fa
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
1 982
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-27 روز
-1330 روز
آرشیو پست ها
Бөтә Рәсәй эшҡыуарҙары Өфөлә тәжрибә уртаҡлаша Халыҡ-ара бизнес аҙналығы 3-5 декабрҙә үтә. Был көндәрҙә «Торатау» конгресс-холына 2 меңдән ашыу кеше йыйыласаҡ. Рәсәйҙән, шулай уҡ яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән килгән сәйәсмәндәр һәм эшҡыуарҙар бәйләнештәр урынлаштырыу, партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырыу һәм килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләү менән шөғөлләнәсәк.

Өфөлә унынсы республика музей форумы үтә Бөгөн Өфөлә унынсы республика музей форумы үтә. Милли музейға Башҡортостандың йөҙҙән ашыу учреждениеһы вәкилдәре йыйылған. Был профессиональ диалог, тәжрибә уртаҡлашыу һәм төбәктең киләсәк музей тармағын билдәләү өсөн көстө туплау өсөн төп майҙансыҡ. Проект сессияһында ҡатнашыусылар инновацион ҡарарҙар эҙләй, командаларға бүленеп музей эшен үҫтереүҙең көнүҙәк темалары өҫтөндә эшләй.

Илдең иң шәп вожатыйы Башҡортостанда йәшәй “Рәсәйҙең иң яҡшы вожатыйы” конкурсы финалында республиканан өс вәкил ҡатнашты. Ул
Илдең иң шәп вожатыйы Башҡортостанда йәшәй “Рәсәйҙең иң яҡшы вожатыйы” конкурсы финалында республиканан өс вәкил ҡатнашты. Улар 200-ҙән ашыу кеше араһынан һайлап алынған. Бөрө егете Сергей Ширяев еңеү яулаған. “Сергей һөнәренең ысын оҫтаһы булыуын иҫбат итте. Уны “Йәш йөрәктәр” Бөтә Рәсәй вожатыйҙар форумына саҡырабыҙ. Ул тиҙҙән Мәскәүҙә үтә. Бөтә белгестәрҙе еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ. Уларҙың эше үтә лә мөһим һәм яуаплы”, - тип белдерәләр Башҡортостандың өҫтәмә белем биреү үҙәгенән.

Урал аръяғы атайҙары ҡор йыйҙы Урал аръяғы атайҙары ҡор йыйҙы. Осрашыу Иҫке Сибай ауылында үтте. Фекер алышыуҙа тәрбиә, тормош -көнкүреш мәсьләләре күтәрелде, кәңәштәр бирелде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Башҡортостанда яугирҙарға ярҙам өсөн быйыл 25 млрд һум йүнәлтелде Ватан һаҡсыларына хәстәрлек. Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтайҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға социаль адаптация һәм реабилитация мәсьәләләренә арналған парламент тыңлауҙары үтте. Бөгөн ил һәм республика кимәлендә яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль һәм медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса норматив-хоҡуҡи база булдырылған, был йүнәлештә ведомство-ара эш алып барыла.

Өфөлә яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылды Бөгөн бер төркөм яугирҙар ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Ватан һаҡсыларын яҡындары, туғандары, дуҫтары һәм йәмәғәтселек вәкилдәре оҙатып ҡалды. Улар хәрбиҙәргә ныҡлыҡ, батырлыҡ һәм тиҙ арала еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Көтөп алынған ялын ир-егеттәр ғаиләләренә бүлергә тырышҡан. Йорт эштәре, көнкүреш һәм ойоштороу мәсьәләләрен хәл иткән, осрашыуҙарҙа ҡатнашҡан.

Хәйбулла районында Асия Ғәйнуллинаның 70 йәшлек юбилей кисәһе үтте Халыҡ сәсәниәһенән оҫталыҡ дәресе. Хәйбулла районында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ сәсәне Асия Ғәйнуллинаның 70 йәшлек юбилей кисәһе үтте. Сара Әбеш ауылы мәктәбендә балаларға оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеүҙән башланып, артабан мәҙәниәт йортонда дауам итте.

Билдәле йырсы Полина Гагаринанан Өфөлә йәшәүсе малайға ярҙам Башҡортостандың халыҡ артисы 8 йәшлек Таирҙы дауалауға 2 миллион 400 мең һум аҡса күсерҙе. Таир 3 йыл лейкоз менән көрәшә. Химия терапияһы үткәрә, әммә яңынан рецидив була, хәҙер уға елек мейеһен күсереп ултыртырға кәрәк. Донорҙар донъя регистрҙары аша эҙләнә. Яҡынса сығымдар 3,5 миллион һумға барып баҫа. Сумманың өстән бер өлөшөн ғаиләнең дуҫтары һәм туғандары көсө менән йыйылған. Ҡалған өлөшөнә Полина Гагарина матди ярҙам күрһәткән, әлеге ваҡытта аҡса йыйыу тамамланған.

Өфөлә республика отельерҙары һәм туризм тармағы эшҡыуарҙары фекер алышты Осрашыу Мостай Кәрим исемендәге Өфө халыҡ-ара аэропорты ҡунаҡханаһында үтте. Һөйләшеүҙә төбәктә ҡунаҡналар эшен яҡшыртыу, туристар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, отелдәрҙә ҡул оҫталарының даими күргәҙмәләрен ойоштороу кеүек һорауҙар күтәрелде.

Баймаҡ районы Беренсе Моҡас ауылына зәңгәр яғыулыҡ килеп етте Һуңғы 3 йылда райондың15-се тораҡ пункты «Төбәкте газ менән тәьмин итеүҙе һәм газлаштырыуҙы үҫтереү» программаһы буйынса газға тоташтырылды.

Өфө районы предприятиеһы яңы етештереү линияһын йыя Ул торлаҡ төҙөлөшө темптарын арттырырға мөмкинлек бирәсәк. «Эрстед» компанияһы алюминий профилдәренән быяла конструкциялар эшләү менән шөғөлләнә. Быға тиклем республиканың төрлө объекттары, шул иҫәптән, «Әр-Рәхим» мәсете өсөн дә тәҙрәләр етештергән.

Башҡортостан спортты үҫтереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге тип танылды Был хаҡта бөгөн Мәскәүҙә милли спорт премияһын тапшырыу тантанаһында иғлан иттеләр. Еңеүсе статуэткаһын республика башлығы Радий Хәбиров илдең спорт министры Михаил Дегтярев ҡулынан алды. «Спортты үҫтереүгә өлөш индергән иң яҡшы төбәк» номинацияһында күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырған субъекттар бүләкләнә. Төбәктә уҙғарылған ярыштар, ҡатнашыусылар һәм ирекмәндәр һаны, берлектә финанслау күләме баһалана.

Баш ҡала 19 боҙ ҡаласығы һәм 150 шыршы менән йәшелләндерелә Өфөлә 19 боҙ ҡаласығы төҙөлә. Шыршылар-Ленин майҙанында һәм «Торатау» конгресс-холы янында ҡуйыла. Яңы йыл ҡаласыҡтарынан тыш, парктарҙы, скверҙарҙы һәм ихаталарҙы 150-нән ашыу йәшел ҡупшыҡай биҙәйәсәк. Өфөнөң спорт һарайы алдындағы майҙанда ла бейеклеге 22 метрлыҡ пиксель шыршыһы ҡуйылды.

«Бетеү» фильмы халыҡ-ара кинофестивалдә «Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм» исемен алды «Бетеү» махсус хәрби операция темаһына төшөрөлгән башҡорт фильмы халыҡ-ара кинофестивалдә еңеү яуланы. Игнушетияла уҙған XI «Алтын башня» халыҡ-ара кинофестивалдә «Бетеу» «Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм» дипломы менән бүләкләнде.

Башҡортостан умартасылары «Рәсәйҙе алтын балы» Бөтә Рәсәй конкурсында ете миҙал яуланы Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы бүләкләү тантанаһы Краснодар ҡалаһында «ЮГАГРО 2025» Халыҡ-ара ауыл хужалығы күргәҙмәһе сиктәрендә үтте. Бөрө районынан Артем Черников бер юлы дүрт наградаға эйә булһа, Йәлил Хәкимов йүкә балына алтын һәм аҡһыл полифлорлы продукция менән көмөш миҙалға лайыҡ булған.

Өфөлә хазина эҙләү мәсьәләләренә арналған халыҡ-ара конференция үтте Өфөлә «Торатау» конгресс холында «Үҙәк Евразияла хазина эҙләү күләме һәм мәсьәләне хәл итеү юлдары»на арналған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы. Тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлауҙағы археологик тәжрибә алымдары менән Рәсәй ҡалалары, күрше республикалар белгестәре һәм ғалимдары уртаҡлашты.

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында 47 йәшлек пациентҡа уникаль операция яһалды Ҡатындың аналығынан 3 килограммлыҡ миома алынған. Шеш ҡарындағы ете айлыҡ бала ҙурлығына тиклем үҫкән.Табиптар билдәләүенсә, бындай күләмгә шеш уртаса 10 йыл эсендә етә. Йыш ҡына миома иртә стадияларҙа билдәһеҙ үҫә.

Ҡыйғы районында 4 фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды Сағыр ауылындағы модулле ФАП урындағы һәм Кеҙетамаҡта йәшәүсе 360-тан ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк. Бында тәжрибәле фельдшер Нәзифә Рамаҙанова эшләй. Яңы учреждение медицина ярҙамын халыҡҡа яҡыныраҡ һәм уңайлыраҡ итә. Хәҙер улар бер ҡайҙа ла йөрөмәй, үҙҙәренә уңайлы ваҡытта квалификациялы дауалау һәм консультация ала.

Полиция хеҙмәткәрҙәре Башҡортостанда кеше үлтереүҙә ғәйепләнеүсене туҡтатҡан «КАМАЗ» рулендә эҙләүҙә булған ир ултырыуы тураһында мәғлүмәт бөтә юл-патруль хеҙмәте экипаждарына ебәрелә. Махсус система транспорт сараһын Өфө-Ырымбур трассаһында таба. Йөк машинаһына Ростов өлкәһенән 25 йәшлек ир идара иткән була. Билдәле булыуынса, 16 октябрь кис Өфөлә 68 йәшлек туғаны менән бергә эскән. Ике ир араһында низағ сығып, йәш кеше пенсионерға бысаҡ менән бер нисә тапҡыр сәнсә.

Республикала 22 декабргә тиклем 670 яңы йыл ҡаласығы асыла Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова белдереүенсә, 2
Республикала 22 декабргә тиклем 670 яңы йыл ҡаласығы асыла Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова белдереүенсә, 2 меңгә яҡын шыршы һәм 2 меңдән ашыу арт-объект урынлаштырыла. “5 декабргә ҡәҙәр бина, урам, парк һәм йәмәғәт киңлектәренә байрамса уттар ҡорола. 22 декабргә бөтә ҡаласыҡтар тантаналы асылырға тейеш”, - тине ведомство етәксеһе. Башҡортостан башлығы һырғалаҡтарға техник баһа бирергә ҡушты. “Улар хәүефһеҙ булырға тейеш. Хакимиәт башлыҡтары Яңы йыл байрамдарында йәмәғәт тәртибен һаҡлауға ҙур иғтибар бирергә бурыслы”, - тине Радий Хәбиров.