БСТ | Яңылыҡтар
رفتن به کانال در Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
نمایش بیشتر1 969
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-47 روز
-1630 روز
آرشیو پست ها
1 969
Башҡортостан халҡы төҙөкләндерелергә тейешле йәмәғәт биләмәләрен һайлай
Бер нисә көн эсендә 227 мең кеше фекерен белдергән. Бүздәк, Дүртөйлө, Мәсетле, Краснокама, Иглин, Ишембай, Стәрлебаш, Бөрйән райондары халҡы айырыуса әүҙем. Йәмәғәт биләмәләре "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы тәртипкә килтерелә. Әле 2026 йылда башҡарыласаҡ эштәр өсөн тауыш биреү бара.
1 969
Гөлсирә Ғиззәтуллинаның хикәйәһе буйынса «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» спектакленең премьераһы үтте
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә билдәле башҡорт яҙыусыһы Гөлсирә Ғиззәтуллинаның хикәйәһе буйынса «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» спектакленең премьераһы үтте. Ул Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған.
1 969
Ауыл йәштәре өсөн һөнәри йыйылыш
Башҡортостан Башлығы грантына ауыл йәштәре форумы. Ауылдарҙа төпләнеп йәшәр һәм эшләр өсөн ҡыҙҙарға һәм егеттәргә ниндәй мөмкинлектәр бар, маҡсатлы юллама буйынса ҡайҙа юғары һәм махсус техник белем алырға мөмкин? Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил ауылы филиалында һәм район мәктәптәрендә ойошторолған һөнәри йүнәлеш биреү осрашыуҙары хаҡында репортаж.
1 969
Июндә Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башлай
Баш ҡаланың тарихи үҙәгенә ҡараған урамдарҙа парковканың 1 cәғәте 40 һум буласаҡ. Тәүге 20 минут өсөн түләргә кәрәкмәй. Яңы ҡағиҙәләр буйынса парковка урыны өсөн түләү эш көндәрендә иртәнге сәғәт етенән киске туғыҙға тиклем ғәмәлдә. Төндә, ял һәм байрам көндәрендә парковка менән бушлай файҙаланып буласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
1 969
Өфө Арена боҙ һарайы алдында Еңеү парадына сираттағы репетиция үтте
Бөгөн Өфө Арена боҙ һарайы алдында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллыҡ юбилейына арналған Еңеү парадына сираттағы репетиция үтте. Бер тактҡа, бер тигеҙ итеп һәм бер тиҙлектә атларға. Кәүҙә төҙ, ғорур ҡиәфәт, йөҙҙәрҙә йылмайыу булырға тейеш. Еңеүселәр вариҫтарына был талаптар һәр репетиция һайын ҡуйыла. Әле беренсе тапҡыр парадта ҡатнашыусылар өсөн хәрби марш еңел бирелмәй.
1 969
Ҡоролтайҙа фронтовик депутаттарҙың фотоэкспозицияһы асылды
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан БАССР-ҙың Юғары Советы депутаттарына арналған фотоэкспозицияны ҡараны. Күргәҙмә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнала.
1 969
Башҡортостанда ижад йүнәлеше яңы һулыш ала
Төбәктә «Креатив индустриялар сәғәте» һәм төбәк башлығы ҡарамағында яңы Совет булдырыласаҡ. Бының өсөн ойоштороу структураһы һәм норматив-хоҡуҡи база булдырылған, мөмкин булған ярҙам саралары тикшерелә. Был турала Радий Хәбиров вуз-ара студенттар кампусында үткән төбәктең креатив индустрия вәкилдәре менән осрашыуҙа белдерҙе.
1 969
Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының яңы корпусы төҙөлөшөнә старт бирелде
Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының яңы корпусы - Трансляция медицина институты төҙөлөшөнә старт бирелде. Тантаналы сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Яңы объектта онкология һәм кардиология профиле буйынса пациенттарға алдынғы юғары технологиялы ярҙам күрһәтелеүҙән тыш, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе өсөн кадрҙар әҙерләү ҙә ҡаралған.
1 969
Баймаҡ ҡалаһында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Зарница 2.0» уйыны үтте
«Беренселәр хәрәкәте» зарницаны тергеҙә. Баймаҡ ҡалаһында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Зарница 2.0» уйыны үтте. Тулыраҡ БЮТ хәбәрселәре әҙерләгән яҙмала.
1 969
«Салауат Юлаев» хоккейсылары Гагарин кубогының ярымфиналында «Локомотив» менән осраша
Яҡтар араһындағы серия 27 апрелдә Ярославлдә башлана. Плей-оффтың өсөнсө этабын сығыу өсөн кисә Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре «Спартак» менән етенсе осрашыу үткәрҙе. «Өфө-Арена»лағы был уйын көйәрмәндәрҙә айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Билеттар тиҙ арала һатылып бөттө, ә алыпһатарҙар хаҡты бер нисә тапҡырға күтәрҙе. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ла тамашасылар һаны буйынса рекорд ҡуйҙы.
1 969
Башҡортостанда Яңауыл - Үрге Тәтешле трассаһында 19 километр юл ремонтлана
Төҙөкләндереү “Тормош өсөн инфраструктруа” милли проекты буйынса алып барыла. Подрядсы ойошма иҫке юл ҡатламын ала башлаған, артабан асфальт-бетонды яңыртыу, юл яны һыҙаттарын нығытыу һәм билдәләү башҡарыла, тип белдерәләр Юл хужалығы һәм транспорт миинстрлығынан. Быйыл Башҡортостанда 83 обьектта 280 километр юл төҙөкләндерелә.
1 969
БСТ телеканалында «Әсәй -Мама»хәйриә концерты күрһәтелә
Бөгөн киске сәғәт етелә БСТ телеканалында «Әсәй -Мама»хәйриә концерты күрһәтелә. Программа Ватанды һаҡлаусылар һәм Махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылына арналған.
1 969
"Өфө йүкәләре" скверы яҙыусыларға бағышлана
Был турала ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев белдерҙе. Ял биләмәһе Республика яҙыусылар союзы бинаһы янында урынлаша. Уның майҙаны 840 метр була. Эштәр өсөн 26 миллион һум ҡаралған. Скверҙа йүкә ултыртыла, эскәмйәләр, сәхнә, фотоһүрәткә төшөү урыны, яҡтыртыу ҡоролмалары була.
1 969
Башҡортостан аудиторҙары 2024 йылда 18 миллиард һумға яҡын суммаға етешһеҙлектәр асыҡлаған
Был турала Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Константин Шаһиморатов бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа отчет докладында белдерҙе. Парламент депутаттары шулай уҡ 6 тиҫтәгә яҡын закон проектын тикшкерҙе. Ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
1 969
«Йәй. Ҡала. Мөхәббәт» — тәүге республикаль нәфис фильмға уңыш теләйбеҙ!
Премьеранан ситтә ҡалмағыҙ! Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Йәй. Ҡала. Мөхәббәт» киноальманахын ҡарағандан һуң, уның яҡшы килеп сығыуын билдәләп, картина өҫтөндә эшләгән берҙәм командаға рәхмәтен белдерҙе, уңыштар теләне.
1 969
Башҡортостанда мутлашыусы тотолған
Эске Эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡта 94 йәшлек ҡатынға шылтыратыусы үҙен полиция хеҙмәткәре тип танытҡан. Ханымдың ҡыҙы аварияға тарыуы тураһында белдергән, проблеманы хәл итеү өсөн ҙур ғына сумма аҡса һораған. Ҡатын курьерға 100 мең һумдан ашыу аҡса биргән. Полиция был хәл буйынса тикшереү уҙғарған һәм Өфөнән 19 йәшлек кешене ҡулға алған. Ул ғәйебен таныған. Был хәл енәйәт кодексы буйынса тикшерелә. Енәйәтселәр төркөмөнөң башҡа ағзаларын асыҡлау буйынса эш алып барыла.
1 969
#Матур_кавер
Кескәй Дарина Нәжметдинова «Һомай»ҙы йырлай
Был популяр йырға иң матур каверҙарҙың береһелер, моғайын. Дарина Учалынан билдәле ижадсылар Дания һәм Марсель Нәжметдиновтарҙың ҡыҙы.
Сабыйҙы ҡеүәтләп, лайк-комментарийҙар ҡалдырығыҙ!
1 969
Өфөлә һәйкәлдәр тәртипкә килтерелә
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан ошондай эш алып барыла. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, коммуналь хеҙмәткәрҙәр зыяраттарҙа ҡәберҙәрҙе таҙарта, мемориаль таҡтаташтар яңыртыла. Айырыуса иғтибар Еңеү паркына бүленә. 9 майҙа бында сәскә һалыу тантанаһы ҡаралған.
1 969
Баймаҡта «Урал Батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса конкурс үтте
Йәш сәсәндәр бәйгеһе. Баймаҡ ҡалаһы һәм районының 7 йәштән алып 17 йәшкә тиклемге уҡыусылары араһында «Урал Батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса конкурс үтте. Бәйгелә быйыл 58 бала һынау тотто.
1 969
Өфөлә 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Геннадий Филинов өсөн шәхси парад ойошторолдо
Ваҡиға тирә-яҡ ихаталарҙа йәшәүселәрҙе лә йыйҙы. Фронтовик йәшәгән йорт алдында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Рәсәй Гвардияһының махсус тәғәйенләнештәге отряды, кадеттар, хәрби-патриотик клубы юнармеецтарының расчеттарынан торған тантаналы марш үтте, сарала барлығы 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Парад үткәндән һуң, ижади коллективтар башҡарыуында һуғыш йылдары йырҙары яңғыраны. Бындай парад быйыл Өфөлә тәүгә уҙҙы.
