es
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Ir al canal en Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Mostrar más
2 021
Suscriptores
-124 horas
-27 días
-930 días
Archivo de publicaciones
«Салауат Юлаев» хоккейсылары Гагарин кубогының ярымфиналында «Локомотив» менән осраша Яҡтар араһындағы серия 27 апрелдә Ярославлдә башлана. Плей-оффтың өсөнсө этабын сығыу өсөн кисә Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре «Спартак» менән етенсе осрашыу үткәрҙе. «Өфө-Арена»лағы был уйын көйәрмәндәрҙә айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Билеттар тиҙ арала һатылып бөттө, ә алыпһатарҙар хаҡты бер нисә тапҡырға күтәрҙе. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ла тамашасылар һаны буйынса рекорд ҡуйҙы.

Башҡортостанда Яңауыл - Үрге Тәтешле трассаһында 19 километр юл ремонтлана Төҙөкләндереү “Тормош өсөн инфраструктруа” милли п
Башҡортостанда Яңауыл - Үрге Тәтешле трассаһында 19 километр юл ремонтлана Төҙөкләндереү “Тормош өсөн инфраструктруа” милли проекты буйынса алып барыла. Подрядсы ойошма иҫке юл ҡатламын ала башлаған, артабан асфальт-бетонды яңыртыу, юл яны һыҙаттарын нығытыу һәм билдәләү башҡарыла, тип белдерәләр Юл хужалығы һәм транспорт миинстрлығынан. Быйыл Башҡортостанда 83 обьектта 280 километр юл төҙөкләндерелә.

БСТ телеканалында «Әсәй -Мама»хәйриә концерты күрһәтелә Бөгөн киске сәғәт етелә БСТ телеканалында «Әсәй -Мама»хәйриә концерты күрһәтелә. Программа Ватанды һаҡлаусылар һәм Махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылына арналған.

"Өфө йүкәләре" скверы яҙыусыларға бағышлана Был турала ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев белдерҙе. Ял биләмәһе Республика
"Өфө йүкәләре" скверы яҙыусыларға бағышлана Был турала ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев белдерҙе. Ял биләмәһе Республика яҙыусылар союзы бинаһы янында урынлаша. Уның майҙаны 840 метр була. Эштәр өсөн 26 миллион һум ҡаралған. Скверҙа йүкә ултыртыла, эскәмйәләр, сәхнә, фотоһүрәткә төшөү урыны, яҡтыртыу ҡоролмалары була.

Башҡортостан аудиторҙары 2024 йылда 18 миллиард һумға яҡын суммаға етешһеҙлектәр асыҡлаған Был турала Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Константин Шаһиморатов бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа отчет докладында белдерҙе. Парламент депутаттары шулай уҡ 6 тиҫтәгә яҡын закон проектын тикшкерҙе. Ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

«Йәй. Ҡала. Мөхәббәт» — тәүге республикаль нәфис фильмға уңыш теләйбеҙ! Премьеранан ситтә ҡалмағыҙ! Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Йәй. Ҡала. Мөхәббәт» киноальманахын ҡарағандан һуң, уның яҡшы килеп сығыуын билдәләп, картина өҫтөндә эшләгән берҙәм командаға рәхмәтен белдерҙе, уңыштар теләне.

Башҡортостанда мутлашыусы тотолған Эске Эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡта 94 йәшлек ҡатынға шылтыратыусы
Башҡортостанда мутлашыусы тотолған Эске Эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡта 94 йәшлек ҡатынға шылтыратыусы үҙен полиция хеҙмәткәре тип танытҡан. Ханымдың ҡыҙы аварияға тарыуы тураһында белдергән, проблеманы хәл итеү өсөн ҙур ғына сумма аҡса һораған. Ҡатын курьерға 100 мең һумдан ашыу аҡса биргән. Полиция был хәл буйынса тикшереү уҙғарған һәм Өфөнән 19 йәшлек кешене ҡулға алған. Ул ғәйебен таныған. Был хәл енәйәт кодексы буйынса тикшерелә. Енәйәтселәр төркөмөнөң башҡа ағзаларын асыҡлау буйынса эш алып барыла.

#Матур_кавер Кескәй Дарина Нәжметдинова «Һомай»ҙы йырлай Был популяр йырға иң матур каверҙарҙың береһелер, моғайын. Дарина Учалынан билдәле ижадсылар Дания һәм Марсель Нәжметдиновтарҙың ҡыҙы. Сабыйҙы ҡеүәтләп, лайк-комментарийҙар ҡалдырығыҙ!

Өфөлә һәйкәлдәр тәртипкә килтерелә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан ошондай эш алып барыла. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәрен
Өфөлә һәйкәлдәр тәртипкә килтерелә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан ошондай эш алып барыла. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, коммуналь хеҙмәткәрҙәр зыяраттарҙа ҡәберҙәрҙе таҙарта, мемориаль таҡтаташтар яңыртыла. Айырыуса иғтибар Еңеү паркына бүленә. 9 майҙа бында сәскә һалыу тантанаһы ҡаралған.

Баймаҡта «Урал Батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса конкурс үтте Йәш сәсәндәр бәйгеһе. Баймаҡ ҡалаһы һәм районының 7 йәштән алып 17 йәшкә тиклемге уҡыусылары араһында «Урал Батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса конкурс үтте. Бәйгелә быйыл 58 бала һынау тотто.

Өфөлә 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Геннадий Филинов өсөн шәхси парад ойошторолдо Ваҡиға тирә-яҡ ихаталарҙа йәшәүселәрҙе лә йыйҙы. Фронтовик йәшәгән йорт алдында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Рәсәй Гвардияһының махсус тәғәйенләнештәге отряды, кадеттар, хәрби-патриотик клубы юнармеецтарының расчеттарынан торған тантаналы марш үтте, сарала барлығы 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Парад үткәндән һуң, ижади коллективтар башҡарыуында һуғыш йылдары йырҙары яңғыраны. Бындай парад быйыл Өфөлә тәүгә уҙҙы.

Рөстәм Минғәзов махсус хәрби операцияға сираттағы ылау менән юлланды Өфө эшҡыуары Рөстәм Минғәзов махсус хәрби операцияға алты мотоцикл, квадроцикл, генераторҙар, уаз автомобиле һәм башҡа кәрәкле техника ебәрә. Гуманитар ярҙам сираттағы ылау менән оҙатыласаҡ.

Башҡортостанда «Бал ҡорто» операцияһы дауам итә Иғтибар, паспортһыҙ бал ҡорттары! Республика юлдарында дәүләт автоинспекцияһы Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте идаралығы менән берлектә иҫкәртеү рейдтары үткәрә. Маҡсат - Башҡортостанға легаль булмаған бал ҡорто пакеттарын индереүҙе асыҡлау.

«Салауат Юлаев» хоккейсылары Гагарин кубогының ярымфиналына сыҡты! Бөгөн юлаевсылар Мәскәүҙең «Спартак» клубы менән етенсегә осрашты. «Өфө-Арена»ла уҙған хәл иткес матч көйәрмәндәрҙә айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Әйтәйек, билеттар ике сәғәт эсендә һалылып бөттө, ә алыпһатарҙар хаҡты бер нисә тапҡырға күтәрҙе. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ла был көндәрҙә тамашасылар һаны буйынса рекорд ҡуйҙы.

Бейеү һөйөүселәр иғтибарына!💥 Балалар араһында үткән "Байыҡ" телевизион бәйгеһенең онлайн һайлап алыу турҙары иғлан ителә! Яңғыҙ, парлы бейеүселәрҙән, трио, ансамблдәрҙән 15 майға тиклем baik-bk@mail.ru почтаһына видеояҙмалар көтөп ҡалабыҙ! Тулыраҡ мәғлүмәт Байык төркөмөндә. Бәйләнеш өсөн телефон: 8(347)262-87-00. Эске һандар-725. https://vk.com/video-85076499_456257047

Башҡортостан халҡының 62 проценты физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнә Был турала вице-премьер-Спорт министры Руслан Х
Башҡортостан халҡының 62 проценты физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнә Был турала вице-премьер-Спорт министры Руслан Хәбибов белдерҙе. Уның әйтеүенсә, өлкән йәштәге 270 мең кеше системалы рәүештә күнекмәләр уҙғара. Уларҙың 6 меңе ГТО нормаларын үтәгән һәм 10 мең һумлыҡ сертифкаттар алған. Халыҡ өсөн спортты үҫтереү - өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе - тине Руслан Хәбибов.

Шәмбе Башҡортостанда башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант уҙа Мәғрифәтселек сараһы иртәнге сәғәт 11-ҙә БСТ телеканалында тура эфирҙа күрһәтелә. Дикторҙар тексты өс кимәлдә уҡый.Тәүгеһе яңы башлап өйрәнеүселәр , икенсеһе башҡорт телен иркен белгәндәр, өсөнсөһө төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр өсөн. Темалары Ватанды һаҡлаусыларға һәм Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығына, тыныслыҡҡа һәм берҙәмлеккә арналған. Башҡорт теленән яҙма эште оффлайн һәм онлайн форматта яҙырға мөмкин. Мәғрифәтселек сараһы 28 апрелгә тиклем дауам итә.

Быйыл Башҡортостанда 21 меңдән ашыу юл билдәһе ҡуйыла Хәүефһеҙлек тәьмин итеү өсөн төрлө саралар ҡаралған. Транспорт һәм юл х
Быйыл Башҡортостанда 21 меңдән ашыу юл билдәһе ҡуйыла Хәүефһеҙлек тәьмин итеү өсөн төрлө саралар ҡаралған. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йылда 3 меңгә яҡын авария булған. Уларҙа 397 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был 2023 йылдағынан аҙыраҡ. Республикала транспорт саралары һаны арта бара. Әле 2 миллион 82 меңдән ашыу техника теркәлгән. Был да юлдарҙа хәүефһеҙлеккә йоғонто яһай.

Өфөлә Павел Крашенинниковтың китабының исем туйы үтте Өфөлә Дәүләт думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе, Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы Павел Крашенинниковтың китабының исем туйы үтте. «Бөйөк державаға юлда» тип исемләнгән китапта ил тарихындағы һынылышлы һәм ҡатмарлы осор тураһында һүҙ бара.

Өфөлә «Атайҙар һәм уландар» тип исемләнгән республика патриотик йыр конкурсы үтә Йәш быуында Ватансылыҡ тойғоларын тәрбиәләү ғаиләнән башлана. Ошо маҡсатта иртәгә Өфөнөң «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә «Атайҙар һәм уландар» тип исемләнгән республика патриотик йыр конкурсы үтә.