БСТ | Яңылыҡтар
رفتن به کانال در Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
نمایش بیشتر1 968
مشترکین
-124 ساعت
-27 روز
-1630 روز
آرشیو پست ها
1 968
Башҡорт академия дәүләт театрында Антон Чеховтың «Ваня ағай» пьесаһы буйынса премьера көтөлә
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия дәүләт театрында Антон Чеховтың «Ваня ағай» пьесаһы буйынса премьера көтөлә. Санкт-Петербург режиссеры Степан Пектеев ҡуйған әҫәрҙә мәңгелек ҡиммәттәргә заманса ҡараш күрһәтелә. Антон Чеховтың бөйөк әҫәре башҡорт телендә сәхнәләштерелә. Премьера 13-14 мартта. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
1 968
Мосолмандар өсөн изге ай - Рамаҙан башланды
Бөгөн кис, ҡояш байығас, изге Рамаҙан айы башланды һәм тәүге тәрәуих намаҙы уҡылды. Был айҙа мосолмандарға Ураҙа тотоу фарыз һанала.
1 968
Башҡортостан йылғаларында боҙ шартлатыу башланды
Ҡотҡарыусылар һәм махсус хеҙмәттәр тәүге шартлатыу эштәрен Шишмә районының Петряев ауылы эргәһендә башҡарҙы. Яҙғы ташҡын эҙемтәләрен кәметеүгә йүнәлтелгән саралар хаҡында киләһе яҙмала.
1 968
Өфөлә «Смарт-баҡсасы» форумы үтте
Быйыл баҡсасылар ширҡәттәренә 223 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы йүнәлтеү планлаштырылған. Сумманың күп өлөшө биләмәгә тиклемгә юлдарҙы төҙөкләндереүгә иҫәпләнгән. Был турала «Смарт-баҡсасы» форумында билдәләнде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров баҡсасылар менән осрашып, ширҡәттәрҙең үҫешенә бәйле көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе. Күптәрҙе юлдарҙың торошо, газ, электр менән тәьминәт мәсьәләләре борсой. Яуаплы ведомстволар, район-ҡала хакимиәттәре менән берлектә уларҙы хәл итеү бурысы ҡуйылды.
1 968
Радий Хәбиров суд системаһының уҙған йыл йомғаҡтарына арналған кәңәшмәлә сығыш яһаны
Судьяларҙың юғары профессионализмы - йәмәғәтселектең ышанысы нигеҙе. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров суд системаһының уҙған йыл йомғаҡтарына арналған кәңәшмәлә сығыш яһаны. Былтыр республика судтары тарафынан бер миллион 415 меңдән ашыу эш ҡаралған. Был күрһәткес буйынса төбәк Волга буйы федераль округында беренсе йыл ғына алдынғы урын биләмәй.
1 968
Быйыл республикала торлаҡ йорттарҙағы иҫке лифттарҙың барыһын ла алмаштырыла
231 йортта 620 ҡоролманы яңыртыу күҙаллана. Башҡортостан Капиталь ремонт фондынан ошо турала белдерәләр. Лифт кабинаһын һәм юғарыға күтәреү ҡоролмаһын ҡулланыу мөҙҙәте 25 йыл. Был ваҡыт уҙғандан һуң, лифт алмаштырылырға тейеш. Аҡса етмәү сәбәпле, 1990-сы-2000-се йылдарҙа был нормативтар үтәлмәгән. Хәҙер проблема хәл ителәсәк, ти фонд белгестәре. Былтыр 23 йортта 78 лифт яңыртылған. Әле 40-ҡа яҡын йортта эш бара.
1 968
Башҡортостанға яҙ килергә ашыҡмай
Календарҙағы датаға иғтибар итмәгеҙ. Синоптиктар күҙаллауы буйынса, Башҡортостанға яҙ килергә ашыҡмай. 1 март төндә республикала 25 градусҡа тиклем һыуыта, тип хәбәр итә гидрометеорология буйынса төбәк идаралығы. Һауа температураһының ҡырҡа үҙгәреүе тик 5 мартҡа ғына көтөлә. 7 мартта термометр нулдән юғары күтәрелә. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә һауа торошо тағы ла боҙола, ә тотороҡло йылы көндәр марттың тик икенсе яртыһында ғына башланыр тип күҙаллана.
1 968
Мәләүез районы аша үткән трассала 9 машина ҡатнашлығында авария теркәлгән
Бөгөн иртән Мәләүез районы аша үткән трассала 9 машина ҡатнашлығында авария теркәлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һәләк булыусылар юҡ, ике кеше зыян күргән. Әле дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре фажиғә сәбәптәрен асыҡлай. Томан төшөүгә бәйле, юл хәрәкәте тик бер һыҙат буйынса ғына ебәрелгән. Шулай уҡ һауа торошо шарттары арҡаһында Стәрлетамаҡ районындағы Яңы Васильевка ауылынан Салауат ҡалаһына тиклемге арауыҡта ла юл хәрәкәте ваҡытлыса сикләнгән.
1 968
Октябрьский ҡалаһы халҡы фронтҡа ярҙам итә
Октябрьский фронтҡа ярҙам итә. Ҡала халҡы һәм хакимиәте махсус хәрби операцияға гуманитар ылау туплап ебәргән. 21-се конвой менән «Нива», «Уаз» автомобилдәре, машиналарға запас өлөштәр, төҙөлөш материалдары, мейес, рабица селтәрҙәре, пилотһыҙ осоу аппараттарын билдәләү ҡоролмалары оҙатылған.
1 968
Башҡортостанда экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса яңы проекттар тормошҡа ашырыла
Тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәй генә Башҡортостанды йәшәү өсөн иң яҡшы төбәк итергә. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлеше ошо. Ведомствола былтырғы эш йомғаҡтары барланды.
1 968
Рәсәйҙә Әсәлек капиталы программаһы 2030 йылға тиклем оҙайтылды
Федерация Советы ошо турала законды раҫланы. Сенаторҙар бөтәһе лә был ҡарарҙы хупланы. Бер йыл элек ил президенты Владимир Путин программаны 2030 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтырға тәҡдим иткәйне. Ошо йылдың 1 мартынан үҙгәрештәр ғәмәлгә инә. Әсәлек капиталы аҡсаһын шәхси йорт төҙөүҙә файҙаланырға була. 1 февралдән беренсе бала тыуғанда 690 мең 266 һум түләнә. Икенсе сабый донъяға килһә, тағы ла 221 мең һумдан ашыу аҡса бирелә.
1 968
Башҡортостанда боҙ шартлатыу эштәре башланды
Бөгөн Шишмә районының Һабыр ауылы янында Өршәк йылғаһында боҙ шартлатыла. Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы урындағы халыҡты борсолмаҫҡа саҡыра. Быйыл 25 район һәм ҡала янында йылғаларҙа 61 урында боҙ тығылыуы мөмкин. Ошоға бәйле боҙ шартлатыу эштәре башҡарыла.
1 968
Өфө-Ырымбур трассаһында бөгөн 9 машина бәрелешкән
Мәләүез районының Ромадановка ауылы янындағы юл-транспорт ваҡиғаһында 2 кеше йәрәхәт алған, уларға медицина ярҙамы күрһәтелгән. Урында бер һыҙат буйынса хәрәкәт ойошторолған. Юл автоинспекцияһы авария сәбәбен асыҡлай. Ҡуйы томан төшөүгә бәйле, трассаның айырым участкаларында ваҡытлыса сикләү индерелде.
1 968
Өфөлә Ленин исемендәге парк матурлана
Бының өсөн 111 миллион һум тотоноу ҡаралған. Әле милли проект буйынса эште башҡарасаҡ компания һайлана. Паркта фонтандар, эскәмйә, фонарҙәрҙе яңыртыу планлаштырыла. Балалар майҙансыҡтары, сәхнә, амфитеатр төҙөү көтөлә. Был парк 19-сы быуат аҙағында булдырыла. Өфө губернаторы Сергей Ушаков исемен йөрөтә. Революциянан һуң Азатлыҡ паркы тип атала. Артабан, Александр Матросов исемен ала, унан һуң Ленин исеме бирелә.
1 968
Өфө - Раевка электропоезы февралдән республика халҡын көн һайын хеҙмәтләндерә башланы
Шулай уҡ йыл башынан баш ҡала агломерацияһының сиге Иглин станцияһына тиклем киңәйтелеп, Дим - Иглин участкаһында 40 һумлыҡ берҙәм тариф билдәләнде. Һөҙөмтәлә пассажирҙар ағымы бермә-бер артҡан.
1 968
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Әбйәлил районы халҡы менән осрашты
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Әбйәлил районының Әлмөхәмәт һәм Гусев ауыл биләмәләрендә йәшәүселәр менән осрашыуҙар уҙғарҙы. Асыҡ диалог барышында урындағы халыҡ юлдарҙы, социаль учреждениеларҙы төҙөкләндереү, һыу менән тәьмин итеү мәсьәләләрен күтәрҙе. Осрашыуҙа шулай уҡ ҡарауһыҙ йөрөгән йылҡы малы хужаларының яуаплылығын арттырыу тәҡдиме яңғыраны.
1 968
Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашысуыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү проекты ағзалары осрашты
Сарала «Беҙҙең көс» проекты төбәк координаторы Каринэ Хәбирова яҡын кешеләрен юғалтҡан гүзәл заттар менән аралашты. «Беҙҙең көс» - 7 ай дауам иткән социаль проект. Уның сиктәрендә ауыр юғалтыуҙар кисергән ҡатын-ҡыҙҙар психологтар һәм башҡа белгестәр менән аралашып күнекмәләр үтә, рухи көс туплай, йәшәү сифатын яҡшырта. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
1 968
Быйыл Өфөлә Теннис академиһы һәм Бокс үҫеше үҙәген төҙөү башлана
Шулай уҡ йәмәғәт урындарын тәртипкә килтереү сиктәрендә баш ҡаланың 9 урыны яңы һулыш аласаҡ. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн баш ҡала советының сираттағы ултырышында белдерҙе.
1 968
«Теге өсәү» – яу ҡырында еңелмәҫ экипаж
«Теге өсәү», әммә алып барыусылар түгел. Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге батальонда пехотаның хәрби машинаһы экипажы шаяртып үҙҙәрен шулай атай. Яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк бер бронетехникала хеҙмәт итә. Дуҫтарса мөнәсәбәт, берҙәм эш итеү яуҙа күп тапҡырҙар ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән.
1 968
Инвестиция комитетының ултырышында сәнәғәттә һәм социаль өлкәлә яңы башланғыстар ҡаралды
Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған Инвестиция комитетының сираттағы ултырышында сәнәғәттә һәм социаль өлкәлә яңы башланғыстар ҡаралды. Өфө ит-консерва комбинаты етәкселеге предприятиены техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу проектын тәҡдим итте.
