fa
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
1 982
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-27 روز
-1330 روز
آرشیو پست ها
Балалар эстрада йырҙарының «Сулпылар» асыҡ телевизион конкурсының быйылғы еңеүселәре билдәләнде Балалар эстрада йырҙарының «Сулпылар» асыҡ телевизион конкурсының быйылғы еңеүселәре билдәләнде. Гран-приға Өфөнөң урта махсус музыка колледжы уҡыусыһы Тимур Шаһивәлиев лайыҡ булды. Ул клип төшөрөүгә сертификат менән бүләкләнде.

Өфөлә «Рәсәй исемдәре» халыҡ-ара фестиваль-конкурсының һайлап алыу этабы үтте Унда 50-гә яҡын бейеү коллективы, 100-гә яҡын вокаль ансамбль һәм солист ҡатнашты. Үҙҙәренең сағыу номерҙарын башҡа төбәк вәкилдәре лә күрһәтте. «Рәсәй исемдәре» халыҡ-ара фестиваль-конкурсының яңы биттәрен яҙасаҡ йәш һәләттәрҙең күрһәтмә сығыштарына БЮТ ижади төркөмө лә тамаша ҡылды.

Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты 90 йыллығын билдәләне Юбилей кисәһе район Мәҙәниәт һарайында үтте. Билдәле спортсы, ғалим, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналист һәм яҙыусылар сығарған белем усағы балаларҙы шәхес итеп тәрбиәләүгә күп көс һала. Гимназияның тыуған көнө хаҡында киләһе яҙмала.

Республика клиник перинаталь үҙәгендә Әсәйҙәр көнөнә арналған концерт уҙҙы Сәхнәлә «Һигеҙенсе нота» инклюзив балалар эстрада хоры сығыш яһаны. «Был донъяла һин яңғыҙ түгел» тип исемләнгән концерт программаһында ансамбль патриотик йырҙарҙы, хиттарҙы башҡарҙы.

Башҡортостандың бер төркөм ир-егеттәре улдары менән яңы һөнәр үҙләштерҙе Әсәйһәргә үҙ ҡулдарың менән эшләгән бүләк. Башҡортостандың бер төркөм ир-егеттәре улдары менән яңы һөнәр үҙләштерҙе. Мосафир оҫтаханаһында күндән бүләк әҙерләү акцияһы уҙҙы.

Өфөлә «Бөрйән — башҡортомдоң рух бишеге» хәйриә акцияһы үтте Бөрйәндәр Өфөлә йыйылды. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Бөрйән яҡташтар берлеге ойошторған «Бөрйән-башҡортомдоң рух бишеге» исемле хәйриә-патриотик акцияһы уҙҙы. Яҡташтар осрашыуҙа Бөрйән районының үткәне, хәҙергеһе һәм киләсәге тураһында һөйләште.

Өфөнөң «Салют» үҙәгендә алты меңдән ашыу бала реабилитация үткән Һәр тарих артында белгестәрҙең, ата-әсәләрҙең һәм кескәй пациенттарҙың тырышлығы ята. Бәләкәй генә аҙым да ҙур еңеүгә илтә. Полина Петровскаяға 17 йәш. Балалар церебраль фалижы һәм эпилепсиянан яфаланған ҡыҙ яңынан атларға өйрәнә. Экзоскелет-Полинаның ата-әсәһенә тағы бер таяныс өҫтәне. Был ҡоролма үҫмергә һәр аҙымды дөрөҫ баҫырға ярҙам итә.

Радий Хәбиров Мәләүез районында үткән республика ҡала һәм район етәкселәре семинарында ҡатнашты Йыйылышта биләмәләрҙе социаль-иҡтисади үҫтереү мәсьәләләре һәм яҡын киләсәккә урындағы үҙидара органдарының бурыстары ҡаралды. Төбәктең динамик үҫешен тәьмин итеү һәм кешеләрҙең йәшәү сифатын артабан яҡшыртыуға дөйөм тырышлыҡ менән генә өлгәшергә була, тиелде семинарҙа.

Башҡортостанда милли проект буйынса өс күпер төҙөкләндерелде Туймазы районында Ыҡ,Ауырғазыла Түрһәгәҙе йылғаһы, Ҡырмыҫҡалы ра
Башҡортостанда милли проект буйынса өс күпер төҙөкләндерелде Туймазы районында Ыҡ,Ауырғазыла Түрһәгәҙе йылғаһы, Ҡырмыҫҡалы районында инеш аша һалынған объекттар“Тормош өсөн инфраструктура” программаһына ярашлы яңыртылған. Өс ҡоролма лаавария хәлендә булған. Хәҙер улар хәүефһеҙ һәм уңайлы, тип белдерәләр Транспортһәм юл хужалығы министрлығынан.

Баш ҡалала саф һауала музей булдырыла Ул “Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы” стелаһы янында ойошторола. Әле унда паровоз йыйыла, ниге
Баш ҡалала саф һауала музей булдырыла Ул “Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы” стелаһы янында ойошторола. Әле унда паровоз йыйыла, нигеҙ һәм рельстар һалынған. Ҡоролмаларҙы урынлаштырыу декабрҙә тамамланырға тейеш. Ойоштороусылар фекеренсә, тимер юл составы интерактив була. Музейға килеүселәр уның эсенә инә, машинист кабинаһына үтә ала.

Баш ҡаланың «Родина» кинотеатры алдында яҡынлашып килгән Әсәләр көнөнә күләмле флешмоб үтте Сарала Өфөнөң төрлө ойошма-предприятие ағзалары, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары, тотош ғаиләләре менән ҡатнашты. Әсәләргә рәхмәт белдереү сараһы кинотеатрҙа балаларға һәм әсәләргә махсус ойошторолған викторина уйындары, оҫталыҡ дәрестәре менән дауам итте. Байрам тамашаһы күмәкләп фильм ҡарау менән тамамланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Әсәләр көнө йыл һайын ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнә.

Башҡортостан йәмәғәтселеге күренекле башҡорт композиторы Роза Сәхәүетдинованы һуңғы юлға оҙатты Бөгөн киң йәмәғәтселек күренекле башҡорт композиторы Роза Сәхәүетдинованы һуңғы юлға оҙатты. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге орден кавалеры, Рәсәй һәм Башҡортостан композиторҙар союзы ағзаһы 88 йәшендә арабыҙҙан китте.

Башҡортостан доноры үҙенең генетик игеҙәген табып, лейкемия менән сирлгән кешене ҡотҡарҙы Елек донорын табыу ихтималлығы ун меңдән бер кеше генә. Генетик материалдар тап килеү осраҡтары һирәк. Башҡортостандан ғына уларҙың һаны ни бары 35-кә еткән. Иглин районынан Иван Исаков та федераль регистрҙа теркәлеп, бер йылдан һуң үҙенең генетик игеҙәге барлығын белгән. Лейкемия менән яфаланған кешене ҡотҡарыр өсөн ул үҙенең олон күҙәнәктәре менән уртаҡлаша.

Өфөлә Чернобыль фажиғәһендә һәләк булыусылар иҫкә алынды Теүәл 39 йыл элек атом электр станцияһының 4-се энергия блогы махсус көмбәҙ-саркофаг менән ябыла. Баш ҡалалағы «Чернобыль һәм башҡа радиация һәләкәттәре герой-ликвидаторҙары» мемориалы алдында үткән сараға техноген ғәҙәттән тыш хәлде үҙ күҙҙәре менән күреүселәр, һәләк булғандарҙың ғаилә ағзалары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре йыйылды.

Республиканың Мәғарифты үҫтереү институтында финанс мәсьәләләре тикшерелде Майҙансыҡ финанс мәҙәниәтен булдырыу һәм финанс хәүефһеҙлеге темаһына арналған 12-се Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияны ҡабул итте. Унда ҡатнашыуға Башҡортостан һәм күрше төбәктәрҙән меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Өфөгә килә алмағандар, конференцияла видеобәйләнеш аша сығыш яһаны. Мутлашыу схемалары артҡан осорҙа һәр кемгә уяу булырға һәм финанс белемде арттырырға кәрәк, ти ойоштороусылар.

Башҡортостан Төбәк сәйәсәте үҫеш үҙәге ҡулланыусылары ихтыяжы рейтингын етәкләне Республикала юл буйы сервисын камиллаштырыуҙы, склад һәм логистика инфраструктураһын, бәләкәй һәм мобиль сауҙаны киңәйтеүҙе күҙаллаған стратегия булдырылған. Тәүге өс лидер төбәк иҫәбенә Татарстан менән Ростов өлкәһе лә инә.

Башҡортостан Рәсәйҙең иң яҡшы спорт төбәге тип танылды Мәскәүҙә физик культура һәм спорт өлкәһендәге иң абруйлы наградаларҙың береһе-Милли спорт премияһы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Эксперттар билдәләүенсә, республика ныҡлы спорт традициялары менән дан тота. Бөгөн төбәктә 2 милллион 300 меңдән ашыу кеше физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнә.

Радий Хәбиров Әсәләр көнө уңайынан гүзәл заттарға дәүләт наградалары тапшырҙы Әсәйҙәргә оло хөрмәт менән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҡынлашып килгән Әсәләр көнө уңайынан гүзәл заттарға дәүләт наградалары тапшырҙы. Төбәк етәксеһе ҡулынан гүзәл заттар «Герой әсә», «Әсәлек даны» миҙалдарын, почет грамолары һәм рәхмәт хаттары алды. Бүләкләнеүселәр араһында күп бала тәрбиәләгән әсәйҙәр, опекундар, Ватан һаҡсылары үҫтергән ҡатын-ҡыҙҙар бар ине.

Өфөлә Сәид Әхмәттең пьесаһы буйынса музыкаль комедия сәхнәләштерелде Өфөлә Ташкент ҡояшы. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үзбәк яҙыусыһы Сәид Әхмәттең пьесаһы буйынса музыкаль комедия сәхнәләштерелде. Донъя сәхнәләрен шаулатҡан спектаклдең премьераһы баш ҡалала ла аншлаг менән үтте. Әҫәрҙе ҡырғыҙ режиссеры сәхнәләгә ҡуйған.

Бөгөн киң йәмәғәтселек күренекле башҡорт композиторы Роза Сәхәүетдинованы һуңғы юлға оҙатты Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге орден кавалеры, Рәсәй һәм Башҡортостан композиторҙар Союзы ағзаһы 88 йәшендә арабыҙҙан китте. Композиторҙың күп йыллыҡ ижадында 700-гә яҡын музыкаль әҫәр бар. Уның йырҙары Фәрит Бикбулатов, Фәнәүи Сәлихов, Флүрә Килдейәрова, Нәзифә Ҡадирова һәм башҡа артистар репертуарына ингән.