БСТ | Яңылыҡтар
前往频道在 Telegram
2 019
订阅者
-124 小时
-37 天
-1030 天
帖子存档
2 019
Башҡортостанда экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса яңы проекттар тормошҡа ашырыла
Тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәй генә Башҡортостанды йәшәү өсөн иң яҡшы төбәк итергә. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлеше ошо. Ведомствола былтырғы эш йомғаҡтары барланды.
2 019
Рәсәйҙә Әсәлек капиталы программаһы 2030 йылға тиклем оҙайтылды
Федерация Советы ошо турала законды раҫланы. Сенаторҙар бөтәһе лә был ҡарарҙы хупланы. Бер йыл элек ил президенты Владимир Путин программаны 2030 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтырға тәҡдим иткәйне. Ошо йылдың 1 мартынан үҙгәрештәр ғәмәлгә инә. Әсәлек капиталы аҡсаһын шәхси йорт төҙөүҙә файҙаланырға була. 1 февралдән беренсе бала тыуғанда 690 мең 266 һум түләнә. Икенсе сабый донъяға килһә, тағы ла 221 мең һумдан ашыу аҡса бирелә.
2 019
Башҡортостанда боҙ шартлатыу эштәре башланды
Бөгөн Шишмә районының Һабыр ауылы янында Өршәк йылғаһында боҙ шартлатыла. Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы урындағы халыҡты борсолмаҫҡа саҡыра. Быйыл 25 район һәм ҡала янында йылғаларҙа 61 урында боҙ тығылыуы мөмкин. Ошоға бәйле боҙ шартлатыу эштәре башҡарыла.
2 019
Өфө-Ырымбур трассаһында бөгөн 9 машина бәрелешкән
Мәләүез районының Ромадановка ауылы янындағы юл-транспорт ваҡиғаһында 2 кеше йәрәхәт алған, уларға медицина ярҙамы күрһәтелгән. Урында бер һыҙат буйынса хәрәкәт ойошторолған. Юл автоинспекцияһы авария сәбәбен асыҡлай. Ҡуйы томан төшөүгә бәйле, трассаның айырым участкаларында ваҡытлыса сикләү индерелде.
2 019
Өфөлә Ленин исемендәге парк матурлана
Бының өсөн 111 миллион һум тотоноу ҡаралған. Әле милли проект буйынса эште башҡарасаҡ компания һайлана. Паркта фонтандар, эскәмйә, фонарҙәрҙе яңыртыу планлаштырыла. Балалар майҙансыҡтары, сәхнә, амфитеатр төҙөү көтөлә. Был парк 19-сы быуат аҙағында булдырыла. Өфө губернаторы Сергей Ушаков исемен йөрөтә. Революциянан һуң Азатлыҡ паркы тип атала. Артабан, Александр Матросов исемен ала, унан һуң Ленин исеме бирелә.
2 019
Өфө - Раевка электропоезы февралдән республика халҡын көн һайын хеҙмәтләндерә башланы
Шулай уҡ йыл башынан баш ҡала агломерацияһының сиге Иглин станцияһына тиклем киңәйтелеп, Дим - Иглин участкаһында 40 һумлыҡ берҙәм тариф билдәләнде. Һөҙөмтәлә пассажирҙар ағымы бермә-бер артҡан.
2 019
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Әбйәлил районы халҡы менән осрашты
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Әбйәлил районының Әлмөхәмәт һәм Гусев ауыл биләмәләрендә йәшәүселәр менән осрашыуҙар уҙғарҙы. Асыҡ диалог барышында урындағы халыҡ юлдарҙы, социаль учреждениеларҙы төҙөкләндереү, һыу менән тәьмин итеү мәсьәләләрен күтәрҙе. Осрашыуҙа шулай уҡ ҡарауһыҙ йөрөгән йылҡы малы хужаларының яуаплылығын арттырыу тәҡдиме яңғыраны.
2 019
Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашысуыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү проекты ағзалары осрашты
Сарала «Беҙҙең көс» проекты төбәк координаторы Каринэ Хәбирова яҡын кешеләрен юғалтҡан гүзәл заттар менән аралашты. «Беҙҙең көс» - 7 ай дауам иткән социаль проект. Уның сиктәрендә ауыр юғалтыуҙар кисергән ҡатын-ҡыҙҙар психологтар һәм башҡа белгестәр менән аралашып күнекмәләр үтә, рухи көс туплай, йәшәү сифатын яҡшырта. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
2 019
Быйыл Өфөлә Теннис академиһы һәм Бокс үҫеше үҙәген төҙөү башлана
Шулай уҡ йәмәғәт урындарын тәртипкә килтереү сиктәрендә баш ҡаланың 9 урыны яңы һулыш аласаҡ. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн баш ҡала советының сираттағы ултырышында белдерҙе.
2 019
«Теге өсәү» – яу ҡырында еңелмәҫ экипаж
«Теге өсәү», әммә алып барыусылар түгел. Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге батальонда пехотаның хәрби машинаһы экипажы шаяртып үҙҙәрен шулай атай. Яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк бер бронетехникала хеҙмәт итә. Дуҫтарса мөнәсәбәт, берҙәм эш итеү яуҙа күп тапҡырҙар ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән.
2 019
Инвестиция комитетының ултырышында сәнәғәттә һәм социаль өлкәлә яңы башланғыстар ҡаралды
Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған Инвестиция комитетының сираттағы ултырышында сәнәғәттә һәм социаль өлкәлә яңы башланғыстар ҡаралды. Өфө ит-консерва комбинаты етәкселеге предприятиены техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу проектын тәҡдим итте.
2 019
Радий Хәбиров Волга буйы транспорт прокуроры Максим Суров менән осрашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Волга буйы транспорт прокуроры Максим Суров менән осрашты. Яҡтар юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
2 019
Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы 29 марттан 6 апрелгә тиклем була
Был турала Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итәләр. - Уҡыу календары раҫланған. Мәктәптәр каникул ваҡытын үҙ аллы ла билдәләй ала. Күбеһе тәҡдим ителгән график буйынса эшләй, тип белдәрәләр ведомствонан. Йәйге каникул 27 майҙа башлана. Был уҡыу йылында 166 уҡыу көнө, 130 ял ҡаралған. 1-се класс уҡыусыларының ялы 9 көнгә күберәк.
2 019
Башҡортостан һыуһаҡлағыстарында ҡар күләме иҫәпләнә
20 мартҡа тиклем 9 һыу объектында ошондай эш ҡаралған. Иҫәпләүҙәр һыу запасын анализларға булышлыҡ итә. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, шулай уҡ гидротехник ҡоролмаларға илткән юлдар тәртипкә килтерелә, плотиналар таҙартыла. - Яҙғы ташҡынды имен үткәреү өсөн саралар күрелә, -тине ведомство етәксеһе Нияз Фазылов.
2 019
Өфөлә «Доставщик» ҡыҫҡа метражлы фильмы күрһәтелде
Өфөнөң «Родина» кинотеатрында «АртМастерс Төбәктәре» чемпионаты ярҙамында төшөрөлгән яңы ҡыҫҡа метражлы фильм күрһәтелде.
«Доставщик» ҡыҫҡа метражлы фильмында Волга буйы федераль округында йәшәгән ижади йәштәр төркөмө: продюсер, режиссер, оператор, сценарист, моушн-дизайнер, костюмдар буйынса рәссам, композитор һәм тауыш режиссерынан торған берҙәм команда эшләгән. Картина заман йәштәренең тормошон сағылдыра.
2 019
Өфөнөң Октябрь районы эшҡыуары махсус хәрби операция биләмәһенә УАЗ автомобиле әҙерләй
Тыл ҡеүәтле булғанда, фронт та көслө. Өфөнөң Октябрь районы эшҡыуары махсус хәрби операция биләмәһенә УАЗ автомобиле әҙерләй. Машина яугирҙар теләге буйынса модернизацияланған, уның каркасы нығытылған, комуфляж төҫөнә буяласаҡ.
2 019
Өфөнө үҫтереү буйынса ҙур программалар дауам ителәсәк
Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн баш ҡала советының сираттағы ултырышында белдерҙе. «Ҡаланың 450 йыллығын билдәләгәндән һуң ҙур программаларҙан баш тартырға уйланыҡ, әммә ҡала мэры Ратмир Мәүлиев менән кәңәшләшкәндән һуң, беҙ бер нәмәне лә туҡтатмаҫҡа ҡарар иттек. Сөнки Өфө республиканың баш ҡалаһы, бында йәштәребеҙ уҡый, театрҙар, ҙур спорт объекттары урынлашҡан. Халыҡ- ара хәл тотороҡланғас, үҫеш өсөн мөмкинлектәр тәҙрәһе тағы ла киңәйер, тип ышанабыҙ, - тине Башҡортостан башлығы.
2 019
Быйыл талпан иртәрәк уянасаҡ
Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте белгестәре фекеренсә, йылы ҡыш һәм иртә көтөлгән яҙ арҡаһында бөжәктәр ғәҙәттәгенән әүҙемерәк булыуы мөмкин. Уҙған йылда Башҡортостанда 9 мең кеше талпан ҡаҙалып медицина учреждениеларына мөрәжәғәт иткән. Йыл һайын халыҡ күпләп йөрөгән биләмәләр махсус препараттар менән эшкәртелә. Талпан ғәҙәттә апрелдә әүҙемләшә, иң күп мөрәжәғәттәр май айында теркәлә.
2 019
Башҡортостанда ужым яҡшы ҡышлаған
Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, көҙҙән сәсеп ҡалдырылған иген баҫыуҙарының 91 проценты һәйбәт баһа алған. Ужымдың майҙаны 248 мең гектар. Уның ҙур өлөшөн бойҙай алып тора. Яҙын 2 миллион 800 мең гектарҙа сәсеү ҡаралған.
2 019
Башҡортостан баҡсасылар форумына әҙерләнә
Был аҙнала беҙҙең республикаға илдең 12 төбәгенән 2 меңдән ашыу баҡсасы килеүе көтөлә. Шулай уҡ Таиланд һәм Беларусь делегациялары була, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығы министрлығынан. Пленар ултырыш баҡса биләмәләренә газ үткәреү темаһына була. Форум иртәгә башлана һәм ике көн дауам итә.
现已上线!2025 年 Telegram 研究 — 年度关键洞察 
