fa
Feedback

فریب کلاهبرداران را نخورید! تل‌متریو این کانال‌ها را شناسایی و برچسب‌گذاری می‌کند 👉 برای مشاهده برچسب، اشتراک تهیه کنید

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
1 969
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-77 روز
-1930 روز
آرشیو پست ها
Өфөнөң махсус хәрби операция яугирҙары өсөн реабилитация үҙәге эшләй башланы Өфөнөң «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында махсус хәрби операция яугирҙары өсөн реабилитация үҙәге эшләй башланы. Бөгөн бында тәүге төркөм хәрбиҙәр һаулығын нығыта. Дауаланыу бушлай. Яугирҙар көн һайын махсус программа буйынса төрлө процедуралар үтә: һаулыҡты нығытыу сараларынан тыш, психологик ярҙам ала. Маҡсат - яу яланынан ҡайтҡан яугирҙың ғәҙәти тормошҡа яраҡлашыуына булышлыҡ итеү.

Өфөлә дәүләт һатып алыу заказдары тармағы белгестәренең конференцияһы үтте Республиканың Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты тарафынан ойошторолған сарала тармаҡ белгестәре дәүләт заказдарын үтәүгә бәйле көнүҙәк мәсьәләләр тураһында фекер алышты. Федераль үҙәктән килгән эксперттар дәүләт заказдарын алыусылар иғтибарын йыш осраған хаталарға йүнәлтте, 223-сө федераль закондағы үҙгәрештәр менән таныштырҙы.

Өфөлә Ленин исемендәге паркты төҙөкләндереү киләһе йылдың көҙөнә тиклем дауам итәсәк Ремонт ваҡытына парк өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн ябылып тора. Башҡортостандағы иң боронғо парктарҙың береһенә XIX быуат урталарында нигеҙ һалынған булған. Паркты яңыртыуға 977 миллион һум аҡса йүнәлтелә - сығымдар республика, ил бюджетынан һәм бағыусы иҫәбенә ҡаплана. Төҙөкләндереү барышында паркта йүгереү өсөн юлдар булдырыу, яҡтыртыу ҡоролмаларын алыштырыу, видеокамералар ҡуйыу ҡаралған. Майҙандың тарихи йөҙө үҙгәрмәй, уны заманса яңыртыу һәм ял майҙансыҡтары менән тулыландырыу күҙ уңында тотола.

Иң айыҡ ауылдар билдәләнде! Быйылғы алтынсы тапҡыр үткәрелгән «Айыҡ ауыл» республика конкурсында түбәндәге райондар һәм ауылд
+3
Иң айыҡ ауылдар билдәләнде! Быйылғы алтынсы тапҡыр үткәрелгән «Айыҡ ауыл» республика конкурсында түбәндәге райондар һәм ауылдар еңеүгә лайыҡ булды: «Эре тораҡ пункттар» номинацияһында: I урын – Балаҡатай районы, Билән ауылы; II урын – Ауырғазы районы, Исмәғил ауылы; III урын – Ҡариҙел районы, Абыҙ ауылы. «Ҙур тораҡ пункттар» номинацияһында: I урын – Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш ауылы; II урын – Күгәрсен районы, Тәүәкән ауылы; III урын – Бөрйән районы, Ырғыҙлы ауылы. «Урта тораҡ пункттар» номинацияһында: I урын – Асҡын районы, Әмир ауылы; II урын – Благовар районы, Яныш ауылы; III урын – Стәрлетамаҡ районы, Айыусы ауылы. «Бәләкәй тораҡ пункттар» номинацияһында: I урын – Ейәнсура районы, Кинйәбулат ауылы; II урын – Борай районы, Алтайыу ауылы; III урын – Туймазы районы, Бәйрәкәтүбә ауылы.

Радий Хәбиров заманса янғын һәм авария-ҡотҡарыу техникаһы өлгөләре күргәҙмәһе менән танышты Экспозицияға яҙғы ташҡын, урман янғындары һәм кешеләрҙе эҙләүҙә ҡулланылған авиация системалары менән пилотһыҙ осоу аппараттары ла ҡуйылғайны. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов атмосфера һауаһы һәм һыу торошо контроле буйынса мобиль химия лабораториялары эше тураһында һөйләне. Ике комплекс та тирә-яҡ мөхитте анализлау өсөн заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Улар ғәҙәттән тыш хәлдәр шарттарында ла тәүлек әйләнәһенә эшләй.

Джошуа Ливо "Алтын сәкән"гә дәғүә итә "Салауат Юлаев" һөжүмсеһе Джошуа Ливо КХЛда даими беренселектең иң ҡиммәтле уйынсыһы ти
Джошуа Ливо "Алтын сәкән"гә дәғүә итә "Салауат Юлаев" һөжүмсеһе Джошуа Ливо КХЛда даими беренселектең иң ҡиммәтле уйынсыһы тип танылыуы мөмкин. Ул "Алтын сәкән" призына дәғүә итә. Дәғүәселәр исемлегендә шулай уҡ "Аҡ барыҫ"тан Артем Ғәлимов һәм "Трактор"ҙан Максим Шабанов бар. Джошуа Ливо был миҙгелдә даими беренселектә 62 осрашыуҙа 49 шайба индереп рекорд ҡуйҙы. Ул 80 мәрәй тупланы.

«Салауат Юлаев» хоккейсылары миҙалдар менән бүләкләнде Бөгөн Континенталь хоккей лигаһы чемпионатының бронза призерҙары - «Салауат Юлаев» хоккейсылары миҙалдар менән бүләкләнде. Сара тантаналы шарттарҙа үтте. Башҡортотсан башлығы Радий Хәбиров лига вице-президенты Андрей Точицкий менән бергә юлаевсыларҙы юғары һөҙөмтәләре менән ҡотланы һәм бүләкләү тантанаһында ҡатнашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яҡташтарыбыҙ 6 йыл эсендә беренсе тапҡыр Гагарин кубогының ярымфиналына етте.

«Ете ҡыҙ» ойошмаһы яугирҙарға гуманитар ярҙам һәм йылы һүҙ алып килде Йырҙары доға булып яңғыраны. Махсус хәрби операция яугирҙары алдында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатова сығыш яһаны. Хәрби-ялан шарттарында үткән концертта уның менән бергә Башҡортостан юлдаш телеканалы алып барыусыһы Наил Юнысов та йырланы. Яугирҙар янына улар «Ете ҡыҙ» йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре менән бергә гуманитар ярҙам алып килде.

Башҡортостан янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса Халыҡ-ара ярыштарҙы ҡабул итә Башҡортостан янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса Халыҡ-ара ярыштарҙы ҡабул итә. Унда Рәсәй, Белоруссия, Үзбәкстан һәм Ҡаҙағстандан биш йыйылма команда ҡатнаша. Сит илдәрҙән саҡырылған ҡунаҡтар ҙа бар. Күләмле спорт сараһы «Штурм баҫҡысы» дисциплинаһынан башланды. Көсөргәнешле ярыш барышын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та күҙәтте. Тулыраҡ киләһе материалда.

Радий Хәбиров Бәләбәйҙә МХО-ла һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бәләбәйҙә махсус хәрби операцияла һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе ҡайғы уртаҡлашыуын белдереп, ата-әсәләргә ысын Ватан һаҡсылары тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте. Яугирҙар хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн һәләк булғандан һуң Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Республика башлығы наградаларҙы батырҙарҙың яҡындарына тапшырҙы.

Радий Хәбиров Бәләбәй һөт комбинатында йомшаҡ сыр етештереү цехын асыу тантанаһында ҡатнашты Яңы производство. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бәләбәй һөт комбинатында йомшаҡ сыр етештереү цехын асыу тантанаһында ҡатнашты. Инвестиция проектына ярашлы предприятиела етештерелгән сифатлы сыр Бөтә Рәсәй буйынса һатыуға сығарыласаҡ . Бәләбәйгә эш сәфәре сиктәрендә төбәк етәксеһе тимер конструкциялар етештереү предприятиеһында булды. Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Ғәбдрәүеф Гәрәевты Еңеүҙең 80 йыллығы менән тәбрикләп иҫтәлекле бүләк тапшырҙы

Өфөлә иң яҡшы иретеп-йәбештереүселәр исемен асыҡланылар Өфөлә үткән Башҡортостандың иң яҡшы иретеп- йәбештереүселәре ярышында район-ҡалаларҙан 25 һөнәр эйәһе ҡатнашты. Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйған конкурста студенттар ҙа һынау тотто. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Белоретта «Аструм» ҡала баҙарында «Һөт кухняһы»ның яңы таратыу пункты асылды Белоретта «Һөт кухняһы» н етештереү 2019 йылда башланды. Унда аҙнаһына дүрт тоннаға яҡын һөт эшкәртелә. Предприятие Белорет районын ғына түгел, күрше Учалы, Бөрйән һәм Әбйәлил райондарын, шулай уҡ яҡын-тирәләге ҡалаларҙы ла продукция менән тәьмин итә.

Башҡортостанда яҙғы сәсеү эштәре 40 процентҡа тамамланған Башҡортостандың 10 районы хужалыҡтары ярауай культура баҫыуҙарының яртыһын тиерлек сәсеп бөткән. Был иген, техник һәм майлы культуралар. Дөйөм алғанда төбәк буйынса яҙғы сәсеү эштәре 40 процентҡа тамамланған, йәғни бөтәһе 750 мең гектар майҙан сәселгән. Стәрлебаш районы аграрийҙары ла һәр аяҙ көндөң ҡәҙерен белеп ҡалырға тырыша. Ер хужалары мул уңышға нигеҙҙе йыр-моң аҫтында һала.

Семен Вязовой "Салауат Юлаев"тан китеүе ихтимал Милли хокккей лигаһының “Сиэтл” командаһы “Салауат Юлаев” ҡапҡасыһы Семен Вяз
Семен Вязовой "Салауат Юлаев"тан китеүе ихтимал Милли хокккей лигаһының “Сиэтл” командаһы “Салауат Юлаев” ҡапҡасыһы Семен Вязовой менән ҡыҙыҡһына. Был мәғлүмәтте Өфөлә уҙған матбуғат конференцияһында клубтың генераль директоры Ринат Бәширов та раҫланы. 22 йәшлек ҡапҡа һаҡсыһы карьераһын океан аръяғында дауам итергә ниәтләй. Ә бына Шелдон Ремпалдың киләсәге билдәһеҙ. Клуб етәкселеге хоккейсының агенты менән бәйләнеш урынлаштырған. Канада легионерының башҡа командаға күсеүе тураһындағы хәбәр әлегә ысынбарлыҡҡа тап килмәй,- тине Ринат Бәширов.

Башҡортостанда 40 йәшлек ҡатын 450 мең һумға алданған Белоретта йәшәүсе ханым полицияға мөрәжәғәт иткән. Ул социаль селтәрҙә
Башҡортостанда 40 йәшлек ҡатын 450 мең һумға алданған Белоретта йәшәүсе ханым полицияға мөрәжәғәт иткән. Ул социаль селтәрҙә аҡса эшләү тураһында иғлан күреп ҡалған. Төрлө һылтанмаларға инеп тәҡдим ителгән тауарҙарҙы теркәп барған. Аҡсаһын сығарырға теләгәс уға комиссия түләргә кәрәк тигәндәр. Ҡатын ярты миллион һумға яҡын аҡсаһын юғалтҡан. Был хәл буйынса енәйәт эше асылған.

"Салауат Юлаев"ҡа миҙалдар тапшырыла Континенталь хоккей лигаһы был миҙгел еңеүсеһе һәм призерҙары өсөн наградаларҙы күрһәтте
"Салауат Юлаев"ҡа миҙалдар тапшырыла Континенталь хоккей лигаһы был миҙгел еңеүсеһе һәм призерҙары өсөн наградаларҙы күрһәтте. Ярым финалға барып еткән "Салауат Юлаев" һәм Мәскәүҙән "Динамо" бронза миҙалдарға лайыҡ булды. Гагарин Кубогы өсөн көрәш әле дауам итә. Финалда Силәбенән "Трактор" һәм Ярославлдән "Локомотив" көс һынаша.

Шаран районы Көсөк ауылында ат сабышы уҙҙы Шаран районы Көсөк ауылында 16-сы тапҡыр ат сабышы уҙҙы. Ярышты ойоштороу һәм ауылда был спорт төрөн үҫтереү менән ауыл йәмәғәтсеһе Алик Васильев шөғөлләнә. Йолаға ярашлы, йыл һайын Бөйөк Еңеү көнөндә уҙғарылған сарала быйыл республиканың һигеҙ районынан 22 һыбайлы ҡатнашты. Иң йәш ҡатнашыусыға - 8, ә иң тәжрибәлеһенә 79 йәш ине.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Кәшфи Ғәҙелшинды иҫкә алды Театр сәнғәтендә яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәр халыҡ хәтерендә. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры коллективы мосолман зыяратында ерләнгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Сталинград өсөн барған яуҙа ҡаһарманлыҡ күрһәткән Кәшфи Ғәҙелшин ҡәберенә зыярат ҡылды.

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының сираттағы төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә барып етте «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкының сираттағы төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә барып етте. Был юлы уларҙың ялы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләгән көндәргә тура килде. Яугирҙар байрам сараларында, Өфөлә үткән Еңеү парадында ҡатнашты. Яугирҙарҙың күңелдәре күтәренке, кәйефтәре көр.