fa
Feedback

فریب کلاهبرداران را نخورید! تل‌متریو این کانال‌ها را شناسایی و برچسب‌گذاری می‌کند 👉 برای مشاهده برچسب، اشتراک تهیه کنید

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
1 967
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-27 روز
-1630 روز
آرشیو پست ها
Махсус хәрби операция ветераны йәш быуынға тәжрибә уртаҡлаша Ҡаһарманлыҡ дәресе. «Батырлыҡ» ордены кавалеры Ринат Күлтоманов Өфөнөң 2-cе башҡорт лицейы уҡыусылары менән осрашып, хәрби хеҙмәт юлы тураһында һөйләне. Осрашыу барышында ул уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресе лә уҙғарҙы.

Сатлама һыуыҡ көндәрҙә Өфө районы Шамонин ауылы халҡы утһыҙ ҡалған Һепертмә буранда һәм ҡараңғы йортта ҡалған кешеләргә баш ҡала үҙәге, күрше ауылдағы туғандарында ҡунырға килгән осраҡтар ҙа теркәлгән. Уҙған тәүлектә Шамонин ауылы мәктәбендә дәрестәр ҙә дистанцион форматта ойошторола, балалар баҡсаһы эшләмәй.

Башҡортостандың сәнәғәт кластерҙары ил кимәлендә танылыу яулай Башҡортостанда былтыр импортты алмаштырыусы продукция күләме 380 миллиард һумдан ашып киткән. 2023 йыл менән сағыштырғанда, был күрһәткестәр ике тапҡырға күберәк. Етештереү күләме артыуы сәнәғәт кластерҙарына берләшеү һөҙөмтәһе. Республикала иҡтисадтың төрлө тармағында 23 сәнәғәт кластеры эшләй. Станоктар төҙөлөшө кластерында әле ике импортты алмаштырыу проекты тормошҡа ашырыла. Шуларҙың береһе Өфөләге ЕСМ-Станкомонтаж предприятиеһы.

Башҡортостандың Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәгенә заманса транспорт саралары тапшырылды Юл хәүефһеҙлеге һағына - 10 яңы автомобиль. Бөгөн Башҡортостандың Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәгенә заманса транспорт саралары тапшырылды. Үҙәк хеҙмәткәрҙәренә «Лада Гранта» асҡыстарын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов тапшырҙы.

Джошуа Ливо Континенталь хоккей лигаһының даими чемпионаты рекордын ҡуйҙы Юлаевсылар легионеры «Авангард» менән һуңғы уйында 3 шайба индерҙе һәм быйылғы миҙгелдә дүртенсе тапҡыр хет-трик яһаны. Быға тиклем өсәр хет-трик менән юғары ҡаҙанышты Владимир Тарасенко, Найджел Доус, Илья Ковальчук һәм Дмитрий Яшкин бүлешә ине. Яҡташыбыҙ шулай уҡ Владимир Тарасенконың хет-триктар һаны буйынса рекордын ҡабатланы.

Октябрьскиҙан мәктәп уҡыусыһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға уйынсыҡтар бәйләй Октябрьскиҙан мәктәп уҡыусыһы Диана Гәрәева махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға уйынсыҡтар бәйләй. Бүләкте ҡулына алған алғы һыҙыҡтағылар ябай ғына уйынсыҡтарҙа өй йылыһын тойоуын билдәләй. Уларҙы бетеү итеп кеҫәләрендә лә йөрөтә. Ҡыҙ бәйләмдәрҙе былтыр бәйләй башлаған. Ырғаҡ менән оҫта эш итергә уны әсәһе өйрәткән.

Өфөлә янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үтә «Салауат Юлаев» кубогы өсөн илдең төрлө төбәктәренән 14 команда дәғүә итә. Тәүге көндә спортсылар уҡыу башняһына баҫҡыстан ваҡытҡа күтәрелһә, бөгөн «ике алыш» ойошторола. Шулай уҡ программа буйынса «ҡаршылыҡтар һыҙаты»н үтергә ҡалған. 138 ҡатнашыусы араһында спорт мастерҙары күп булғанға, ярыш та көсөргәнешле бара.

Республикала Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһына ярашлы заявкалар ҡабул ителә Күпселек район-ҡалалар конкурс комиссияһына тәҡдим итәсәк проекттарҙы һайлаған. Ейәнсура районының Ишемғол ауылы урындағы Еңеү паркын төҙөкләндермәксе.

Өфөнөң Нуғай ауылында күп функциялы үҙәк асылды Заманса талаптарға яуап биргән үҙәк Рощинская урамы 15\5 адресы буйынса эшләй. Офиста 450-нән ашыу муниципаль һәм дәүләт хеҙмәтен күрһәтеү өсөн өс тәҙрә ойошторолған. Урындағы халыҡ Өфө үҙәгенә йөрөмәй документтар менән бәйле хеҙмәттәрҙе Нуғай ауылы биләмәһендә башҡара ала.

Башҡортостанда яңыртылған халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре һаны арта Бөгөн Башҡортостанда яңыртылған 50 халыҡ мәшғүллеге үҙәге эшләй, быйыл тағы ла төҙөкләндерелгән 18 учреждение асыла. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙған.

Һунар менән шөғөлләнергә теләүселәр мотлаҡ имтихан тапшырырға тейеш була 1 сентябрҙән шундай талап көсөнә инә. Тәбиғәттән фай
Һунар менән шөғөлләнергә теләүселәр мотлаҡ имтихан тапшырырға тейеш була 1 сентябрҙән шундай талап көсөнә инә. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов хәбәр итеүенсә, билет алыу өсөн теория һорауҙарына яуап бирергә кәрәк, шулай уҡ ҡоралды ҡуллана белеү тикшерелә. Башҡортостанда 80 меңдән ашыу һунарсы теркәлгән.

Балаларға тәмәке һатыусылар өсөн штраф артты Дәүләт Думаһы закон ҡабул итте. Һатыусылар өсөн штраф быға тиклем 60 мең һум бул
Балаларға тәмәке һатыусылар өсөн штраф артты Дәүләт Думаһы закон ҡабул итте. Һатыусылар өсөн штраф быға тиклем 60 мең һум булһа, хәҙер - 300 мең. Ойошмалар өсөн дә сумма бер нисә тапҡырға артып 2 миллион һумға етте. Дәүләт Думаһынан хәбәр итеүҙәренсә, тәмәке баҙарына контроль кәрәк. Уҙған йылда тикшереүҙәр һөҙөмтәләре буйынса тауарҙың 43 проценты тейешенсә тамғаланмай һатыуға сығарылған.

Башҡортостан композиторҙары әҫәрҙәре Брайль шрифы менән нәшер ителә Республика һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы әҙерләгән про
Башҡортостан композиторҙары әҫәрҙәре Брайль шрифы менән нәшер ителә Республика һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы әҙерләгән проект Президент гранттары конкурсында еңеп сыҡты. Уға ярашлы, һуҡыр һәм насар күргән кешеләр өсөн композиторҙар әҫәрҙәренең нота-музыка баҫмаларын уҡыу мөмкинлеге булдырыла. Был уларҙың музыкаға һәләтен үҫтерергә ярҙам итә. Брайль шрифы менән нәшер ителгән баҫмалар Башҡортостанда 14 уҡыу йортона тапшырыласаҡ.

Республикала ҡырағай хайуандар өсөн 300 тонна аҙыҡ әҙерләнгән Айырым һаҡланған биләмәләрҙә уларға ҡышлау өсөн бөтә шарттар бу
Республикала ҡырағай хайуандар өсөн 300 тонна аҙыҡ әҙерләнгән Айырым һаҡланған биләмәләрҙә уларға ҡышлау өсөн бөтә шарттар булдырылған. “Урман кейектәренә ҡышты еңелерәк үткәреү өсөн ашлыҡ, бесән, еләк-емеш һалына”, - тип хәбәр итәләр Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан. Ҡырағай хайуандарҙы ашатыу айырым һаҡланған биләмәләрҙә уларҙың популяцияһын һаҡлап ҡалырға ярҙам итә, ти белгестәр.

Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылы «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашырға әҙерләнә Милләт һәм конфесссия-ара татыулыҡ өлгөһө. Бөрйән районының төрлө милләт халыҡтары йәшәгән Ырғыҙлы ауылы «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашырға әҙерләнә. Күркәм тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ауыл әле күмәк эштәрҙән, төрлө сараларҙан гөрләп тора. Урында спорт ярыштары ла, мәҙәни программалар ҙа, патриотик рухтағы кисәләр ҙә ойошторола.

Башҡортостанда өлөшләтә төҙөлөшкә аҡса индереп 200-гә яҡын кеше зыян күргән «ӨфөХаус» төҙөлөш компанияһы килешеү буйынса граждандарға әҙер йорттарҙың асҡыстарын тапшырырға тейеш булған. Әммә республиканың төрлө раойндарында төҙөлөш эштәре уҙған йылдың авгусында туҡтатылған, компания етәкселеге бәйләнешкә сыҡмай, уларҙың офисы ябылған.

«Белый» ҡушаматлы яугирҙың ғаиләһендә шатлыҡлы яңылыҡ – улы тыуҙы «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының радиоэлектрон көрәш ротаһында хеҙмәт итеүсе «Белый» ҡушаматлы яугирҙың улы тыуған. Атай кеше фронтта булғанлыҡтан Бала табыу йортонан сабыйҙы «Ватан яугирҙары ғаиләләре» комитеты ағзалары ҡаршы алды.

Махсус хәрби операция башланыу менән «Беҙ бергә» девизы менән тылда халыҡ берләште Баймаҡ районы халҡы һалдаттарға ярҙам итеүҙе бер минутҡа ла туҡтатмай. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Өфөлә МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылын асыу тантанаһы уҙҙы Өфөнөң Ленин районында Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылын асыу тантанаһы уҙҙы. Һуңғы өс йылда райондан Ватан һағына 600-ға яҡын кеше баҫҡан, уларҙың күп өлөшө - ирекмәндәр һәм контракт төҙөүселәр. Район хакимиәтендәге һәр бер хеҙмәткәргә бер яугир ғаиләһе теркәлгән, улар төрлө яҡлап ярҙам күрһәтергә бурыслы. Район даими рәүештә фронт биләмәһенә гуманитар ылау оҙата. Ирекмәнлек эшендә әүҙемлек күрһәткән эшҡыуарҙар тантаналы сарала Рәхмәт хаттары һәм миҙалдар менән бүләкләнде.

Стәрлетамаҡтағы «Ҡыҙыл пролетарий» предприятиеһында самосвалдар йыя башлау планлаштырылған Евразия киңлегендә яңы техника. Стәрлетамаҡтағы «Ҡыҙыл пролетарий» предприятиеһында самосвалдар йыя башлау планлаштырылған. Ошо маҡсатта Белоруссия, Ҡаҙағстан һәм Рәсәйҙең машиналар төҙөлөшө йүнәлешендәге компаниялары менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгән.