613
Подписчики
Нет данных24 часа
Нет данных7 дней
-930 день
Архив постов
🆘Салауат Юлаев һәйкәленең торошо - ысынбарлыҡта🆘
Журналист Ильяс Батыргәрәевтың сюжетын ҡарағыҙ!
📌Бөгөн "КИТАП" магазинында балалар өсөн "Бишек йырҙары" китабының исем туйы үтте.
💥Был аудио проектында башҡорт телендә 6 халыҡ йыры тупланған, уларҙы башҡорт эстрадаһы йырсылары Гөлсөм Бикбулатова, Зилиә Бәхтиева, Гәлсәр Байғусҡарова башҡара.
📍Барлыҡ бишек йырҙарын kitap-ufa.ru сайтында тыңларға, шулай уҡ Алисаға әйтеп, Яндекс Музыкала ҡуйырға була, VK-музыкала ла улар бар.
Бына шундай сираттағы бик әһәмиәтле эште атҡарып сыҡҡан З. Биишева исемендәге "КИТАП" нәшриәте хеҙмәткәрҙәре.
Салауат һәйкәлен былай уҡ яҡындан күреү бәхете тәтеһә, ҡәһүәң ары торһон😁
Шулаймы дуҫтар?
Әйҙәгеҙ, бөгөн яҡындарыбыҙҙың хәлдәрен белешеп алайыҡ, дуҫтар!❤️
Ошо яҙманы ла ебәрә алаһығыҙ😉
📌"БАШҠОРТ МОЗАИКАҺЫ"НАН - "УРАЛ БАТЫР"
📍Башҡортостанда бөгөн 107 дәүләт һәм муниципаль музей эшләй, уларҙа мәҙәни һәм тарихи ҡиммәткә эйә 938 мең ҡомартҡы һаҡлана.
☘️Барыһына мәғлүм булыуынса, заманса йыһазландырылған музейҙар ҙа асылып тора. Быйыл Фёдор Шаляпин исемендәге музыка музейы менән Евразия күсмә халыҡтары музейының "Турахан" визит-үҙәге халыҡты ҡабул итә башланы бит инде. "Шүлгәнташ" музейы күптәргә оҡшай. Алдан эшләп килгән музейҙар ҙа яңыртылып тора.
☘️Киләһе йылда баш ҡалабыҙҙа Ҡайтарылған исемдәр музейын асырға ниәтләйҙәр. Бында ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында киң йәмәғәтселек хәтерендә исемдәре һаҡланмаған арҙаҡлы яҡташ шәхестәр һәм эшмәкәрҙәрҙең тормошо һәм эштәре тураһында мәғлүмәт тупланасаҡ.
📍Бынан тыш, тағы ла бик үҙенсәлекле проект әҙерләнә. Өфөнөң Совет майҙанында әлегә Музей-күргәҙмә үҙәге тип кенә йөрөтөлгән урын төҙөләсәк.
☘️Был Музей-күргәҙмәлә "Башҡортостандың йәшмә бүлмәһе" тигән күргәҙмә залы булдырыу ҡаралған.
☘️Ә унда "башҡорт мозаика"һы алымы менән яһалған үҙенсәлекле паннолар урынлашасаҡ: Урал тауҙарының хозу тәбиғәте, "Урал батыр" Башҡорт халыҡ эпосынан күренештәр, республика тарихының төп ваҡиғалары сағылдырыласаҡ.
Был турала Башҡортостан Хөкүмәте кәңәшмәһендә БР мәҙәниәт минстры Әминә Шафиҡова һөйләне.
📌Һүрәт интернеттан алынды, матурлығы йәлеп итте: "Башҡорт ғаиләһе" диптрихы. Авторы Таран Ирина, керамиканан панно.
❤️🔥"Дәрүиш рухы" ҡағылғандар иғтибарына❤️🔥
📌28 ноябрҙә "Дәрүиш рухы плюс" тип аталған шәп концерт Өфөләге Көрәш һарайында үтәсәк.
📍Башлана: сәғәт киске 6-ла.
Инеү бушлай. 6+
Башҡорттарҙа ҡунаҡты шулай ҡаршылайҙар 💕
Арғаяш районы Яңы Субыл ауылы уңғанбикәләре был.
Видео: йырсы Иҙел Нурғәлин сәхифәһенән.
📌Кисәге З. Биишева исемендәге Башҡортостан "КИТАП" нәшриәте магазинында шағирә Йомабикә Ильясова менән әҙәби осрашыу үтте.
Шундай нескә, хисле шиғриәт донъяһына сәйәхәт булған был сара. Видеола Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы сараға йомғаҡ яһап, "Бәхет" шиғырын һөйләп ишеттерә.
❓Арабыҙҙа шағирәнең ижадын яратып, даими күҙәтеп барыусылар бармы?
Видео: З. Биишева исемендәге Башҡортостан "КИТАП" нәшриәте төркөмөнән.
Был донъяның матурлығын күрә беләйек!
Хәйерле иртә, барығыҙға ла!☀️
Видео: Асылыкүл. Башҡортостандың Дәүләкән районында.
Сығанаҡ: "Красивые места Урала" каналы.
Батыр улдар үҫтергән әсәйҙәрҙең күңелдәрендәге зар-һағыш был йырҙа...💔
"Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында тыуып үҫкән, махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Әҡсән Мырҙағәлин һуғышҡа алынғас, әсәһе Әсмә уға ошо арнап йыр сығара", - тип хәбәр итә "Баймаҡ ТВ".
Видео: "Баймаҡ ТВ" төркөмөнән.
Замандашыбыҙ, йәш яҙыусы Айбулат Сәсәнбаевтың "Патриот бабай" романы буйынса матур әҙәби кисәгә рәхим итегеҙ, дуҫтар.
"Һеңлекәш" фильмы эҙҙәре буйлап йөрөгәнегеҙ бармы?
Юҡ икән, был фильмда Йәмил ролен башҡарыусы Арыҫлан Ҡырымсурин менән Белорет районы Яңы Хәсән ауылына "барып ҡайтығыҙ"😉
Был видеоны күргәс, фильмын яңынан ҡарағы килеп китте ул, шулаймы?
Күрҙегеҙме әле?🤩
Арыҫлан Тимеровтың яңы ғына "Оҙон көй"ҙә йырлағанын ҡуйғайныҡ, әле бына үҙенең яңы йырына арнап төшөргән видоһын күреп ҡалдыҡ.
❓Һеҙгә нисек?
+2
✈️Легендар башҡорт осоусыһы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Ғайса улы Гәрәевҡа һәйкәл ҡуйыла, был турала ишеткәнһегеҙҙер, моғайын.
✈️Яңы иҫтәлекле урын геройҙың тыуған төйәге - Илеш районы Бишҡурай ауылына яҡын ерҙә, М7 федераль трассаһы буйында булдырыла.
✈️Әле бында эштәр гөрләй.
Ашыҡ уйнағанығыҙ бармы?
Был башҡорт халыҡ уйыны тураһында БСТ каналының "Башҡорттар" тапшырыуы сюжетын ҡарағыҙ.
Уже доступно! Исследование Telegram 2025 — ключевые инсайты года 
