БСТ | Яңылыҡтар
رفتن به کانال در Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
نمایش بیشتر2 013
مشترکین
-124 ساعت
-67 روز
-1530 روز
آرشیو پست ها
2 013
Өфөлә «Һөт иле, баллы баш ҡала» фестивале башланды
Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» паркында «Һөт иле, баллы баш ҡала» фестивале башланды. Ғаилә йылына һәм баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына арналған күләмле сарала республиканың төрлө төбәктәренән һөт һәм бал етештереүселәр ҡатнаша. Майҙанда ауыл хужалығы ризыҡтарын ауыҙ итергә, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға мөмкин.
2 013
Уҡыу йорттарының ятаҡтары капиталь ремонтлана
Башҡортостан федераль программала ҡатнаша. Был турала Радий Хәбиров студенттар менән осрашыуҙа белдерҙе. - Республика мәғариф һәм фән министрлығы тейешле ғариза тапшырҙы. Киләһе йылдан юғары уҡыу йорттары ятаҡтарында капиталь ремонт башлайбыҙ. Биш йылда уларҙы тулыһынса төҙөкләндереү маҡсатын ҡуябыҙ, - тине ул. Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостан шулай уҡ ҙур федераль фәнни-технологик проекттарҙа әүҙем ҡатнаша.
2 013
Ырымбур өлкәһендә Рауил Бикбаевтың исеме мәңгеләштерелде
Аҡбулат ауылында Башҡортостандың халыҡ шағирына мемориаль таҡтаташ асылды. Ул уҙған быуаттың 50-се йылдарында ошонда педагогия училищеһында белем алған. Таҡтаташты Ырымбур башҡорттары ҡоролтайы әҙерләгән. Рауил Бикбаев 2019 йылда 80 йәшендә вафат булды.
2 013
Өфөлә «Бала саҡты ҡайтарып» төбәк фестивале тамамланды
Өфөлә бөгөн «Бала саҡты ҡайтарып» төбәк фестивале тамамланды. Өс көн дауамында барған сарала Рәсәйҙең тиҫтәнән ашыу төбәгенән 500-ҙән ашыу бала ҡатнашты. «Бала саҡты ҡайтарып» фестивале балалар йорттарына ярҙам итеү, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы социаль яраҡлаштырыу, һөнәри йүнәлеш биреү маҡсатында ойошторола.
2 013
Өфөлә Ғәзим Шафиҡовҡа таҡтаташ асылды
Өфөлә шағир, прозаик, драматург һәм тәржемәсе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәзим Шафиҡовҡа таҡтаташ асылды. Тантанаға Башҡортостан зыялылары, яҙыусының ҡәләмдәштәре, туғандары һәм яҡташтары йыйылды. Сараға Ауырғазы, Ғафури һәм Хәйбулла райондарынан делегациялар ҙа килгәйне. Быйыл әҙиптең тыуыуына ла 85 йыл тула.
2 013
Радий Хәбиров «Китап» нәшриәтенең яңы магазинында булды
Өфө буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Китап» нәшриәтенең яңы магазинында булды. Сауҙа нөктәһе уҙған аҙна - 14 сентябрҙә асылғайны. Баш ҡала үҙәгендә урынлашҡан магазинда «Башҡорт энциклопедияһы» нәшриәте продукцияһы ла урын алған, төрлө халыҡтарҙың милли әҙәбиәте менән танышырға була.
2 013
Радий Хәбиров Өфөләге парктарҙы төҙөкләндереү барышы менән танышты
Бөгөн баш ҡала буйлап эш сәфәрендә төбәк етәксеһе «Ғаилә скверы», «Ҡурай тотҡан малай» фонтаны, Ҡурсаҡ театры алдындағы майҙанда һәм Черниковка биҫтәһендә булды. Ҡала баҡсаларындағы үҙгәрештәр тураһында ентекләберәк киләһе яҙмала.
2 013
Айғырға 10 вагонлы "Финист" йөрөй башлай
Өфө-Белорет йүнәлешендә поездар һыйҙырышлығын арттырыу буйынса эш алып барыла.Ял көндәрендә туристар күпләп барған урынға "Финист" поезы ебәрелә. - Башҡортостанға заманса электр поезының икенсе составы килде. 10 вагонлы поезд 2 мең 400 кеше һыйҙыра, - тип белдерҙеләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында. Быға тиклем Айғырға табан электричкаларҙа урын етешмәүе тураһында хәбәр ителде. Республика Башлығы ризаһыҙлыҡ белдерҙе, проблеманы хәл итергә ҡушты.
2 013
Башҡортостанда көҙөн дә талпандан зыян күреүселәр бар
Бер аҙнала 184 кешегә талпан ҡаҙалған, тип хәбәр итәләр Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән. Быйыл медицина учреждениеларына 8 мең 200-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 3 меңдән күберәге - балалар. Килтерелгән талпан лабораторияларҙа тикшерелә. Бөжәктәрҙең 19-ында энцефалит асыҡланған, шулай уҡ боррелиоз инфекциялы талпандар булған.
2 013
Өфөлә Волга буйы федераль округының иң оҫта йәш ашнаҡсыһы билдәләнә
«Бала саҡты ҡайтарып» фестивале барышында уҙған бешеренеү оҫталығы буйынса конкурс Туҡланыу индустрияһы һәм сервисы колледжында үтә. Ҡатнашыусылар алдында емеш-еләк һәм йәшелсә-емештәрҙән нәфис композиция төҙөү бурысы тора ине. Конкурсанттарҙы колледж уҡытыусылары һәм профессиональ ашнаҡсылар баһаланы.
2 013
Краснокама районында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Андрей Захаровҡа «Герой партаһы» асылды
Краснокама районы Никольское ауылы мәктәбендә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Андрей Захаровҡа «Герой партаһы»н асыу тантанаһы үтте. Андрей Дмитриевич Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Калинин, өсөнсө Белорус һәм беренсе Балтик буйы фронттары составында 1-се танк корпусының хәрби хәрәкәттәрендә әүҙем ҡатнашҡан, үҙен батыр хәрби командир итеп күрһәткән. Һуғыштан һуң мәғариф өлкәһендә эшләгән. Сарала уның балалары, ейәндәре һәм бүләләре ҡатнашты.
2 013
Ялға ҡайтҡан яугирҙар отпусктан һуң махсус хәрби операцияға юлланды
Яҡташтарыбыҙҙы алғы һыҙыҡҡа оҙатырға Хәрби комиссариат, район хакимиәте вәкилдәре, ғаиләләре, яҡындары, дуҫтары килде. Майҙанда дәүләт гимндары яңғырағандан һуң, ир-егеттәрҙе еңеүгә ҡеүәтләүсе һүҙҙәр яңғыраны. Республика хәрбиҙәргә һәм уларҙың яҡындарына оло терәк булыуы билдәләнде. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск мәлендә яугирҙар туғандары, дуҫтары янында булған, төрлө осрашыуҙарҙа ҡатнашҡан. Алыҫ юлға яугирҙар үҙҙәренә генә түгел, дуҫтары өсөн дә кәрәкле әйберҙәр, күстәнәстәр тейәп сыҡҡан.
2 013
Өфөлә төҙөлгән Фехтование үҙәге тышҡы яҡтан яҡтыртыла башланы
Фехтование үҙәгендә хәҙер төнгө сәғәттәрҙә лә ут балҡый. Ул тышҡы яҡтан яҡтыртыла башланы. Өфөләге спорт объекты төҙөлөшө менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. Билдәле булыуынса, фехтование үҙәген төҙөү тураһындағы ҡарарҙы төбәк етәксеһе 2021 йылда Токиолағы йәйге Олимпия уйындары еңеүселәре һәм призерҙары - рапирасылар Аделина Заһиҙуллина һәм Тимур Сафин менән осрашыуҙа белдергәйне.
2 013
Рәсәйҙә 13-сө пенсия түләргә тәҡдим итәләр
Дәүләт Думаһының вице-спикеры Борис Чернышев белдереүенсә, ошо турала закон проекты йыл аҙағына тиклем парламент ҡарауына тапшырыла. Ул ҡабул ителһә хаҡлы ялдағыларға йыл һайын бер тапҡыр өҫтәп тағы бер пенсия бирелә. - Закон проекты көнүҙәк. Икенсе йыл рәттән ҙур инфляция күҙәтелә. Пенсия үҫеше хаҡтар артынан өлгөрмәй, - тине ул.
2 013
Башҡортостанда студенттар өсөн исемле стипендия булдырыла
Был турала Радий Хәбиров студенттар менән осрашыуҙа белдерҙе. Стипендия яҡшы уҡып йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусыларға түләнә. Мәғариф һәм фән министрлығына тейешле күрһәтмә бирелгән. Студенттар менән бындай осрашыуҙар даими уҙғарыласаҡ, тине Республика Башлығы.
2 013
Балтас районында «Ауыл табибы» программаһы буйынса дауаханала яңы хеҙмәткәрҙәр эшләй башлаған
Ауылға - йәш белгестәр. Балтас районында «Ауыл табибы» программаһы буйынса дауаханала яңы хеҙмәткәрҙәр эшләй башлаған. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған Тамара Шәймөхәмәтова тыуған яғына эшкә ҡайтҡан. Республика буйынса быйыл 129 медицина хеҙмәткәре «Ауыл табибы» программаһында ҡатнашҡан. Төбәктә ауыл еренә эшкә ҡайтҡан табиптарға 1 млн һумдан алып 1,5 млн һумға тиклем дәртләндереү сараһы ҡаралған.
2 013
Өфөнөң 8-се ҡала клиник дауаханаһының бала табыу йорто ваҡытлыса ябылған
Сәбәбе - йылына бер тапҡыр мотлаҡ үткәрелергә тейеш профилактик йыуыуҙа. Барлыҡ мебель, медицина ҡорамалдарын санитар эшкәртеүҙән тыш, бинала косметик ремонт та үтә.
2 013
Өфөнөң Глумилин биҫтәһе йылытыу миҙгеленә тулыһынса әҙер
Өфөнөң Глумилин биҫтәһендә былтыр асылған яңы ҡаҙанлыҡ беренсе йылытыу миҙгеле барышында ышаныслылығын һәм һөҙөмтәлелеген иҫбатлаған. Заманса ҡоролма сираттағы йылытыу миҙгеленә тулыһынса әҙер.
2 013
«Ватанды һаҡлау изге бурыс»: «Башҡортостан» полкында хеҙмәт итеү тураһында «Тихон» ҡушаматлы яугир
Дошманға ҡаршы теүәл ут асып. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Мөғин Нагаев исемендәге гаубица артиллерия дивизионы махсус хәрби операцияның Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендәге терәк пункттарын һәм хәрби-һауа көстәренең ут нөктәләрен уңышлы юҡ итә. Ҙур калибрлы орудиеларҙан көслө ут менән улар Луганск халыҡ республикаһы биләмәләрен неонацистарҙан азат итеүсе Рәсәй бронетөркөмдәре һәм пехотаһы өсөн юл аса. Был хаҡта тулыраҡ киләһе репортажда.
2 013
Радий Хәбиров Башҡортостандың студенттар үҙидаралығы һәм профсоюз органдары лидерҙары менән осрашты
Киләһе йыл Башҡортостанда әүҙем йәмәғәт эше алып барған, ирекмәнлек менән шөғөлләнгән юғары уҡыу йорто студенттарына исемле стипендия тапшырыла башлай. Республика башлығы Радий Хәбиров йәштәрҙе дәртләндереү сараһы булдырыу тәҡдимен хуплап, төбәктең мәғариф һәм фән министрлығына тейешле саралар күрергә ҡушты. Төбәк етәксеһе студенттар үҙидаралығы һәм профсоюз органдары лидерҙары менән осрашыуҙа юғары белем биреү һәм фәнде үҫтереү буйынса алып барылған эштәр менән дә таныштырҙы.
