БСТ | Яңылыҡтар
رفتن به کانال در Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
نمایش بیشتر1 965
مشترکین
-124 ساعت
-37 روز
-1730 روز
آرشیو پست ها
1 965
Өфөлә Затон күперендә капиталь ремонт 9 миллиард һумға барып баҫа
Был объект 1971 йылда төҙөлгән. Транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова белдереүенсә, ремонт буйынса федераль программаларҙа ҡатнашыу мөмкинлеге ҡарала. 53 йыл элек Затонда Ағиҙел аша төҙөлгән күпергә ремонт кәрәк. Бында ауырлығы 10 тоннанан ашыу йөк машиналары йөрөшө тыйылды.
1 965
"Салауат Юлаев" мең һумға хоккейсы алды
"Спорт-Экспресс" хәбәр итеүенсә, Магнитогорскиҙың "Металлург"ы менән уйынсы өсөн аҡсалата компенсация тураһында килешеү бар. Скотт Уилсон Өфө командаһына күсә, уның өсөн 1 мең һум ғына түләнә. Уилсон даими беренселектә 30 уйында ҡатнашҡан, 4 шайба индергән, 3 һөҙөмтәле пас биргән.
1 965
Яңы йыл кисендә БСТ каналында яңы шоу-программа!
Телеканалыбыҙҙа 31 декабрҙә «Мәңгелек йырҙар, йондоҙҙар» программаһын ҡарағыҙ.
1 965
Яңы йыл марафоны: Юлдаш рухиәт һәм күңел йылылығы өләшә
Йылан менән тәхеткә, «Юлдаш» көйләй бәхеткә. Радио каналы бөгөн сираттағы Яңы йыл марафонын үткәрҙе. Быйыл ижади коллектив сараны тура эфирҙан алып барҙы, баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарына бүләктәр ҙә таратты.
1 965
Өфө уҡыусылары ҡар бөртөктәре йыйып донъя рекорды ҡуйҙы
Өфө уҡыусылары донъя рекорды ҡуйҙы! Меңдән ашыу бала Рәсәй конструкторының яңы йыл коллекцияһынан ҡар бөртөктәре һәм йондоҙсоҡтар йыйҙы. Бының өсөн 161 меңдән ашыу деталь ҡулланылды.
1 965
Өфөлә бер төркөм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре республиканың юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булды
Яҡынлашып килгән яңы йыл алдынан Өфөлә бер төркөм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре республиканың юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булды. Тармаҡ уңғандарын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының 1-се урынбаҫары Урал Килсенбаев ҡотланы.
1 965
Ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар отряды Яңы йылды яугирҙар менән бергә ҡаршы алырға хәрби госпиталгә юлланды
Хәрби госпиталгә сәфәр «Беренсе тирмә» төбәк проекты буйынса ойошторола. Әлегә тиклем етешәр ҡатын-ҡыҙҙан тупланған ике төркөм махсус хәрби операция биләмәһендәге хәрби госпиталгә барып эшләп ҡайтҡан. Әле медицина учреждениеһында өсөнсө отряд эшләй. Дүртенсе яңы йыл төркөмө гүзәл заттары уларҙы алмаштырып, байрамды яугирҙар менән ҡаршы аласаҡ.
1 965
Башҡортостандан оҙатылған гуманитар ярҙам Донбасҡа барып етте
Республика хәрбиҙәре, шулай уҡ яңы төбәктәрҙә йәшәүселәр өсөн тәғәйенләнгән ылауҙы парламент рәйесе Константин Толкачев оҙатып барҙы. Гуманитар ярҙам менән бергә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балаларына Яңы йыл бүләктәре һәм Петровское ауылы өсөн Яңы йыл шыршыһы ебәрелде. Сираттағы 141-се гуманитар йөк «парламент» ылауы тип аталды.
1 965
Ҡышҡы каникул осорона әҙерлек: Радий Хәбиров оператив штаб ултырышын үткәрҙе
Яҡынлашып килгән байрам осоронда район-ҡалаларҙа 1 мең 300-гә яҡын яңы йыл ҡаласығы эшләйәсәк, уларҙың 232-һе - Өфөлә. Властарҙың бурысы - халыҡтың күпләп йәшәгән урындарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү. Был мәсьәлә террорға ҡаршы комиссия һәм оператив штабтың берлектәге ултырышында тикшерелде.
1 965
Радий Хәбиров «Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ» премияһына лайыҡ булған журналистарҙы тәбрикләне
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ» премияһына лайыҡ булған журналистарҙы тәбрикләне. Республика етәксеһе махсус хәрби операция биләмәһе яңылыҡтарын, геройҙар тормошон алғы һыҙыҡҡа барып яҡтыртҡан журналистарҙың хеҙмәтен баһалап, юғары һөнәри оҫталыҡ, ҡыйыулыҡ һәм объектив мәғлүмәт өсөн оло рәхмәтен еткерҙе. Тантаналы шарттарҙа киң мәғлүмәт сараларында эшләгән 20 журналист 300-әр мең һум күләмендә премия менән бүләкләнде.
1 965
Радий Хәбиров төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы президиумы ултырышында ҡатнашты
Бөгөн Радий Хәбиров төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы президиумы ултырышында ҡатнашты. Видеобәйләнеш режимында ойошторолған кәңәшмәне Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин үткәрҙе. Осрашыуҙа милли һәм федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың яҡынса йомғаҡтары барланды.
1 965
Өфө дәүләт сәнғәт институтының Шаляпин залында «Төньяҡ амурҙары» операһының премьераһы үтте
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Шаляпин залында «Төньяҡ амурҙары» операһының премьераһы үтте. Композитор Шәүрә Сәғитова Илмар Әлмөхәмәтов либреттоһына ижад иткән заманса музыкаль әҫәр 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүгә ҙур өлөш индергән башҡорт яугирҙарына арналған.
1 965
Стәрлетамаҡтың 23-сө мәктәбендә Росгвардия, шайморатовсылар һәм полиция кластары өсөн бал ойошторолдо
Стәрлетамаҡтың 23-сө полилингваль күп профилле мәктәбендә Росгвардия, шайморатовсылар һәм полиция кластары өсөн бал ойошторолдо. Алтынсы йыл рәттән үткән сараны уҡыусылар быйыл да түҙемһеҙләнеп көтөп алды, сөнки Яңы йыл алдынан ойошторолған бал мәктәп тормошондағы сағыу ваҡиғаларҙың береһе булып һанала. Тантана почетлы ҡарауылдың гимндар аҫтында дәүләт флагтарын индереүенән башланды. Милли гвардия сафтарына баҫыусыларҙы мәртәбәле ҡунаҡтар тәбрикләне.
1 965
Өфөнөң 17-се балалар дауаханаһы пациенттарын етеп килгән байрам менән ҡотҡарыусылар ҡотланы
Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу тәҙрә шаҡый. Өфөнөң 17-се балалар дауаханаһы пациенттарын етеп килгән байрам менән баш ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығы ҡотҡарыусылары ҡотланы. Улар кескәйҙәр янына Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу кейемендә махсус ҡоролма ярҙамында ҡыйыҡтан өсөнсө ҡатҡа төшөп, тәҙрә аша инде. Акцияның маҡсаты - бәләкәй пациенттарға байрам кәйефен бүләк итеү. Балалар ҙа һынатманы, Ҡыш бабайға үҙ һәләттәрен күрһәтеп тәмле бүләктәр алды.
1 965
Өфөлә «Башавтотранс»тың элекке директоры Анатолий Барсуков тураһында китаптың исем туйы үтте
Ул предприятиеға 1976 йылдан 1999 йылға тиклем етәкселек иткән. Презентацияға транспорт ойошмаһы ветерандары саҡырылды. «Башавтотранс» тың хәҙерге етәксеһе Нәдир Сәмиев үҙ сығышында предприятиены үҫтереү пландары менән уртаҡлашты. Әйткәндәй, пассажирҙар хеҙмәтләндереүсе компанияла тотош хеҙмәт династиялары барлыҡҡа килгән. Анатолий Барсуков менән бергә эшләгән күп кенә ветерандарҙың балалары ла хәҙер «Башавтотранс»та фиҙаҡәр хеҙмәт итә.
1 965
Радий Хәбиров «Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ» премияһына лайыҡ булған журналистарҙы тәбрикләне
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ» премияһына лайыҡ булған журналистарҙы тәбрикләне. Республика етәксеһе махсус хәрби операция биләмәһе яңылыҡтарын, геройҙар тормошон алғы һыҙыҡҡа барып яҡтыртҡан журналистарҙың хеҙмәтен баһалап, юғары һөнәри оҫталыҡ, ҡыйыулыҡ һәм объектив мәғлүмәт өсөн оло рәхмәтен еткерҙе.
1 965
Сибайҙа йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 101 йәшен ҡаршылай
Сәмиға Ырыҫбаеваны Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ҡотлаған. “Йыл һайын Еңеү көнөндә Сәмиға апайға ҡунаҡҡа барам. Ул мине ихлас ҡаршылай. Ветераныбыҙ Сибай ҡалаһын ярата. Бында 60 йылдан ашыу йәшәй. Хөрмәтле ил инәһенә ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйем”, - тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Зариф Байғусҡаров. Сәмиға Ырыҫбаева 1942 йылда Совет Армияһы сафына саҡырыла. Училищела уҡый. Авиамеханик, парашют төрнәүсе була. Украина, Польша һәм Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша.
1 965
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан ойоштороласаҡ саралар иғлан ителде
Төп тантаналар 9 майға билдәләнде, тип хәбәр итәләр Башҡортостан башлығы матбуғат хеҙмәтенән. Был көндө Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов һәйкәле һәм Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскә һалына. Сарала ветерандар, хәрби-патриотик клуб ағзалары, ирекмәндәр һәм махсус хәрби операция яугирҙары ҡатнаша. Еңеү көнөндә баш ҡалала хәрбиҙәр һәм хәрби техника парады була. Шулай уҡ “Үлемһеҙ полк” акцияһы һәм тантаналы йыйылыш уҙғарыу ҡарала.
1 965
“Салауат Юлаев” хоккейсыһы - КХЛ-дың иң мәргән уйынсыһы
Джошуа Ливо 33 уйында 23 шайба индергән, 15 һөҙөмтәле пас биргән. Юлаевсылар легионерҙары Шелдон Ремпал менән Нэйтон Тодд та исемлектә юғары урындарҙы биләй. “Салауат Юлаев”ҡа Яңы йылға тиклем ике уйын уҙғараһы ҡалды. 28 декабрҙә Өфөгә Череповецкиҙан “Северсталь”, 30-ында Астананан “Барыҫ” килә.
