fa
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
2 013
مشترکین
-124 ساعت
-67 روز
-1530 روز
آرشیو پست ها
Өфөлә яугирҙарға хәрби хәрәкәттәр ветераны таныҡлығы тапшырылды Бөгөн «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалында «Вагнер» шәхси хәрби компанияһы яугирҙарына хәрби хәрәкәттәр ветераны таныҡлығы тапшырылды. Документ ике тиҫтәнән ашыу яҡташыбыҙға бирелде.

Башҡортостан йәмәғәт транспорттарында куар-код ярҙамында иҫәпләшергә була Мөмкинлек яңы системаға индерелә һәм тәжрибә этабында тикшерелә. Уңайлыҡ Өфө һәм республиканың башҡа ҡалаларында эшләйәсәк. 1 октябрҙән йыл аҙағына тиклем юл йөрөү өсөн куар-код аша түләгәндәргә 13 һум ташлама ҡаралған. Тимәк, «Башавтотранс» автобустарында билет 41 һум урынына 28 һум. Система «Башавтотранс» һәм шәхси пассажир ташыусылар автобустарында, травмай һәм троллейбус - йәмғеһе 1500 транспорт сараһында эшләйәсәк.

Өфө районында радиоидаралы машиналар ярышты Боролош һәм юлһыҙлыҡ. Өфө районында радиоидаралы машиналар ярышты. Унда Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 30-ҙан ашыу пилот, шулай уҡ Ижевск ҡалаһынан ҡунаҡтар ҡатнашты. Бәйге йәштәр һәм өлкән пилоттар араһында үткәрелде. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа саранан ситтә ҡалманы.

Күренекле ғалим-әҙәбиәтсе Әхнәф Харисовтың тыуыуына - 110 йыл Күренекле ғалим-әҙәбиәтсе, фольклорсы һәм телсе, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор Әхнәф Харисовтың тыуыуына - 110 йыл. Ошо уңайҙан Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгендә Бөтә Рәсәй конференцияһы үтте. Ғалимды һәм уның фәнни мираҫын иҫкә алырға институт хеҙмәткәрҙәре һәм яҡындары, яҡташтары килде.

Өфөлә «Ҡояштың ус төбөндә» инклюзив этномәҙәни фестиваленә старт бирелде Өфө Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда «Ҡояштың ус төбөндә» тип аталған инклюзив этномәҙәни фестивалгә старт бирелде. Аҙна аҙағына тиклем дауам итәсәк сара һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға йүнәлтелгән. Улар бында республика халыҡтарының тарихы менән биҙәү-ҡулланма һәм художество ижады аша таныша ала. Проект «Беренселәр хәрәкәте» гранты конкурсы сиктәрендә Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитация үҙәге ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Хәйбулла районы Яңы Ергән ауылы мәктәбендә көҙгө йәрминкә уҙҙы «Хеҙмәт-намыҫ эше» исеме аҫтында Хәйбулла районы Яңы Ергән ауылы мәктәбендә «Айыҡ ауыл -2024» республика конкурсы сиктәрендә көҙгө йәрминкә уҙҙы. Хеҙмәт сараһы хаҡында ентнекләберәк киләһе яҙмала.

Яңы йыл шыршылары әҙерләнә башланы Ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Белорет районынан Омск өлкәһенә ике
Яңы йыл шыршылары әҙерләнә башланы Ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Белорет районынан Омск өлкәһенә ике партия менән байрам ағасы оҙатылған. Тауар лабораторияла тикшерелгән. Ул сифат буйынса билдәләнгән талаптарға яуап бирә.

Башҡортостанда түләүле парковкала түләмәгән өсөн штраф һаласаҡтар Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында ошо турала закон п
Башҡортостанда түләүле парковкала түләмәгән өсөн штраф һаласаҡтар Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында ошо турала закон проекты әҙерләнгән. Штраф суммаһын 1 500 һумдан билдәләү тәҡдим ителә. Бындай эштәрҙе административ комиссия ҡарарға тейеш була. Штрафты протоколһыҙ ҙа һалыуҙары мөмкин, был осраҡта фото, йә видеотеркәү приборҙарынан мәғлүмәттәр иҫәпкә алына.

Башҡортостанда күп ҡатлы йорттар йылытыу миҙгеленә әҙер Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йәй айҙары
Башҡортостанда күп ҡатлы йорттар йылытыу миҙгеленә әҙер Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йәй айҙарында гидравлик һынауҙар уҙғарылған, торбаларға ремонт эшләнгән. Бөгөнгә йорттарҙың барыһы ла әҙерлек паспорты алған. Йылытыу буйынса һорауҙар менән ҡыҙыу элемтәгә мөрәжәғәт итергә була. Һандары ведомство сайтында күрһәтелгән. 5 тәүлек рәттән уртаса температура 8 градустан күтәрелмәһә йорттарға йылы бирелергә тейеш.

Ишембайҙағы Башҡорт кадет корпусы Волга буйы округында иң яҡшыһы тип танылды Был турала Республика Башлығы хәбәр итте. - Бынд
Ишембайҙағы Башҡорт кадет корпусы Волга буйы округында иң яҡшыһы тип танылды Был турала Республика Башлығы хәбәр итте. - Бында тәрбиәләнеүселәр ысын ир-егет була. Кадет корпусында әле 320 бала белем ала. Рәсәй Герой Александр Доставалов исемен йөрөткән уҡыу йортонда 6-сы кластан 11-се класҡа тиклем белем алалар. Бер нисә тел өйрәнергә мөмкин, түңәрәктәр, секциялар бар, спортҡа ҙур иғтибар бүленә, - ти Радий Хәбиров.

Өфө коррекция мәктәп-интернаты уҡыусылары башҡорт телен брайль шрифты ярҙамында өйрәнә башланы Белем алыр өсөн сиктәр юҡ. Өфө коррекция мәктәп-интернаты уҡыусылары башҡорт телен брайль шрифты ярҙамында өйрәнә башланы. Күреү һәләтен юғалтҡан балалар өсөн яңы дәреслектәр әҙерләнгән. Тактиль башҡорт алфавиты һәм махсус һүрәттәр менән байытылған уҡыу әсбаптары Башҡортостан башлығы гранты скитәрендә тормошҡа ашырыла.

Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы культура майҙандарын урып - йыйыу эштәре аҙағына яҡынлаша Барлығы 2 миллион ярым тонна уңыш келәттәргә һалынған. Гектар ҡеүәте 22 центнер. Көслө ямғырҙар арҡаһында райондарҙа ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителһә лә, хужалыҡтар бирешмәй, уңыш өсөн көрәшә. Благовещен районы ла ошо исемлектә. Ҡырыҫ һауа торошо арҡаһында районда борсаҡ, ужым бойҙайы һәм арышы зыян күргән.

«Башҡортостан» полкы Ватан һағында Мотоуҡсылар полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны яугирҙары Красный Лиман йүнәлешендә дошмандың терәк пункттарын, артиллерияһын һәм бронетехникаһын юҡ итә. Көн һайын һәр экипаж заманса Т 90 м «Прорыв» танктарында бер нисә тапҡыр хәрби заданиеға сыға. Башҡорт танкистарының Ватан өсөн нисек көрәшеүе һәм ни өсөн яугирҙар махсус хәрби операцияға барырға ҡарар итеүҙәре хаҡында киләһе репортажда.

1 октябрҙә Өфөнөң көньяҡ ҡапҡаһы асыла Бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, объект 75 процентҡа әҙер, тирә-яҡ биләмәне төҙөкләндереү, юл билдәләре ҡуйыу кеүек эштәр ҡалған. Кәңәшмәлә шулай уҡ «Рәсәй-спорт дәүләте» халыҡ-ара спорт форумы, йылытыу ҡаҙанлыҡтарының ҡышҡы миҙгелгә әҙерлеге, ишле ғаиләләргә яңы социаль ярҙам саралары тураһында ла һүҙ барҙы.

«Патриот» паркында «Геройҙар биләмәһе» беренсе патриотик слеты үтте Өфөлә илдә иң ҙур «Салют» реабилитация-белем биреү үҙәге 7 октябрҙә асыла. Был хаҡта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында «Геройҙар биләмәһе» беренсе патриотик слетында белдерҙе. Унда республика төбәктәренән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 140- ҡа яҡын үҫмер ҡатнашты. Ике көн дауам иткән программала малайҙар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, тәрбиәүи саралар уҙғарылды.

Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы культура майҙандарының 80 проценты йыйып алынған Барлығы 2 миллион ярым тонна уңыш келәттәргә һалынған. Гектар ҡеүәте 22 центнер. Төбәк башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, Дәүләкән, Ғафури, Баҡалы, Нуриман, Тәтешле, Йәрмәкәй, Бүздәк һәм Илеш райондары ураҡты тамамлау алдында. Стәрлетамаҡ районы 150 мең тонна тулайым иген йыйымы менән республикала беренсе урынды биләй. Илеш, Саҡмағош, Дәүләкән һәм Мәләүез хужалыҡтары 100 мең тоннанан ашыу иген һуғып алған. Хәҙер шәкәр сөгөлдөрөнә баҫым яһала, бөгөнгә бөтә майҙандарҙың 30 проценты ҡаҙып алынған. 770 мең тонна тамыраҙыҡ йыйып алынған, гектарынан уртаса - 450 центнерҙан ашыу. Барлыҡ аграрийҙарға рәхмәт, тип яҙған Башҡортотсан башлығы.

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш ғәҙәти ҡағиҙәләр буйынса үтә Ир-егеттәргә ҡағыҙ повесткалар ебәрелә. Дәүләт Думаһының
Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш ғәҙәти ҡағиҙәләр буйынса үтә Ир-егеттәргә ҡағыҙ повесткалар ебәрелә. Дәүләт Думаһының Оборона комитеты рәйесе Андрей Картаполов ошо турала белдерҙе. Депутат әйтеүенсә, хәрби иҫәп алып барыу буйынса электрон реестр һынау үтә. Ул киләһе йылдың ғинуарынан тулыһынса эшләй башларға тейеш.

Ғафури районында боронғо төрки хәрби сәнғәте «Ҡара ҡаплан» буйынса ярыштар уҙҙы Ғафури районы Красноусол ауылында боронғо төрки хәрби сәнғәте «Ҡара ҡаплан» буйынса ярыштар уҙҙы. Икенсе тапҡыр ойошторолған сара Күрпәс бей иҫтәләгенә һәм шифахананың 100 йыллығына арналды. Ярышта республика төбәктәренән ир-егеттәр үҙ көсөн һынаны.

Республикала бишенсе тапҡыр «Боронғо Өфө» тарихи фестивале үтте «Арт-Квадрат» майҙансығында ойошторолған сарала көршәксе, тимерсе, ювелир һәм күн оҫталарын күрергә мөмкин ине. Фестиваль ҡунаҡтары ҡул эштәре күргәҙмәһе менән танышты, йәрминкә, оҫталыҡ дәрестәре, тарихи конкурс һәм викториналарҙа ҡатнашты. Өфө балалар филармонияһы ижади коллективы сығыш яһаны. Ҡул эштәре һәм археологик ҡаҙылмалар экспозицияһын «Боронғо Өфө» республика тарихи-мәҙәни музей ҡурсаулығы тәҡдим итте.

Башҡортостандан Курск өлкәһенә 100 дрон һәм ике радиоэлектрон көрәш аппараты оҙатыла Чечен республикаһының Башҡортостандағы вәкиллеге Өфөләге дрондар етештереүсе «Новогрупп» компанияһы менән берлектә Башҡортостан хәрбиҙәре өсөн дрондар һәм радиоэлектрон көрәш ҡорамалы ебәрергә ҡарар иткән. Дрондар яуҙа дошманды юҡ итеүҙә иң кәрәкле ҡоралдарҙың береһе.