БСТ | Яңылыҡтар
رفتن به کانال در Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
نمایش بیشتر1 974
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-67 روز
-1830 روز
آرشیو پست ها
1 974
Тағы бер яҡташыбыҙ «Алтын йондоҙ» менән бүләкләнде
Геройҙар полкы тулыланды. Тағы бер яҡташыбыҙ «Алтын йондоҙ» менән бүләкләнде. Был хаҡта Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итте. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, Рәсәй Геройы 116-сы айырым махсус тәғәйенләнештәге бригада командиры генерал-майор Руслан Ғарифуллинға бирелде. «Алтын йондоҙ»ҙо Росгвардия етәксеһе Виктор Золотов тапшырҙы. 116-сы бригаданы яугирҙарҙың характеры өсөн «ҡорос» тип атайҙар. Әйткәндәй, тап ошо подразделение составында Салауат Юлаев исемендәге ике батальон хәрбиҙәре хеҙмәт итә.
1 974
Курган өлкәһендә башҡорт мәҙәниәте фестивале уҙа
Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайынан хәбәр итеүҙәренсә. 2 августа Сафакүл районында “Башҡорт иле”нә йыйылалар. Сара ҡунаҡтары тарихсылар, башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеү өлкәһендәге белгестәр менән аралаша, ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирә, шулай уҡ мауыҡтырғыс, сағыу музыкаль программа аша башҡорттарҙың мәҙәни байлығы, йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныша ала.
1 974
«Патриот» паркында «Башҡортостан Геройҙары» ҡатнашыусыларына иртәнге зарядка уҙғарылды
Шишмә районындағы «Патриот» паркында «Башҡортостан Геройҙары» кадрҙар программаһында ҡатнашыусылар өсөн зарядка ойошторолдо. Уны фехтование буйынса олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина уҙғарҙы. Яугирҙарҙың һәр иртәһе спорт менән шөғөлләнеүҙән башлана. Проектта ҡатнашыусыларға зарядка үткәреү өсөн даими рәүештә күренекле спортсылар килә.
1 974
Гәлсәр Байғусҡарова Пятигорскиҙа үткән «Парус» фестиваль-конкурсында еңеү яуланы
Өфө ҡыҙы, билдәле йәш йырсы Гәлсәр Байғусҡарова Пятигорскиҙа үткән «Парус» фестиваль-конкурсында еңеү яуланы. Сара бөйөк рус классигы Михаил Лермонтовтың иҫтәлегенә арнала һәм шағирҙың исемен мәңгеләштереүҙе, ижадына яңы һулыш өрөүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Быйыл ижади конкурсҡа илдең ике тиҫтәнән ашыу төбәгенән 50-гә яҡын әҫәр килгән, романстарҙан фолк-операға, рэгги һәм эстрада йырҙарына тиклем. Конкурс-фестивалгә ҡабул ителгән эштәрҙе илдең күренекле сәнғәт әһелдәренән тупланған жюри баһалаған.
1 974
Өфөлә «Ғәлиә» дини урта белем биреү мәҙрәсәһе төҙөкләндерелә
Өфөлә «Ғәлиә» дини урта белем биреү мәҙрәсәһе төҙөкләндерелә. Ситтән тороп дини белем үҙләштереү, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғәрәп теленә өйрәтеү өсөн ҡаралған үҙәк элекке балалар баҡсаһы бинаһында ойошторола. Мәҙрәсә диндарҙар, битараф булмаған кешеләр ҡулы менән тәртипкә килтерелә, шуға ла мәҙрәсә етәкселәре эшсе ҡулдарға, төҙөлөш материалдарына һәм финанс ярҙамға мохтаж.
1 974
Ҡыйғы районы Ибрай ауылында яңы ФАП асылды
Ҡыйғы районы Ибрай ауылы халҡы яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктына ҡыуанып бөтә алмай. Медицина учреждениеһы заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған, бында тәүге ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә уңайлыҡтар бар. Ибрай халҡының ҡыуанысын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты. Тулыраҡ киләһе репортажда.
1 974
Радий Хәбиров Мишкәлә яңы етәксене тәбрикләне һәм төп бурыстарҙы билдәләне
Мишкә районы башлығы итеп Лариса Александрова һайланды. Ул муниципалитет етәкләгән алтынсы гүзәл зат вәкиле. Район советы депутаттары ултырышында Радий Хәбиров та ҡатнашты. Республика етәксеһе әйтеүенсә, район башлығы итеп урындағы кеше һайланыуы яҡшы күренеш. Сөнки ул төбәккә хас барлыҡ проблемалар менән яҡшы таныш һәм халыҡтың йәшәйешен дә төптән белә. Лариса Геннадиевна тап шундай етәкселәрҙең береһе, тине Радий Хәбиров.
1 974
Өфө уҡытыусыһы “Класс темаһы” телешоуының ярымфиналына сыҡты
Мәғариф министрлығы һәм “Рәсәй” телеканалы яңы миҙгелгә ҡатнашыусыларҙы һайлап алды. Унда баш ҡаланың “Яңы мәктәп” белем биреү үҙәгенең тарих уҡытыусыһы Юлиә Садиҡова ҡатнаша. Быйыл конкурсҡа педагогтарҙан 6720 ғариза килгән, тарих, география, физика, химия, биология, математика, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашҡан. Уларға үҙ фәне буйынса тест үткән һәм видеовизитка әҙерләгән. Телешоу президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса ойошторола. Маҡсаты – уҡыусыларҙы дәртләндереү, һәләтле педагогтарҙы асыҡлау.
1 974
Екатеринбургта һыбай уҡ атыу буйынса халыҡ-ара турнир үткән
"Халыҡтар дуҫлығы кубогы"на ярышта Рәсәй, Беларусь, Үзбәкстан, Пакистан, Төркиә, Көньяҡ Африка, Йемен һәм тағы ла бер нисә илдән спортсылар ҡатнашҡан. Өфөнән Рушан Хәсәнов – беренсе, Әбйәлилдән Нуриман Хәйруллин икенсе урын алған. Рушан Хәсәнов дөйөм беренселектә икенсе урынға лайыҡ булған.
1 974
“Патриот” паркында Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө уңайынан байрам ойошторола
Быйыл хәрби берләшмә 95 йыллығын билдәләй. Сара 2 августа була. Ойоштороусылар уны Ғаилә байрамы итеп уҙғара. Иртәнге сәғәт 9-ҙа һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары өсөн “Геройҙар уҙышы” старт ала. Сәғәт 11-ҙә оҫталыҡ дәрестәре башлана. Унда беләҙек үреп ҡарарға, беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнергә мөмкин. “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт филиалы фонды һәм Махсус хәрби операция ветерандары берләшмәһе белгестәре халыҡ менән аралаша. Байрам сараһы барышында Рәсәй Геройы Максим Серафимовҡа һәйкәл асыу тантанаһы була
1 974
Хәйбулла районының «Аҡсарлаҡ» һауыҡтырыу лагерына малай-ҡыҙҙарға өсөнсө ял сменаһы ойошторолдо
Уҡыусыларҙың йәйге каникулы дауам итә. Хәйбулла районының «Аҡсарлаҡ» һауыҡтырыу лагерына малай-ҡыҙҙарға өсөнсө ял сменаһы ойошторолдо. «Аҡсарлаҡ»та Хәйбулла районынан һәм республиканың башҡа төбәктәренән 140 ашыу бала ял итә, сәләмәтлеген яҡшырта. Һөҙөмтәле ял һәм күңелле уйындарға, ҡыҙыҡлы конкурстарға үрелеп барған смена хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
1 974
Башҡортостанда «Баланы мәктәпкә әҙерлә» акцияһы дауам итә
Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан ойошторолған акцияның төп маҡсаты - балаларға адреслы ярҙам күрһәтеү. Мәрхәмәтлек сараһы республикалағы «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалында ла үтте. Дәүләт думаһы депутаты Римма Үтәшева махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың балаларына канцелярия тауарҙары тултырылған рюкзак тапшырҙы.
1 974
Башҡортостанда «Баланы мәктәпкә әҙерлә» акцияһы дауам итә
Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан ойошторолған акцияның төп маҡсаты - балаларға адреслы ярҙам күрһәтеү. Мәрхәмәтлек сараһы республикалағы «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалында ла үтте. Дәүләт думаһы депутаты Римма Үтәшева махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың балаларына канцелярия тауарҙары тултырылған рюкзак тапшырҙы.
1 974
Башҡортостан вәкилдәре «Абилимпикс» чемпионаты финалына сыҡты
Башҡортостандың бер юлы ике вәкиле «Абилимпикс» һөнәри оҫталыҡ буйынса беренсе чемпионаттың финалына сыҡты. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһында ойошторолған сарала токарь оҫтаһы Артем Мөхәррәмов һәм ашнаҡсы Дмитрий Полубояринов үҙ компетенцияларында уңыш ҡаҙанды. Хәҙер яҡташтарыбыҙ октябрҙә чемпионат финалында республикабыҙ исеменән сығыш яһаясаҡ.
1 974
Уҙған төндә Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлында үлемесле фажиғә теркәлгән
Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, трассаның Архангел райоындағы участкаһында «Лада Гранта»ға идара иткән 23 йәшлек водитель юл ситенән велосипедта китеп барған 45 йәшлек кешене бәрҙергән. Водителдең Силәбе өлкәһенән булыуы билдәле. Юл ҡорбанының кейемендә яҡтылыҡты сағылдыра торған элементтары булмаған. Ул ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат булған. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.
1 974
Уҙған төндә Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлында үлемесле фажиғә теркәлгән
Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, трассаның Архангел райоындағы участкаһында «Лада Гранта»ға идара иткән 23 йәшлек водитель юл ситенән велосипедта китеп барған 45 йәшлек кешене бәрҙергән. Водителдең Силәбе өлкәһенән булыуы билдәле. Юл ҡорбанының кейемендә яҡтылыҡты сағылдыра торған элементтары булмаған. Ул ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат булған. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.
1 974
Хәйбулла районында өлкән участковый кешеләрҙе янғындан ҡотҡарған
Аҡъяр ауылындағы йортта ут төндә сыға, ялҡын бар йортто ялмап ала. Был ваҡытта өйҙә хужабикә һәм инвалид бала була. Янғын сығыу тураһында райондың дежур часына хәбәр итәләр. Шул ваҡытта дежурҙа булған өлкән участковый Вадим Нурғәлин тиҙ генә ваҡиға урынына юллана. Ул янғын һүндереүселәр килгәнсе ишекте емереп инеп кешеләрҙе төтөн тулған бүлмәләрҙән алып сыға.
1 974
Башҡортостанда көнкүреш мутлашыуҙарын иҫкәртеү юлдары тикшерелде
Газ ҡорамалдарын хеҙмәтләндереүселәрҙе нисек танырға? Янғын иҫкәртеү ҡорамалдары урынлаштырғанда нисек алданмаҫҡа? Курьерҙар һәм дропперҙарҙың барыһы ла намыҫлы хеҙмәткәрме? Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы «Көнкүреш мутлашыуы» темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторҙо.
1 974
Киләһе айҙан Башҡортостанда йәшәүселәр арттырылған пенсия аласаҡ
Түләүҙәр 229 мең кешегә ҡағыла. Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, 2024 йылда эшләүсе пенсионерҙар өсөн страховка пенсиялары автоматик рәүештә ҡайтанан иҫәпләнәсәк. Бының өсөн эш биреүселәрҙең улар өсөн ҡартлыҡ һәм инвалидлыҡ буйынса страховка иғәнәләрен түләгән булыуы шарт.
1 974
Мишкә районы хакимиәтенең яңы башлығы итеп Лариса Александрова тәғәйенләнде
Бөгөн урындағы район советы депутаттары ошондай ҡарар ҡабул итте. Ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Үҙенең сығышында ул Мишкә районы хакимиәтенең яңы башлығына эшендә уңыштар теләне һәм Лариса Александрованың иҫәп буйынса алтынсы ҡатын-ҡыҙ муниципалитет башлығы булыуын билдәләне.
