ch
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

前往频道在 Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

显示更多
2 019
订阅者
-124 小时
-37
-1030
帖子存档
Өфөлә Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан колледж студенттары араһында интеллектуаль уйын үтте Икенсе йыл рәттән Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында ойошторолған ярышта былтыр баш ҡала урта һөнәри белем биреү учреждениелары ҡатнашһа, быйыл конкурсанттар географияһы киңәйгән. Интеллектуаль бәйгегә Салауат, Сибай ҡалалары һәм Мәсәғүт ауылы колледждары студенттары ҡушылған. Финалда ҡатнашҡан 6 команда ла алдан махсус һайлап алыу этабын үткән.

Башҡорт геройҙары иҫтәлегенә йәштәр парады Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се Петровское мәктәбе уҡыусылары Ватанды Һаҡлаусылар көнө һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияы командирының һәләк булған көнөнә арнап сафта йөрөү буйынса конкурс ойошторҙо. Йыл да уҙғарылған сараға мәктәптең барлыҡ кластары ҡушылды. Буласаҡ ил һаҡсыларының маршта үтеүен махсус хәрби операция яугирҙары ҡабул итте.

Баймаҡ районынан махсус хәрби операция биләмәһенә 30-сы ылау юлланды Яҡташ яугирҙарға ярҙам. Баймаҡ районынан махсус хәрби операция биләмәһенә 30-сы ылау юлланды. Һалдаттарға адреслы ярҙам хеҙмәт ойошмаларынан, йәмәғәт берекмәләренән, шәхси эшҡыуарҙарҙан, шулай уҡ битараф булмаған граждандарҙан тупланды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Башҡортостанда Оборона министрлығы менән хәрби контракт төҙөргә теләүселәр арта Республика һайлау пунктында доброволецтарҙың айырыуса күп килеүе теркәлгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, процедураны Өфөләге «Черёмушки» балалар лагерында асылған махсус үҙәктә үтергә мөмкин. Урында банк иҫәбе асыу, медицина тикшеренеүе үтеү, хатта ҡайһы бер кәрәкле документтарҙы тергеҙеү өсөн белгестәр эшләй.

Республикала «Башҡортостан геройҙары» программаһы эшләй башлаясаҡ Был турала төбәк башлығы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ойошторолған тантаналы ултырышта хәбәр итте. Программа сиктәрендә махсус хәрби операция ветерандарын дәүләт һәм муниципаль идаралыҡҡа эшкә йәлеп итеү ҡаралған. Тантаналы ултырышта Бөйөк Ватан һуғышында, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар , ҡотҡарыусылар , көс структуралары хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа һөнәр эйәләре тәбрикләнде.

Башҡортостанда «Профессионалдар» Бөтә Рәсәй оҫталыҡ чемпионатының һайлап алыу этабы бара Бәйгелә өс көн дауамында 152 компетенция буйынса иң яҡшы йәш белгестәр һайлана. Өфө Күп профилле профессиональ колледжда үткән бәйгелә ҡатнашыусылар визажист, эстетик косметолог, онлайн саралар ойоштороусы, модельер кеүек 9 һөнәр буйынса һынау тотто.

Өфөнөң 20-се башҡорт гимназияһында Эдуард Янбухтин иҫтәлегенә герой партаһы асылды Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында Эдуард Янбухтин иҫтәлегенә герой партаһы асылды. Саҡмағош районында тыуған яҡташыбыҙ бала сағынан уҡыуҙы бокс менән уңышлы берләштерә. Спортсы егет 2022 йылда өлөшләтә мобилизация барышында махсус хәрби операцияға саҡырыла.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы яугирҙарға гуманитар ылау оҙатты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы республика йәмәғәт ойошмалары менән берлектә әҙерләгән гуманитар ылау бөгөн Өфөнөң Совет майҙанынан юлға сыҡты. Ярҙамды махсус хәрби операция биләмәһендәге уларҙы ойошма ағзалары үҙҙәре илтеп бирәсәк. Улар яугирҙарҙы байрам көндәрендә ҡыуандырырға иҫәп тота.

Баймаҡ район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре зарница уйынына сыҡты Спорт һәм сәләмәтлек. Баймаҡ район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған зарница уйынына сыҡты. Дауахананың барлыҡ бүлексәләренән төҙөлгән командаларҙа табиптар, шәфҡәт туташтары һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр төрлө һынауҙар үтте, саф һауала файҙалы һәм әүҙем ял итте.

Билдәле шағирә Тамара Искәндәриә Рәсәй Яҙыусылар Союзының алтын Пушкин миҙалы менән бүләкләнде Билдәле шағирә Тамара Искәндәриә - Тамара Юлдашева Рәсәй Яҙыусылар Союзының алтын Пушкин миҙалы менән бүләкләнде. Абруйлы наградаға нәфис һүҙ оҫтаһы бөйөк рус классигының тыуыуына 225 һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ойошторолоуға 65 йыл тулыу уңайынан лайыҡ булды

Башҡортостанда хаталы алтаҡталар тураһында махсус чат-бот аша хәбәр итергә була Виртуаль ярҙамсыны Хөкүмәт ҡушыуы буйынса Республика менән идара итеү үҙәге белгестәре төҙөгән. Битараф булмаған һәр кем яуаплы ведомстволарға дөрөҫ булмаған яҙыуҙар тураһында мәғлүмәт бирә ала.

Өфө филармонияһында бер-нисә быуын геройҙары өсөн байрам концерты үтте Бер-нисә быуын геройҙары өсөн байрам концерты. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш балалары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләре, ҡатындары, яугирҙар саҡырылды.

Өфөнөң Дим районы ҡала клиник дауаханаһы коллективы яугирҙарға гуманитар ылау әҙерләгән Өфөнөң Дим районы ҡала клиник дауаханаһы коллективы алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙ өсөн гуманитар ылау әҙерләгән. Был медицина учреждениеһы әҙерләгән тәүге генә ярҙам түгел. Быға тиклем дауахана хеҙмәткәрҙәре яугирҙарға ике транспорт сараһы, медицина препараттары һәм башҡа көнкүреш кәрәк-яраҡтары оҙатҡан.

Өфөлә Йәштәр форумы старт алды Бөгөн Өфөлә Йәштәр форумы старт алды. Ул колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттарын, мәктәп уҡыусыларын һәм төҙөлөш компанияһы вәкилдәрен бер майҙанға йыйҙы. Сара берәүҙәргә буласаҡ һөнәр һәм уның мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәтте киңәйтеү, ә икенселәргә кадрҙар патенциалын баһалау һәм үҫтереү мөмкинлеге бирә.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай яңы закондарҙы раҫланы Автомобиль һатып алғанда транспортты дәүләт реестрына теркәү өсөн ОСАГО полисын һатып алырға кәрәкмәйәсәк. Ошо һәм башҡа ҡануни үҙгәрештәр Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында ҡабул ителде. Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында уҙған ултырышта 40-лап закон проекты ҡаралды. Көн тәртибендә Башҡортостандың милли мираҫ дәүләт реестрына үҙгәрештәр индереү, ер һәм милек хоҡуғы менән бәйле ҡануниәтте тулыландырыу, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге кодексын көйләү һәм башҡа мөһим һорауҙар ҡаралды.

Өфөлә күренекле ғалимә Фирҙәүес Хисаметдинова исемендәге кабинет асылды Бөгөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт п
Өфөлә күренекле ғалимә Фирҙәүес Хисаметдинова исемендәге кабинет асылды Бөгөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында халҡыбыҙҙың күренекле шәхесе, башҡорт тел ғилеме белгесе Фирҙәүес Хисаметдинованың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Сара башҡорт филологияһы факультеты бинаһында Фирҙәүес Хисаметдинова исемендәге кабинетты асыуҙан башланды.

Өфөлә «Рәсәй - халыҡтар йорто» Бөтә Рәсәй этнодиктанты уҙҙы Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторған сарала милли-мәҙәни үҙәк һәм мәғариф учреждениеларынан төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашты. Иртәгә билдәләнәсәк Туған телдәр көнө уңайынан үткәрелгән диктанттың тексы «Тыныслыҡ иртәһе» тип исемләнгәйне. Ул Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған.

Өфөнөң Дим биҫтәһендә урынлашҡан 103-сө мәктәптә «Ҡаһарманлыҡ дәресе» үтте Белем усағының өлкән синыф уҡыусылары өсөн дәресте Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса Республика үҙәге баш белгесе Артур Ғәлиев үткәрҙе.

Өфөлә «Ватанды һаҡлаусы атаһы» йәмәғәт миҙалдарын тапшырыу тантанаһы үтте Наградаларҙы республиканың баш федераль инспекторы Алексей Касьянов тапшырҙы. Илдең ҡаһарман геройҙарын тәрбиәләүсе, Рәсәй хәрби көстәре яугирҙарына һәм ветерандарына, шулай уҡ уларҙың туғандарына һәм яҡындарына ихлас ярҙам иткән ир-уҙамандар һәр яҡлап хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡ.

Башҡортостанда Йәштәр хөкүмәтенең яңы составы билдәләнә Бөгөн Евразия фәнни-мәғариф үҙәгендә һайлап алыуҙың икенсе этабы үтте. Йәштәр хөкүмәте 2019 йылдан алып республика Хөкүмәте ҡарамағында кәңәшмә һәм консультация органы булып тора. Ул дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтте популярлаштырыу маҡсатында булдырыла.