fa
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
2 027
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-17 روز
-630 روز
آرشیو پست ها
Өфөлә Ғәли Соҡоройҙың 200 йыллығына бағышланған китап күргәҙмәһе асылды Башҡортостан милли китапханаһында мәғрифәтсе, шағир Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды. Экспозияла әҙиптең тормош юлына һәм бай йөкмәткеле ижадына бағышланған яҙмалар һәм китаптар урын алды. Сығышы менән Тәтешле районынан булған ғалим һәм шағир Ғәли Соҡорой 17 йәшенән әҙәби ижад менән шөғөлләнгән. Фарсы, ғәрәп, төрки телдәрен яҡшы белгән мәғрифәтсе йөҙҙән ашыу әҫәр ижад иткән.

Тәтешле районындағы төнгө аварияла 4 кешенең ғүмере өҙөлгән Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Борай- Иҫке Балтас-Көйәҙе юлында «ГАЗель» менән «Лада Гранта» бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе һәм уның өс пассажиры-өс ир-ат һәм бер ҡатын табиптар килгәнгә тиклем урында уҡ һәләк була. «ГАЗель» водителе һәм уның пассажиры төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәттәр менән яҡындағы дауаханаға алып киләләр.

Башҡортостанда балалар баҡсалары һәм мәктәптәр яңыртыла Быйыл «Ғаилә» милли проекты менән «Ғаиләне яҡлау» төбәк программаһы сиктәрендә Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып ике балалар баҡсаһында капиталь ремонт эшләнде. Атап әйткәндә, Әбйәлил районы Асҡар ауылы менән Сибай ҡалаһының мәктәпкәсә учреждениелары төҙөкләндерелде.

Рәсәй төбәктәре тышҡы сәйәси бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙемлек күрһәтә Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы Башҡортостандың тышҡы иҡтисади стратегияһын юғары баһаланы. Республиканың был йүнәлештә эш тактикаһы федераль повестка менән бергә алып барыла. Һөҙөмтәлә республика Халыҡ-ара аренала Рәсәй мәнфәғәттәрен ҡеүәтләүсе әүҙем агентҡа әйләнде. Республиканың Евразия үҙәктәренең береһе булараҡ күрһәтелеүе лә ышаныслы партнерлыҡ булдырыуға этәргес.

Радий Хәбиров Белоретта социаль һәм иҡтисади үҫеш маҡсаттарын билдәләне Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Белорет районына эш сәфәре сиктәрендә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир Флүс Ғәлимовтың ғаиләһе менән осрашты. Төбәк еткәсеһе ете бала тәрбиәләнгән ғаилә ағзаларына Яңы йыл бүләктәрен тапшырҙы. Көн тәртибендә Радий Хәбиров киләһе йылға асыласаҡ Көрәш үҙәге төҙөлөшө һәм Урал пружина зводы эшмәкәрлеге менән танышты. Муниципалитет үҫеше менән бәйле ултырышта төбәк башлығы өҫтөнлөклө маҡсаттарҙы билдәләне.

Башҡортостан театрҙары йыл йомғаҡтарын барлай Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 2025 йылды юғары ижади уңыштары менән оҙата. Ошо уңайҙан, мәҙәниәт учреждениеһы яңылыҡтарын даими яҡтыртҡан киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре билдәләнде. Ике яҡ араһындағы хеҙмәттәшлек театрҙың һуңғы яңылыҡтары менән таныштырып ҡына ҡалманы, кескәй тамашасылар һанын да арттырҙы. Шулай уҡ быйылдан өлкәндәр өсөн киске репертуарҙар тергеҙелә башланы.

Өфөлә Урал аръяғының археологик мираҫына арналған конкурс уҙҙы Өфөлә Башҡортостан Урал аръяғының аҙ билдәле археологик һәм этнографик объекттарына арналған фотоһүрәттәр һәм видеосюжеттар конкурсы еңеүселәре бүләкләнде.

Әбйәлил районында «Ауыл олимпиадаһы» ойошторолдо «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә уҙған сараның маҡсаты-сәләмәт тормошто пропагандалау, халыҡ йолаларын тергеҙеү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү. Конкурстың республика этабында Таштимер ауыл биләмәһенең Әбйәлил ауылы ҡатнаша.

Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы яр буйында 900 метр оҙонлоҡтағы һырғалаҡ асыуға әҙерлек бара Әле биләмә ҡарҙан таҙартыла, боҙ ҡатламы өҫтәп һалына. Ойоштороусылар билдәләүенсә, был Башҡортостандағы иң оҙон һырғалаҡ иҫәпләнә. Үҙ конькиҙарың менән инеү бушлай. Шулай уҡ теләүселәр өсөн эргәлә спорт инвентарын ҡуртымға биреү пункты ойошторолған.

Баш ҡалала Яңы йыл алдынан фермерҙар йәрминкә ойошторҙо Баш ҡалала ҡышҡы сауҙа. Өфө ҡала хакимиәте тарафынан ойошторолған Яңы йыл алды йәрминкәһен һатып алыусылар был юлы ла көтөп алды. Байрам алдынан ауыл хужалығы уңғандары халыҡҡа күпләп ит, бал һәм башҡа ризыҡтар тәҡдим итте. «Артерия»сауҙа үҙәге алдындағы һатыу нөктәләре янында байрамса һәм күңелле. Дәртле көй-моңдар оҙатыуында республика фермерҙары баш ҡала халҡына үҙҙәре етештергән экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек тәҡдим итте.

Өфөлә махсус хәрби операция яугирҙарының ғаилә ағзалары өсөн Яңы йыл тамашаһы үтте Мөғжизә, тылсым һәм изгелек байрамы. Бөгөн Өфөлә махсус хәрби операция яугирҙарының ғаилә ағзалары өсөн Яңы йыл тамашаһы үтте. Республика район-ҡалаларынан килгән малай-ҡыҙҙар ойоштороусылар тарафынан әҙерләнгән квест-уйындарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.

Радий Хәбиров «Дәүләт Советы 2.0» рейтингында ТОП-20 губернатор иҫәбендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 2025 йыл һөҙөмтәләре буйынса «Дәүләт Советы 2.0» абруйлы рейтингында ТОП-20 губернатор исемлегенә инде. Уның авторы булараҡ «Минченко Консалтинг» коммуникация холдингы сығыш яһай. Эксперттар билдәләүенсә, төбәк властары экология һәм милли мәсьәләләр буйынса ҡаршылыҡ фонын ярайһы уҡ кәметкән.

Мосолмандар һәм православ руханиҙары Донбассҡа изге миссия менән барҙы Изгелек хаҡына. Мосолмандар һәм православ диндәгеләр Донбассҡа барып, зыян күреүсе халыҡҡа ярҙам итеп ҡайтты. Башҡортостан диниә назараты менән Рус православ сиркәүенең Башҡортостан митрополияһы декабрь башында Донецк халыҡ республикаһына сәфәр ойоштора. Уның барышында зыян күргән йорттар тергеҙелә, госпиталдә ярҙам күрһәтелә.

Афған һуғышы ветерандары Афғанстанға ингән көндө иҫкә алды Рәсәйҙә ул рәсми дата булараҡ ҡабул ителмәһә лә, тарихи көн илдең төрлө төбәктәрендә билдәләнә. Бөгөн Өфөнөң «Ҡайғырыусы әсә» мемориалы йәнә локаль бәрелештәр ветерандарын бергә йыйҙы. Сарала ҡатнашыусыларҙың яртыһы тиерлек 1979 йылдың декабрендә Афғастанға беренселәрҙән булып ингән. Ун йыл дауам иткән ҡан ҡойошта илебеҙ 15 меңдән ашыу һалдат-офицерын юғалта.

«Айыҡ водитель» операцияһының тәүге йомғаҡтары иғлан ителде Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда рулгә эскән килеш ултырған 33 водитель туҡтатылған, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларға 1200 протокол төҙөлгән. Был Яңы йыл алдынан иғлан ителгән «Айыҡ водитель» операцияһының тәүге йомғаҡтары. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, иҫкәртеү саралары республикала 26 декабрҙә башланды.

Өфөнөң Степан Кувыкин урамындағы ике социаль объект йылыһыҙ һәм эҫе һыуһыҙ ҡалған Был-республика художество гимназия-интернаты ятағы һәм кардиология үҙәгенең хирургия корпусы. Был хаҡта баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев хәбәр итте. Ҡала мэры әйтеүенсә, коммуналь ресурстар булмауының сәбәбе булып 700 мм диаметрлы йылылыҡ селтәренең сафтан сығыуы тора. Әле урында авария бригадаһы эшләй.

Өфөлә һыуға батҡан баланы ҡотҡарам тип ғүмере өҙөлгән студенттың ғаиләһе Башҡортостанға килде Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ходжимурод Каландаровтың ғаиләһе менән осрашты. 2020 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетында белем алған студент Ағиҙелдә батҡан баланы ҡотҡарғанда үҙе һәләк була. Төбәк етәксеһе лайыҡлы ул тәрбиәләгәне өсөн ғаиләгә рәхмәт белдереп, Ходжимуродтың батырлығын хөрмәт итеүҙәрен билдәләне.

Ленин майҙанында Өфөнең төп шыршыһы уттар балҡыуында асылды Өфөнөң төп шыршыһы сағыу уттарҙа балҡый. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары ҡатнашлығында үткән сара Ленин исемендәге майҙанда «Ҡыш бабайҙың өс теләге» тип аталған театрлаштырылған тамашанан башланды. Бынан тыш, Ҡыш бабайҙың Өфөләге резиденцияһы ла рәсми асылды.

Красный Лучта төҙөкләндерелгән мәҙәниәт һарайында тәүге байрам концерты үтте Төҙөкләндерелгән сәхнәлә тәүге байрам концерты. Башҡортостан шефлыҡҡа алған Красный Луч ҡалаһында мәҙәниәт һарайы яңы һулыш алды. 1934 йылда шахтерҙар һәм урындағы халыҡ көсө менән төҙөлгән тарихи бинала ремонт эштәре тамамланды. 20-се быуаттың архитектура һәйкәле һаналған мәҙәниәт йортонда ижади коллективтар яңы йыл байрамына әҙерләнә.

Өфө районы ирекмәндәре махсус хәрби операцияға 20-нән ашыу автомобиль оҙатҡан Өфө районынан ағалы-ҡустылы Рауил менән Рәил Шәнгәрәевтар махсус хәрби операция биләмәһенә ике тиҫтәгә яҡын автомобиль оҙатҡан. Транспорт сараһын улар күп осраҡта ҡулдан һатып ала һәм үҙҙәре ремонтлай. Машинаның өҫкө яғы алып ташлана, шулай уҡ алғы һыҙыҡта юлһыҙлыҡтан йөрөү өсөн өҫтәмә уңайлыҡтар булдырыла.