ru
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Открыть в Telegram
617
Подписчики
Нет данных24 часа
-37 дней
-530 день
Архив постов
📌 Ә. Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһында "Атайсал" фильмы буйынса эштәр тамамланырға тора - тауышландырыу б
+1
📌 Ә. Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһында "Атайсал" фильмы буйынса эштәр тамамланырға тора - тауышландырыу бара.
🔥"Атайсал" - ул бер нисә быуын яҙмышы һәм тормош юлын һайлау тураһында ғаилә драмаһы.
Төп герой - 55 йәшлек йылҡысы Юлай, уның улы Марат һәм өс үҫмер - Айҙар, Рөстәм, Шамил. Фильм төрлө быуын кешеләренең ҡапма-ҡаршы ҡараштары, үҙ юлыңды тамырҙарыңды эҙләү тураһында. 📍 Проектты Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары фонды аҡсаһына Ә. Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы менән бергә "Башфильм" ойошмаһы төшөрә. Шулай уҡ Мәҙәниәт министрлығы, Ауыл хужалығы министрлығы, Баймаҡ районы хакимиәте ярҙам итә һәм башҡа бағымсылар, партнерҙар бар. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

"Кешеләрҙең иң бәхетле мәле - башҡаларға изгелек эшләү сәғәттәре", - тигән башҡорт мәғрифәтсе ғалимы, дин әһеле, тарихсы, йәм
"Кешеләрҙең иң бәхетле мәле - башҡаларға изгелек эшләү сәғәттәре",
- тигән башҡорт мәғрифәтсе ғалимы, дин әһеле, тарихсы, йәмәғәт эшмәкәре Ризаитдин Фәхретдин. Бәхетле мәлдәрегеҙ күберәк булһын, тип теләйбеҙ😇 📍 Ишембай районы, Кәлимосҡан ҡаяһы. Фото: Роман Насиров.

📌Урал тауҙары илселеге (Посольство Уральских гор) ошондай үҙенсәлекле магниттар сығарған - юл күрһәткестәре формаһында, башҡ
📌Урал тауҙары илселеге (Посольство Уральских гор) ошондай үҙенсәлекле магниттар сығарған - юл күрһәткестәре формаһында, башҡортса 🔥 Магниттарҙы Өфө ҡалаһы, Мостай Кәрим урамы, 44 буйынса табырға була, тиҙәр. Фото: "Уфа тут".

📌 Өфөләге ҡан ебәреү республика станцияһы илдә беренселәрҙән булып лиофилизация үткән плазма етештерә башлаған. Был - плазма
+1
📌 Өфөләге ҡан ебәреү республика станцияһы илдә беренселәрҙән булып лиофилизация үткән плазма етештерә башлаған. Был - плазманы туңдырғандан һуң һыуын алыу (сублимация яһау) ысулы менән килеп сыҡҡан алдынғы компонент. Плазманың барлыҡ мөһим сифаттары һаҡлана, әммә шул уҡ ваҡытта уны бүлмә температураһында һаҡларға мөмкин, ҡан төркөмө буйынса ла универсаль, "физраствор" ярҙамында тиҙ арала тергеҙелә.
Бындай плазманың төп бурысы - тиҙ арала ҡандың күләмен арттырып, ҡан килеүен туҡтатыу.
Шуға уны ғәҙәттән тыш ваҡиғаларҙа ғына ҡулланасаҡтар. 🔥 Республикабыҙҙа быйыл 3,5 мең тонна лиофилизация үткән плазма етештерергә ниәтләйҙәр, тип аңлата Айрат Рәхмәтуллин.

Ә һеҙ нимә тураһында хыялланаһығыҙ? AY YOLA төркөмө ағзаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ринат Рамаҙанов опера йырсыһы Айҙар Хәйруллиндың "Мәҙәни һөйләшеү" подкасында "ҡунаҡта" булған. Бик ҡыҙыҡлы әңгәмә 💯 ҡарағыҙ. Видео: Айҙар Хәйруллин.

Шундай алтын балалар тәрбиәләгән, туған телебеҙҙе өйрәткән атай-әсәйгә беҙ ҙә рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ 🥰 Күҙ теймәһен был балаларға 😇 Видео: Ләйсән Йәнекәйева.

📌 Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов Санкт-Петербургтағы Михаил театрының художество етәксеһе итеп т
📌 Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов Санкт-Петербургтағы Михаил театрының художество етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Быға тиклем билдәле милләттәшебеҙ Севастополь опера һәм балет театры менән етәкселек итте. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

📌Башҡортостанда "Әлифба: ваҡыт һәм һандар" анимациялы белем биреү-күңел асыу проектының икенсе миҙгелен төшөрөү тамамланған.
📌Башҡортостанда "Әлифба: ваҡыт һәм һандар" анимациялы белем биреү-күңел асыу проектының икенсе миҙгелен төшөрөү тамамланған. Икенсе миҙгел кескәй тамашасыларҙы цифрҙар, һуңынан һандар (10, 100, 1000 һ.б.), ваҡыт төшөнсәләре (тәүлек, сәғәт, секунд һ. б.), йыл миҙгелдәре (көҙ, ҡыш, йәй, яҙ) һәм, ниһайәт, йылдың һәр айы менән айырым таныштыра.
🔥Проект 3-7 йәшкә тиклемге балаларға башҡорт теленең нигеҙҙәрен үҙләштерергә ярҙам итә.
Йәнһүрәт 60 сериялыҡ. Ул рәссам-карикатурасы Камил Буҙыҡаев һәм Ә. Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы булышлығында "Муха" студияһында төшөрөлгән. "Әлифба" проектының беренсе миҙгеле башҡорт алфавиты хәрефтәре тураһында ине. Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды аҡсаһына ғәмәлгә ашырыла. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

Тайт, йоҡонан арындығыҙмы әле?🦉 Бының өсөн торғас та бер стакан һыу эсергә, ут ҡабыҙырға йәки бүлмәгә ҡояш нурҙары төшһөн өс
Тайт, йоҡонан арындығыҙмы әле?🦉 Бының өсөн торғас та бер стакан һыу эсергә, ут ҡабыҙырға йәки бүлмәгә ҡояш нурҙары төшһөн өсөн ҡорғандарҙы тартырға, тын алыуға бәйле күнекмәләр яһарға (5-10 тапҡыр тәрән итеп тын алырға һәм сығарырға) кәңәш ителә. ❓Ә һеҙ нисек уянаһығыҙ? ✅ Кәңәштәрегеҙ менән бүлешегеҙ әле 😉 Фото: Мортаҙа Снегирев.

Көнөгөҙ яҡшы үттеме? 😘 Видео: "Guzal-dance" һылыуҙары.

📌 Бер йыл элек тап март айында Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусының икенсе сиратын төҙөй башлаға
+3
📌 Бер йыл элек тап март айында Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусының икенсе сиратын төҙөй башлағандар ине. Был эштәр "Йәштәр һәм балалар" милли проектының "Университет кампустары селтәрен булдырыу" федераль проекты сиктәрендә алып барыла.
"Күҙ алдында ҡыйыу, амбициялы проект ысынбарлыҡҡа әүерелә. Буласаҡ студенттар ҡаласығы әле үк яҡшы төҫмөрләнә. Башняларҙың күбеһе юғары әҙерлек кимәлендә. Төҙөлөш бер көнгә лә туҡтамай, майҙанда һәм ваҡыт техника һәм кеше күп. Был мөһим объектты киләһе йыл тапшырырға ниәтләйбеҙ",
- тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. Шулай уҡ ул был майҙандың күпселек өлөшө йәшәү өсөн яраҡлы итеп эшләнеүен билдәләгән.
"Ябай ятаҡтар ғына төҙөмәй беҙ, ә республиканың юғары мәктәбен ойоштороуға яңы ҡараш формалаштырабыҙ",
- тип һыҙыҡ өҫтөнә алған Радий Фәрит улы. Башҡортостанда йәштәргә ғилем тауҙарына үрләү өсөн бына шундай уңайлы шарттар тыуҙырыла.🔥

📌 Буранайҙың буранлы көнөндә башҡорттарҙа буран төрҙәре тураһында яҙып үтмәксе булдыҡ әле🌬️ 📍 Буран - ул ойоҡһотоп өргән ҡ
📌 Буранайҙың буранлы көнөндә башҡорттарҙа буран төрҙәре тураһында яҙып үтмәксе булдыҡ әле🌬️
📍 Буран - ул ойоҡһотоп өргән ҡарлы ел.
✴️Метеорологтар бурандың өс төрөн бүлеп ҡарай: 🔹 йәйәүле буран - поземок, 🔹 һепертмә буран - низовая метель, 🔹өйөрмә буран - общая метель. ✳️Йәйәүле буран булғанда, ҡар бөртөктәре ерҙән еңелсә күтәрелеп, нәҙек, өҙлөкһөҙ тулҡын булып "йүгерә". ✳️Һепертмә буран - өҫтән яумай, ҡар өҫтөнән йүгергән буран. ✳️Өйөрмә буранда ер менән күк тоташа. ⭕Ата-бабаларыбыҙ тағы ла шундай буран төрҙәрен бүлеп ҡараған: 🔹аҡман-тоҡман - нәҡ бына март айының уртаһында була торған ҡаты буран (уны "шиһаҡа бураны" тип тә йөрөтәләр ҡайһы яҡта) - "Аҡман-тоҡман алты көн, алтыһы ла ҡаты көн", тигәндәр; 🔹айыу бураны - йәнәһе, ғинуар ауында айыу өңөндә әйләнгән мәлдәге көслө буран; 🔹торнатүш буран - ҡарҙы ҡырлас-ҡырлас ҡатырып һала торған буран; 🔹һырғаҡ буран - өҫкә һырый торған епшек буран. ❓Ә һеҙҙең яҡта ниндәй бурандар бар? Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

Йәштәр телдәрҙе сағыштыра 🔥 Аңларлыҡ, шулай бит? Видео: Әлиә һылыуҙан.

📌Башҡортостанда Урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттарының республика советы булдырылған. Йәштәр үҙҙәренең был ба
📌Башҡортостанда Урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттарының республика советы булдырылған. Йәштәр үҙҙәренең был башланғысы тураһында 2025 йылдың сентябрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашҡанда һөйләгәйне. Быйыл март башында "Патриот" паркында үткән Студенттар һәм урта һөнәри белем биреүҙең профсоюз лидерҙары форумында яңы ойошма булдырылған да инде. Форумда 68 колледж һәм техникумдан 250 студент ҡатнашҡан. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

Көндө һоҡланыуҙан башлағыҙ - донъя йәмен күрә белгәндәр бәхетлерәк була, ти 🩵 📍 Ишембай районы, Маҡар ауылы тәбиғәте. Фото:
Көндө һоҡланыуҙан башлағыҙ - донъя йәмен күрә белгәндәр бәхетлерәк була, ти 🩵 📍 Ишембай районы, Маҡар ауылы тәбиғәте. Фото: Жанна Шарова.

📌Ҙур һәм татыу ғаилә йылында "Тамыр" телеканалы "ӨЙҘӘ" - "Сделано ДОМА" тигән конкурс иғлан иткән. Төп бүләк - телевизор🔥 Б
📌Ҙур һәм татыу ғаилә йылында "Тамыр" телеканалы "ӨЙҘӘ" - "Сделано ДОМА" тигән конкурс иғлан иткән. Төп бүләк - телевизор🔥
Был - ғаиләһе тураһында балалар тарафынан төшөрөлгән видеороликтар конкурсы буласаҡ.
КЕМ ҠАТНАША АЛА? 8-17 йәшлек балалар, ғаиләһе тураһында 3 минутҡа тиклем горизонталь форматта видеолар төшөрөп ебәрергә тейеш. ⚡Конкурс 3 этаптан тора:30 мартҡа тиклем "Бәйләнештә" аша "Тамыр" төркөмөнә ғариза ебәрергә. vk.com/tamir_telekanal Ойоштороусылар 15-тән күберәк эште 2-се этап өсөн һайлап аласаҡ. ✅Халыҡ тауыш бирәсәк. 2026 йылдың беренсе яртыһында "Тамыр" төркөмөндә иң яҡшы эштәр өсөн халыҡ тауыш бирә. ✅Еңеүсене бүләкләү - 2026 йылдың 14 апреле.
🎉Еңеүсе ғаиләһе менән "Тамыр" телканалының ҙур концертына саҡырыла һәм шунда бүләкләү тантанаһы була.
Конкурсты "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы, БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы. 📍Тулыраҡ мәғлүмәт: ТАМЫР телеканалы. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

❓Төркөмдәштәр, һеҙҙә термометр нисәне күрһәтә? Бына Әбйәлил һәм Нуриман райондарында температура -45 һәм хатта -50-гә тиклем
+1
Төркөмдәштәр, һеҙҙә термометр нисәне күрһәтә? Бына Әбйәлил һәм Нуриман райондарында температура -45 һәм хатта -50-гә тиклем төшкән. Әле лә ҡояш йылмайып торһа ла, көн һыуыҡ. Яҙғы көн алдаҡсы, тиеүҙәре хаҡ. Ышаныс юҡ, һаҡлыҡ сараларын күрегеҙ 💌

📌Мөһимдән: Пермь крайы менән бәйләгән юл төҙөкләндерелә. Быйыл Башҡортостандың Ҡариҙел районында 6 километр тирәһе тәшкил ит
📌Мөһимдән: Пермь крайы менән бәйләгән юл төҙөкләндерелә. Быйыл Башҡортостандың Ҡариҙел районында 6 километр тирәһе тәшкил иткән Яугилде - Щучье Озеро (Пермь крайы) юлы төҙөкләндерелә. Уны "Тормош өсөн инфраструктура" проекты сиктәрендә эшләйҙәр. Әртәкүл һәм Итҡол ауылдары араһындағы юлды нормативҡа яраҡлаштырып төҙөкләндерәләр.
"Яугилде - Щучье Озеро юлы нигеҙ селтәргә инә. Ул Башҡортостан менән Пермь крайын бәйләй. Бынан тыш, был йүнәлеш 40 меңгә яҡын кеше йәшәгән Ҡариҙел һәм Асҡын райондары халҡына кәрәк",
- тине БР транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. 📍 Әйткәндәй, 2026 йылда "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты сиктәрендә 185 км юл һәм 15 күперҙе төҙөкләндереү ҡаралған.

Тиҙҙән ошо ҡарҙар иреп, тәбиғәт йәшелләнер... Видео: Валерия Шәрәфетдинова.

📌 8 Март көнө Башҡортостанда 47 Бәпес тыуған: 27 малай һәм 22 ҡыҙ. Әсәйҙәргә һәм сабыйҙарға, уларҙы түҙемһеҙләнеп көтөп торғ
📌 8 Март көнө Башҡортостанда 47 Бәпес тыуған: 27 малай һәм 22 ҡыҙ. Әсәйҙәргә һәм сабыйҙарға, уларҙы түҙемһеҙләнеп көтөп торған атайҙарға сәләмәтлек, ғаилә бәхете теләйбеҙ! 🥰 Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.