

Митрофан бик күндәм генә малҡай булмаҡсы 👍 Нурсолтан Хөсәйеновтың "Йәш фермер" тигән төркөмөнән был видео. Шәп егеткә уңыштар теләйбеҙ!

📌Башҡортостанда Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһының Бөтә Рәсәй йыйыны үтә. 12-13 февралдә илдең бөтә төбәктәре
📌Башҡортостанда Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһының Бөтә Рәсәй йыйыны үтә. 12-13 февралдә илдең бөтә төбәктәренән 200-гә яҡын МХО ветераны Өфөлә йыйыла. Был Ассоциацияның Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында ойошторасаҡ сараларына старт бирә. Йыйындың төп темаһы - дәүләт суверенитеты нигеҙе булараҡ халыҡтар дуҫлығы.
"Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһендә яңғыраған бик мөһим һүҙҙәрҙән - "Барыһы ла Еңеү өсөн!" тип башланған йылда Ассоциация йыйынын ҡабул итеү беҙҙең өсөн оло хөрмәт. Бөгөн беҙҙең төп бурыстар - ветерандарҙы тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу, уларға ярҙам күрһәтеү һәм йәштәргә патриотик тәрбиә биреү. Башҡортостан әле үк ветерандар менән системалы эшләү буйынса лидер, был Йыйын иң яҡшы тәжрибә менән уртаҡлашыуға ҙур этәргес буласаҡ",
- тине Башҡортостан Республикаһының МХО ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов.

📌 "БАШҠОРТОСТАНДАН ҺӨЙӨҮ МЕНӘН" - 2 Мөһим республика акцияһының икенсе этабы старт ала, тип хәбәр иттеләр БР Хөкүмәтендә. 🔥
+2
📌 "БАШҠОРТОСТАНДАН ҺӨЙӨҮ МЕНӘН" - 2
Мөһим республика акцияһының икенсе этабы старт ала, тип хәбәр иттеләр БР Хөкүмәтендә.
🔥 2026 йылдың 18 февраленән 28-нә тиклем Мәскәүҙә уҡыған студенттарыбыҙға, аспиранттарға яҡындары күстәнәстәр ебәрә ала.
Быйыл акция сиктәрендә 200 посылка һәм 6 тонна йөк алып барыу күҙаллана. Улар ике маршрут буйлап йыйыла.
📍 Беренсе маршрут: (18-19 февраль): Учалы, Белорет, Асҡар, Сәрмән, Инйәр, Өфө, Кушнаренко, Саҡмағош, Дүртөйлө, Нефтекама, Ағиҙел ➡️ Мәскәү. 📍 Икенсе маршрут (25-26 февраль): Сибай, Баймаҡ, Юлдыбай, Йылайыр, Иҫәнғол, Мораҡ, Күмертау, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ. Талбазы, Шишмә, Языков, Бүздәк, Туймазы, Октябрьский ➡️Мәскәү. "Башҡортостандан һөйөү менән" акцияһы республикабыҙҙан ситтә уҡыған йәштәргә ярҙам итеү маҡсатында ойошторола. Был юлы күстәнәстәрҙе алыу урындары 6-ға тиклем арттырылған. 📍 Ҡатнашыу өсөн ошонда теркәлеү үтергә һәм махсус каналға өҫтәгәндәрен көтөргә кәрәк. Тыуған йорттан йөрәк йылыһын тапшырған акцияға мотлаҡ ҡушылығыҙ❤️

Мөһим иҫкәртеү: нисек барһың, тик шулай бул! ❤️ Видео: Рания Билалова.

Башҡорт дәүләт медицина университеты дөйөм ятағында теркәлгән инцидент буйынса уйланыуҙар... Бөгөн республика башлығы БДМУла белем алған Һиндостан студенттары менән осрашып, килеп тыуған күңелһеҙ осраҡ йәһәтенән улар алдында ғәфү үтенгән. Ысынлап та, был Башҡортостан өсөн хас күренеш түгел. Республикабыҙ күп милләтле һәм һәр халыҡ үҙен үҙ тыуған йортонда ише хис итә. Тап шуның өсөн дә яһалма рәүештә милләт - ара ыҙғыш тыуҙырырға тырышыуҙар, йә көнкүреш ығы-зығыны ошо йүнәлешкә борорға теләүҙәр һөҙөмтә бирмәй. Ниндәй милләттән булыуҙарына ҡарамаҫтан, урындағы халыҡ менән эш ыратып булмағас, Рәсәйҙең ҡап уртаһында тыныслыҡты боҙорға теләүселәр яңы алымға күскән түгелме? Ул да булһа беҙгә килгән сит ил вәкилдәре менән ҡапма ҡаршылыҡ ойоштороу. Уйҙырма тип ҡырт киҫергә ашыҡмағыҙ. 15 йәшлек рус малайына һинд студенттарының ниндәй зыяны тейеүе ихтимал. Бер ниндәй ҙә. Бала күңелендә тап уларға ҡарата нәфрәт уятыусылар булыуы көн кеүек асыҡ. Дошмандар йәмғиәтебеҙ өсөн иң рәхимһеҙ юлды һайлай - бысраҡ эшкә балаларҙы йәлеп итә, йәш быуындың яҙмыштарын емерә. БДМУ ятағында ҡан ҡойош ойошторған үҫмерҙең артында кемдәр торған? Сит илдән эш иткән осраҡта уларҙы енәйәти аҙымдары өсөн яуаплылыҡты тарттырыу мөмкин булмауы ла ихтимал. Шулай ҙа үҙ үҙенә лә ауыр йәрәхәттәр килтергән үҫмерҙең ғүмерен һаҡлар өсөн табиптар бар көсөн һалыр һәм мотлаҡ был һорауға яуап табылыр тип ышанғы килә. Был беҙҙең өсөн бик мөһим. Сөнки сит илдән онлайн күрһәтмә нигеҙендә мөһим объекттарҙа янғын, шартлау ойоштороуға үҫмерҙәрҙең йәлеп ителеүе уйҙырма түгел. Бөрйәндә Рәсәй империяһы флагын яғыу ҙа тик торғанда уйлап сығарылған тарих булманы - эсе ысынбарлыҡ. Илдең төрлө төбәктәрендә теркәлгән күңелһеҙ осраҡтар быға асыҡ дәлил. Бөгөн үҫмерҙәргә ҡарата айырыуса иғтибарлы булыу мөһим. 16-сы гимназия һәм БДМУ ятағында бер бер артлы теркәлгән ике осраҡ араһында бәйләнеш эҙләргә кәрәкмәйҙер. Ә шулай ҙа мәғариф тармағында эшләүселәргә балаларға, уларҙың ҡылыҡтарына ҡарата иғтибарлы булыуҙы талап итәлер.

👨‍👩‍👧‍👦Башҡорт ғаиләһе йылы - 2026 йылды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тап шулай тип нарыҡланы. Әле бына рәссам Арыҫла
👨‍👩‍👧‍👦Башҡорт ғаиләһе йылы - 2026 йылды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тап шулай тип нарыҡланы. Әле бына рәссам Арыҫлан Бикбаев йылдың логотибын эшләп ҡуйған. 👨‍👩‍👧‍👦Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та йәмғиәттең ошо ячейкаһына иғтибар йүнәлтеп, Ҙур һәм татыу ғаилә йылын үткәрергә ҡарар иткәйне. Икеләтә иғтибар булыр, тип ышанабыҙ💚

Яңы көн ҡыуаныстар менән тыуһын ☀️ 📍ЮНЕСКО-ның "Башҡорт Уралы" биомөхит резерватына ингән "Башҡортостан" милли паркы террито
+1
Яңы көн ҡыуаныстар менән тыуһын ☀️ 📍ЮНЕСКО-ның "Башҡорт Уралы" биомөхит резерватына ингән "Башҡортостан" милли паркы территорияһы.

Яһалма зиһен хәҙер оҫтарҙы 🔥 Видеоны Вәсилә Рәсүлева эшләтеп алған, йырын да яһалма зиһен үҙе башҡара.