БСТ | Яңылыҡтар
前往频道在 Telegram
1 967
订阅者
无数据24 小时
-27 天
-1630 天
帖子存档
1 967
Махсус хәрби операция ветераны йәш быуынға тәжрибә уртаҡлаша
Ҡаһарманлыҡ дәресе. «Батырлыҡ» ордены кавалеры Ринат Күлтоманов Өфөнөң 2-cе башҡорт лицейы уҡыусылары менән осрашып, хәрби хеҙмәт юлы тураһында һөйләне. Осрашыу барышында ул уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресе лә уҙғарҙы.
1 967
Сатлама һыуыҡ көндәрҙә Өфө районы Шамонин ауылы халҡы утһыҙ ҡалған
Һепертмә буранда һәм ҡараңғы йортта ҡалған кешеләргә баш ҡала үҙәге, күрше ауылдағы туғандарында ҡунырға килгән осраҡтар ҙа теркәлгән. Уҙған тәүлектә Шамонин ауылы мәктәбендә дәрестәр ҙә дистанцион форматта ойошторола, балалар баҡсаһы эшләмәй.
1 967
Башҡортостандың сәнәғәт кластерҙары ил кимәлендә танылыу яулай
Башҡортостанда былтыр импортты алмаштырыусы продукция күләме 380 миллиард һумдан ашып киткән. 2023 йыл менән сағыштырғанда, был күрһәткестәр ике тапҡырға күберәк. Етештереү күләме артыуы сәнәғәт кластерҙарына берләшеү һөҙөмтәһе. Республикала иҡтисадтың төрлө тармағында 23 сәнәғәт кластеры эшләй. Станоктар төҙөлөшө кластерында әле ике импортты алмаштырыу проекты тормошҡа ашырыла. Шуларҙың береһе Өфөләге ЕСМ-Станкомонтаж предприятиеһы.
1 967
Башҡортостандың Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәгенә заманса транспорт саралары тапшырылды
Юл хәүефһеҙлеге һағына - 10 яңы автомобиль. Бөгөн Башҡортостандың Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәгенә заманса транспорт саралары тапшырылды. Үҙәк хеҙмәткәрҙәренә «Лада Гранта» асҡыстарын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов тапшырҙы.
1 967
Джошуа Ливо Континенталь хоккей лигаһының даими чемпионаты рекордын ҡуйҙы
Юлаевсылар легионеры «Авангард» менән һуңғы уйында 3 шайба индерҙе һәм быйылғы миҙгелдә дүртенсе тапҡыр хет-трик яһаны. Быға тиклем өсәр хет-трик менән юғары ҡаҙанышты Владимир Тарасенко, Найджел Доус, Илья Ковальчук һәм Дмитрий Яшкин бүлешә ине. Яҡташыбыҙ шулай уҡ Владимир Тарасенконың хет-триктар һаны буйынса рекордын ҡабатланы.
1 967
Октябрьскиҙан мәктәп уҡыусыһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға уйынсыҡтар бәйләй
Октябрьскиҙан мәктәп уҡыусыһы Диана Гәрәева махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға уйынсыҡтар бәйләй. Бүләкте ҡулына алған алғы һыҙыҡтағылар ябай ғына уйынсыҡтарҙа өй йылыһын тойоуын билдәләй. Уларҙы бетеү итеп кеҫәләрендә лә йөрөтә. Ҡыҙ бәйләмдәрҙе былтыр бәйләй башлаған. Ырғаҡ менән оҫта эш итергә уны әсәһе өйрәткән.
1 967
Өфөлә янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үтә
«Салауат Юлаев» кубогы өсөн илдең төрлө төбәктәренән 14 команда дәғүә итә. Тәүге көндә спортсылар уҡыу башняһына баҫҡыстан ваҡытҡа күтәрелһә, бөгөн «ике алыш» ойошторола. Шулай уҡ программа буйынса «ҡаршылыҡтар һыҙаты»н үтергә ҡалған. 138 ҡатнашыусы араһында спорт мастерҙары күп булғанға, ярыш та көсөргәнешле бара.
1 967
Республикала Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһына ярашлы заявкалар ҡабул ителә
Күпселек район-ҡалалар конкурс комиссияһына тәҡдим итәсәк проекттарҙы һайлаған. Ейәнсура районының Ишемғол ауылы урындағы Еңеү паркын төҙөкләндермәксе.
1 967
Өфөнөң Нуғай ауылында күп функциялы үҙәк асылды
Заманса талаптарға яуап биргән үҙәк Рощинская урамы 15\5 адресы буйынса эшләй. Офиста 450-нән ашыу муниципаль һәм дәүләт хеҙмәтен күрһәтеү өсөн өс тәҙрә ойошторолған. Урындағы халыҡ Өфө үҙәгенә йөрөмәй документтар менән бәйле хеҙмәттәрҙе Нуғай ауылы биләмәһендә башҡара ала.
1 967
Башҡортостанда яңыртылған халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре һаны арта
Бөгөн Башҡортостанда яңыртылған 50 халыҡ мәшғүллеге үҙәге эшләй, быйыл тағы ла төҙөкләндерелгән 18 учреждение асыла. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙған.
1 967
Һунар менән шөғөлләнергә теләүселәр мотлаҡ имтихан тапшырырға тейеш була
1 сентябрҙән шундай талап көсөнә инә. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов хәбәр итеүенсә, билет алыу өсөн теория һорауҙарына яуап бирергә кәрәк, шулай уҡ ҡоралды ҡуллана белеү тикшерелә. Башҡортостанда 80 меңдән ашыу һунарсы теркәлгән.
1 967
Балаларға тәмәке һатыусылар өсөн штраф артты
Дәүләт Думаһы закон ҡабул итте. Һатыусылар өсөн штраф быға тиклем 60 мең һум булһа, хәҙер - 300 мең. Ойошмалар өсөн дә сумма бер нисә тапҡырға артып 2 миллион һумға етте. Дәүләт Думаһынан хәбәр итеүҙәренсә, тәмәке баҙарына контроль кәрәк. Уҙған йылда тикшереүҙәр һөҙөмтәләре буйынса тауарҙың 43 проценты тейешенсә тамғаланмай һатыуға сығарылған.
1 967
Башҡортостан композиторҙары әҫәрҙәре Брайль шрифы менән нәшер ителә
Республика һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы әҙерләгән проект Президент гранттары конкурсында еңеп сыҡты. Уға ярашлы, һуҡыр һәм насар күргән кешеләр өсөн композиторҙар әҫәрҙәренең нота-музыка баҫмаларын уҡыу мөмкинлеге булдырыла. Был уларҙың музыкаға һәләтен үҫтерергә ярҙам итә. Брайль шрифы менән нәшер ителгән баҫмалар Башҡортостанда 14 уҡыу йортона тапшырыласаҡ.
1 967
Республикала ҡырағай хайуандар өсөн 300 тонна аҙыҡ әҙерләнгән
Айырым һаҡланған биләмәләрҙә уларға ҡышлау өсөн бөтә шарттар булдырылған. “Урман кейектәренә ҡышты еңелерәк үткәреү өсөн ашлыҡ, бесән, еләк-емеш һалына”, - тип хәбәр итәләр Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан. Ҡырағай хайуандарҙы ашатыу айырым һаҡланған биләмәләрҙә уларҙың популяцияһын һаҡлап ҡалырға ярҙам итә, ти белгестәр.
1 967
Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылы «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашырға әҙерләнә
Милләт һәм конфесссия-ара татыулыҡ өлгөһө. Бөрйән районының төрлө милләт халыҡтары йәшәгән Ырғыҙлы ауылы «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашырға әҙерләнә. Күркәм тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ауыл әле күмәк эштәрҙән, төрлө сараларҙан гөрләп тора. Урында спорт ярыштары ла, мәҙәни программалар ҙа, патриотик рухтағы кисәләр ҙә ойошторола.
1 967
Башҡортостанда өлөшләтә төҙөлөшкә аҡса индереп 200-гә яҡын кеше зыян күргән
«ӨфөХаус» төҙөлөш компанияһы килешеү буйынса граждандарға әҙер йорттарҙың асҡыстарын тапшырырға тейеш булған. Әммә республиканың төрлө раойндарында төҙөлөш эштәре уҙған йылдың авгусында туҡтатылған, компания етәкселеге бәйләнешкә сыҡмай, уларҙың офисы ябылған.
1 967
«Белый» ҡушаматлы яугирҙың ғаиләһендә шатлыҡлы яңылыҡ – улы тыуҙы
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының радиоэлектрон көрәш ротаһында хеҙмәт итеүсе «Белый» ҡушаматлы яугирҙың улы тыуған. Атай кеше фронтта булғанлыҡтан Бала табыу йортонан сабыйҙы «Ватан яугирҙары ғаиләләре» комитеты ағзалары ҡаршы алды.
1 967
Махсус хәрби операция башланыу менән «Беҙ бергә» девизы менән тылда халыҡ берләште
Баймаҡ районы халҡы һалдаттарға ярҙам итеүҙе бер минутҡа ла туҡтатмай. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1 967
Өфөлә МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылын асыу тантанаһы уҙҙы
Өфөнөң Ленин районында Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылын асыу тантанаһы уҙҙы. Һуңғы өс йылда райондан Ватан һағына 600-ға яҡын кеше баҫҡан, уларҙың күп өлөшө - ирекмәндәр һәм контракт төҙөүселәр. Район хакимиәтендәге һәр бер хеҙмәткәргә бер яугир ғаиләһе теркәлгән, улар төрлө яҡлап ярҙам күрһәтергә бурыслы. Район даими рәүештә фронт биләмәһенә гуманитар ылау оҙата. Ирекмәнлек эшендә әүҙемлек күрһәткән эшҡыуарҙар тантаналы сарала Рәхмәт хаттары һәм миҙалдар менән бүләкләнде.
1 967
Стәрлетамаҡтағы «Ҡыҙыл пролетарий» предприятиеһында самосвалдар йыя башлау планлаштырылған
Евразия киңлегендә яңы техника. Стәрлетамаҡтағы «Ҡыҙыл пролетарий» предприятиеһында самосвалдар йыя башлау планлаштырылған. Ошо маҡсатта Белоруссия, Ҡаҙағстан һәм Рәсәйҙең машиналар төҙөлөшө йүнәлешендәге компаниялары менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгән.
