617
Подписчики
Нет данных24 часа
-37 дней
-530 день
Архив постов
📌 Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы 131 йыллығы уңайынан иң яҡшы студенттарын билдәләгән. 2025 йыл һөҙөмтәләре буйынса бүләкләнгән лауреаттар араһында яҡташыбыҙ, дирижерлыҡ факультеты магистранты Хәйҙәр Вәлиев та бар, тип хәбәр итә "Юлдаш" радиоһы төркөмө.
Афарин! 👏
Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
"Ошондай йырҙар йәшәргә тейеш!"- ти билдәле йырсы Дамир Тайыпов. Баянда Азат Хисмәтуллин уйнай. Улар "Ватанды һаҡлаусылар фонды" үткәргән яугирҙарҙың атайҙары ҡатнашлығындағы тантаналы сарала сығыш яһаған. 📍 "Батырҙар йыры" - Назар Нәжми һүҙҙәре, Заһир Исмәғилев көйө. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
📌 Күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы "Башҡорттар" тапшырыуы әҙерләгән сығарылышты ҡарағыҙ. Бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт.
Видео: Башҡорттар - БСТ.
Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
Көндө дәртле бейеүҙән башлайыҡ әле🔥
Уңышлы кесе йома, еңел ураҙа, эшлекле көн теләйбеҙ.
Дәрт-дарманығыҙ ташып торһон!Видео: "Көтөүсе йыры" башҡорт бейеүе, ҡуйыусы һы Риф Ғәбитов, башҡара - Айбулат Баһауетдинов. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
📌Бөгөн ҡояш байыу менән изге Рамаҙан айы башланды. Иртәгәнән, 19 февралдән мосолман ҡәрҙәштәр ураҙа тота башлай.
Был айҙа кеше нәфсеһен тыйып торорға өйрәнә: ашау-эсеүҙе самалы итә, ир-ҡатын араһында яҡынлыҡ ҡылмай, насар уйҙарҙан арына, изге ғәмәлдәр ҡылырға һәм бер-береһенә ярҙам итергә өйрәнә.
Барыбыҙ өсөн дә Рамаҙан айы яңырыу, изгелектәр айы булһын🤲
⚡Бөгөн Әминә Шафиҡова ҡулға алынды, тигән яңылыҡ таралды.
Уны ғәйепләүселәр ҙә табылды.
💯Ә беҙ уның эшмәкәрлеге ваҡытында башҡарылған яҡшы эштәрҙе хәтергә төшөрөргә булдыҡ.📍Бына уларҙың бер нисәһе: 🔹2021 йылда Өфөнө донъя үҙәге иткән Бөтә донъя фольклориадаһы, 🔹меңәрләгән әҙәбиәт һөйөүселәрен берләштергән Китап байрамы, 🔹балалар яратып өлгөргән "Әйҙә уйнарға" фестивале, 🔹Ҡурай көнө, "Урал батыр" эпосы көндәре, 🔹бөтә ил ҡараған "Төньяҡ амурҙары" фильмы, лирик комедиялар, 🔹"Шүлгәнташ", Альбанов, Шаляпин, Евразия күсмә халыҡтары музейҙары, 🔹Мәскәү театрҙары гастролдәре, 🔹Спиваков һәм Мацуев фестивалдәре, 🔹яңыртылған Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, "Башҡортостан" Дәүләт концерт залы, "Нефтсе" мәҙәниәт йорто, 🔹2025 йылда Башҡортостан театрҙары яулаған 5 "Алтын маска", 🔹Ҙур театрҙа ҡуйылған "Ете ҡыҙ" балеты, 🔹"Ҡурсаҡ-фест" халыҡ-ара ҡурсаҡ театрҙары фестивале, 🔹бөтә донъяға яңғыраған "Әй йола" төркөмө уның ярҙамын һәм яҡлауын тапты. 💯Әминә Шафиҡова төпкөл башҡорт ауылынан сығып, уңыш ҡаҙанған башҡорт ҡыҙы, тәжрибәле һәм талапсан етәксе. Ул ижади интеллигенция менән диалог ҡора алды, уның ярҙамында республика Рәсәйҙең мәҙәни үҙәктәре рәтенә инде.
+6
📌 "Урал батыр байрамы" үткән.
Мәләүез районы Иштуған ауылы мәҙәниәт йортонда туғыҙынсы тапҡыр "Урал батыр байрамы" ойошторолған. Уны филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева үткәрә.
"Мәләүез ынйылары" коллективы ҡунаҡтарҙы йыр-бейеү, ҡымыҙ һәм бауырһаҡ менән ҡаршы алған. Ҡатнашыусылар төрлө боронғо милли йолалар башҡарған, шуларҙың иң сағыу - Алас булған. Был утты "ашатыу", ризалыҡҡа ҡалдырыуҙан ғибәрәт.
Шулай уҡ тиҫтәләгән кеше "Урал батыр "башҡорт халыҡ эпосын һөйләп ишеттергән. Байрам йыр-моңға үрелеп барған. 🔥
+1
📌"Төньяҡ амурҙары" дилогияһының исем туйы була.
19 февралдә көндөҙгө сәғәт 4-тә БР Милли музейында Яныбай Хамматовтың яңы нәшер ителгән “Төньяҡ амурҙары” китабының исем туйы үтә.Сарала яҙыусының ейәнсәре Алһыу Хамматова шәхсән ҡатнаша һәм уның автографы менән китап оторға мөмкин🔥
📌 Кисә Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында "Рәсәй Федерацияһы субъекттарының полилингваль белем биреү мөхитендә башҡорт теле" XI Халыҡ-ара фәнни-методик конференцияһы үткән.
Эшлекле һөйләшеү профессор Рафаил Аҙнағоловтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған.
"Ғалим-методистың ғилми мираҫына байҡау яһалды, уның шәхесенә ҡағылышлы һирәк факттар яңғыраны. Конференцияның пленар өлөшөндә сығыш яһаусыларҙың һәр ҡайһыһы профессор Аҙнағоловтың туған телдәрҙе уҡытыу методикаһына тос өлөш индереүен билдәләп үтте, уның тарафынан төҙөлгән һүҙлектәрҙең, уҡыу әсбаптарының, методик ҡулланмаларҙың юғары кимәлдә булыуына баҫым яһаны. Сарала шулай уҡ мәктәп һәм колледж системаһында башҡорт телен уҡытыуҙың иң һөҙөмтәле юлдары барланды",- тип яҙған сәхифәһендә факультеттың деканы Гөлфирә Абдуллина. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
Хәйерле көн, төркөмдәштәр!Уңышлы көн теләйбеҙ 🥰 Фотола: Ләйсән Ғилманованың "Башҡорт аты" декоратив кейеҙ панноһы. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
✨БАЙ ЫРЫУ – БАЙЛАР✨
💯 Башҡорт ырыуҙары араһында “байлар” тигәне лә бар.
Тарихсы-ғалимдар был ырыуҙың VI-IX быуаттарҙа Үҙәк Азияла хакимлыҡ иткән боронғо Төрки дәүләттәренә: Төркөттәр (552-602 йй.),Көнсығыш Төрки (602-630 йй.), Күк-Төрки (682-744 йй.), Уйғыр (745-847 йй.) ҡағанаттарына барып тоташа, тип фаразлай.
🔹 Ҡытай хроникаларында “Баянь”, Уйғыр ҡағанаты сығанаҡтарында “Байан”, ҡайһы бер документтарҙа “Байаят” тип теркәлгән ҡәүем XI быуаттарҙа Башҡорт иле ерҙәренә йүнәлгәндер, тип иҫәпләнә.
🔹Бавлы ауылын төйәк иткән байлар ырыуы башҡорттары шәжәрәһендә уларҙың төп бабаһы Сәлмән исемле булып, әүәл ата-бабаларының Төркөстан ерҙәрендә йәшәүе хаҡында әйтелә.📍 Тәү осорҙа байлар ырыуы башҡорттары Урал аръяғы ерҙәрендә йәшәй. 🔥 Санкт-Петербургтың Көнсығыш ҡулъяҙмалары институтында табылған бер шәжәрәлә шулай яҙылған:
“Беҙ – Ырымбур губернаһы Ҡаҙан даруғаһы Байлар олоҫо башҡорттары нәҫеле. Беҙ, үҙебеҙҙең Байлар олоҫонда, дүрт түбәнән тармаҡланып киткән башҡорттар... Бәкчура хан (йәшәгән) Ҡарағайҙа, ул Яйыҡ йылғаһы үрҙәрендә. Уның улы Ғабдулла бей, уның улы Иләз, уның улы Сайман, уның улы Яҡуб, уның улы Янбулат, уның улы Бикмөхәммәт, уның улы мулла Туймөхәммәт, уның улы Әлмөхәммәт мулла. Туймөхәмәттең өлкән улы. Ул ике ауылдың башы булған: беренсе ауыл – Иҫке Әлмәтулла, икенсе ауыл – Баҙарлы Әлмәтулла Зәй йылғаһы буйында...”⚡ Әле әйтеп үтелгән ауылдар хәҙерге Татарстан территорияһында урынлашҡан (Сарман һәм Әлмәт райондарында). 🔹 Байлар биләмәләренең үҙәге – элекке Минзәлә өйәҙе. Хәҙерге Минзәлә һәм Яр Саллы ҡалалары арауығында байлар ырыуы башҡорттары нигеҙләгән 20-гә яҡын ауыл бар (Татарстанда Туҡай һм Минзәлә райондарында). 🔹 Татарстандың Сарман районында 15 ауылы бар. 🔹 Шулай уҡ Аҡтаныш районында ла гәрәй, бүләр, йәнәй башҡорттары менән арлаш бер нисә байлар ауылы бар. 🔹 Байлар ырыуы вәкилдәре элекке Алабуға һәм Сарапул өйәҙҙәрендә тупланып йәшәй. Был Кама йылғаһының уң яҡ яры буйындағы ерҙәр. 🔹 Хәҙерге ваҡытта Татарстандың Менделеев районында 3 ауыл һәм Агрыз районында бер нисә ауыл башҡорт байлары төбәге. 🔹 Элекке Бөгөлмә һәм Бәләбәй өйәҙҙәре сигендә лә байлар ырыуы башҡорттары йәшәй. Әлеге көндә был ауылдар Татарстандың Бавлы һәм Ютазы райондарына ҡарай. 🔹 Ә элекке Бәләбәй өйәҙенә ҡараған ауылдар Башҡортостандың Йәрмәкәй, Илеш һәм Туймазы райондарында урынлашҡан.
#Башҡорт_аҡылы
💯Бына шундай мәҡәл дә бар халҡыбыҙҙа. Ата-бабаларыбыҙ киләсәген хәстәрләп йәшәгәнлеге һәм ул-ҡыҙҙарына ла шул аҡылды өйрәтеүенә бер дәлил был.
Ә бит бер осорҙа йәштәребеҙ араһында "бер көн менән йәшә", "бөгөнгө менән йәшәргә кәрәк" тигән фекер бик популяр булып киткәйне. Әлбиттә, күп нәмәне иртәнгегә ҡалдырмай, бирелгән мөмкинлекте ҡулыңдан ысҡындырмаҫ өсөн тырышыу мөһим. Әммә "Арба ватылһа - утын, үгеҙ үлһә - ит", тип йәшәүҙе борондан ата-бабаларыбыҙ хупламаған.
⚡Һәр кем яуаплылыҡ тойоп, киләсәген дә хәстәрләп йәшәргә тейеш - шул саҡта тормошта ла уңасаҡ.
Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
📌"Еребеҙ геройҙары һәм ижадсылары" тип исемләнгән патриотик концерт ойошторола.
Өфөләге "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында тыуған илебеҙҙе һаҡлаған һәм тыныслыҡ өсөн көрәшкән яҡташтарыбыҙға арналған тантаналы концерт уҙасаҡ. Йәш буйынса сикләүҙәр 12+.
"Тыуған еребеҙҙең азатлығы, аяҙ күк йөҙө өсөн ғүмерен арнаған шәхестәребеҙҙе хәтерҙә тоторға тейешбеҙ. Йәштәргә бының мөһимлеген аңлатыу кәрәк. Беҙҙең һәм киләсәк быуындарыбыҙҙың тыныс тормошо өсөн көрәшкән еребеҙ геройҙарына һәм ижадсыларына дан йырлайбыҙ",- ти ойоштороусылар. 📍 Өфө ҡалаһы, "Башҡортостан" Дәүләт концерт залы 🔹 Башлана: 11:00 🔹 Билеттар: https://iframeab-pre1991.intickets.ru/seance/69755116
Хәйерле көн! ☀️
📍 Ишембай районы, Ғүмәр тарлауығы һәм Бүжә тауы.
Видео: Земфир Шәймиева.
Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
🔥 БОРОНҒО БАШҠОРТ ЭЙӘРЕ
Башҡорттар эйәрҙе һырлап, төрлө материалдар ҡулланып та эшләгән. Мәҫәлән, БР Милли музейында һаҡланған XIX быуатҡа ҡараған эйәрҙәрҙең береһен эшләүҙә ағас, күн, металл һәм аҡыҡ (сердолик) ҡулланылған.
🔺Аҡыҡ тағы башҡорттарҙа күҙ тейеүҙән, яраланыуҙан һәм үлемдән һаҡлай, тип иҫәпләнгән. Шулай уҡ ауырыуҙарҙы ла дауалау көсө бар, тигәндәр. Етмәһә, эйәр ҡашы хужаның дәрәжәһен дә сағылдырған.📍 Эйәрҙең ҡапталын (ленчик) һәм ҡашын (ҡашаға ла тиҙәр - лука) эшләү өсөн күп осраҡта ҡайын ороһон ҡулланғандар. Бер бөтөн ағастан эшләнгән эйәрҙәр осраған. 🔹 Алғы ҡашағаны ҡалҡыуыраҡ итеп эшләгәндәр, ҡайсаҡ ҡош, йылан рәүешендә яһағандар. 🔹 Ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар өсөн эйәрҙәр айырылып торған. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән эйәрҙең алғы ҡашағаһы киң һәм күтәренке булған, ә артҡыһы ныҡ аҫҡа эйелдереп эшләнгән. 🔹 Ҡашағаны семәрләп, йәки металл ҡаплап, аҡыҡ таштар менән биҙәгәндәр. Йыш ҡына үҫемлек орнаменты, ҡусҡар биҙәк, айсыҡ төшөргәндәр.
🔥 Дуҫтар, ишеткәнегеҙҙер инде? 🔥
Шөкөр, һәр дәүерҙә халҡыбыҙҙы данлар шәхестәребеҙ тыуып тора.AY YOLA төркөмө Европа буйлап тәүге гастролдәренә сыға, ти. Артабан да йәштәребеҙгә үрнәк күрһәтеп, дәртләндереп ижад итегеҙ, AY YOLA!
📌 Ял көндәре нисек үтте, туғандар?
Бына Асҡын районының Гөмбә ауылында халыҡ ошолай дәррәү, берҙәм, милли уйындар менән күңел асып байрам үткәргән.
Алыҫ араларҙы яҡынайтып ауылдаштар ҡайтып төшкән, күрше ауылдарҙан һәм өлкәләрҙән милләттәштәр ҡунаҡҡа килгән.
Видео: Салауат Юнысов.
Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ.
Уже доступно! Исследование Telegram 2025 — ключевые инсайты года 
