ru
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Открыть в Telegram
613
Подписчики
Нет данных24 часа
Нет данных7 дней
-630 день
Архив постов
📌 Зарина Исламова - ике тапҡыр Рәсәй чемпионы! 9-16 февралдә Ноябрьск ҡалаһында муайтай буйынса Рәсәй чемпионаты үткән. 54 к
+1
📌 Зарина Исламова - ике тапҡыр Рәсәй чемпионы! 9-16 февралдә Ноябрьск ҡалаһында муайтай буйынса Рәсәй чемпионаты үткән. 54 кг ауырлыҡта булғандар араһында Зарина Исламова ҡатнашып, алтын миҙал яулаған. Ул хәҙер муайтай буйынса ике тапҡыр Рәсәй чемпионы! 🔥
Алда ҡыҙҙы Майлайзияла үтәсәк донъя чемпионаты көтә.
Заринаның тренеры - Александр Гаврилов. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

📌 Башҡорт шихандарын ЮНЕСКО исемлегенә быйыл индереү ҡарала. Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштауҙы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исе
+1
📌 Башҡорт шихандарын ЮНЕСКО исемлегенә быйыл индереү ҡарала. Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштауҙы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә быйыл көҙ индерергә ниәтләйҙәр. Быны Бөтә донъя мираҫы комитетының 48-се сессияһында ҡараясаҡтар. 🔹 Әле республика бөтә кәрәкле документтарҙы туплаған һәм артабан тикшереү өсөн Парижға юллаған. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев хәбәр итте.
"Былтыр йәй тәбиғәт объекты биләмәһендә Мысырҙан килгән Тәбиғәтте һәм тәбиғи сығанаҡтарҙы һаҡлау халыҡ-ара союзы эксперты, доктор Мөхәммәд Әбделхәмид баһаланы. Йыл аҙағында ул тапшырған отчет һөҙөмтәләре буйынса беҙҙән тауҙар тураһында өҫтәлмә мәғлүмәт биреүҙе һоранылар. Хәҙер республика ғалимдарының бергә эшләүе һөҙөмтәһендә номинациянан һәр алты объектының ҡиммәте тураһында документтар әҙер",
- тип яҙған Урал Таһир улы. 📍 Әйткәндәй, Башҡортостан етәкселеге ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә торған объекттар һанын арттырырға тәҡдим иткән: Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштауҙан тыш уға Кесе Шихан, Усолка һәм Алыҫ Төлкәҫ тә индерелгән. Һуңғы икәүһе халыҡ-ара кимәлдә танылды - "алтын ҡаҙаҡ"тар ҡағылды. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

📌 Премьера! М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында яңы спектакль - Хәй Вәхит әҫәре буйынса "Кейәүҙәр" музыкал
📌 Премьера! М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында яңы спектакль - Хәй Вәхит әҫәре буйынса "Кейәүҙәр" музыкаль комедияһы ҡуйыла. Ҡуйыусы режиссеры - Фирғәт Ғарипов. 📍 Премьера 28 февраль һәм 1 март көндәренә билдәләнгән. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

📌Рәсәй Федерацияһының һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, курса театры актеры, режиссер, юғары мәктәп уҡытыусыһы Айрат Әхмәтшин "Мәҙ
📌Рәсәй Федерацияһының һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, курса театры актеры, режиссер, юғары мәктәп уҡытыусыһы Айрат Әхмәтшин "Мәҙәниәттә һәм сәнғәттә ҡаҙаныштары өсөн" ордены менән бүләкләнде. Был турала указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

Хәйерле көн! ☀️ Көн оҙоная бара, һиҙәһегеҙме? Бер аҙнанан яҙ етә - март. Буранай булһа ла, яҙғы ай ул. Фото: Этно-estetics.
Хәйерле көн! ☀️
Көн оҙоная бара, һиҙәһегеҙме?
Бер аҙнанан яҙ етә - март. Буранай булһа ла, яҙғы ай ул. Фото: Этно-estetics.

❗ Иғтибар❗ 20 февралдә республиканың көньяҡ һәм көнсығыш райондарында көслө ел сығыуы - 26 м/с, ҡар яуыуы, буран, юлда боҙлау
Иғтибар20 февралдә республиканың көньяҡ һәм көнсығыш райондарында көслө ел сығыуы - 26 м/с, ҡар яуыуы, буран, юлда боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Башҡортостан халҡын һәм ҡунаҡтарын юлда иғтибарлы булырға, алыҫ юлға сыҡмай торорға саҡырабыҙ.
Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ!
📍 Ашығыс осраҡтарҙа 112 һандары буйынса шылтыратырға кәрәк.

📌Стратегик башланғыстар агентлығының Йәшәү сифатының милли рейтингында Башҡортостан 2025 йылда 9-сы урын алған – бер баҫҡысҡ
📌Стратегик башланғыстар агентлығының Йәшәү сифатының милли рейтингында Башҡортостан 2025 йылда 9-сы урын алған – бер баҫҡысҡа күтәрелгәнбеҙ. ⚡Бөгөн СБА генераль директоры Светлана Чупшева был күрһәткестәр менән Владимир Путинды таныштырған. Башҡортостан 2025 йыл һөҙөмтәләре буйынса 1 баҫҡысҡа юғары күтәрелеп, 9-сы урын биләгән. 💯Әйтергә кәрәк, республикабыҙ 2021 йылда 40-сы урында килһә, 2023 йылда - 12-се, 2024 йылда 10-сы булды. Үткән йылда Башҡортостанда милли проекттарҙы бойомға ашырыуға 50 миллиард һум аҡса бүленгән, шуларҙың 5,6 млрд һумы – федераль бюджеттан. Был аҡсалар мәктәп, дауахана һәм ФАП-тар төҙөүгә, 170 йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереүгә, инженер селтәрҙәрен яңыртыуға, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға һ.б. социаль объекттарға йүнәлтелгән.
⚡Рейтинг төбәк халҡынан һорау алыуҙар, статистика һәм геоаналитик мәғлүмәттәргә ҡарап төҙөлә. Бөтәһе 12 йүнәлеш буйынса 149 күрһәткес иҫәпкә алына, улар тормоштоң төрлө өлкәләрен үҙ эсенә ала – матди именлек, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, хәүефһеҙлек, спорт, мәҙәниәт үҫеше һ.б.
Федераль күрһәткестәр менән сағыштырғанда, Башҡортостанда Торлаҡ шарттары, Эш һәм үҙ эшең, Төҙөкләндереү, Экология, Хәүефһеҙлек, Ғаилә күрһәткестәре юғарыраҡ. 💯2025 йылда шулай уҡ “Ветерандарға һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына төбәк ярҙамы менән ҡәнәғәтлек” буйынса ла баһалағандар – Башҡортостан был йәһәттән алдынғы төбәктәр араһында, беҙҙә 55 төр ярҙам ғәмәлдә. Башҡортостан башланғысы менән федераль кимәлдә бойомға ашырылған проекттар ҙа юғары баһаланған. Мәҫәлән, мәктәп уҡыусыларын заман технологияларына йәлеп итеүгә йүнәлтелгән “Берлога” милли киберфизика майҙансығы.
“Бер нисә йыл рәттән ыңғай динамика һаҡлай алыуыбыҙ әһәмиәтле. 2021 йылда 40-сы булһаҡ та, былтыр беҙ тәүге тапҡыр йәшәү сифаты юғары төбәктәр араһына индек. Был һандар артында - етәксе командабыҙҙың киң һәм ентекле эше. Әлбиттә, республикабыҙ халҡына йәшәүе, эшләүе, уҡыуы һәм балалар үҫтереүе уңайлы булһын өсөн артабан да бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ”,
- тип яҙҙы сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

📌 Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы 131 йыллығы уңайынан иң яҡшы студенттарын билдәләгән. 2025 йыл һөҙөмтәләре бу
📌 Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы 131 йыллығы уңайынан иң яҡшы студенттарын билдәләгән. 2025 йыл һөҙөмтәләре буйынса бүләкләнгән лауреаттар араһында яҡташыбыҙ, дирижерлыҡ факультеты магистранты Хәйҙәр Вәлиев та бар, тип хәбәр итә "Юлдаш" радиоһы төркөмө. Афарин! 👏 Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

Төшкө ашығыҙ тәмле булһын!
Видео: "Һомай"ҙың һылыу башҡорт ҡыҙҙары 😍

"Ошондай йырҙар йәшәргә тейеш!"
- ти билдәле йырсы Дамир Тайыпов. Баянда Азат Хисмәтуллин уйнай. Улар "Ватанды һаҡлаусылар фонды" үткәргән яугирҙарҙың атайҙары ҡатнашлығындағы тантаналы сарала сығыш яһаған. 📍 "Батырҙар йыры" - Назар Нәжми һүҙҙәре, Заһир Исмәғилев көйө. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

📌 Күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы "Башҡорттар" тапшырыуы әҙерләгән сығарылышты ҡарағыҙ. Бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт. Видео: Башҡорттар - БСТ. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

Көндө дәртле бейеүҙән башлайыҡ әле🔥 Уңышлы кесе йома, еңел ураҙа, эшлекле көн теләйбеҙ.
Дәрт-дарманығыҙ ташып торһон!
Видео: "Көтөүсе йыры" башҡорт бейеүе, ҡуйыусы һы Риф Ғәбитов, башҡара - Айбулат Баһауетдинов. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

📌Бөгөн ҡояш байыу менән изге Рамаҙан айы башланды. Иртәгәнән, 19 февралдән мосолман ҡәрҙәштәр ураҙа тота башлай. Был айҙа ке
📌Бөгөн ҡояш байыу менән изге Рамаҙан айы башланды. Иртәгәнән, 19 февралдән мосолман ҡәрҙәштәр ураҙа тота башлай. Был айҙа кеше нәфсеһен тыйып торорға өйрәнә: ашау-эсеүҙе самалы итә, ир-ҡатын араһында яҡынлыҡ ҡылмай, насар уйҙарҙан арына, изге ғәмәлдәр ҡылырға һәм бер-береһенә ярҙам итергә өйрәнә.
Барыбыҙ өсөн дә Рамаҙан айы яңырыу, изгелектәр айы булһын🤲

⚡Бөгөн Әминә Шафиҡова ҡулға алынды, тигән яңылыҡ таралды. Уны ғәйепләүселәр ҙә табылды. 💯Ә беҙ уның эшмәкәрлеге ваҡытында ба
Бөгөн Әминә Шафиҡова ҡулға алынды, тигән яңылыҡ таралды. Уны ғәйепләүселәр ҙә табылды.
💯Ә беҙ уның эшмәкәрлеге ваҡытында башҡарылған яҡшы эштәрҙе хәтергә төшөрөргә булдыҡ.
📍Бына уларҙың бер нисәһе: 🔹2021 йылда Өфөнө донъя үҙәге иткән Бөтә донъя фольклориадаһы, 🔹меңәрләгән әҙәбиәт һөйөүселәрен берләштергән Китап байрамы, 🔹балалар яратып өлгөргән "Әйҙә уйнарға" фестивале, 🔹Ҡурай көнө, "Урал батыр" эпосы көндәре, 🔹бөтә ил ҡараған "Төньяҡ амурҙары" фильмы, лирик комедиялар, 🔹"Шүлгәнташ", Альбанов, Шаляпин, Евразия күсмә халыҡтары музейҙары, 🔹Мәскәү театрҙары гастролдәре, 🔹Спиваков һәм Мацуев фестивалдәре, 🔹яңыртылған Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, "Башҡортостан" Дәүләт концерт залы, "Нефтсе" мәҙәниәт йорто, 🔹2025 йылда Башҡортостан театрҙары яулаған 5 "Алтын маска", 🔹Ҙур театрҙа ҡуйылған "Ете ҡыҙ" балеты, 🔹"Ҡурсаҡ-фест" халыҡ-ара ҡурсаҡ театрҙары фестивале, 🔹бөтә донъяға яңғыраған "Әй йола" төркөмө уның ярҙамын һәм яҡлауын тапты. 💯Әминә Шафиҡова төпкөл башҡорт ауылынан сығып, уңыш ҡаҙанған башҡорт ҡыҙы, тәжрибәле һәм талапсан етәксе. Ул ижади интеллигенция менән диалог ҡора алды, уның ярҙамында республика Рәсәйҙең мәҙәни үҙәктәре рәтенә инде.

📌 "Урал батыр байрамы" үткән. Мәләүез районы Иштуған ауылы мәҙәниәт йортонда туғыҙынсы тапҡыр "Урал батыр байрамы" ойошторол
+6
📌 "Урал батыр байрамы" үткән. Мәләүез районы Иштуған ауылы мәҙәниәт йортонда туғыҙынсы тапҡыр "Урал батыр байрамы" ойошторолған. Уны филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева үткәрә. "Мәләүез ынйылары" коллективы ҡунаҡтарҙы йыр-бейеү, ҡымыҙ һәм бауырһаҡ менән ҡаршы алған. Ҡатнашыусылар төрлө боронғо милли йолалар башҡарған, шуларҙың иң сағыу - Алас булған. Был утты "ашатыу", ризалыҡҡа ҡалдырыуҙан ғибәрәт. Шулай уҡ тиҫтәләгән кеше "Урал батыр "башҡорт халыҡ эпосын һөйләп ишеттергән. Байрам йыр-моңға үрелеп барған. 🔥

Был ниндәй ҡала, йә, кем таный? 🏢 🏭 Видео: Салауат Юнысов.

📌"Төньяҡ амурҙары" дилогияһының исем туйы була. 19 февралдә көндөҙгө сәғәт 4-тә БР Милли музейында Яныбай Хамматовтың яңы нә
+1
📌"Төньяҡ амурҙары" дилогияһының исем туйы була.
19 февралдә көндөҙгө сәғәт 4-тә БР Милли музейында Яныбай Хамматовтың яңы нәшер ителгән “Төньяҡ амурҙары” китабының исем туйы үтә.
Сарала яҙыусының ейәнсәре Алһыу Хамматова шәхсән ҡатнаша һәм уның автографы менән китап оторға мөмкин🔥

📌 Кисә Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында "Рәсәй Федераци
📌 Кисә Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында "Рәсәй Федерацияһы субъекттарының полилингваль белем биреү мөхитендә башҡорт теле" XI Халыҡ-ара фәнни-методик конференцияһы үткән. Эшлекле һөйләшеү профессор Рафаил Аҙнағоловтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған.
"Ғалим-методистың ғилми мираҫына байҡау яһалды, уның шәхесенә ҡағылышлы һирәк факттар яңғыраны. Конференцияның пленар өлөшөндә сығыш яһаусыларҙың һәр ҡайһыһы профессор Аҙнағоловтың туған телдәрҙе уҡытыу методикаһына тос өлөш индереүен билдәләп үтте, уның тарафынан төҙөлгән һүҙлектәрҙең, уҡыу әсбаптарының, методик ҡулланмаларҙың юғары кимәлдә булыуына баҫым яһаны. Сарала шулай уҡ мәктәп һәм колледж системаһында башҡорт телен уҡытыуҙың иң һөҙөмтәле юлдары барланды",
- тип яҙған сәхифәһендә факультеттың деканы Гөлфирә Абдуллина. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

Хәйерле көн, төркөмдәштәр! Уңышлы көн теләйбеҙ 🥰 Фотола: Ләйсән Ғилманованың "Башҡорт аты" декоратив кейеҙ панноһы. Беҙҙең м
Хәйерле көн, төркөмдәштәр!
Уңышлы көн теләйбеҙ 🥰 Фотола: Ләйсән Ғилманованың "Башҡорт аты" декоратив кейеҙ панноһы. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

Блюз һәм башҡорт ҡурайы 🔥 Видео: Айҙар Исхаҡов. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.