ar
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

الذهاب إلى القناة على Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

إظهار المزيد
1 983
المشتركون
-124 ساعات
لا توجد بيانات7 أيام
-1430 أيام
أرشيف المشاركات
Салауат театры «Ҡар королеваһы» әкиәте менән балаларға Яңы йыл тылсымын бүләк итте Республика район-ҡалаларында социаль шыршылар үтә. Салауат башҡорт дәүләт драма театры кескәй тамашасылар өсөн Кристиан Андерсендың киң билдәле «Ҡар королеваһы» әкиәтен сәхнәләштерҙе. Ижади коллектив 2008 йылдан алып «Театр-инвалид-балаларға» тип исемләнгән хәйриә акцияһында ҡатнаша. Быйыл да салауаттар балаларға Яңы йыл тылсымын бүләк итте.

Өфөлә 75-се маршрут пассажирҙары өсөн яңы йыл акцияһы үтте Хеҙмәт карьераһы өсөн яңы йыл маршруты. Өфөнөң 75-се маршрут пассажирҙары ғәҙәти булмаған акцияла ҡатнашты. «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәге «Башавтотранс» предприятиеһы менән берлектә юл йөрөүселәр өсөн байрам ойошторҙо. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡала халҡын ҡотланы, бүләктәр таратты, йырланы һәм шиғырҙар уҡыны.

Лилиә Ғүмәрова Өфө ҡыҙының хыялын тормошҡа ашырҙы Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға яңы йыл мөғжизәһе. Федерация Советы комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова Өфө ҡыҙының хыялын тормошҡа ашырҙы. «Теләктәр шыршыһы» бөтә Рәсәй хәйриә акция сиктәрендә сенаторға 10 йәшлек Виканының шары эләкте.

Өфөлә биш йәшлек Солтанморат йәнһүрәт төшөрөү серҙәрен өйрәнде Радий Хәбировтан башҡортса йәнһүрәттәр сығарыуҙарын һораған биш йәшлек Солтанморат анимация студияһы менән танышты. Яңы йыл алдынан экскурсияны «Муха» студияһы директоры Артур Абдрахманов менән рәссам-карикатурист Камил Буҙыҡаев үткәрҙе.

Йыл һөҙөмтәләре һәм яңы маҡсаттар: Радий Хәбиров оператив кәңәшмә үткәрҙе Йыл һөҙөмтәләре һәм киләсәккә маҡсаттар. Радий Хәбиров йылдың һуңғы оператив кәңәшмәһендә башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны һәм алда торған бурыстарҙы билдәләне. Башҡортостан башлығы белдереүенсә, финанс ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, республика иҡтисади тотороҡлоҡто һаҡлап, социаль йөкләмәләрҙе үтәп килә. 2025 йылда Рәсәйҙә яңы милли проекттар старт алған, Башҡортостанда уларҙы тормошҡа ашырыу уңышлы башланған. Әммә проблемалы, ныҡлы иғтибар талап иткән өлкәләр ҙә бар.

Башҡортостан һәм Ташкент өлкәһе хеҙмәттәшлекте киңәйтә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеоэлемтә режимында Үзбәкстандың Ташкент өлкәһе хакимы Зойир Мирзаев менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Көн тәртибендәге төп мәсьәләләрҙең береһе булып Ташкент өлкәһендә «Бекабад» технопаркын булдырыу башланғысы тора. Яҡтар проект мөмкинлектәре, шулай уҡ Башҡортостан предприятиелары ҡатнашлығында уны ғәмәлгә ашырыу буйынса артабанғы аҙымдарҙы тикшерҙе.

Әлшәй районында Ҡорһаҡ йылғаһы аша күпер ремонтланды Иҙрис ауылы янындағы объект "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты б
Әлшәй районында Ҡорһаҡ йылғаһы аша күпер ремонтланды Иҙрис ауылы янындағы объект "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты буйынса төҙөкләндерелде. - Әлшәй районында 35 мең кеше йәшәй. Был күпер аша район үҙәгенә барып етергә мөмкин, Дәүләкән районына сығырға була, - тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. 2025 йылда милли проект буйынса 10 күперҙе төҙөкләндереү маҡсаты ҡуйылған.

Боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәй чемпионаты финалында Өфөнән биш спортсы ҡатнаша Был ярыштар 10 ғинуарҙа башлана. Беренселектә Ға
Боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәй чемпионаты финалында Өфөнән биш спортсы ҡатнаша Был ярыштар 10 ғинуарҙа башлана. Беренселектә Ғабдрахман Ҡадыров исемендәге үҙәктән Никита Богданов, Евгений Шаров, Вячеслав Дроздов, Иван Гаврилов һәм Дмитрий Солянников ҡатнаша. Улар 2025 йылда уҙған ярыштарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә иреште.

Өфөлә Юрий Никулин исемендәге Мәскәү циркы сығыш яһай Тылсымлы байрам. Өфөлә Юрий Никулин исемендәге Мәскәү циркы сығыш яһай. «Мәғжизәле йондоҙ сере» программаһы менән цирк артистары тамашасыларға сағыу шоу тәҡдим итте. Клоундар, йәнлектәр ҡатнашлығында ойошторолған тамаша Яңы йыл мажараһы стилендә үтте. Ҡатмарлы акробатик номерҙар, әкиәти декорациялар балаларҙы ла өлкәндәрҙе лә битараф ҡалдырманы. Юрий Никулин исемендәге Мәскәү циркына Өфөлә 4 ғиуарға тиклем барырға мөмкин.

Баймаҡта Йолалы ауылы тарихына арналған яңы китап тәҡдим ителде Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Фәйзулла Сарин менән Сәрүәр Иҙелбаева авторлығында сыҡҡан «Тарих һаҡлай Йолалы» китабының исем туйы үтте.

Өфөлә Ғәли Соҡоройҙың 200 йыллығына бағышланған китап күргәҙмәһе асылды Башҡортостан милли китапханаһында мәғрифәтсе, шағир Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды. Экспозияла әҙиптең тормош юлына һәм бай йөкмәткеле ижадына бағышланған яҙмалар һәм китаптар урын алды. Сығышы менән Тәтешле районынан булған ғалим һәм шағир Ғәли Соҡорой 17 йәшенән әҙәби ижад менән шөғөлләнгән. Фарсы, ғәрәп, төрки телдәрен яҡшы белгән мәғрифәтсе йөҙҙән ашыу әҫәр ижад иткән.

Тәтешле районындағы төнгө аварияла 4 кешенең ғүмере өҙөлгән Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Борай- Иҫке Балтас-Көйәҙе юлында «ГАЗель» менән «Лада Гранта» бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе һәм уның өс пассажиры-өс ир-ат һәм бер ҡатын табиптар килгәнгә тиклем урында уҡ һәләк була. «ГАЗель» водителе һәм уның пассажиры төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәттәр менән яҡындағы дауаханаға алып киләләр.

Башҡортостанда балалар баҡсалары һәм мәктәптәр яңыртыла Быйыл «Ғаилә» милли проекты менән «Ғаиләне яҡлау» төбәк программаһы сиктәрендә Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып ике балалар баҡсаһында капиталь ремонт эшләнде. Атап әйткәндә, Әбйәлил районы Асҡар ауылы менән Сибай ҡалаһының мәктәпкәсә учреждениелары төҙөкләндерелде.

Рәсәй төбәктәре тышҡы сәйәси бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙемлек күрһәтә Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы Башҡортостандың тышҡы иҡтисади стратегияһын юғары баһаланы. Республиканың был йүнәлештә эш тактикаһы федераль повестка менән бергә алып барыла. Һөҙөмтәлә республика Халыҡ-ара аренала Рәсәй мәнфәғәттәрен ҡеүәтләүсе әүҙем агентҡа әйләнде. Республиканың Евразия үҙәктәренең береһе булараҡ күрһәтелеүе лә ышаныслы партнерлыҡ булдырыуға этәргес.

Радий Хәбиров Белоретта социаль һәм иҡтисади үҫеш маҡсаттарын билдәләне Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Белорет районына эш сәфәре сиктәрендә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир Флүс Ғәлимовтың ғаиләһе менән осрашты. Төбәк еткәсеһе ете бала тәрбиәләнгән ғаилә ағзаларына Яңы йыл бүләктәрен тапшырҙы. Көн тәртибендә Радий Хәбиров киләһе йылға асыласаҡ Көрәш үҙәге төҙөлөшө һәм Урал пружина зводы эшмәкәрлеге менән танышты. Муниципалитет үҫеше менән бәйле ултырышта төбәк башлығы өҫтөнлөклө маҡсаттарҙы билдәләне.

Башҡортостан театрҙары йыл йомғаҡтарын барлай Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 2025 йылды юғары ижади уңыштары менән оҙата. Ошо уңайҙан, мәҙәниәт учреждениеһы яңылыҡтарын даими яҡтыртҡан киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре билдәләнде. Ике яҡ араһындағы хеҙмәттәшлек театрҙың һуңғы яңылыҡтары менән таныштырып ҡына ҡалманы, кескәй тамашасылар һанын да арттырҙы. Шулай уҡ быйылдан өлкәндәр өсөн киске репертуарҙар тергеҙелә башланы.

Өфөлә Урал аръяғының археологик мираҫына арналған конкурс уҙҙы Өфөлә Башҡортостан Урал аръяғының аҙ билдәле археологик һәм этнографик объекттарына арналған фотоһүрәттәр һәм видеосюжеттар конкурсы еңеүселәре бүләкләнде.

Әбйәлил районында «Ауыл олимпиадаһы» ойошторолдо «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә уҙған сараның маҡсаты-сәләмәт тормошто пропагандалау, халыҡ йолаларын тергеҙеү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү. Конкурстың республика этабында Таштимер ауыл биләмәһенең Әбйәлил ауылы ҡатнаша.

Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы яр буйында 900 метр оҙонлоҡтағы һырғалаҡ асыуға әҙерлек бара Әле биләмә ҡарҙан таҙартыла, боҙ ҡатламы өҫтәп һалына. Ойоштороусылар билдәләүенсә, был Башҡортостандағы иң оҙон һырғалаҡ иҫәпләнә. Үҙ конькиҙарың менән инеү бушлай. Шулай уҡ теләүселәр өсөн эргәлә спорт инвентарын ҡуртымға биреү пункты ойошторолған.

Баш ҡалала Яңы йыл алдынан фермерҙар йәрминкә ойошторҙо Баш ҡалала ҡышҡы сауҙа. Өфө ҡала хакимиәте тарафынан ойошторолған Яңы йыл алды йәрминкәһен һатып алыусылар был юлы ла көтөп алды. Байрам алдынан ауыл хужалығы уңғандары халыҡҡа күпләп ит, бал һәм башҡа ризыҡтар тәҡдим итте. «Артерия»сауҙа үҙәге алдындағы һатыу нөктәләре янында байрамса һәм күңелле. Дәртле көй-моңдар оҙатыуында республика фермерҙары баш ҡала халҡына үҙҙәре етештергән экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек тәҡдим итте.